Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.52K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
📌 Иң көслө ветеран - Өфөнән.

"Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә армрестлинг - ҡул көрәше буйынса махсус хәрби операция ветерандары араһында ярыш үтә, тип хәбәр иткәйнек бит әле.

🏆 Ярыш үткән, ин көслөләр билдәләнгән:

🥇 1-се урын - Өфөнән Альберт Мостафин
🥈 2-се урын - Сибайҙан Сергей Ипатов
🥉 3-сө урын - Стәрлетамаҡтан Илнур Ғәйетов.

Ярыш "Көслө кешеләр" МХО ветерандарын спорт реабилитацияһы проекты сиктәрендә Башҡортостандың "Ватанды һаҡлаусылар" фонды, Башҡортостан Башлығы һәм Рәсәй йәштәренең грант фондтары ярҙамында ойошторолған.

Батырҙарҙы ҡотлайбыҙ! 👏

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤14👍5👎3👏2
📌Бөгөн, 21 августа, башҡорт шағиры, мәғрифәтсе, туған яҡты өйрәнеүсе, титуляр советник, Рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһе ағзаһы, III дәрәжә Станиславский ордены кавалеры Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына - 185 йыл.

🔹 Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев хәҙерге Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында тыуған. Атаһы Ишмөхәмәт Ишемғол улы кантон башлығы булған.

🔹 Башланғыс белемде Мөхәмәтсәлим тыуған Ибраһим ауылы мәҙрәсәһендә ала.

🔹 Уны тамамлағас, 1852 йылда Ырымбур ҡалаһындағы Ырымбур Неплюев кадет корпусында уҡый. Бында ул география, тарих, архитектура, каллиграфия һәм хәрби фәндәрҙе өйрәнә. Төрки теленән тыш рус, фарсы, ғәрәп телдәрен өйрәнә, француз теле менән мауыға.

🔹 Һигеҙ йыл дауамында Неплюев кадет корпусында уҡығандан һуң, 1860 йылдың авгусында атаһы, ауырып киткәс, Мөхәммәтсәлимде тыуған ауылына ҡайтара. Бында ул 25‑се башҡорт кантоны идаралығының тәржемәсеһе вазифаһында Башҡорт ғәскәрендә хеҙмәт итә.

🔹 Башҡортостандағы кантон идараһы бөтөрөлә башлаған осорҙа, Өмөтбаев 1864 йылда Ҡырмыҫҡалы улусы мировой аралашсы писары итеп тәғәйенләнә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылына күсә. 1865 йылда ул Бибиғәбиҙә Мирғәләүетдин ҡыҙы Рәжәпова менән никахлаша.

🔹 1883 йылда Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев рус география йәмғиәтенең Ырымбур бүлексәһең ағзаһы итеп һайлана.

🔹 886 йылда Өфөнөң 300 йыллығы, 1899 йылда А. С. Пушкиндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы юбилей комиссияларының ағзаһы була.

🔹 1887—1889 йылдарҙа бəхəсле ваҡыф эштəре буйынса Эске эштəр министрлығы комиссияһына эшкә саҡырылып, бер аҙ ваҡыт Санкт-Петербургта, аҙаҡ Ҡырымда йәшәп, оҙайлы сәфәрҙә йөрөп ҡайта.

🔹 Уға үҙ заманы өсөн мәртәбәле һаналған коллегия теркәүсеһе (1884), губерна сәркәтибе (1885), коллегия сәркәтибе (1889), титуллы кәңәшсе (1892) һымаҡ исемдәр бирелә. Өфө өйəҙе земство йыйылышының гласныйы итеп тәғәйенләнә һәм бында өйәҙ мосолмандарының берҙән-бер вәкиле булып тора.

🔹 Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 1907 йылдың 28 июнендә 65 йәшендә вафат була. Ул үҙенең тыуған төйәгендә ерләнгән.
❤5👍3
📌Уҡытыусыларға яңы награда булдырыла.

Бөгөн Ишембайҙа үткән педагогтарҙың республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусылар өсөн яңы награда - миҙал булдырыласағаэы тураһында хәбәр иткән.

🔥 "Педагогик эшмәкәрлек өсөн" миҙалы - уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән сараларҙың береһе. Уны юғары ҡаҙаныштар өсөн тапшырасаҡтар.

