Башҡорт донъяһы
669 subscribers
2.95K photos
1.58K videos
1 file
269 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Учалинский бит" төркөмө бына шундай, йәштәр әйтмешләй, "һелкетә" торған яңы композиция ижад иткән.🔥
Һеҙгә нисек?
10🔥7👍5
📌Өфөлә Аксаков шыршыһы үтте.
Бөгөн 253 үҙенсәлекле һәм МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләһенән 79 бала Башҡорт опера һәм балет театрында йыйылды.


Байрамға Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Тәтешле, Илеш, Дүртөйлө, Бөрө, Бүздәк, Шишмә һәм Өфө райондарынан кескәйҙәр килде.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн бындай күркәм Яңы йыл сараһы 2019 йылдан алып ойошторола.
7👍3❤‍🔥2
КҮБӘЛӘК ЫРЫУЫ БАРЛЫҒЫН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?

Эйе, башҡорттарҙа бына шундай матур атамалы ырыу ҙа бар.


Күбәләк ырыуының килеп сығышы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, әммә тарихсы Рәил Кузеев боронғо башҡорт риүәйәте тураһында яҙа: был риүәйәттә Күбәләк һәм Тиләү исемле бер туғандар булыуы тураһында әйтелә.

Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров яҙыуынса, Тиләү олоҫонан Бабиш Аслаевтың 1680 йылда яҙған үтенесендә уның нуғай сығышлы булған Күбәләк исемле бабаһының XVI быуат аҙағы - XVII быуат башында Табын олоҫонан припущенник булыуы асыҡлана. Улар аҫабалыҡ алыуға өлгәшә һәм Күбәләк олоҫонан нигеҙ һалына, ти.

🔥 Шуныһы ҡыҙыҡ, күбәләктәрҙең этногенетик маркерҙары төрлө:
🔹 N1c1-M178 - түңгәүерҙәрҙеке кеүек
🔹G2a1-P303 - Кавказда йәшәүсе осетин-дигор һәм ирондарҙа ла шулай
🔹R1a-M198 - табындарҙың төп төркөмө кеүек.

КҮБӘЛӘКТӘР ҠАЙҘА ЙӘШӘЙ?
🔸Әбйәлил районының Аһылай, Байым, Иҫке Балапан, Яңы Балапан, Оло Ғабдин, Йәнекәй, Мораҡай, Рәхмәт, Туйыш, Яйҡар ауылдарында;
🔸Белорет районының Абҙаҡ ауылында;
🔸Учалы районының Баттал, Ҡаҙаҡҡол, Ҡарағужа (хәҙер юҡ), Ҡобағош, Оҙонкүл ауылдарында.

📸Фотола Күбәләк ырыуының данлыҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Абдулла Солтанов тормош иптәше Нәҙибә Ҡотоева менән.
10💯3👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хикмәтле башҡорт теле менән билдәле актер Рәмзил Сәлмәнов таныштыра.🔥

Ә һеҙ тағы ниндәй оҡшаш яңғыраған һүҙҙәр беләһегеҙ?
😁157👍4🔥4
Иҫкесә Яңы йыл менән! ❄️

Иҫке Яңы йыл төнөндә (13-нән 14-нә ҡарай) ҡар яуҙымы - был яҡшы уңышҡа, әгәр аяҙ һәм һалҡын икән - йыл имен үтер, ел булһа - үҙгәрештәр килтерер, тип иҫәпләнгән.

Һынамыштар нимә генә вәғәҙәләһә лә, барыбыҙға ла һаулыҡ, һәр йортҡа ҡот, ырыҫ, тыныслыҡ, илдәргә именлек килтерһен! 🤲
7👏5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔸Һылыуҙар һорай: һеҙ ҡайҙан?

Видео: Регина Агилова.
15👍3🔥3
📌 ӨС ЙЫЛ АЛМАЗҺЫҘ

14 ғинуар - Рәсәй Федерацияһы Геройы Алмаз Сафин батырҙарса һәләк булыуына 3 йыл.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина уны хәтерләп, күңелдәргә үтеп инерлек яҙма менән уртаҡлашҡан. Өлөшөн тәржемәләргә йөрьәт иттек.

