#башҡорт_аҡылы
💯Бына шулай, һәр заманда ла уйын-кәйеф ҡороуға артыҡ ваҡыт бүлеү хупланмаған.
Ә бит ашыҡ уйнап, туп тибеп йөрөү әлеге күҙлектән бик насар ҙа түгел һымаҡ - бала исмаһам саф һауала, физик әүҙемлек тә бар...

❤7👍3🔥2
Forwarded from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
БАШҠОРТСА УЛАЙ БУЛМАЙ
Кемдер "Төркиҙәр әлифбаһы", кемдер "Төрки әлифба" тип тәржемә иткән. Ысынында Иҫке төрки алфавиты хаҡында һүҙ бара.
Башҡортостанда шундай үҙенсәлекле ҡулланма йыйынтыҡ донъя күрҙе. Элгәре иҫке төрки теле БДУның башҡорт филологияһы факультетында маҡсатлы өйрәтелә ине, һуңғараҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтында ла дәрестәр алып барылды. Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов вафатынан һуң, был йүнәлештә эшләүсе, ғөмүмән, булдымы икән? Белеүебеҙсә, юҡ.
Ә бит иҫке төрки графикаһында бик күп ҡулъяҙмалар уҡырға, иң кәмендә ғаилә тарихын, өсмөйөшлө һалдат хаттарын өйрәнергә мөмкин.
Ваҡытында ошо баҫманы әҙерләп нәшер итеү башланғысын, әле Хөкүмәттә эшләгән сағында, Азат Бадранов тәҡдим итә. Уны тормошҡа ашырыусылар Искәндәр Сәйетбатталов, Ислам Байғужин, Илшат Миңлебаев, Йософ Күрәев. Тағы ла Шамил Вәлиев ҡатнашҡан.
Икеһе лә уңдан һулға яҙылһа ла, иҫке төрки телен ғәрәп теле менән бутарға ярамай.
Ғәрәп алфавитында 28 хәреф, иҫке төрки графикаһында 35 билдә.
Ғәрәп телендә һүҙҙә һәр хәреф мотлаҡ ҡушылып яҙыла, иҫке төрки телендә хәрефтәр айырым языла.
Бөгөн "Китап" нәшриәте магазинында яңы йыйынтыҡтың исем туйы үткән. Китап 700 тираж менән донъя күргән тип хәбәр ителә. Республикала иҫке төрки теле менән ҡыҙыҡһынған шунсама кеше, моғайын, юҡтыр. Әммә был йыйынтыҡ маркетплейстар аша таралып бөтөр, тип күҙалларға мөмкин. Сөнки ваҡытында иҫке төрки телен ҡулланыу географияһы киң була.
Ә беҙҙеңсә йыйынтыҡ авторҙарына шул уҡ "Китап" магазинында иҫке төрки телен өйрәнеү буйынса асыҡ дәрестәр ҙә ойоштороу мөһим. Нисек уйлайһығыҙ?
Башҡортса улай булмай тигәндән, Яңы йылдың тәүге эш көнөндә Өфө районында өр-яңы, заманса мәктәп асылды. Шмидт һәм уға яҡын-тирәләге ауылдар халҡы өсөн ҙур бүләк булды ул. Әйтер һүҙебеҙ шул - Шмидтово башҡортса Шмидтов түгел, Шмидт ҡына була. Ә мәктәп алтаҡтаһына нисек яҙылды икән?

❤8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мөмкинлектәр табыла, теләк кенә кәрәк 💟
Хәйерле иртә теләп, кисә Өфө ҡалаһы уртаһында саңғыла йөрөгән кешенән үрнәк алырға кәңәш итәбеҙ: һылтау эҙләмәгеҙ, тотоғоҙ за эшләгеҙ.

