Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.52K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
📌 Ҡабартма ҡайыу

Башҡорттарҙа тамбур, йәки ҡабартма ҡайыу, ҡабартмалы сигеү - бик сағыу нағыш төрҙәренең береһе.

🔹 Ул айырыуса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш райондарында, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре башҡорттарында киң таралған.

🔹 Кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәрен сағыу ҡусҡар, үҫемлек, зооморф мотивтар менән биҙәгәндәр.

🔥 Башҡорттарҙың ҡабартмалы сигеүендә скиф боландарының һынланышы бар. Хатта үҫемлек рәүешендә ҡайылған башҡорт орижнаменты нигеҙендә лә зооморф тематика, йәғни хайуандарҙы һынландырыу ятҡан, тип яҙа хеҙмәтендә Айгөл Камалиева.

🔹 Ҡабартма ҡайыу өсөн ерлек ҡара төҫтәге туҡымаларҙан булған.

🔹 Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге, алъяпҡыстары, ир-егеттәрҙең күлдәге, янсығы, билбауы, яҫтыҡ тыштары, урын тартҡыһы, ҡулъяулыҡтар, таҫтамалдар һ.б. оҫта ҡуллы гүзәл заттарҙың ҡулында күҙҙең яуын алырҙай сәнғәт өлгөһөнә әүерелгән.

🔥 Шуныһы ҡыҙыҡ, алъяпҡыслы башҡорт милли кейемдәре комплектында күлдәктәрҙең артҡы итәген генә (алъяпҡыс капламаган өлөшөн) биҙәгәндәр, алғы яҡтан балитәк тә эшләнмәгән.

Фотоларҙа Балаҡатай һәм Мәсетле районы башҡорттарының кейем үрнәктәре.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3
❓ Арабыҙҙа фән менән ҡыҙыҡһыныусылар бармы?
✅ Һеҙҙең өсөн шәп яңылыҡ: профессор Ғиниәтулла Ҡунафиндың 80 йәшенә һәм Башҡортостан Фәндәр академияһының 35 йыллығына арналған конференция була.

"Евразия цивилизацияһы сиктәрендә Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының рухи мәҙәниәте һәм гуманитар фәне: тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге" Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция 2026 йылдың 25 ноябрендә Өфөлә үтәсәк.

🔥 Ул арҙаҡлы ғалим-әҙәбиәт белгесе, профессор Ғиниәтулла Ҡунафинға 80 йәш тулыуға һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының 35 йыллығына бағышлана.

Әҙәбиәт фәне, культурология, фольклор, тел ғилеме өлкәһенә арналған ғилми хеҙмәттәр, юғары белем биреүҙе үҫтереүҙә Ғиниәтулла Ҡунафиндың роленә бағышланған материалдар һ.б. ҡабул ителә.

💯 Ғаризалар 2026 йылдың 10 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Электрон почта: gum_nauka_2026@mail.ru

📍 Тулыраҡ мәғлүмәт: Башҡортостандың н һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты сайтында.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Силәбе башҡорттары халыҡ уйындарын күрһәткән.

Күптән түгел Силәбе өлкәһенең Копейск ҡалаһында "Рәсәй халыҡтары уйындары" ғаилә фестивале үткән. Сараны Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары союзының Силәбе өлкәһендәге бүлексәһе ойошторған.

Унда төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашкан һәм үҙенең мәҙәниәтен күрһәткән. Башҡорттар ҙа булған.

🔥 "Алтын ҡурай" ойошмаһы ағзалары ихлас ҡатнашҡан. Ойошманың "Ынйылар" һәм "Ләйсән" вокаль ансамблдәре, "Етегән" башҡорт бейеүҙәре ансамбле тамашасыларҙы һөйөндөргән. Милли уйындарыбыҙҙы ла фестивалгә килеүсе төрлө кешеләр ҡыҙыҡһынып ҡатнашҡан. Айырыуса "Тирмә" уйынын оҡшатҡандар.

💯 "Милли уйындарҙың ғаилә фестивале - берҙәмлек, татыулыҡ һәм һәр ғаиләнең берлеген сағылдырған байрам. Был халыҡтың киләсәгенә һалған иң һөҙөмтәле инвестиция: уйындар аша беҙ балаларҙа йолаларға ҡарата ихтирам, мөһим тормош тәжрибәһе тәрбиәләйбеҙ һәм Рәсәй халыҡтарының емерелгеһеҙ берҙәмлеген нығытабыҙ",

- тип билдәләгән төбәк бүлексәһе рәйесе Наталья Баскова.

Бына шундай әһәмиәтле сарала башҡорт мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәткән милләттәштәребеҙгә афарин!👏

Видео: "Алтын ҡурай".

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һине күрер өсөн килдем
Ашҡынып яндарыңа.
Кире ҡайтһын тип күңелең
Йәшлегең таңдарына...


