Башҡорт донъяһы
670 subscribers
2.95K photos
1.58K videos
1 file
268 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Яңы йылдың рәсми эш аҙнаһын яҡшы хәбәрҙән башлайыҡ - Өфө районының Шмидт ауылында яңы мәктәп асылды.

Ул Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтәсәк.

"Яҡын арала республикала бер нисә ҙур объектты ҡулланыуға индерәсәкбеҙ. Оҙайлы каникулдар тамам, алда эштәр күп. Яңы көс менән 2026 йылға ҡуйған мәсьәләләрҙе хәл итергә тотонабыҙ",
- тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә.

📍 Бына тиклем янын-тирәләге ауылдарҙағы балалар Шамониноға йөрөп уҡыны. Унда иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем эшләгән педагогтар зарланмаһа ла, ике сменала уҡыуы балаларға ла еңел булманы. Шмидт ауылындағы яңы заманса мәктәп асылыуы - көтөлгән ваҡиға.
Бындай яҡшы ваҡиғанан башланған яңы йыл ҡыуаныстарға бай булһын!
👍6🔥4👎1👌1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Тауға бармайбыҙ!"

Был видеоның авторы кемдер, әммә күптәр өсөн таныш күренештер ул бөгөн😁Күтәренке кәйефтәр, йәмәғәт!
9😁3🔥2
📌 Иғтибар! Ҡатайҙарға барабыҙ!

17 ғинуарҙа Белорет районы Манышты ауылында "Башҡорт биатлоны" күпбәйге буйынса республика турниры үтә.🔥

Сара дүртенсе тапҡыр ойошторола. Унда уҡ сойорғотоп, пневматик мылтыҡтан атып, һөңгө ташлап һәм 1800 метрҙы ҡалтағайҙа (башҡорттоң һунар саңғыһы) үтеп, көсөңдө һәм таһыллығыңды һынарға була.

Ваҡыты: сәғәт 10-дан 11-гә тиклем ҡатнашыусыларҙы теркәү, сәғәт 11-ҙә ярыштар башлана.

💯Бөтә ғаилә менән ҡатнашырға була!

Сөнки ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында еңеүселәр айырым билдәләнә.

Йәш буйынса сикләү: 6+

☎️Ҡатнашырға йәки бағымсы булырға теләүселәргә шылтыратып, йә яҙып теркәлергә кәрәк: 89273526747.

Үҙенсәлекле саранан ятып ҡалмағыҙ! 🔥🔥🔥
8🔥2👍1
Башҡорт хоккейсыһы бер уйында 4 шайба индергән🔥

Донъя яңылыҡтарынан: Милли хоккей лигаһының даими чемпионатында "Бостон" командаһы составында уйнаған Марат Хөснөтдинов бер матч барышында "Нью-Йорк Рейнджерс" ҡапҡаһына 4 шайба индергән.
Уның командаһы 10:2 иҫәбе менән еңгән.

📍 Марат Хөснөтдинов - Рәсәйҙән сыҡҡан хоккейсылар араһында шундай уңышҡа өлгәшкән 14-се спортсы.

Бер уйында 4 тапҡыр ҡапҡаға шайба ташлауы еңел түгел, тип билдәләй белгестәр.

Донъя кимәлендә танылыу яулаған башҡорт уҙаманына - афарин! 👏
👍15🔥2
Торатау - тюбингта шыуыу өсөн түгел!

Тип халыҡҡа мөрәжәғәт итә "Торатау" геопаркы хеҙмәткәрҙәре.

🔹Беренсенән, махсус әҙерләнмәгән урында тюбингта шыуыу йәрәхәттәргә килтереүе ихтимал.

🔹Икенсенән, был тауҙы донъя кимәлендә һаҡларға кәрәк, тигән маҡсатыбыҙ бар бит! Башҡа миҙгелдәрҙә баҫҡыс буйлап ҡына йөрөгәс, ҡыш нишләп тапарға тейешбеҙ?

Ә бит эргәлә генә рәсми эшләгән тюбинг юлы бар - "Ҡуштау" тау-саңғы үҙәге.
👍81💯1
Хәйерле иртә! ☀️
8👍3🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Учалинский бит" төркөмө бына шундай, йәштәр әйтмешләй, "һелкетә" торған яңы композиция ижад иткән.🔥
Һеҙгә нисек?
10🔥7👍5
📌Өфөлә Аксаков шыршыһы үтте.
Бөгөн 253 үҙенсәлекле һәм МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләһенән 79 бала Башҡорт опера һәм балет театрында йыйылды.


Байрамға Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Тәтешле, Илеш, Дүртөйлө, Бөрө, Бүздәк, Шишмә һәм Өфө райондарынан кескәйҙәр килде.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн бындай күркәм Яңы йыл сараһы 2019 йылдан алып ойошторола.
7👍3❤‍🔥2
КҮБӘЛӘК ЫРЫУЫ БАРЛЫҒЫН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?

Эйе, башҡорттарҙа бына шундай матур атамалы ырыу ҙа бар.