❤9👍2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БӨГӨНГӨНӨ ҮТКӘНДӘРГӘ БӘЙЛӘП
❓ Боронғо яҙмаларҙы, ата-бабаларыбыҙ тураһындағы архивтарҙа һаҡланған мәғлүмәттәрҙе, үткән быуат башына тиклем ҡулланылған хәрефтәрҙе танырға теләйһегеҙме?
✅ Улайһа, һеҙҙең өсөн яҡшы яңылыҡ - Башҡортостанда иҫке төрки теле буйынса матур яҙыу дәфтәре донъя күрҙе.
Кисә 700 дана баҫылған "Алифба тюрки" матур яҙыу дәфтәре авторҙары менән "Китап" нәшриәте магазинында йәнле осрашыу үтте. Йыйынтыҡ - дөйөм коллектив хеҙмәте, ә уны әҙерләү идеяһын Хөкүмәттә эшләгән сағында Азат Бадранов күтәреп сыҡҡан.

Иҫке төрки теле әлифбаһын өйрәнеү, матур яҙырға күнегеүҙәр тамырҙары менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә айырыуса файҙалы булмаҡсы.Сөнки йыйынтыҡ нәҡ архив материалдарына, боронғо метрикаларға нигеҙләнеп төҙөлгән, бер нисә яҙыу стилен үҙ эсенә ала.
❤6👍5👌1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥11 йәшлек ҡыҙ атын еккегә өйрәтә.
Атты еккегә өйрәтеүселәр араһында конкурс бара икән "Ирәндек" мәрхәмәтлек фондының рәсми төркөмөндә. Шунда Йылайыр районы Һултантимер ауылынан Зөләйха Йомабаева ла ҡатнаша.
Ҡыҙ быға тиклем "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале бәйгеһендә призлы урын да алған икән. Бәләкәйҙән һыбай йөрөй, ти.
Үәт, һоҡландырҙы, афарин! 👏

❤15🔥13👍4
ИЛӘК
Бар ғүмерем иләк кеүек-
Иләйем дә иләйем:
Кәрәкте кәрәкмәгәндән
Айырырға теләйем.
Меңәр тонна руда йыуған
Алтын эҙләүсе кеүек,
Иләйем төрлө хистәрҙе
Иләккә өйөп-өйөп.
Мөхәббәтте, татыулыҡты,
Тоғролоҡ, сабырлыҡты,
Иләп алдым ябайлыҡты,
Тағы ла матурлыҡты…
Ҡылған ҡылығынан сығып
Иләйем кешеләрҙе,
Янда ҡалдырам яҡынды,
Үҙебеҙ ишеләрҙе.
Үҙемә кәрәктәрҙе мин
Үҙем һайлап алғанмын,
Кемдәрҙеңдер иләгенән
Үҙем төшөп ҡалғанмын.
Тормош – үҙе оло иләк,
Иләй арымай-талмай,
Йәшәргә тырышҡан булам
Иләктән төшөп ҡалмай.
Иҫәптән төшөп ҡалмай…
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
03.05.2014.
📍Һеҙ шиғырҙарын яратып уҡыған Фирүзә Абдуллинаның 25 февралдә ижад кисәһе була. Сара Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтә.

❤11👍7🔥1👌1
#башҡорт_аҡылы
⚡Был мәҡәлдә телгә алынған хәл хәҙерге заманда береһен дә аптыратмай кеүек. Һәр хәлдә, еренә еткереп эшләнмәгән әйберҙәр ҙә күп, кешене эшкә ҡушһаң да, артынан үҙең күҙәтеп, ярҙам итеп йөрөмәйсә булмай.
Был һүҙҙәрҙе ишетеп, ер тишегенә инеп китерҙәй булғандар һирәк һымаҡ...