Видео: Раушан Сөләймәнов, Илдус Сурин.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
🔥5❤2
📌 Был ҡыҙыҡ:

🔹 1911 йылдың 21 авгусында рәссам Винченцо Перуджиа Луврҙан Леонардо да Винчиҙың "Мона Лиза" картинаһын урлай. Уның юғалғанын бер тәүлектән һуң ғына аңғарып ҡалалар. Картина ике йылдан Флоренцияла табыла. Перуджиа Наполеон I урлаған сәнғәт әҫәрен Италияға ҡайтарып, ғәҙеллек дауларға уйлаған.

🔸 Ә был һүрәттә - үҙебеҙҙең башҡорт "Джоконда"һы - рәссам Ҡасим Дәүләткилдиевтың "Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ" картинаһы.
🔹 Уны рәссам 1928 йылда Уҫманғәле ауылына барғанда төшөргән: 12 йәшлек Мәрйәм Мостафина һикелә ултыра.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
📌Мәскәүҙәр башҡорт китаптарын уҡый

Хәҙер мәскәүҙәргә Башҡортостанда донъя күргән китаптарҙы табыуы еңелерәк: парктарҙа урынлашҡан китапханаларҙа "Китап" нәшриәтендә донъя күргән баҫмалар ҡуйыласаҡ.

🔹 Бының өсөн Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге менән "Мәскәү парктары үҫеше" автономиялы коммерция булмаған ойошма араһында килешеү төҙөлгән.

📍 "Урман китапханаларында" балалар өсөн 15 төрлө китапты табырға була, улар араһында "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы, "Башҡорт әкиәттәре" йыйынтыҡтары бар. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, нәҡ балалар әҙәбиәте менән тәьмин итеүҙе һорағандар.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3👍1
📌"Һөт иле" Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналасаҡ.

🔥 Киләһе аҙнала, 29 августа, Өфөләге "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял итеү паркында халыҡ яратып көтөп алған сараларҙың береһе - "Һөт иле" ғаилә фестивале үтәсәк.

🔹 Быйыл уның төп программаһы Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышлана.

🔹 Фестиваль йола буйынса бер стакан һөт эсеүҙән башланасаҡ, уны төп партнер - "Росмол" КТ ("Беренсе тәм") Стәрлетамаҡ филиалы тәҡдим итәсәк.

🔹 Йылдағыса ойошторолған һөт йәрминкәһе, фермерҙар баҙары, сыр кибете, бал ризыҡтары, Ҡымыҙ ауылы майҙансығы буласаҡ. ЭкоАуылды быйыл "БашИнком"компанияһы һәм баҡсасылыҡ ойошмалары тәьмин итәсәк.

🔹 Балалар һәм өлкәндәр өсөн уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, концерт ойошторола.

📍 Тәүге тапҡыр фестивалдә "Һөт циркы" күрһәтелә - ғаилә труппалары сығыш яһаясаҡ.

Шулай уҡ кескәйҙәр өсөн (1,5 - 4 йәшлектәр) "Быҙауҙар сабышы" ("Телячьи скачки") тигән ҡыҙыҡлы ярыш ойоштороласаҡ - һауа тултырылған һыйырҙар әҙер!

✅ Инеү бушлай.

Туңдырманың да төрлөһө буласағын әйтеп тормайбыҙ, мотлаҡ ялығыҙҙа ғаилә менән "Ҡашҡаҙан"ға сығығыҙ!🍦🍧🍨

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓ Стәрлетамаҡта башҡортса һөйләшеүселәр бармы?
🔥 Һеҙҙең өсөн генә шәп байрам - "Мин башҡортса һөйләшәм!" фестивале ойошторола!

5 сентябрҙә сәғәт 18:00-дә

📍 Стәрлетамаҡ ҡалаһы Салауат Юлаев исемендәге сквер, Комсомол урамы, 80-се йорт.

Ҡаланың 260 йыллығына арналған шәп сарала һеҙ яратҡан йырсылар сығыш яһаясаҡ.

🎫 Инеү бушлай.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3🔥2
📌 Иң көслө ветеран - Өфөнән.

"Урал аръяғы" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә армрестлинг - ҡул көрәше буйынса махсус хәрби операция ветерандары араһында ярыш үтә, тип хәбәр иткәйнек бит әле.

🏆 Ярыш үткән, ин көслөләр билдәләнгән:

🥇 1-се урын - Өфөнән Альберт Мостафин
🥈 2-се урын - Сибайҙан Сергей Ипатов
🥉 3-сө урын - Стәрлетамаҡтан Илнур Ғәйетов.

Ярыш "Көслө кешеләр" МХО ветерандарын спорт реабилитацияһы проекты сиктәрендә Башҡортостандың "Ватанды һаҡлаусылар" фонды, Башҡортостан Башлығы һәм Рәсәй йәштәренең грант фондтары ярҙамында ойошторолған.

Батырҙарҙы ҡотлайбыҙ! 👏

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤14👍5👎3👏2