"2025 йылдың аҙағы. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Р. Нурыев исемендәге Башҡорт хореография колледжында Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса совет ағзаларын йыйған. Беҙ киң, яҡты залдарҙы ҡарап йөрөйбөҙ. Береһенән икенсеһенә күсеп, Рәсәй Геройҙарына арналған стенд янында туҡталабыҙ. Һәр ваҡыттағыса, мин ҡарашым менән генә Алмазды эҙләйем. Бына ул. Ошо саҡта ирекһеҙҙән эргәлә торған ҡурайсы Юлай Ҡасимовҡа өндәшәм:
- Бына шундай батырҙары бар халҡыбыҙҙың, Юлай. Яҡташым, милли көрәш буйынса абсолют чемпион - Алмаз Сафин!
Юлайҙың яуабы шаҡ ҡатырҙы:
- Апай, Алмаз Сафин - минең старшина. Нәҡ ул мине Өфөнән хәрби часҡа алып китте...
-Нимә? Нисек? Һин Алмазды тере сағында күрҙеңме? Юлай, беҙгә мотлаҡ һөйләшергә кәрәк! Мин Алмаз тураһында китап туплайым! - тинем мин, күҙҙәрем йәшләнеп..."
- тип яҙған Лариса Хашим ҡыҙы.

💯Ул "Башҡорт" позывнойлы Алмаз Сафин кеүек көслө рухлы яугирҙың һәм ҡурайҙың бар тәрәнлеген тойоп уйнаған музыкант Юлай Ҡасимовтың юлдары юҡҡа киҫешмәгәндер, тигән инаныста. Тәҡдирҙер был.
"Лайыҡлы ике башҡорт улы, икеһе лә үҙ юлында",

- ти журналист.

🔥Лариса Абдуллинаның Юлай Ҡасимов менән әңгәмәһе "Башҡортостан" гәзитендә баҫыласаҡ. Уҡығыҙ, дуҫтар!
9👍4🫡2👎1😢1
📌Ике аграр колледж гран алған

Башҡортостандың Н. М. Сибирцев исемендәге Аксёнов агросәнәғәт колледжы һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы һайлап алынған. Уларға "Агропрофессионалитет" федераль программаһы сиктәрендә үҫешкә йүнәлтеүгә аҡса бүленәсәк.

Рәсәйҙең 46 төбәгенән 76 проект тәҡдим ителгән, 13 төбәктең 18 проекты еңгән. Шулар араһында Башҡортостандан ике уҡыу йорто булыуы - яҡшы күрһәткес.

"Был аҡса колледждарҙың инфраструктураһын һәм ҡорамалдарын яңыртырға, белем биреү программаларын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Белемле ауыл хужалығы белгестәре әҙерләү өсөн был мөһим",

- тине БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
8👍3🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ата-бабаларыбыҙҙың аҡылы 🌸
Видео: Сулпан Юлай.
7👍2
📌Бөгөн, 14 ғинуарҙа, Өфө ҡалаһындағы йорттарҙың береһенә Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды.

Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы - филология фәндәре докторы, телсе-ғалим, 1се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Аҡмулла университетының почетлы профессоры.

📍 Ә иң мөһиме, башҡорт телен уҡытыуға һәм үҫтереүгә, фән кимәлендә өйрәнеүгә тос өлөш индереүселәрҙең береһе.

"Башҡорт телен республика мәктәптәрендә үҫтереү, уны Башҡортостандың дәүләт теле булараҡ өйрәтеү менән янып йәшәне Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы. Ул рус телле халыҡҡа башҡорт телен өйрәтеү өсөн әсбаптар, ҡулланмалар һәм методологик тәҡдимдәр әҙерләүсе тәүге автор-методелогтарҙың береһе булды. Яңыраҡ Аҡмулла университетында уның исемен йөрөткән аудитория астыҡ",

- тине М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов.

Таҡтаташ асыу башланғысын педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан мәғарифы ветерандары советы рәйесе, республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Фәниә Ҡазыханова күтәреп сыҡҡан.

Тантанала Фирҙәүес Хисамитдинованың улы Тимур Мөхтәров барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
7👍2