❤7👍6🤔3
Forwarded from Ханзаман 🖋
🔥Дуҫлыҡ уты тураһында. 1789 йылдың сентябрендә сираттағы рус-швед һуғышы осоронда Финляндияла Рәсәй флоты адмиралы Нассау-Зигендың адъютанты һәләк була. Де Вараж фамилиялы был адъютант, адмиралы кеүек үк, революциянан һуң рустар яғына күскән француз дворяндарынан була.
Артҡа сигенгән шведтарҙы баҫтырғанда француз кешеһе вафат булып ҡалыуы тураһында хатта ул саҡта Финляндияла беҙҙең ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы булған граф Валентин Платонович Мусин-Пушкин менән Екатерина II хатлаша. Эш шунда, “француз диңгеҙ офицеры кавалер Девараж” (батшабикә хаттарында уны шулай тип атай) фин ярҙарында үлтерелә... башҡорттар тарафынан.
Ул һуғышта уҡ-һаҙаҡтар менән ҡоралланған башҡорт иррегуляр кавалерияһының бер нисә полкы ҡатнаша, ә “Мальта рыцаре” Д’Вараж рус галера флотилияһы десанты составында финдарҙың хәҙерге Котка ҡалаһы тирәһендә була. Десант беҙҙең ҡоро ер ғәскәрҙәре менән берлектә эш итә һәм ярайһы ғына уңыштар ҡаҙана. Әммә сигенеп барған дошманды ҡыуған саҡта нәҡ шул француз-башҡорт “дуҫлыҡ уты” асыла.
Екатерина II генерал Мусин-Пушкинға ҡуша: “тейешенсә был ваҡиғаны тикшерергә һәм ҡарарға, башҡорттарҙың ҡомһоҙлоғо һәм башбаштаҡлығы быға сәбәп булмағанмы”.
Капитан Сергей Тучков, буласаҡ генерал һәм беренсе рус хәрби энциклопедияһы авторы, ә ул саҡта батальон командиры һәм Котка эргәһендәге десантта ҡатнашыусы был ваҡиғаларҙы шулай тасуирлай:
Был осраҡты тикшереү тамамланғас, батшабикәнең стас-секретары Александр Храповицкий (“литва” дворяндары тоҡомонан һәм бер үк ваҡытта Петр I законһыҙ ейәне) үҙенең көндәлегендә бик әсе генә итеп яҙып ҡалдыра:
P.S. Әйткәндәй, ул саҡта башҡорттар шведтарҙы таң ҡалдыра. Солохтан һуң швед короле Густав III был Азия һыбайлыларын күрергә теләй. Һәм башҡорт старшинаһы Күсәрбай Аҡсулпанов швед батшаһына уҡ атыу һәм джигитовка оҫталыҡтарын күрһәтә – мәҫәлән, йомортҡа сойорғотоп, йәйәһен алып, һауала саҡта уҡ тейҙереп өлгөрә ала. Күсәрбайҙың улы Наполеон һуғыштарында һәм Парижды алғанда ҡатнаша....
Алексей Волынец.

Был ваҡытта принц Ниссау үҙенең иң яҡшы ярҙамсыһын, Мальта кавалеры Варажды юғалтты: ул был төшкәндә хәбәрһеҙ юғалды. Уны эҙләргә ебәрелгән отрядтар уңышҡа өлгәшә алмай ҡайтты: ниһайәт, был тәжрибәле һәм батыр диңгеҙсе һәләк булған ҡайғылы осраҡ асыҡланды. Ярға төшкәс, ул ғәскәр артынан йәйәү бара алмай, сөнки был тиклем алыҫ ара үтергә күнекмәгән, һәм шуға үҙенә ат эҙләп бер чухна ауылына инә. Русса ла, чухна телен дә белмәй һәм яланда утлап йөрөгән крәҫтиән аттарын күреп, береһен тота, атты эйәрләмәй менеп ултыра, ә дилбегә урынына үҙенең кеҫә ҡулъяулығын ҡуллана.
Әммә ат артынан баҫыу буйлап йөрөгәндә аҙаша, шулай урман буйлап барғанда беҙҙең ҡоро ер армияһынан ебәрелгән башҡорттарға тап була. Был ярым ҡырағай яугирҙар уның сит ил ордендарын күреп, яҡыныраҡ киләләр һәм һорауҙарына французса яуап биргәс, дошман офицеры икән тип уйлайҙар һәм пленға алырға теләйҙәр, ә ул ҡылысын сығара, һаҡлана башлай, шул рәүешле башҡорттар тарафынан үлтерелә лә. Улар үҙҙәре уның орден билдәләрен Нассауға килтереп был турала һөйләй һәм юғары швед чиновнигын үлтергән өсөн награда һорай...
Был осраҡты тикшереү тамамланғас, батшабикәнең стас-секретары Александр Храповицкий (“литва” дворяндары тоҡомонан һәм бер үк ваҡытта Петр I законһыҙ ейәне) үҙенең көндәлегендә бик әсе генә итеп яҙып ҡалдыра:
“Веражды беҙҙең башҡорттар үлтергән; үҙе ғәйепле: күҙҙәре аҡайып, күк сюртукта чухна атында сапҡан һәм русса бер һүҙ ҙә белмәгән...”
P.S. Әйткәндәй, ул саҡта башҡорттар шведтарҙы таң ҡалдыра. Солохтан һуң швед короле Густав III был Азия һыбайлыларын күрергә теләй. Һәм башҡорт старшинаһы Күсәрбай Аҡсулпанов швед батшаһына уҡ атыу һәм джигитовка оҫталыҡтарын күрһәтә – мәҫәлән, йомортҡа сойорғотоп, йәйәһен алып, һауала саҡта уҡ тейҙереп өлгөрә ала. Күсәрбайҙың улы Наполеон һуғыштарында һәм Парижды алғанда ҡатнаша....
Алексей Волынец.
❤10👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә! ☀️
Видео: интернеттан.
Ауылдағы ошо һиллек үҙе бер дауа.
Видео: интернеттан.
❤13🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Тотоп ҡарамайса ышанмайһығыҙмы?
✅ БР Милли музейына барығыҙ!
Бында музей ҡомартҡыларының тактиль копиялары, йәғни тотоп ҡарап булһын өсөн күсермәләре эшләнгән. Уларҙы насар күргән кешеләр, һуҡырҙар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн грант аҡсаһына булдырғандар.
📍 Башҡортостан Республикаһы Милли музейының был проекты сиктәрендә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың ҡылысын, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге палеолит осоро кешеләренең һүрәттәрен һәм башҡаны ҡул менән тотоп, һыйпап ҡарай алаһығыҙ.