Күбәләк ырыуының килеп сығышы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ, әммә тарихсы Рәил Кузеев боронғо башҡорт риүәйәте тураһында яҙа: был риүәйәттә Күбәләк һәм Тиләү исемле бер туғандар булыуы тураһында әйтелә.

Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров яҙыуынса, Тиләү олоҫонан Бабиш Аслаевтың 1680 йылда яҙған үтенесендә уның нуғай сығышлы булған Күбәләк исемле бабаһының XVI быуат аҙағы - XVII быуат башында Табын олоҫонан припущенник булыуы асыҡлана. Улар аҫабалыҡ алыуға өлгәшә һәм Күбәләк олоҫонан нигеҙ һалына, ти.

🔥 Шуныһы ҡыҙыҡ, күбәләктәрҙең этногенетик маркерҙары төрлө:
🔹 N1c1-M178 - түңгәүерҙәрҙеке кеүек
🔹G2a1-P303 - Кавказда йәшәүсе осетин-дигор һәм ирондарҙа ла шулай
🔹R1a-M198 - табындарҙың төп төркөмө кеүек.

КҮБӘЛӘКТӘР ҠАЙҘА ЙӘШӘЙ?
🔸Әбйәлил районының Аһылай, Байым, Иҫке Балапан, Яңы Балапан, Оло Ғабдин, Йәнекәй, Мораҡай, Рәхмәт, Туйыш, Яйҡар ауылдарында;
🔸Белорет районының Абҙаҡ ауылында;
🔸Учалы районының Баттал, Ҡаҙаҡҡол, Ҡарағужа (хәҙер юҡ), Ҡобағош, Оҙонкүл ауылдарында.

📸Фотола Күбәләк ырыуының данлыҡлы улы, Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Абдулла Солтанов тормош иптәше Нәҙибә Ҡотоева менән.
10💯3👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хикмәтле башҡорт теле менән билдәле актер Рәмзил Сәлмәнов таныштыра.🔥

Ә һеҙ тағы ниндәй оҡшаш яңғыраған һүҙҙәр беләһегеҙ?
😁157👍4🔥4
Иҫкесә Яңы йыл менән! ❄️

Иҫке Яңы йыл төнөндә (13-нән 14-нә ҡарай) ҡар яуҙымы - был яҡшы уңышҡа, әгәр аяҙ һәм һалҡын икән - йыл имен үтер, ел булһа - үҙгәрештәр килтерер, тип иҫәпләнгән.

Һынамыштар нимә генә вәғәҙәләһә лә, барыбыҙға ла һаулыҡ, һәр йортҡа ҡот, ырыҫ, тыныслыҡ, илдәргә именлек килтерһен! 🤲
7👏5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔸Һылыуҙар һорай: һеҙ ҡайҙан?

Видео: Регина Агилова.
15👍3🔥3
📌 ӨС ЙЫЛ АЛМАЗҺЫҘ

14 ғинуар - Рәсәй Федерацияһы Геройы Алмаз Сафин батырҙарса һәләк булыуына 3 йыл.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина уны хәтерләп, күңелдәргә үтеп инерлек яҙма менән уртаҡлашҡан. Өлөшөн тәржемәләргә йөрьәт иттек.

"2025 йылдың аҙағы. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Р. Нурыев исемендәге Башҡорт хореография колледжында Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса совет ағзаларын йыйған. Беҙ киң, яҡты залдарҙы ҡарап йөрөйбөҙ. Береһенән икенсеһенә күсеп, Рәсәй Геройҙарына арналған стенд янында туҡталабыҙ. Һәр ваҡыттағыса, мин ҡарашым менән генә Алмазды эҙләйем. Бына ул. Ошо саҡта ирекһеҙҙән эргәлә торған ҡурайсы Юлай Ҡасимовҡа өндәшәм:
- Бына шундай батырҙары бар халҡыбыҙҙың, Юлай. Яҡташым, милли көрәш буйынса абсолют чемпион - Алмаз Сафин!
Юлайҙың яуабы шаҡ ҡатырҙы:
- Апай, Алмаз Сафин - минең старшина. Нәҡ ул мине Өфөнән хәрби часҡа алып китте...
-Нимә? Нисек? Һин Алмазды тере сағында күрҙеңме? Юлай, беҙгә мотлаҡ һөйләшергә кәрәк! Мин Алмаз тураһында китап туплайым! - тинем мин, күҙҙәрем йәшләнеп..."
- тип яҙған Лариса Хашим ҡыҙы.

💯Ул "Башҡорт" позывнойлы Алмаз Сафин кеүек көслө рухлы яугирҙың һәм ҡурайҙың бар тәрәнлеген тойоп уйнаған музыкант Юлай Ҡасимовтың юлдары юҡҡа киҫешмәгәндер, тигән инаныста. Тәҡдирҙер был.
"Лайыҡлы ике башҡорт улы, икеһе лә үҙ юлында",

- ти журналист.

🔥Лариса Абдуллинаның Юлай Ҡасимов менән әңгәмәһе "Башҡортостан" гәзитендә баҫыласаҡ. Уҡығыҙ, дуҫтар!
9👍4🫡2👎1😢1