📌Популяр йәш йырсылар - Фогель, BABY Ti, DJ VITA SAMURAЙ һәм башҡалар #ДОМА фестивалендә сығыш яһаясаҡ.
Сара Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттарын (шул иҫәптән үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттарынан да) туплаясаҡ.
📍 Студенттар фестивале Өфөлә 30 ғинуарҙа үтә.
Алдан теркәлеү кәрәк.

Ҡатнашыу бушлай.
Алдан теркәлеү кәрәк.
❤7🔥2
🩵ТАУҘАР🩵
Аяғүрә баҫып ҡалған
Тулҡын мәллә был тауҙар?
Күҙ йәшенән күл йыйылыр
Упҡын мәллә был тауҙар?
Күкрәк киреп, ҡолас йәйеп
Бейей мәллә был тауҙар?
Моң эсендә иҙерәп китеп
Ойой мәллә был тауҙар?
Сер йәшергән йәш ҡатындай
Ғиффәтлеме был тауҙар?
Боролошло берләм юлдай
Ғибрәтлеме был тауҙар?
Аллаһтың көс-ҡөҙрәтенә
Бағынамы был тауҙар?
Күкте Ергә ҡаҙаҡлаған
Бағанамы был тауҙар?
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.
📍 Башҡортостан, Белорет районы
Фото: Әлиә Дашкина.
Аяғүрә баҫып ҡалған
Тулҡын мәллә был тауҙар?
Күҙ йәшенән күл йыйылыр
Упҡын мәллә был тауҙар?
Күкрәк киреп, ҡолас йәйеп
Бейей мәллә был тауҙар?
Моң эсендә иҙерәп китеп
Ойой мәллә был тауҙар?
Сер йәшергән йәш ҡатындай
Ғиффәтлеме был тауҙар?
Боролошло берләм юлдай
Ғибрәтлеме был тауҙар?
Аллаһтың көс-ҡөҙрәтенә
Бағынамы был тауҙар?
Күкте Ергә ҡаҙаҡлаған
Бағанамы был тауҙар?
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.
📍 Башҡортостан, Белорет районы
Фото: Әлиә Дашкина.
❤9👍4💯2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөнөң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы башланған.
"Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2026" ҡала конкурсында бөтәһе 72 педагог ҡатнаша.
Тулыраҡ - БСТ каналының "Яңылыҡтар" сығарылышында.

❤9👍2💯2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Иртәгә🔥
Башҡортостандың иң хозур тәбиғәтле райондарының береһе - Белоретта "Башҡорт биатлоны" тигән ярыш үтә.
Милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса республика турниры Бигарслан Солтанов исемен йөрөтә. Ул - 30 йәшендә 20-гә яҡын айыу алған данлыҡлы башҡорт һунарсыһы.
Саф һауала күңелле һәм сәмле ярыштар, эҫе сәй, еңеүселәрҙе - матур бүләктәр көтә.
✅Башлана: 10:00 теркәлеү, 11:00 старт.
Видео: былтырғы ярыштан күренештәр - БСТ каналы төшөргәндән.

