Башҡорт донъяһы
668 subscribers
2.95K photos
1.59K videos
1 file
270 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙ күргән, һоҡланған бөтә нәмәләрегеҙҙе нимәгә алмаштырыр инегеҙ?

Видео: "Беләҙек" сәхифәһенән.
16🌚1
📌 Бөтә Рәсәй буйынса - беренсе

🔥Өфөнән Тимур Ишмуллин «Dance Premium» Бөтә Рәсәй бейеү сәнғәте конкурс-премияһында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
Конкурс Ҡаҙан ҡалаһында үткән.

🔹 Әйткәндәй, егет "Байыҡ - 2025" конкурсының 3 йәштән 15-кәсә тиклемге бейеүселәр араһында еңеүсеһе лә.

"Конкурста Тимур "Генерал Иғзаҡов" башҡорт бейеүен оҫта башҡарған. Тимур ҙы лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ",

- тип яҙған "Байыҡ" конкурсының рәсми төркөмө.

Афарин, ғорурланабыҙ! 👏
👏125🎉1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан 🩵🤍💚

Видео:
Илдар.
18
Хәйерле иртә!

Шунан, ҡыш һулышын тойҙоғоҙмо? 🌬️❄️

Фото: Елена Перминова.
8😁2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисә Белорет районының Манышты ауылында башҡорт һунарсыһы Биғарслан Солтанов исемендәге Милли һәм этник спорт төрҙәре күпбәйгеһе - Башҡорт биатлоны буйынса 4-се республика турниры үтте.
Унда Башҡортостандың 25 районынан һәм ҡалаһынан 121 спортсы ҡатнашҡан.

Тулыраҡ - БСТ каналының сюжетында.
8🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әйт, ауылым!


Видео: Илназ Вәлиев.
12🔥6
Хәйерле иртә! ☀️
Иҫнәгән кешегә ҡарап, һеҙҙең дә ҡапыл иҫнәге килгәне бармы һәм бының сәбәбен беләһегеҙме?

💯 Был күренеште ҡайһы бер ғалимдар, көҙгө нейрондарына бәйләп аңлата.
Мейенең был күҙәнәктәре кеше башҡаларҙың хәрәкәттәрен күҙәткәндә әүҙемләшә һәм автомат рәүештә уны ҡабатлай.

Кеше иҫнәгәнде күрһә, мейеһе быны үҙе менән булған хәл итеп "тойоп", ирекһеҙҙән иҫнәтә.

🔥Был ҡыҙыҡ:
🔹Юғары эмпатиялы, йәғни башҡаларҙың хәленә инә белеүселәр, йышыраҡ ҡушылып иҫнәй икән.

🔹4 йәштән бәләкәй балаларға һәм аутистик спекрҙағы ауырыу кешеләргә иҫнәү һирәгерәк "йоға".

🔹Ҡайһы бер ғалимдар иҫнәүҙең "йоғошло" булыуын кешенең социаль тәбиғәтенә бәйләп аңлата, был верьпль булмаған коммуникация - һүҙһеҙ аралашыу, тип иҫәпләйҙәр.

🔹Эволюция күҙлегенән ҡушылып иҫнәү - синхронизация ысулы, берәү ял иткәндә башҡаларға ла мөмкин.

Фото: "Беҙҙең Асҡар" ТГ-каналынан.
7👌3
🤨Бесәйгә ҡарап, иҫнәнегеҙме?
Anonymous Poll
58%
Эйе, йыш шулайтам😮
42%
Юҡ, йоҡом туйған 😉
😁5
ТАУҘАР, ТАУҘАР!
Ҡайһы тау бейек? - тип,
Мин Уралға тағы ла ҡараным.
Тик тапманым шул тауҙарҙа тыуған
Шатлыҡтан да бейек ҡаяны.


🔥Был юлдарҙың авторы - башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм, ул 1911 йылдың 18 ғинуарында хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районының Оло Тәгеш ауылында тыуған.