💯 "Алдыбыҙҙа торған маҡсаттарҙың береһе - педагог һөнәренең абруйын артабан күтәрергә кәрәк. Бөгөн мин матди һәм матди булмаған төрлө ярҙам сараларын үҙ эсенә алған ҡарарға ҡул ҡуям. Мәҫәлән, уҡытыусыларыбыҙ балаларын балалар баҡсаһына сиратһыҙ бирә аласаҡ, һанлы сығанаҡтар менән ҡулланыу, квалификацияларын дими күтәреү, яңынан әҙерлек үтеү мөмкинлектәре буласаҡ. Шулай уҡ юғары ҡаҙаныштар өсөн тапшырыласаҡ миҙал булдырабыҙ",

- тигән Радий Фәрит улы.

Башҡортостан уҡытыусыларына артабан да дәртләнеп эшләргә, рәхмәтле уҡыусылар теләйбеҙ! 👏
❤4👍2🔥2
Байрам менән! 🇷🇺

Теүәл 35 йыл элек Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә.
Яңы ил һәм дәүләт ҡоролошон символлаштыра ул саҡта.

🇷🇺 Бөгөн был аҡ, күк һәм ҡыҙыл төҫтән торған әләм һәр кемебеҙ өсөн ҡәҙерле, яҡын төшөнсәне - тыуған илде сағылдыра.


🔹 Рәсәй Дәүләт Флагы төҫтәренең рәсми аңлатмаһы юҡ, әммә бөгөн уларҙы ошолай билдәләйҙәр:

🤍 Аҡ - тыныслыҡ, сафлыҡ, юғары намыҫлылыҡ, асыҡлыҡ.
💙 Күк - тоғролоҡ, рухилыҡ, тотороҡлолоҡ, күк йөҙө.
❤️ Ҡыҙыл - дәрт, көс, батырлыҡ, Ватан өсөн түгелгән ҡан.

Бөгөн "Ҡашҡаҙан" паркында һәм башҡа ял итеү урындарында байрам саралары ойошторола, музейҙарҙа флагҡа арналған ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр үтә.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
🔥14❤13👎5🥰4🤬1🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Башҡортостан" полкы яугирҙары Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө менән ҡотлаған.

Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән.

💯 "Рәсәй триколоры - беҙҙең ғорурлыҡ, беҙҙең көс, беҙҙе берләштергән нәмә. Бөйөк ил һәм еңеүҙәребеҙ символы",

- тип белдергән Радий Фәрит улы.

Һәм яугирҙарҙың ҡотлауҙарына ҡушылып, барыһын да байрам менән тәбрикләгән.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤14👍12🔥4🤡3
📌 "Башҡорт" ҡушаматлы алышсы тағы еңеү яулаған!

51 йәшлек яҡташыбыҙ Венер Ғәлиев Мәскәүҙә үткән Аса 206 турнирында элекке чемпионды беренсе раундта нокаутҡа ебәреп, еңеү яулаған🔥

Ул 34 йәшлек Бразилия алышсыһы Фелипе Фроесты еңгән. Шуныһы һоҡландыра: алыштан өс аҙна алда Венер Ғәлиев өс ҡабырғаһын һындырған һәм хатта ҡатнашмаҫҡамы икән, тип тә уйлаған.

💯 "Уға түгел, ә башҡаларға 51 йәш булғандай һуғыша",

- тип маҡтаған Венер Ғәлиевты АСА етәксеһе Магомед Бибулатов.

Ғорурланабыҙ!

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3👍3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Уҡыу йылы алдынан - яңы автобус.

Кисә Ишембай ҡалаһында үткән Республика педагогтарының август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәргә яңы, уңайлы, заманса йыһазландырылған 10 автобустан асҡыстар тапшырған.

💯 "Был беҙҙең автопаркты яңыртыу буйынса һуңғы йылдарҙа алып барылған ҙур һәм мөһим эштең дауамы.
Былтыр ғына ла федераль һәм республика бюджеты иҫәбенә 207 автобус һатып алдыҡ. Быйылғы йыл аҙағынаса тағы 59 аласаҡбыҙ.
Башҡортостанда бөтәһе 56 мең бала автобуста уҡырға йөрөй. Һәм беҙҙең бурыс - уларҙың белемгә юлы мөмкин тиклем уңайлы һәм хәүефһеҙ булыуын тәьмин итеү",

-тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы.

