Башҡорт донъяһы
604 subscribers
5.53K photos
2.19K videos
2 files
1K links
Download Telegram
📌19 август - Бөтә донъя гуманитар ярҙам көнө.

Рәсәй халҡы һәр заманда ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған.
Тарихыбыҙҙың ҡайһы осорон алһаҡ та, башҡаларҙың хәленә инә белеүебеҙ асыҡ күренә.

Үҙебеҙҙекеләргә генә түгел, туғандаш һәм дуҫ башҡа дәүләттәргә лә ярҙам итәбеҙ. Хәтерегеҙҙәлер, тажзәхмәт осоронда Европа илдәренә самолетлап гуманитар ярҙам оҙаттыҡ.

🔹 Бөгөн бөтә илебеҙҙең яңы өлкәләренә ярҙам итәбеҙ. Башҡортостан үҙенә шефлыҡҡа алған Луганск Халыҡ Республикаһын ташламай - Красный Луч ҡалаһына гуманитар ылау ебәрелеп тора, хатта төҙөүселәр төркөмө лә барып ҡайтты.

💯 Ә шулай ҙа бөгөн барыбыҙҙы ла берләштергән изге эш - ул алғы һыҙыҡта Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларға ярҙамдыр.

🔹 Ошо маҡсат йәмғиәтебеҙҙе берләштерҙе. Башҡортостандың төпкөл ауылдарында ла хатта яугирҙарыбыҙға тип маскировкалау селтәрҙәре үрелә, шәмдәр яһала, йөк ойоҡтар бәйләнә, башҡа кәрәк-яраҡ тегелә, төрлө техника өсөн аҡса туплана, милли ризыҡтар бешерелә, хатта мунса ла төҙөлә.


Һәр эште һанап яҙып бөтөрөрлөк түгел, әммә барыһы ла ысын күңелдән атҡарылыуы асыҡ.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
1 🍋 өсөн көрәшкәндәр🔥

Миәкә районы Илсеғол ауылында Ринат Исламов кубогына Республика көрәш турниры өсөнсө тапҡыр ойошторолған.

Быйыл 1 миллион һум өсөн 6 команда көрәшкән: Миәкә, Мәләүез, Әбйәлил, Бөрйән, Шишмә райондарынан һәм күрше Татарстандың Әлмәт ҡалаһынан батырҙар йыйылған.

🏆 Еңеүселәр:

🥇 1-се урын
- Миәкә районы командаһы - 1миллион һум
🥈 2-се урын - Мәләүез районы командаһы - 150 мең һум
🥉 3-сө урын - Әбйәлил районы командаһы - 100 мең һум.

Миәкә районы командаһын көрәш буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдинов әҙерләгән, ти. Ул Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында йәшәй һәм "Батыр" спорт клубында көрәш серҙәре менән бүлешә.

"Ике туғаным, ғорурланам. Яҡташтарым алдында сығыш яһау, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү һәм ошо сарала ҡатнашыу минең өсөн ҡыуаныслы булды",

- тип яҙған билдәле йырсы ZAINETDIN.

Барыһына ла афарин!

Видео: ZAINETDIN.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤4👍1🔥1
❓ Беренсе курсҡа киләһеңме?
🔥 Бағышлау кисәһенә бар!

4 сентябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында Беренсе курс студенты итеп бағышлау сараһы ойошторола.

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, был сара студенттар үҙидаралығы өлкәһендә, ижад, спорт, фән, ирекмәнлек, грант конкурстары, йәштәр ойошмалары, студент отрядтары һәм башҡа йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы өлкәләрҙә төп мөмкинлектәр тураһында хәбәрҙар булырға ярҙам итәсәк.
 
🔹 Төрлө кешеләр менән осрашыуҙар, сағыу байрам ойоштороласаҡ.

🔥 Сарала республика вуздары һәм колледждарына беренсе курсҡа уҡырға килгән йәштәр ҡатнаша ала.

📍 Инеү бушлай, әммә алдан теркәлеү үтергә кәрәк:
clck.ru/3VFmiQ.
Урындар сикләнгән.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
📌 Ағиҙел - йәш ҡала, үҫеше алда

Ағиҙел ҡалаһы АЭС төҙөлөүгә бәйле барлыҡҡа килгән ҡала. Был тормошҡа ашмаған хыял булһа ла, бик ыҡсым һәм сағыу ҡала барлыҡҡа килгән.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Ағиҙелгә эш сәфәре менән барған.

🔹 Тәү сиратта ул урындағы баҙар менән танышҡан - баҡсасылар менән аралашҡан. Үҙ баҡсаһында үҫтергәнде сығарып һатырға теләүселәр өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙың мөһимлеген тағы бер ҡат билдәләгән һәм муниципалитет башлыҡтарын был мәсьәләгә иғтибарлы булырға саҡырған.
Әйткәндәй, Башҡортостанда баҡсасылар өсөн 3,5 мең кешегә тәғәйенләнгән 318 уңайлы урын бар, ти.

