This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Был тау башынан ниҙәр күренә икән?
Тормошта сираттағы бейеклекте яуларға ҡыймай торғанда, үҙегеҙгә ошо һорауҙы төбәгеҙ.
📍 Белорет районы, Еләкташ тауы.
Видео: Ирина Ибраһимова.
Тормошта сираттағы бейеклекте яуларға ҡыймай торғанда, үҙегеҙгә ошо һорауҙы төбәгеҙ.
Хозур күренеш асылыр - уңыш көтөр.
📍 Белорет районы, Еләкташ тауы.
Видео: Ирина Ибраһимова.
❤9🔥5
📌 Башҡортостанда "Профессионалдар" һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы башлана.
Ярыштар 2 февралдән 13-нә тиклем үтә. Унда төп йәш категорияһында 152 компетенция буйынса һәм "Үҫмерҙәр" категорияһында 42 компетенция буйынса оҫталыҡтарын һынайҙар.
📍 Урта һөнәри белем биреү учреждениеларынан 750 студент һәм мәктәптәрҙән 210 уҡыусы ҡатнашыуы көтөлә.
Төбәк этабында партнёр булараҡ сығыш яһаған предприятиелар юғары һөҙөмтә күрһәткән ҡатнашыусыларға шунда уҡ эшкә урынлашырға һәм үҙҙәре теләгән йүнәлештә стажировка үтергә тәҡдим итә ала. Быйыл бындай партнерҙарҙың береһе - "Башнефть".

"Көс берҙәмлектә: Киләсәк профессионалдары" темаһына арналған "Профессионалдар" чемпионатының төбәк этабы "Профессионалитет" федераль проектын бойомға ашырыуҙың һәм кадрҙар әҙерләүҙең мөһим ысулы булып тора. Ярыш урта һөнәри белем биреү системаһы менән эш биреүселәр араһында бәйләнеш булдырырға һәм сәнәғәттә, социаль өлкәлә кәрәкле белгестәргә практик белем бирергә булышлыҡ итә,- ти чемпионат тураһында БР мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.
Төбәк этабында партнёр булараҡ сығыш яһаған предприятиелар юғары һөҙөмтә күрһәткән ҡатнашыусыларға шунда уҡ эшкә урынлашырға һәм үҙҙәре теләгән йүнәлештә стажировка үтергә тәҡдим итә ала. Быйыл бындай партнерҙарҙың береһе - "Башнефть".
❤8👍2🤣1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ял көнөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрергә теләүселәр иғтибарына: боҙ булып туңған шарлауыҡты барып күрегеҙ 🧊
📍Архангел районы, Абҙан ауылы, Инйәр йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
Координаттары: 54.466040, 56.643428
Видео: Аня.
Абҙан шарлауығына тиклем Өфөнән 1 сәғәтлек юл - 89 км.
📍Архангел районы, Абҙан ауылы, Инйәр йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
Координаттары: 54.466040, 56.643428
Видео: Аня.
❤11👍4
Ялығыҙ файҙалы үтһен!💟
📍 Һүрәттә Дим һаҡалы - БР Милли музейында һаҡлана. Дим буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡалы шау тәңкәнән һәм ҡиммәтле биҙәүестәрҙән торған.
Колхозлашыу осоронда бик күбеһе ошо биҙәүестәрен тапшырып, хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырған - трактор алғандар, йә башҡа дөйөм нужаға тотонолған. Шунлыҡтан был төбәктә милли биҙәүестәр һирәк һаҡланып ҡалған.
Һүрәт: Гөлсөм Хөсәйенова.
❤10🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📚"Урал батыр" башҡорт халыҡ әкиәте матур китап булып баҫылып сыҡҡан.
Баҫманы "Китап" магазинында алырға мөмкин.
Баҫманы "Китап" магазинында алырға мөмкин.
❤10👍2🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Үкенерлек булмаһын ❤️
Ял көндәрегеҙҙе яҡындарығыҙ менән үткәрегеҙ, алыҫта икән - шылтыратып хәлен белегеҙ.
Видео: Гөлиә Дауытова.
Ял көндәрегеҙҙе яҡындарығыҙ менән үткәрегеҙ, алыҫта икән - шылтыратып хәлен белегеҙ.
Кешегә күңел йылыһын өләшеү өсөн бер һүҙ етә 😉
Видео: Гөлиә Дауытова.
❤7👍3
📌 Актерҙар йортон нимә көтә?
Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортон киләсәктә яңырыу көтә. Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров белдергән. Ул республиканың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров менән бергә бинаны ҡарап сыҡҡан.
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров.
Шулай уҡ республика етәксеһе Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәрен юғары баһалаған, тамашасыларҙың талапсанлығын билдәләгән һәм был мөһим проект мотлаҡ бойомға ашырына ышаныс белдергән. 👍

"Өфөләге Актерҙар йортон ҡала халҡы яҡшы белә - ул баш ҡалабыҙҙың уртаһында урынлашҡан. Эргәлә - театрҙар, университеттар. Студент саҡта беҙ бында йыш йөрөнөк, был урын тураһында хәтирәләр - тик яҡты ғына.
Әммә бина иҫке, уны тәртипкә килтерергә кәрәк.
Ремонт ҡына яһап ҡалмаҫҡа, тип һөйләштек - Актерҙар йортон ысын мәғәнәһендә мәҙәни үҙәккә әйләндерәсәкбеҙ. Алдағы оператив кәңәшмәлә кәрәкле бойороҡтар бирәсәкмен",
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров.
Шулай уҡ республика етәксеһе Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәрен юғары баһалаған, тамашасыларҙың талапсанлығын билдәләгән һәм был мөһим проект мотлаҡ бойомға ашырына ышаныс белдергән. 👍
❤5🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Туңдығыҙмы? Башығыҙға кейегеҙ!☝️
Видео: muradym_horse
❓ Ә бына был башҡорт аты башына нимә кейгән, беләһегеҙме?
Видео: muradym_horse
❤4🔥1😁1