Башҡорт донъяһы
667 subscribers
2.97K photos
1.59K videos
1 file
270 links
Download Telegram
📌 Актерҙар йортон нимә көтә?

Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон киләсәктә яңырыу көтә. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров белдергән. Ул республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров менән бергә бинаны ҡарап сыҡҡан.

"Өфөләге Актерҙар йортон ҡала халҡы яҡшы белә - ул баш ҡалабыҙҙың уртаһында урынлашҡан. Эргәлә - театрҙар, университеттар. Студент саҡта беҙ бында йыш йөрөнөк, был урын тураһында хәтирәләр - тик яҡты ғына.
Әммә бина иҫке, уны тәртипкә килтерергә кәрәк.
Ремонт ҡына яһап ҡалмаҫҡа, тип һөйләштек - Актерҙар йортон ысын мәғәнәһендә мәҙәни үҙәккә әйләндерәсәкбеҙ. Алдағы оператив кәңәшмәлә кәрәкле бойороҡтар бирәсәкмен",

- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров.

Шулай уҡ республика етәксеһе Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәрен юғары баһалаған, тамашасыларҙың талапсанлығын билдәләгән һәм был мөһим проект мотлаҡ бойомға ашырына ышаныс белдергән. 👍
6🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Туңдығыҙмы? Башығыҙға кейегеҙ!☝️
Ә бына был башҡорт аты башына нимә кейгән, беләһегеҙме?


Видео: muradym_horse
8🔥2😁1
Ҡышҡы селлә ❄️
Һыуыҡ бабай бик һирәк тәҙрәләргә биҙәк төшөрә хәҙер.

Фото: Елена Перминова.
71
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥"Порт-Артур" - башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.

🔹Был йырҙы 1904-1905 йылдарҙа рус-япон һуғышында Порт-Артур ҡәлғәһен һаҡлауҙа ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары ижад иткән.

🔹Порт-Артур — Ҡытайҙың Ляодун ярымутрауының иң көньяҡ нөктәһендә урынлашҡан ҡала. Уның үҙ исеме — Люйшюнь.

🔹Йырҙың ике вариантын да тәүге тапҡыр 1938 йылда Ғата Сөләймәнов Баймаҡ районы 2-се Төрөкмән ауылында йәшәгән Ғиниәт Утарбаевтан яҙып алған.

Видео: Хәйҙәр Хәмиҙуллин.
9🔥6👍3👏1
📌 "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәре Әбйәлил районының Ишбулды ауылында концерт ойошторған һәм хоккей уйнаған.

Ишбулды ауылының тағы бер исеме бар - "Ахай". Шуға ла ауылдың хоккей командаһы тап ошо атаманы йөрөтә икән. Радио хеҙмәткәрҙәре менән сәмле ярыш ауылдың Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған 9 яугиры иҫтәлегенә арналған.

Дуҫлыҡ еңгән - 5:5.
5👍3