🔹 Ағиҙел эшҡыуарҙарына - айырым иғтибар. Сөнки ҡаланы тотоп торған предприятие юҡ, бәләкәй бизнесҡа нигеҙләнеп үҫешә ул. Республика етәксеһе Ағиҙел эшҡыуарҙарына барлыҡ льготалар һаҡланасаҡ, тигән.

🔹 Әле ҡалала "Ғаиләле" милли проекты ярҙамында китапхана һәм тарихи-туған яҡты өйрәнеү музейы төҙөкләндерелә. Балалар баҡсаһында эштәрҙе тамамлау мөһим, "Иҙел" Мәҙәниәт йортона бәйле мәсьәләне хәл итеү - айырыуса. Быйыл уны проектлау эшен тамамлаясаҡтар, киләһе йыл эшкә тотонорға килешкәндәр.

🔹 Ағиҙел ике тапҡыр "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән һәм бының ярҙамында матур парк төҙөлгән, ҡала үҙәге менән Апайыш йылғаһының ярҙары тәртипкә килтерелгән.

🔹 Ағиҙелдәге "Ғаилә" күп функциялы үҙәгендә 11 социаль ярҙам учреждениеһы тупланған.

💯 "Республика өсөн был уникаль проект. Халыҡҡа иң кәрәкле ойошмалар бер урынға тупланған - МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәктәре, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды, МХО ветерандары ассоциацияһы, "Рәсәй эше" кадрҙар үҙәге, "Ғаилә" хеҙмәте һ.б. Улар "берҙәм тәҙрә" режимында эшләй, халыҡты төрлө ведомство ишектәрен ҡағып йөрөүҙән азат итә. Был бик мөһим һәм мин коллегаларҙан нәҡ шуны талап итәм. Йыш ҡына аяуға мохтаж граждандар ярҙам һорап мөрәжәғәт итә һәм беҙ уларҙың мәсьәләләренә бик иғтибарлы булырға тейешбеҙ - ысынлап ярҙам итергә, ә артыҡ бюрократия менән ғазапламаҫҡа",

- тип яҙған Радий Хәбиров.

Бында йәштәргә лә, өлкәндәргә лә берҙәй иғтибар бүленә: "Беренселәр хәрәкәте" бүлексәһе, "Әүҙем оҙон ғүмерлелек" клубы эшләй.

💯 "Яҡшы урын, яҡшы ремонт. Бында эшләгән кешеләр ҙә асыҡ күңелле. Уңыштар теләйем",

- тигән республика етәксеһе.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Шрек башҡортса һөйләшә!

Киң билдәле "Шрек" йәнһүрәте геройҙары ғына түгел, теләһә ниндәй йәнһүрәт персонаждары, төрлө тапшырыуҙар, подкасттар, хатта русса яңылыҡтар сюжеттары ла хәҙер "башҡортса һөйләшә". Үҙ тауышы менән! 🔥

🔹 Был башҡорт IТ-белгесе Айгиз Ҡунафин тырышлығы менән эшләнгән. Ул махсус программа ярҙамында видеояҙмаларҙы шунда уҡ башҡортсаға әйләндерә.

📍 Был EthnoTech ярҙамында эшләнә. Ул тәржемә ителгән тауыш өҙөгөн видеоплеерға ҡуша.


🔹 Махсус мөмкинлекте (расширение) Chrome йәки Firefox өсөн ҡуйып, YouTube, VK Видео, RUTUBE һәм Ororo сығанаҡтарында видеоларҙы туған телдә ҡарарға мөмкин. Уны компьютерҙа һәм андроид-смартфондарҙа браузер аша ҡулланып була.

🔹 Әле был EthnoTech майҙансығында ике тел асыҡ ҡулланыуҙа - башҡорт һәм мари телдәре.

🔹 Кәрәкле видео булмаһа, уны һорап яҙырға йәки тәржемәһен заказға бирергә мөмкин.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
🔥5❤1👍1
Хәйерле көн ☀️

Бынан теүәл 96 йыл элек, 1930 йылдың 20 авгусында Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты мөһим ҡарар ҡабул итә:


Башҡорт АССР-ында кантон-волость административ бүленеше урынына район административ-территориаль бүленешен индерергә. 8 кантон урынына 48 район ойошторола.

Фото: Елена Перминова.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
📌 Бөгөн, 20 августа, журналист, шағир, йыр текстары авторы, 1989—2015 йылдарҙа «Башҡортостан пионеры» һәм хәҙерге «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы, Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА үҙенең күркәм юбилейын билдәләй - 75 йәш.

Ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! ❤️


🔹 Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы 1951 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында тыуған.

🔹 1968 йылда Таймаҫ урта мәктәбен тамамлай.
🔹 1968—1969 йылдарҙа ошо уҡ райондың Шишмә ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй, 1969—1970 йылдарҙа «Ильич юлы» район гәзитендә тәржемәсе була.
🔹 1970—1975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый, бындағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөләнә.
🔹 Бишенсе курста уҡып йөрөгәндә (1974 йыл) «Башҡортостан пионеры» (бөгөн «Йәншишмә») балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә эшкә саҡырыла һәм ғүмер буйы шунда хеҙмәт итте. Ул тәүге тапҡыр ҡәләмен һынап ҡараған балаларҙы ижадҡа ылыҡтырыусы.