Көндәр һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, барығыҙ, ҡатнашығыҙ, дуҫтар. 6+📍 Белорет районы, Манышты ауылы.
✅Башлана: 10:00 теркәлеү, 11:00 старт.
Видео: былтырғы ярыштан күренештәр - БСТ каналы төшөргәндән.
👍7❤4🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Изге йома мөбәрәк булһын!🌙
Видео: интернеттан.
❤12👍4🔥3😇1
💯Бик кинәйәле был башҡорт халыҡ мәҡәленә Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡованың яҙмаларындағы аңлатмаһы:
- тип яҙған әҙибә.
⚡Был һәр кем ҡолағына киртеп ҡуя торған аҡыл, беҙҙеңсә. Ир-егеттәргә генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Ғаилә ҡорғанһығыҙ икән, бер-берегеҙҙең абруйын төшөрмәй йәшәргә кәрәклеккә ишаралай.
"Майыңды ҡыштан сығарма, ҡатыныңды бәҫтән сығарма.
Ҡатын иренә буйһонорға тейешле тип һаналһа ла, кәмһенеп йәшәүе лә ғәйепләнгән, сөнки Ата-инә берҙәм булһа ғына балалары күндәм була, йәғни, кәмһетелеп йәшәгән ҡатын балаларына кәрәгенсә тәрбиә бирә алмай.
Нәфис затҡа үҙ намыҫын яҡлау хоҡуғы бирелгәнлеген Алтын ирең атыңа (йәғни, исемеңә, намыҫыңа) тейһә, алтынын ал да утҡа яҡ тигән мәҡәл иҫбатлай",
- тип яҙған әҙибә.
⚡Был һәр кем ҡолағына киртеп ҡуя торған аҡыл, беҙҙеңсә. Ир-егеттәргә генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Ғаилә ҡорғанһығыҙ икән, бер-берегеҙҙең абруйын төшөрмәй йәшәргә кәрәклеккә ишаралай.
👍6❤3🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Быуындар бәйләнешен тойҙоғоҙмо?
Был видео авторы - Гөлназ Ғәлимуллина.
💯Яһалма интеллект ярҙамында эшләгән был видео бер яҡтан ябай, икенсе яҡтан тотош бер тарих һөйләгәндәй тойолдо.
❓Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Был видео авторы - Гөлназ Ғәлимуллина.
"Илһам сығанаҡтарым һәр ваҡыт шундай тәрән, изге һәм туған башҡорт мәҙәниәтенә бәйле. Был юлы коллегам һәм рәссам Арыҫлан Бикбайҙың күп төрлө ижадынан Шүлгәнташҡа арналғаны айырыуса күңелгә ятты. Арыҫландың "Бикбайман" тигән үҙ бренды бар, сувенирҙар аша башҡорт мәҙәниәтен таныта",- тип яҙған автор.
💯Яһалма интеллект ярҙамында эшләгән был видео бер яҡтан ябай, икенсе яҡтан тотош бер тарих һөйләгәндәй тойолдо.
❓Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
❤9🔥5👍2
Йома. Тимәк, 1-се эш аҙнаһы тамам. Ә һеҙ - кәрәкле вариант һайла☝️
Anonymous Poll
65%
Эштән ҡайтып, һуҙылып яттым, яяял🤩
10%
Икенсе "смена" эшләйем - өйҙә🫡
16%
Тәмләп ашап ултырам😋
10%
Иртәгә эшкә әле 🤪
❤3
🎉АРТИСТ КӨНӨ МЕНӘН 🎉
Был иҫтәлекле дата СССР-ҙың беренсе халыҡ артисы Константин Станиславскийҙың тыуған көнөнә тура килә.
Шуның айҡанлы республиканың мәҙәни учреждениеларында төрлө саралар ойоштороласаҡ.
🔥Төп бер нисәүһенә туҡталып китәйек:
📍Рус дәүләт академия драма театрында "Беҙҙең заман геройы" спектакленең премьераһы була - ҡуйыусы режиссеры Алексей Доронин, төп ролдә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вячеслав Виноградов.
📍 М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзына 150 йыл тулыуға арналған "Театр. Булмыш" федераль марафонын башлап ебәрә.
🔹 Тәүге сара - Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Эльвира Юнысованың эксклюзив экскурсия. Театр менән ҡыҙыҡһынған һәр кем уны эстән күрә аласаҡ.
📍 Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры социаль селтәрҙәрҙә "Төп ролдәрҙә" тигән яҙмалар теҙмәһен сығарҙы, бөгөн Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин менән әңгәмә тәҡдим итә.
Байрам "Бер ҡар бөртөгө тарихы" спектакле менән дауам итә.
📍 Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе Башҡортостандың халыҡ артисы Миңниса Бакирова ҡатнашыуында "Ҡараш" видеопроектын онлайн ҡарарға тәҡдим итә.
📍 А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрында ике коллектив осраша: театр артистары һәм Сибай концерт-театр берләшмәһенең "Сулпан" балалар театры артистары. Фәһемле әңгәмә көтөлә.
📍 Салауат башҡорт дәүләт театрында эшләгән матур пар - Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар алтын туйҙарын билдәләй. Ошо айҡанлы телеэфир күрһәтелә. "Бәйләнештә" селтәрендә артистар менән интервью, ҡыҫҡа әңгәмәләр ҡуйыла.
Бөгөн, 17 ғинуар, Рәсәйҙә беренсе тапҡыр артистар үҙенең һөнәри байрамын билдәләй.

