Башҡорт донъяһы
667 subscribers
2.96K photos
1.59K videos
1 file
270 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә! ☀️
Ауылдағы ошо һиллек үҙе бер дауа.


Видео: интернеттан.
14🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тотоп ҡарамайса ышанмайһығыҙмы?
БР Милли музейына барығыҙ!

Бында музей ҡомартҡыларының тактиль копиялары, йәғни тотоп ҡарап булһын өсөн күсермәләре эшләнгән. Уларҙы насар күргән кешеләр, һуҡырҙар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн грант аҡсаһына булдырғандар.

🔥Хәҙер ҡайһы бер ҡомартҡыларҙы тотоп ҡарарға була, шулай уҡ һәр береһенең аудио тасуирламаһын тыңларға мөмкин.


📍 Башҡортостан Республикаһы Милли музейының был проекты сиктәрендә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың ҡылысын, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге палеолит осоро кешеләренең һүрәттәрен һәм башҡаны ҡул менән тотоп, һыйпап ҡарай алаһығыҙ.
6👍3💯2🤝1
📌"Башҡортостан геройҙары" программаһының 3-сө модуле башлана.

24 февралдә Махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары өсөн кадрҙар программаһының сираттағы этабы старт ала. Уны "Геройҙар ваҡыты" федераль программаһын дауам итеп бойомға ашыралар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡортостан геройҙары" программаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 2000-дән ашыу ғариза килде, финалға 70 ҡатнашыусы үтте.

"Башҡортостан геройҙары" тәүҙә муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте буйынса лекциялар тыңланы, төрлө етәкселәр менән осрашты, тәғәйенләнгән остаздар менән власть органдарында ғәмәли эш тәжрибәһе тупланы.

💯Программаның өсөнсө өлөшө төбәк һәм муниципаль идараға арналасаҡ.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы Рәсәйҙең алдынғы 6 уҡыу йорто исемлегендә!

Колледж "Профессионалитет" проектын бойомға ашырыу буйынса ил кимәлендә юғары баһаға өлгәшкән. Был турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров яҙған һәм колледж уҡытыусыларын, студенттарҙы ҡотлаған.

Башҡортостанда һөнәри белем биреү системаһы бик үҫешкән - 92 уҡыу йортто бар. Уларҙың күбеһен яңыртыу талап ителә.

"Колледждарҙы ремонтлауға йыл һайын төбәк бюджетынан аҡса бүлергә килештек. Әле 29-ын тәртипкә килтерҙек, шул иҫәптән 15-ен - 2025 йылда. Уларҙа бөтәһе 30 меңдән ашыу студент белем ала.

Был мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә федераль коллегалар ҙа ярҙам итә. "Йәштәр һәм балалар" милли проектының "Профессионалитет" проекты ярҙамында былтыр Башҡортостандың 5 колледжына капиталь ремонт яһалды. Быйыл тағы 8 һөнәри белем биреү учреждениеһында эш башларға ниәтләйбеҙ.

Президенттың мәктәптәрҙе яңыртыу программаһы буйынса быйыл 6 бина төҙөкләндерелеп бөтә, 2 колледж "Агропрофи" гранты сиктәрендә субсидия ала",

- тип яҙған Радий Фәрит улы.

Мәктәпте тамамлағандан һуң һөнәри белем алырға теләүселәр һаны Башҡортостанда юғары - 60 проценттан ашыу. Йәштәрҙе уңайлы шарттарҙа заманса уҡытыу өсөн был эштәр мөһим.
4👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көнөгөҙ нисек үтә, төркөмдәштәр?

Гәпләшеп алайыҡ әле 😉

Видео: Алтынай Ҡасимова.
6🔥4
🔥Өфөлә "Толоп фестивале" үтә! Беренсе тапҡыр!

31 ғинуарҙа баш ҡаланың "Нефтехимиктар" паркына башҡорт халҡының ҡышҡы уйындарында ҡатнашырға килегеҙ!

Ҡасан: 31 ғинуар, сәғәт 11:00
📍Ҡайҙа: Өфө ҡалаһы, "Нефтихимиктар" паркы.
💰Инеү: бушлай.
6🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был тау башынан ниҙәр күренә икән?
Тормошта сираттағы бейеклекте яуларға ҡыймай торғанда, үҙегеҙгә ошо һорауҙы төбәгеҙ.
Хозур күренеш асылыр - уңыш көтөр.


📍 Белорет районы, Еләкташ тауы.

Видео: Ирина Ибраһимова.
6🔥4
📌Бөгөн Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройға арналған саралар үтә.

Сара түңәрәк өҫтәл эшенән башлана, артабан Тәтешле район китапханаһы күргәҙмәһе һәм уңғандары йәрминкә ойошторасаҡ. Матур концерт көтөлә.

Инеү: ирекле һәм бушлай.
6👍2
📌 Башҡортостанда "Профессионалдар" һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы башлана.

Ярыштар 2 февралдән 13-нә тиклем үтә. Унда төп йәш категорияһында 152 компетенция буйынса һәм "Үҫмерҙәр" категорияһында 42 компетенция буйынса оҫталыҡтарын һынайҙар.

📍 Урта һөнәри белем биреү учреждениеларынан 750 студент һәм мәктәптәрҙән 210 уҡыусы ҡатнашыуы көтөлә.

"Көс берҙәмлектә: Киләсәк профессионалдары" темаһына арналған "Профессионалдар" чемпионатының төбәк этабы "Профессионалитет" федераль проектын бойомға ашырыуҙың һәм кадрҙар әҙерләүҙең мөһим ысулы булып тора. Ярыш урта һөнәри белем биреү системаһы менән эш биреүселәр араһында бәйләнеш булдырырға һәм сәнәғәттә, социаль өлкәлә кәрәкле белгестәргә практик белем бирергә булышлыҡ итә,
- ти чемпионат тураһында БР мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.

Төбәк этабында партнёр булараҡ сығыш яһаған предприятиелар юғары һөҙөмтә күрһәткән ҡатнашыусыларға шунда уҡ эшкә урынлашырға һәм үҙҙәре теләгән йүнәлештә стажировка үтергә тәҡдим итә ала. Быйыл бындай партнерҙарҙың береһе - "Башнефть".
5👍1🤣1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ял көнөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрергә теләүселәр иғтибарына: боҙ булып туңған шарлауыҡты барып күрегеҙ 🧊

Абҙан шарлауығына тиклем Өфөнән 1 сәғәтлек юл - 89 км.


📍Архангел районы, Абҙан ауылы, Инйәр йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
Координаттары: 54.466040, 56.643428

Видео: Аня.
5👍3
📌 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы аттары

Был фотола Башҡортостандың төрлө райондарынан ебәрелгән аттарҙы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡабул итеү барышы төшөрөлгән.

Үҙенсәлекле фото Башҡортостан Милли архивында һаҡлана.
7🔥3
Ялығыҙ файҙалы үтһен!💟


📍 Һүрәттә Дим һаҡалы - БР Милли музейында һаҡлана. Дим буйы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һаҡалы шау тәңкәнән һәм ҡиммәтле биҙәүестәрҙән торған.

Колхозлашыу осоронда бик күбеһе ошо биҙәүестәрен тапшырып, хужалыҡтарҙы аяҡҡа баҫтырған - трактор алғандар, йә башҡа дөйөм нужаға тотонолған. Шунлыҡтан был төбәктә милли биҙәүестәр һирәк һаҡланып ҡалған.

Һүрәт: Гөлсөм Хөсәйенова.
1