🔥Хәҙер ҡайһы бер ҡомартҡыларҙы тотоп ҡарарға була, шулай уҡ һәр береһенең аудио тасуирламаһын тыңларға мөмкин.
📍 Башҡортостан Республикаһы Милли музейының был проекты сиктәрендә башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың ҡылысын, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге палеолит осоро кешеләренең һүрәттәрен һәм башҡаны ҡул менән тотоп, һыйпап ҡарай алаһығыҙ.
❤6👍3💯2🤝1
📌"Башҡортостан геройҙары" программаһының 3-сө модуле башлана.
24 февралдә Махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары өсөн кадрҙар программаһының сираттағы этабы старт ала. Уны "Геройҙар ваҡыты" федераль программаһын дауам итеп бойомға ашыралар.
"Башҡортостан геройҙары" тәүҙә муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте буйынса лекциялар тыңланы, төрлө етәкселәр менән осрашты, тәғәйенләнгән остаздар менән власть органдарында ғәмәли эш тәжрибәһе тупланы.
💯Программаның өсөнсө өлөшө төбәк һәм муниципаль идараға арналасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡортостан геройҙары" программаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 2000-дән ашыу ғариза килде, финалға 70 ҡатнашыусы үтте.
"Башҡортостан геройҙары" тәүҙә муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте буйынса лекциялар тыңланы, төрлө етәкселәр менән осрашты, тәғәйенләнгән остаздар менән власть органдарында ғәмәли эш тәжрибәһе тупланы.
💯Программаның өсөнсө өлөшө төбәк һәм муниципаль идараға арналасаҡ.
👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы Рәсәйҙең алдынғы 6 уҡыу йорто исемлегендә!
Колледж "Профессионалитет" проектын бойомға ашырыу буйынса ил кимәлендә юғары баһаға өлгәшкән. Был турала социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров яҙған һәм колледж уҡытыусыларын, студенттарҙы ҡотлаған.
Башҡортостанда һөнәри белем биреү системаһы бик үҫешкән - 92 уҡыу йортто бар. Уларҙың күбеһен яңыртыу талап ителә.
- тип яҙған Радий Фәрит улы.
✅ Мәктәпте тамамлағандан һуң һөнәри белем алырға теләүселәр һаны Башҡортостанда юғары - 60 проценттан ашыу. Йәштәрҙе уңайлы шарттарҙа заманса уҡытыу өсөн был эштәр мөһим.