❤6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Ә һеҙ күргән, һоҡланған бөтә нәмәләрегеҙҙе нимәгә алмаштырыр инегеҙ?
Видео: "Беләҙек" сәхифәһенән.
Видео: "Беләҙек" сәхифәһенән.
❤16🌚1
📌 Бөтә Рәсәй буйынса - беренсе
🔥Өфөнән Тимур Ишмуллин «Dance Premium» Бөтә Рәсәй бейеү сәнғәте конкурс-премияһында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
Конкурс Ҡаҙан ҡалаһында үткән.
🔹 Әйткәндәй, егет "Байыҡ - 2025" конкурсының 3 йәштән 15-кәсә тиклемге бейеүселәр араһында еңеүсеһе лә.
Афарин, ғорурланабыҙ! 👏

"Конкурста Тимур "Генерал Иғзаҡов" башҡорт бейеүен оҫта башҡарған. Тимур ҙы лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади үрҙәр теләйбеҙ",- тип яҙған "Байыҡ" конкурсының рәсми төркөмө.
Афарин, ғорурланабыҙ! 👏
👏12❤5🎉1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисә Белорет районының Манышты ауылында башҡорт һунарсыһы Биғарслан Солтанов исемендәге Милли һәм этник спорт төрҙәре күпбәйгеһе - Башҡорт биатлоны буйынса 4-се республика турниры үтте.
Унда Башҡортостандың 25 районынан һәм ҡалаһынан 121 спортсы ҡатнашҡан.Тулыраҡ - БСТ каналының сюжетында.
❤8🔥3
Хәйерле иртә! ☀️
Мейенең был күҙәнәктәре кеше башҡаларҙың хәрәкәттәрен күҙәткәндә әүҙемләшә һәм автомат рәүештә уны ҡабатлай.
✅ Кеше иҫнәгәнде күрһә, мейеһе быны үҙе менән булған хәл итеп "тойоп", ирекһеҙҙән иҫнәтә.
🔥Был ҡыҙыҡ:
🔹Юғары эмпатиялы, йәғни башҡаларҙың хәленә инә белеүселәр, йышыраҡ ҡушылып иҫнәй икән.
🔹4 йәштән бәләкәй балаларға һәм аутистик спекрҙағы ауырыу кешеләргә иҫнәү һирәгерәк "йоға".
🔹Ҡайһы бер ғалимдар иҫнәүҙең "йоғошло" булыуын кешенең социаль тәбиғәтенә бәйләп аңлата, был верьпль булмаған коммуникация - һүҙһеҙ аралашыу, тип иҫәпләйҙәр.
🔹Эволюция күҙлегенән ҡушылып иҫнәү - синхронизация ысулы, берәү ял иткәндә башҡаларға ла мөмкин.
Фото: "Беҙҙең Асҡар" ТГ-каналынан.
❓Иҫнәгән кешегә ҡарап, һеҙҙең дә ҡапыл иҫнәге килгәне бармы һәм бының сәбәбен беләһегеҙме?💯 Был күренеште ҡайһы бер ғалимдар, көҙгө нейрондарына бәйләп аңлата.
Мейенең был күҙәнәктәре кеше башҡаларҙың хәрәкәттәрен күҙәткәндә әүҙемләшә һәм автомат рәүештә уны ҡабатлай.
✅ Кеше иҫнәгәнде күрһә, мейеһе быны үҙе менән булған хәл итеп "тойоп", ирекһеҙҙән иҫнәтә.
🔥Был ҡыҙыҡ:
🔹Юғары эмпатиялы, йәғни башҡаларҙың хәленә инә белеүселәр, йышыраҡ ҡушылып иҫнәй икән.
🔹4 йәштән бәләкәй балаларға һәм аутистик спекрҙағы ауырыу кешеләргә иҫнәү һирәгерәк "йоға".
🔹Ҡайһы бер ғалимдар иҫнәүҙең "йоғошло" булыуын кешенең социаль тәбиғәтенә бәйләп аңлата, был верьпль булмаған коммуникация - һүҙһеҙ аралашыу, тип иҫәпләйҙәр.
🔹Эволюция күҙлегенән ҡушылып иҫнәү - синхронизация ысулы, берәү ял иткәндә башҡаларға ла мөмкин.
Фото: "Беҙҙең Асҡар" ТГ-каналынан.
❤7👌3
😁5
ТАУҘАР, ТАУҘАР!
Ҡайһы тау бейек? - тип,
Мин Уралға тағы ла ҡараным.
Тик тапманым шул тауҙарҙа тыуған
Шатлыҡтан да бейек ҡаяны.
🔥Был юлдарҙың авторы - башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм, ул 1911 йылдың 18 ғинуарында хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районының Оло Тәгеш ауылында тыуған.
Уның һәр шиғыры йырлап торған кеүек, оҙон поэмалары ла еңел генә хәтерҙә ҡала, күп шиғри юлдары халыҡҡа таралған. 🫶
❓Ә һеҙ уның әҫәрҙәрен беләһегеҙме?
Фото: Илнур Байегетов.

