Башҡорт донъяһы
667 subscribers
2.95K photos
1.58K videos
1 file
270 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ата-бабаларыбыҙҙың аҡылы 🌸
Видео: Сулпан Юлай.
7👍2
📌Бөгөн, 14 ғинуарҙа, Өфө ҡалаһындағы йорттарҙың береһенә Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды.

Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы - филология фәндәре докторы, телсе-ғалим, 1се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Аҡмулла университетының почетлы профессоры.

📍 Ә иң мөһиме, башҡорт телен уҡытыуға һәм үҫтереүгә, фән кимәлендә өйрәнеүгә тос өлөш индереүселәрҙең береһе.

"Башҡорт телен республика мәктәптәрендә үҫтереү, уны Башҡортостандың дәүләт теле булараҡ өйрәтеү менән янып йәшәне Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы. Ул рус телле халыҡҡа башҡорт телен өйрәтеү өсөн әсбаптар, ҡулланмалар һәм методологик тәҡдимдәр әҙерләүсе тәүге автор-методелогтарҙың береһе булды. Яңыраҡ Аҡмулла университетында уның исемен йөрөткән аудитория астыҡ",

- тине М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.

Таҡтаташ асыу башланғысын педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан мәғарифы ветерандары советы рәйесе, республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәниә Ҡазыханова күтәреп сыҡҡан.

Тантанала Фирҙәүес Хисамитдинованың улы Тимур Мөхтәров барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
7👍2
ҠУРСАҒЫМА ИСЕМ ҠУШАМ

Эй, һөйкөмлө, йәтеш кенә
Ҡурсаҡ бүләк иттеләр.
Иң һәйбәт исемде ҡуш тип,
Теләктәрен әйттеләр.
Ҡурсағыма исем кәрәк,
Иң матурын эҙләйем.
Тик үҙемдең исемдән дә
Яҡшырағын белмәйем.
Минең исем иң һәйбәте,
Ҡолаҡҡа ятып тора.
Хужаһы ла исемеләй
Һылыу тип әйтеп тора.
Ни эшләргә, аптырайым,
Матур исем буш түгел.
Ҡурсаҡта ла юҡ-бар исем
Булырға тейеш түгел.
Беләһегеҙ, мин йомарт ҡыҙ,
Бүлешәм исем менән.
Бүлешәмен ҡурсағымды
Яратҡан өсөн генә.
Ҡурсағым да минең һымаҡ
Сәлимә булһын, ярай.
Ҡарағыҙсы, ҡурсағыма,
Нисек ҡыуанып ҡарай.

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

📍Был мөләйем ҡурсаҡтың авторы Гөлсөм Хөсәйенова һәм яһалма интеллект.


Хәйерле иртә☀️
❤‍🔥9👍5
📌 Бөгөн башҡорт тел белгесе, 1983-1987 йылдарҙа Йемен Республикаһының дипломат-тәржемәсеһе, РФА ӨФҮ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты, Ҡөрьәнде башҡорт телендә нәшер итергә әҙерләүсе ижади төркөмдөң дөйөм һәм ғилми етәксеһе, Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты Фәнил БАЙЫШЕВТЫҢ тыуыуына - 70 йыл.

🔹Фәнил Нафиҡ улы 1956 йылда Балаҡатай районы Монас ауылында тыуған. Ул белем алған Айҙаҡай ауылы мәктәбе ғорурлыҡ менән шәхестең исемен йөрөтә. Мәктәпте Өфөләге хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында тамамлай, әрме хеҙмәтен үткәс, Ленинград дәүләт университетының көнсығыш телдәре факультетында белем ала.

🔹Башҡорт егетен Көньяҡ Йемендағы совет илселегенә ғәрәп һәм инглиз телдәренән тәржемәсе итеп ебәрәләр. Әммә биш йылдан бында ҡанлы һуғыш ҡубып киткәс, Фәнил Байышев ғаиләһе менән Башҡортостанға ҡайта. Уны шунда уҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә алалар, башҡорт мәғрифәтсеһе, шәрҡиәтсе һәм дин әһеле Ризаитдин Фәхретдиновтың ижадын өйрәнеүҙе йөкмәтәләр. Өс йылдан диссертацияһы әҙер була...

🔹Педагог Дан Кинельский Ҡөрьәнде башҡорт теленә тәржемә иткәндән һуң, тәржемәне мөхәррирләү һәм төҙәтеү өсөн эш төркөмө төҙөлә, етәксеһе итеп Фәнил Байышев тәғәйенләнә.