"Колледждарҙы ремонтлауға йыл һайын төбәк бюджетынан аҡса бүлергә килештек. Әле 29-ын тәртипкә килтерҙек, шул иҫәптән 15-ен - 2025 йылда. Уларҙа бөтәһе 30 меңдән ашыу студент белем ала.
Был мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә федераль коллегалар ҙа ярҙам итә. "Йәштәр һәм балалар" милли проектының "Профессионалитет" проекты ярҙамында былтыр Башҡортостандың 5 колледжына капиталь ремонт яһалды. Быйыл тағы 8 һөнәри белем биреү учреждениеһында эш башларға ниәтләйбеҙ.
Президенттың мәктәптәрҙе яңыртыу программаһы буйынса быйыл 6 бина төҙөкләндерелеп бөтә, 2 колледж "Агропрофи" гранты сиктәрендә субсидия ала",
- тип яҙған Радий Фәрит улы.
✅ Мәктәпте тамамлағандан һуң һөнәри белем алырға теләүселәр һаны Башҡортостанда юғары - 60 проценттан ашыу. Йәштәрҙе уңайлы шарттарҙа заманса уҡытыу өсөн был эштәр мөһим.
❤4👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көнөгөҙ нисек үтә, төркөмдәштәр?
Гәпләшеп алайыҡ әле 😉
Видео: Алтынай Ҡасимова.
❤6🔥4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Был тау башынан ниҙәр күренә икән?
Тормошта сираттағы бейеклекте яуларға ҡыймай торғанда, үҙегеҙгә ошо һорауҙы төбәгеҙ.
📍 Белорет районы, Еләкташ тауы.
Видео: Ирина Ибраһимова.

Хозур күренеш асылыр - уңыш көтөр.
📍 Белорет районы, Еләкташ тауы.
Видео: Ирина Ибраһимова.
❤6🔥4
📌 Башҡортостанда "Профессионалдар" һөнәри оҫталыҡ буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы башлана.
Ярыштар 2 февралдән 13-нә тиклем үтә. Унда төп йәш категорияһында 152 компетенция буйынса һәм "Үҫмерҙәр" категорияһында 42 компетенция буйынса оҫталыҡтарын һынайҙар.
📍 Урта һөнәри белем биреү учреждениеларынан 750 студент һәм мәктәптәрҙән 210 уҡыусы ҡатнашыуы көтөлә.
Төбәк этабында партнёр булараҡ сығыш яһаған предприятиелар юғары һөҙөмтә күрһәткән ҡатнашыусыларға шунда уҡ эшкә урынлашырға һәм үҙҙәре теләгән йүнәлештә стажировка үтергә тәҡдим итә ала. Быйыл бындай партнерҙарҙың береһе - "Башнефть".

"Көс берҙәмлектә: Киләсәк профессионалдары" темаһына арналған "Профессионалдар" чемпионатының төбәк этабы "Профессионалитет" федераль проектын бойомға ашырыуҙың һәм кадрҙар әҙерләүҙең мөһим ысулы булып тора. Ярыш урта һөнәри белем биреү системаһы менән эш биреүселәр араһында бәйләнеш булдырырға һәм сәнәғәттә, социаль өлкәлә кәрәкле белгестәргә практик белем бирергә булышлыҡ итә,- ти чемпионат тураһында БР мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин.
Төбәк этабында партнёр булараҡ сығыш яһаған предприятиелар юғары һөҙөмтә күрһәткән ҡатнашыусыларға шунда уҡ эшкә урынлашырға һәм үҙҙәре теләгән йүнәлештә стажировка үтергә тәҡдим итә ала. Быйыл бындай партнерҙарҙың береһе - "Башнефть".
❤5👍1🤣1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ял көнөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрергә теләүселәр иғтибарына: боҙ булып туңған шарлауыҡты барып күрегеҙ 🧊
📍Архангел районы, Абҙан ауылы, Инйәр йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
Координаттары: 54.466040, 56.643428
Видео: Аня.
Абҙан шарлауығына тиклем Өфөнән 1 сәғәтлек юл - 89 км.

❤5👍2