Ул шулай уҡ мәктәп автобустарын йөрөткән водителдәргә оло рәхмәтен һәм хөрмәтен белдергән. Эйе, нәҡ уларҙың көндәлек хеҙмәте алыҫ ауылдарҙан булған балаларға үҫешергә мөмкинлектәр бирә.

Белем тауҙарына тигеҙ юлдар теләйбеҙ! 😇

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓ Күҙгәнәкте күргәнегеҙ бармы?

✅ Был Башҡортостандың Ғафури районындағы ҡая.

📍 Ул Еҙем буйында урынлашҡан. Толпар ауылынан 17 км алыҫта, Мәмбәт ҡаяһынан - 1,5 км тирәһе.

Өҫтән ҡараһаң елкәнгә оҡшаған. Ә бына атамаһы ҡая уртаһында үтә сыҡмалы мәмерйәгә бәйле.
Төндә уның аша ай нуры арғы яҡҡа төшөп яҡтырта, тиҙәр.

Шуға ла күҙгәнәк тип атағандар, тип иҫәпләйҙәр.

💯 Ә башҡорт телендә күҙгәнәк - ул индек ҡапҡаның һайғауҙарын һалыу өсөн бағанаға уйылған тишек йәки тәҙрә быялаһының бер бүлкәте тигәнде аңлата.

Видео: Глеб Олейников.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥 Баймаҡ, Нөгөш, Малаяҙ - әҙерһегеҙме?

Асыҡ һауала концерт менән "Бишбармаҡ" оркестры, Ирдан һәм Baby Ti килә һеҙгә был көндәрҙә!

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2👍2🔥1
Тос башаҡтан, буш башаҡтан
Тороп ҡала бер үк һалам,
Тос башаҡтан сыҡҡан бойҙай
Ерҙе имен тота һаман.


Йомабикә ИЛЬЯСОВА.

Хәйерле йәкшәмбе иртәһе менән 🌾

📍 Бишбүләк районы

Фото: Иван Волков.
❤2👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Благовещен ҡалаһына 270 йыл.

Кисә ҡаланың 270 йыллығына арналған байрам саралары үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

💯 "Ҡала йылдан-йыл матурая бара. Бында ныҡлы иҡтисад, көслө сәнәғәт предприятиелары эшләй, яңы производстволар асыла, эш урындары булдырыла. Йылдам үҫеш биләмәһе уңышлы эшләй - Башҡортостанда иң һөҙөмтәлеләрҙең береһе.
Республика һәм федераль бюджет ярҙамында социаль өлкә үҫешә, ҡала өсөн мөһим объекттар төҙөйбөҙ һәм ремонтлайбыҙ. Йөрөүе яҡшы булған төҙөкләндерелгән урындар күбәйә. Быйыл Благовещен уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттар конкурсында өсөнсө тапҡыр еңде",

- тине Радий Фәрит улы.

Шулай уҡ ул ҡаланың төп байлығы - кешеләре, нәҡ улар Башҡортостан һәм Рәсәй мәнфәғәте өсөн намыҫлы эшләй, ил менән Еңеү өсөн барыһын да атҡаралар, тип билдәләне.

📍 Әйткәндәй, ҡала тарихы 1756 йылда Өшкәле (Потеха) йылғаһы буйында Сембер сауҙагәре Матвей Мясников төҙөткән баҡыр иретеү заводынан башлана.

🔹 Тәүге эшселәре һәм халҡы - Мясников Семберҙән алып килгән 109 завод ҡарамағындағы крәҫтиән. Әле ҡаланың бер өлөшөн "Инза" тип йөрөтәләр, нәҡ шунда ошо крәҫтиәндәр йәшәгән, улар Сембер провинцияһының Инза йылғаһы буйындағы ауылдарҙан килтерелгән була.

🔹 Потеха фабрикаһы эргәһендә ҡасаба барлыҡҡа килә, уны 1783 йылда асылған завод сиркәүе атамаһы менән йөрөтә башлайҙар, тип иҫәпләнә - Благовещение Пресвятой Богородицы.

🔹 1941 йылда Благовещен район ҡарамағындағы ҡала статусын ала, ә 1989 йылдан республика ҡарамағындағы ҡала була.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2👍1🔥1