🔸Йәш ғалим инглиз, рус, ғәрәп, башҡорт телдәрен һәм ивритте камил белә.

🔹Ҡапыл балҡып атылған йондоҙ кеүек ул - 36 ғына йәшендә ысын донъяға күсә.

🔹Фәнил Байышев мөхәррирләүҙә ҡатнашҡан Ҡөрьән-Кәрим 1993 йылда 50 мең дана булып баҫылып сыға һәм шунда уҡ һирәк китаптар исемлегенә инә. Ошо хеҙмәте өсөн ғалимға үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы бирелә.
👍9🕊51
Иҫке төрки яҙмаһын танырға теләйһеңме?
"Китап" магазинына кил!

20 ғинуар сәғәт көндөҙгө 3-тә Өфөләге "Китап" магазинында иҫке төрки алфавитын үҙ алдыңа өйрәнеү әсбабы күрһәтеләсәк. Уның ярҙамында башҡорттарҙың бер быуат элек яҙған, уҡыған хәрефтәрен танып буласаҡ.🔥

Китапта иҫке төрки яҙмаһында ҡулланылған хәрефтәр хәҙерге башҡорт теле һәм ғәрәп-фарсы алфавиттары менән сағыштырыла, шулай уҡ ике төрлө яҙыу стилдәре килтерелә. ХХ быуат башына ҡараған ҡулъяҙмалар шул стилдә яҙылған.

"Күптәрҙең йортонда, миндә кеүек үк, ҡарт өләсәһе-олатаһынан ҡалған ғәрәпсә яҙылған хаттар, фронттан килгән фотолар, көндәлектәр, китаптар һәм документтар һаҡлана.
Ғәрәпсә булған һәр яҙманы дини китап тип уйларға күнеккәнбеҙ, әммә тикшереп ҡараһаң, күп кенә яҙмалар ата-бабаларыбыҙҙың тормошо, һөйөүе һәм үлеме шаһиттары булып сыға.
Ошо яҙыу өлгөһө ярҙамында беҙҙең ҙур һәм татыу ғаилә тарихын өйрәнеүгә үҙаллы аҙым яһарға мөмкин - шәхси архивтарҙы тәфсирләп тә, бай Милли архивыбыҙҙа тамырҙарыбыҙҙы эҙләп тә. Иң мөһиме, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Шәйехзада Бабич, Ризаитдин Фәхретдин һәм 1930 йылға тиклем Башҡортостандың башҡа төрки халыҡтары телдәрендә ижад иткәндәрҙең әҫәрҙәрен төп нөсхәлә уҡыу мөмкинлеге асыла - улыр барыһы ла иҫке төрки телендә яҙған",

- ти әсбап авторҙарының береһе Шамил Вәлиев.

Был баҫманы әҙерләү башланғысы менән Азат Бадранов сыҡҡан, ә уны төҙөүҙә Искәндәр Сәйетбатталов, Ислам Байғужин, Илшат Миңлебаев, Йософ Күрәев ҡатнашҡан.

📍 Был әсбап - боронғо төрки графикаһын өйрәнеүгә тәүге аҙым. Унда килтерелгән миҫалдар хәҙерге Башҡортостанға хас күренештәрҙән алынған, башҡорт телендә тәржемәһе бирелгән.
11🔥5👎21👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башкорттар донъяны ошолай күрә икән 😁
Йәштәр шаяртырға бер нәмә табып ҡына тора инде, төшкө аштарығыҙ тәмле булһын!

Видео: burek.rb
9🔥4😁1🤪1
🔺ИЛҺӨЙӘР - ниндәй биҙәк?

Башҡорт ир-егеттәре билдәренә ҡушаҡ бәйләгән.

Ул ғәҙәттә ҡыҙыл төҫтәге туҡыманан булған һәм остары нағышланған.

🔹Билбау нағыштары арҡырыға теҙелгән, биш рәт булған. Урталағы рәттә нағыш башҡаларына ҡарағанда ҙурыраҡ итеп сигелгән.

Бына ошо нағыш рәттәрен нәҙек кенә ҡайма, йәки ҡырлау ҙа тиҙәр, айырып торған.

🔸Илһөйәр - баҫҡыс рәүешендәге зигзаг формаһында сигелгән ҡырлау шулай аталған.

Был орнамент шулай уҡ алъяпкыс һәм күлдәктәрҙәге биҙәктәрҙе лә айырымлау өсөн ҡулланылған.