🎶 Зөһрә Ҡотлогилдинаның шиғырҙары "йырлап тора" - тиҫтәләгәне көйгә һалынған, халыҡ яратҡан йырҙар.

📍 Һуңғы йылдарҙа ул "Һуғыш балалары" тигән тарихи йыйынтыҡтар туплау менән шөғөлләнә: һуғыш осоро балаларының хәтирәләре, яҙмышы мәңгеләштерелә.

ИСЕМЕҢ КЕМ?

– Исемең кем, егет?
– Меня зовут Альберт.
Папаныҡы – Альфред,
Братишка – Роберт.
А дедушка – Рональд,
Дядю зовут – Маркс.
А племянник – Макс,
Вот такие имена,
Современная семья.

– Исемең кем, һылыу?
– Меня зовут Марина.
Маманыҡы – Карина,
Сестренка – Русалина.
Бабушка – Розалина,
Сестра – Аделина.
Тетяныҡы – Эвелина,
Подружка – Серена –
Вот такая семейка.

– Исемең кем, һылыу?
– Минең исем Айһылыу.
Әсәйҙеке – Таңһылыу.
Өләсәйем – Көнһылыу.
Апайҙыҡы – Сәлимә,
Һеңлемдеке – Йәмилә.
Әхирәтем – Зәлифә.
Бына шундай ғаилә.

– Исемең кем, егет?
– Минең исем Азамат.
Атайҙыҡы – Салауат.
Олатайым – Шайморат.
Дуҫымдыҡы – Ильяс,
Ҡустымдыҡы – Байрас.
Туғанымдың – Ғәлимйән.
Бына шундай ғаиләм.

Исемеңдә – есемең,
Милләтеңдә – һиммәтең.
Башҡортмо һин, урыҫмы –
Һин – халҡыңдың ырыҫы.

Каринамы – Кәримәме,
Маринамы – Мәҙинәме,
Аделина – Ғәҙиләме,
Розалина – Рәзиләме.

Романмы – Рамазанмы,
Асҡармы – Арыҫланмы,
Максиммы – Мәрәһимме,
Альбертмы – Айбулатмы –

Исемең булһын матур,
Бүтән халыҡ шаҡ ҡатыр.
Борондан килгән исем
Шулай тарихта ҡалыр.

Ата-бабанан күсеп,
Балаларыңда йәшәр,
Башҡортлоғоң иң башта
Милли исемең йәмләр.

Ирханчик та Рамазанчик
Булмағыҙ һеҙ, егеттәр.
Айбулатик йә Нурик тип
Әйтмәһен һеҙҙе ситтәр.

Һылыуҡайҙар, исемегеҙ
Бер кемдән боҙҙормағыҙ.
Алтынайка, Зухрушка, тип
Рухығыҙ туҙҙырмағыҙ.

Йырлап торһон исемебеҙ,
Көлөп торһон йөҙөбөҙ.
Әйҙә, беҙгә һоҡланһындар,
Беҙ бит башҡорт үҙебеҙ.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәй - ял осоро тиҙәр, ә ауыл халҡы өсөн иң ҡыҙыу эш мәле ул...

❓ Бесән етәрлек эшләндеме быйыл?

Видео: Нәркәс исемле видеографтан.
❤3
📌 Ҡабартма ҡайыу

Башҡорттарҙа тамбур, йәки ҡабартма ҡайыу, ҡабартмалы сигеү - бик сағыу нағыш төрҙәренең береһе.

🔹 Ул айырыуса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш райондарында, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре башҡорттарында киң таралған.

🔹 Кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәрен сағыу ҡусҡар, үҫемлек, зооморф мотивтар менән биҙәгәндәр.

🔥 Башҡорттарҙың ҡабартмалы сигеүендә скиф боландарының һынланышы бар. Хатта үҫемлек рәүешендә ҡайылған башҡорт орижнаменты нигеҙендә лә зооморф тематика, йәғни хайуандарҙы һынландырыу ятҡан, тип яҙа хеҙмәтендә Айгөл Камалиева.

🔹 Ҡабартма ҡайыу өсөн ерлек ҡара төҫтәге туҡымаларҙан булған.

🔹 Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге, алъяпҡыстары, ир-егеттәрҙең күлдәге, янсығы, билбауы, яҫтыҡ тыштары, урын тартҡыһы, ҡулъяулыҡтар, таҫтамалдар һ.б. оҫта ҡуллы гүзәл заттарҙың ҡулында күҙҙең яуын алырҙай сәнғәт өлгөһөнә әүерелгән.

🔥 Шуныһы ҡыҙыҡ, алъяпҡыслы башҡорт милли кейемдәре комплектында күлдәктәрҙең артҡы итәген генә (алъяпҡыс капламаган өлөшөн) биҙәгәндәр, алғы яҡтан балитәк тә эшләнмәгән.

Фотоларҙа Балаҡатай һәм Мәсетле районы башҡорттарының кейем үрнәктәре.

Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
❤3