28 генә йәшендә ҡаты сирләп вафат булған шағирҙың тыуыуына быйыл 115 йыл.


Уның һәр шиғыры йырлап торған кеүек, оҙон поэмалары ла еңел генә хәтерҙә ҡала, күп шиғри юлдары халыҡҡа таралған. 🫶

Ә һеҙ уның әҫәрҙәрен беләһегеҙме?

Фото: Илнур Байегетов.
8👍5👌2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һай, азамат арыҫлан да
Яуҙа дошман айҡаған.
Йөҙҙәрендә даны балҡый,
Күп ерҙәрҙе байҡаған.

Һай, һай, һай, һай,
Түрҙән урын алығыҙ,
Һары балды һалығыҙ,
Арыҫландай батырҙарҙың
Арҡаһынан ҡағығыҙ.

Видео: Хәйҙәр Хәмиҙуллин.
13👍4👌3
❇️КЕЙЕМ БИҘӘГЕНДӘ АТТАР
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һарауыс һәм таҫтарында төрлө хайуан һындарын да сиккәндәр.

Этнограф Елена Нечвалода төрлө халыҡтарҙың биҙәктәре менән сағыштырып, башҡорттарҙың сигелгән әйберҙәрендәге ат һәм болан һындары Үрге Волга карелдары, мари һәм урыҫтарҙыҡына стиле буйынса яҡын, тип яҙа.


🔹Карел һәм урыҫ аттарының, башҡорттарҙыҡы кеүек үк, аяҡтары ҡап-ҡаршы яҡҡа бөгөлөп тора, ҡалын һәм дуғаланып киткән муйынлы, өстән үткән ҡыя һыҙыҡ башын аңлата.

🔹Башҡортостан Милли музейында һаҡланған һарауыстағы болан һүрәте тулыһынса Үрге Волга карелдары орнаментына тап килә.
Быны һарауыстарға хас булмаған төҫтәргә (боландар һары төҫтә һәм асыҡ һоро ерлектә ағастар) сигелеүгә ҡарап та билдәләргә мөмкин, сатрашлап сигелгән.

🔹Ә бына мари һәм башҡорт аттарын ҡойроҡтары берләштерә - өстән аҫҡа тура төшкән һыҙыҡ рәүешендә сигелгән.

📍 Һүрәттә: башҡорттарҙың болан һәм ат һынландырған сигеү өлгөләре.
6👍3🔥2🥰1
📌 Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында "Шыршы-2025" операцияһына йомғаҡ яһалды.

2025 йылдың 24 ноябренән 2026 йылдың 8 ғинуарына тиклем ведомство ылыҫлы ағастарҙы әҙерләү һәм һатыуҙы ҡаты контролдә тотҡан. Был "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты ҡуйған мәсьәләләрҙе үтәүгә ҙур булышлыҡ итә.

Ошо маҡсаттан 1533 рейд яһалған. Дәүләт урман инспекторҙарынан тыш, урман һағына Гостехнадзор, казак йәмәғәтселектәре, йәмәғәт инспекторҙары баҫҡан.

📍 60 стационар пост, 156 мобиль төркөм эшләгән.

Был миҙгелдә законһыҙ ҡырҡылған ылыҫлы ағастар һаны яҡынса ете тапҡырға тиклем кәмерәк - үткән йылға ҡарағанда 149 төпкә әҙ. Йәш үҫентеләрҙе рөхсәтһеҙ кискән 12 осраҡ теркәлгән (был 26 төп ағас). Урман фондына бөтәһе 86,5 мең һум зыян килтерелгән,

- тип хәбәр итә БР урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов.

💯Бынан тыш, инспекторҙар башҡа төр ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтарын да асыҡлаған һәм 14-е буйынса закон боҙоусылар административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, ҡалған 13-ө енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн Эске эштәр министрлығы органдарына йүнәлтелгән.
🎄6👍3🔥1
Ат эсерәм йылыуҙан,
Күҙ алмайым һылыуҙан,
Һыҙғырып та ебәрәм,
Әллә йөрәк ярһыуҙан.