Фото: башҡорт ир-егеттәре билбауындағы нағыш өлгөһө.
10🔥4👍1
📌Популяр йәш йырсылар - Фогель, BABY Ti, DJ VITA SAMURAЙ һәм башҡалар #ДОМА фестивалендә сығыш яһаясаҡ.

Сара Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында белем алған Башҡортостан студенттарын (шул иҫәптән үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттарынан да) туплаясаҡ.

📍 Студенттар фестивале Өфөлә 30 ғинуарҙа үтә.
Ҡатнашыу бушлай.

Алдан теркәлеү кәрәк.
7🔥2
🩵ТАУҘАР🩵
Аяғүрә баҫып ҡалған
Тулҡын мәллә был тауҙар?
Күҙ йәшенән күл йыйылыр
Упҡын мәллә был тауҙар?
Күкрәк киреп, ҡолас йәйеп
Бейей мәллә был тауҙар?
Моң эсендә иҙерәп китеп
Ойой мәллә был тауҙар?
Сер йәшергән йәш ҡатындай
Ғиффәтлеме был тауҙар?
Боролошло берләм юлдай
Ғибрәтлеме был тауҙар?
Аллаһтың көс-ҡөҙрәтенә
Бағынамы был тауҙар?
Күкте Ергә ҡаҙаҡлаған
Бағанамы был тауҙар?

Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.

📍 Башҡортостан, Белорет районы
Фото: Әлиә Дашкина.
9👍4💯2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөнөң башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсы башланған.

"Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2026" ҡала конкурсында бөтәһе 72 педагог ҡатнаша.

Тулыраҡ - БСТ каналының "Яңылыҡтар" сығарылышында.
9👍2💯2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔥Иртәгә🔥
Башҡортостандың иң хозур тәбиғәтле райондарының береһе - Белоретта "Башҡорт биатлоны" тигән ярыш үтә.

Милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса республика турниры Бигарслан Солтанов исемен йөрөтә. Ул - 30 йәшендә 20-гә яҡын айыу алған данлыҡлы башҡорт һунарсыһы.

Саф һауала күңелле һәм сәмле ярыштар, эҫе сәй, еңеүселәрҙе - матур бүләктәр көтә.
Көндәр һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, барығыҙ, ҡатнашығыҙ, дуҫтар. 6+

📍 Белорет районы, Манышты ауылы.
Башлана: 10:00 теркәлеү, 11:00 старт.

Видео: былтырғы ярыштан күренештәр - БСТ каналы төшөргәндән.
👍74🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Изге йома мөбәрәк булһын!🌙


Видео: интернеттан.
12👍4🔥3😇1
💯Бик кинәйәле был башҡорт халыҡ мәҡәленә Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡованың яҙмаларындағы аңлатмаһы:

"Майыңды ҡыштан сығарма, ҡатыныңды бәҫтән сығарма.
Ҡатын иренә буйһонорға тейешле тип һаналһа ла, кәмһенеп йәшәүе лә ғәйепләнгән, сөнки Ата-инә берҙәм булһа ғына балалары күндәм була, йәғни, кәмһетелеп йәшәгән ҡатын балаларына кәрәгенсә тәрбиә бирә алмай.
Нәфис затҡа үҙ намыҫын яҡлау хоҡуғы бирелгәнлеген Алтын ирең атыңа (йәғни, исемеңә, намыҫыңа) тейһә, алтынын ал да утҡа яҡ тигән мәҡәл иҫбатлай",

- тип яҙған әҙибә.

Был һәр кем ҡолағына киртеп ҡуя торған аҡыл, беҙҙеңсә. Ир-егеттәргә генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡағыла. Ғаилә ҡорғанһығыҙ икән, бер-берегеҙҙең абруйын төшөрмәй йәшәргә кәрәклеккә ишаралай.
👍63🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Быуындар бәйләнешен тойҙоғоҙмо?
Был видео авторы - Гөлназ Ғәлимуллина.

"Илһам сығанаҡтарым һәр ваҡыт шундай тәрән, изге һәм туған башҡорт мәҙәниәтенә бәйле. Был юлы коллегам һәм рәссам Арыҫлан Бикбайҙың күп төрлө ижадынан Шүлгәнташҡа арналғаны айырыуса күңелгә ятты. Арыҫландың "Бикбайман" тигән үҙ бренды бар, сувенирҙар аша башҡорт мәҙәниәтен таныта",

- тип яҙған автор.

💯Яһалма интеллект ярҙамында эшләгән был видео бер яҡтан ябай, икенсе яҡтан тотош бер тарих һөйләгәндәй тойолдо.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
9🔥5👍2