28 генә йәшендә ҡаты сирләп вафат булған шағирҙың тыуыуына быйыл 115 йыл.
Уның һәр шиғыры йырлап торған кеүек, оҙон поэмалары ла еңел генә хәтерҙә ҡала, күп шиғри юлдары халыҡҡа таралған. 🫶
❓Ә һеҙ уның әҫәрҙәрен беләһегеҙме?
Фото: Илнур Байегетов.
❤8👍5👌2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һай, азамат арыҫлан да
Яуҙа дошман айҡаған.
Йөҙҙәрендә даны балҡый,
Күп ерҙәрҙе байҡаған.
Һай, һай, һай, һай,
Түрҙән урын алығыҙ,
Һары балды һалығыҙ,
Арыҫландай батырҙарҙың
Арҡаһынан ҡағығыҙ.
Видео: Хәйҙәр Хәмиҙуллин.
Яуҙа дошман айҡаған.
Йөҙҙәрендә даны балҡый,
Күп ерҙәрҙе байҡаған.
Һай, һай, һай, һай,
Түрҙән урын алығыҙ,
Һары балды һалығыҙ,
Арыҫландай батырҙарҙың
Арҡаһынан ҡағығыҙ.
Видео: Хәйҙәр Хәмиҙуллин.
❤13👍4👌3
❇️КЕЙЕМ БИҘӘГЕНДӘ АТТАР
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының һарауыс һәм таҫтарында төрлө хайуан һындарын да сиккәндәр.
🔹Карел һәм урыҫ аттарының, башҡорттарҙыҡы кеүек үк, аяҡтары ҡап-ҡаршы яҡҡа бөгөлөп тора, ҡалын һәм дуғаланып киткән муйынлы, өстән үткән ҡыя һыҙыҡ башын аңлата.
🔹Башҡортостан Милли музейында һаҡланған һарауыстағы болан һүрәте тулыһынса Үрге Волга карелдары орнаментына тап килә.
Быны һарауыстарға хас булмаған төҫтәргә (боландар һары төҫтә һәм асыҡ һоро ерлектә ағастар) сигелеүгә ҡарап та билдәләргә мөмкин, сатрашлап сигелгән.
🔹Ә бына мари һәм башҡорт аттарын ҡойроҡтары берләштерә - өстән аҫҡа тура төшкән һыҙыҡ рәүешендә сигелгән.
📍 Һүрәттә: башҡорттарҙың болан һәм ат һынландырған сигеү өлгөләре.

Этнограф Елена Нечвалода төрлө халыҡтарҙың биҙәктәре менән сағыштырып, башҡорттарҙың сигелгән әйберҙәрендәге ат һәм болан һындары Үрге Волга карелдары, мари һәм урыҫтарҙыҡына стиле буйынса яҡын, тип яҙа.

❤6👍2🔥2🥰1