Их, һыуға барыуҙарың,
Һыу һирпеп алыуҙарың,
Тик һүндермәй һыуҙарың
Йөрәгем ярһыуҙарын.

Һыҙылып таңдар атҡанда,
Һыуҙар алып ҡайтҡанда,
Түгелмәне һыуҙарың —
Түгелде күҙ нурҙарың,
Түгелде күңелемә
Һыу ташымай, ут ташыйһың –
Әллә еңелме миңә?

Ал таңдың атыуҙары,
Аҡ томан ятыуҙары,
Ат эсереп, һыу күтәреп,
Аһ, бергә ҡайтыуҙары!..

Рәми ҒАРИПОВ.

Фото:
Елена Перминова.
10
F_r_z_Urmanshin_-_At_eser_m_jylyu_an_R._aripov_(Zvyki.com)
<unknown>
Йырын да тыңлағыҙ. Фәрүәз Урманшин башҡара.
8
📌 Башҡортостан Милли китапханаһы "Традицияларҙың йәнле ебе" Бөтә Рәсәй видео-флешмобы иғлан итте. Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған һәм 27 февралгә тиклем дауам итә.

Флешмоб илебеҙҙә йәшәгән төрлө милләт кешеләрен берләштереү һәм уларҙың бай мәҙәни мираҫын күрһәтеү өсөн ойошторола.

📍 Унда ҡатнашыу өсөн:

🔹 Милли йола тураһында, яратҡан әкиәттән йә риүәйәттән өҙөк уҡып, халыҡ бейеүе, милләттәшең яҙған китап тураһында һөйләп ҡыҫҡа видео төшөрөргә (60 секундҡа тиклем);

🔹Видео башында мотлаҡ ҡайһы төбәктән булыуыңды әйтергә;

🔹Видеороликты социаль селтәрҙәрҙә #ГодЕдинстваНародовРоссии, #ЖиваяНитьТрадиций, #нацбиблрб и милли китапхана хештегтары менән урынлаштырырға;

🔹Башҡортостан Республикаһы Милли китапханаһының "Бәйләнештә"ге төркөмөнә яҙылырға һәм яҙмала уны билдәләргә кәрәк;

🔹Ошо һылтанма буйынса мәғлүмәт тултырырға.

Бөтә шарттарҙы үтәүселәргә электрон сертификаттар бирелә, иң шәп видеолар интерактив "Мәҙәни мәғәнәләр картаһы"на индереләсәк.


💯Ҡатнашығыҙ, үҙебеҙҙең башҡорт халҡы тураһында һөйләгеҙ, күрһәтегеҙ!
5🤝2👍1
📌 Башҡортостан уҡсылары Рәсәй Кубогында еңгән.

Владимир өлкәһендә ачери-биатлон - саңғыла йөрөү һәм уҡ атыуҙы берләштергән ҡышҡы спорт төрө - буйынса ил Кубогының II этабы тамамланған. 

Унда Башҡортостан спортсылары еңеүҙәр яулаған:
🥇🥇🥈Анастасия Сафонова
🥈🥉🥉Нәргизә Маннанова
🥈🥉Владислав Әнүәров
🥈Алиса Миңлеғолова
🥉Юлиә Ямалетдинова
🔥83👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан. Ҡышҡы ауыл. ☃️

Видео: Салауат Юнысов.
15🥰2💘2
📌 Донъяға билдәле башҡорт опера йырсыһы "Тауыш" шоуының яңы остазы.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, "Грэмми" премияһы лауреаты Илдар Абдразаҡов Беренсе каналда күрһәтелгән шоуҙа остаз буласаҡ.

Тапшырыуҙың был миҙгелендә шулай уҡ Анна Асти, Пелагея һәм Владимир Пресняков үҙенә "уҡыусылар" һайлай.
👍6🔥42