This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Салауат нисә йәшендә айыу алған?
Йәштәр яһалма интеллект мөмкинлектәрен әүҙем ҡуллана башланы. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев тураһында бына ошондай бик мауыҡтырғыс Видео килеп сыҡҡан.
Авторҙары: Bash_ai_ һәм burek. rb

❤15🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә! ☀️
Видео: Алһыу Зөфәровна.
Видео: Алһыу Зөфәровна.
🥰11🔥2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ишек алды боҙлауыҡ,
Коньки шыуа бер тауыҡ
Ҡолаһа ла иламай -
Тора ла тағы шыуа!
Өйрәнеү еңел түгел ,
Тырыша тауыҡ шуға!
Видео: Ш. Бабич премияһы лауреаты, йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязит шиғыр һөйләй-һөйләй конькиҙа йөрөргә өйрәнә.

👍12❤9🔥3🥰3
БАЛАЛАР КИТКӘС…
Ҡапыл ҡойон үтеп киткән кеүек,
Ҡолаҡтарҙы киҫкән шикелле,
Тып-тын ҡалды донъя.
Тынлыҡ, бушлыҡ…
Шатлыҡмы был һиллек? Икеле…
Орсоҡ кеүек бер туҡтауһыҙ зырлап
Әйләнергә түгел. Ял итәм.
Арығанмын икән. Тынлыҡ кәрәк.
Ҡуҙғалырлыҡ хәл дә юҡ бүтән.
Әле генә гөрләп торған өйҙә
Шомло тынлыҡ. Ҡалдым бер үҙем.
Өндәшергә ҡурҡам. Шаңдау булып,
Ҡайтауазын бирер һәр һүҙем.
Балаларым бөтәһе бер юлы
Һыпырылып сығып киттеләр,
Киттеләр ҙә минең күңелемде
Көтмәгәндә етем иттеләр.
Ни эшләйһең? Беҙҙең яҙмыш шундай,
Әсәйҙәр беҙ. Көтөп йәшәйбеҙ.
Берсә ямғыр булып бысҡылдайбыҙ,
Берсә йәшен булып йәшнәйбеҙ.
Тындар менән тартып еткерерҙәй,
Балаларҙы көтөп алабыҙ,
Эй шатланып көтөп алабыҙ ҙа,
Хәлдән тайып тороп ҡалабыҙ.
…Беҙҙе лә бит әсәй көтә ине,
Бына яҙмыш ниҙәр эшләтә…
Ҡайтыр кешең булыу – үҙе бәхет,
Көтөр кешең булыу - бишләтә!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Ҡапыл ҡойон үтеп киткән кеүек,
Ҡолаҡтарҙы киҫкән шикелле,
Тып-тын ҡалды донъя.
Тынлыҡ, бушлыҡ…
Шатлыҡмы был һиллек? Икеле…
Орсоҡ кеүек бер туҡтауһыҙ зырлап
Әйләнергә түгел. Ял итәм.
Арығанмын икән. Тынлыҡ кәрәк.
Ҡуҙғалырлыҡ хәл дә юҡ бүтән.
Әле генә гөрләп торған өйҙә
Шомло тынлыҡ. Ҡалдым бер үҙем.
Өндәшергә ҡурҡам. Шаңдау булып,
Ҡайтауазын бирер һәр һүҙем.
Балаларым бөтәһе бер юлы
Һыпырылып сығып киттеләр,
Киттеләр ҙә минең күңелемде
Көтмәгәндә етем иттеләр.
Ни эшләйһең? Беҙҙең яҙмыш шундай,
Әсәйҙәр беҙ. Көтөп йәшәйбеҙ.
Берсә ямғыр булып бысҡылдайбыҙ,
Берсә йәшен булып йәшнәйбеҙ.
Тындар менән тартып еткерерҙәй,
Балаларҙы көтөп алабыҙ,
Эй шатланып көтөп алабыҙ ҙа,
Хәлдән тайып тороп ҡалабыҙ.
…Беҙҙе лә бит әсәй көтә ине,
Бына яҙмыш ниҙәр эшләтә…
Ҡайтыр кешең булыу – үҙе бәхет,
Көтөр кешең булыу - бишләтә!
Фирүзә АБДУЛЛИНА.
❤12👍4💔3
📌МХО яугирҙарына ярҙам итеүсе турахында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яҙған
Тәүҙә Фәрхетдин Зыяитдин улы үҙе йәшәгән ҡатлы йорттоң подвалында дрондарға ҡаршы юрағандар һәм маскировка селтәрҙәренә нигеҙҙәр эшләй башлай. Был урынды һыу баҫҡас, Сибай крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан "Ватан" өлкән йәштәге ирекмәндәр төркөмөнә ҡушыла.
Бөтә эшләгән әйберҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреп торалар, Фәрхетдин Моратов башҡаларҙы ла был эшкә өйрәтә, тип яҙған РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм ирекмәнгә исемле сәғәт бүләк итеүе тураһында белдергән.
Сибай ҡалаһынан Фәхретдин Моратов 11170 квадрат метрҙан ашыу 110 маскировка селтәренә нигеҙ, 7200 квадрат метрлыҡ 72 дронға ҡаршы селтәр үргән. Уға 74 йәш, ғүмер буйы ҡаланың төрлө ойошмаларында водитель-машинист булып эшләгән кеше.
Тәүҙә Фәрхетдин Зыяитдин улы үҙе йәшәгән ҡатлы йорттоң подвалында дрондарға ҡаршы юрағандар һәм маскировка селтәрҙәренә нигеҙҙәр эшләй башлай. Был урынды һыу баҫҡас, Сибай крайҙы өйрәнеү музейында урынлашҡан "Ватан" өлкән йәштәге ирекмәндәр төркөмөнә ҡушыла.
Бөтә эшләгән әйберҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреп торалар, Фәрхетдин Моратов башҡаларҙы ла был эшкә өйрәтә, тип яҙған РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров һәм ирекмәнгә исемле сәғәт бүләк итеүе тураһында белдергән.
❤10👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Эх, һағындыра инде күптәрҙе хәҙер...
❓Ауылға ҡайтып ял итә алдығыҙмы?
Видео: Нурзилә Усманова.
❤10
Forwarded from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
"Бик күп минең быуын кешеләре - етәкселәр - ул нисек етәкселек итеүен, эшенә ниндәй мөнәсәбәттә булыуын күреп үҫте. Йыш ҡына тышта әле ҡараңғы, ә уның уты яна. Кис ҡараңғы төшкән, ә уның уты һаман яна. Ул эше менән йәшәне тиерлек - йәкшәмбелә лә, дүшәмбелә лә, байрам көндәрендә лә.
Мин унда хакимиәт етәксеһе булып эшләгән саҡта бер яңы йыл осоронда 31 декабрь бер-беребеҙҙе ҡотлап, хушлаштыҡ. Мин әйтәм: "Мин киттем?" Ул: "Ярай, иртәгә төшкә күрешербеҙ". 1 ғинуар! Бына шундай кеше ине ул.
Шул уҡ ваҡытта уҡырға ла ваҡыт таба ине, интеллектуаль йәһәттән үҫешкән кеше ине. Шуға ул беҙҙең өсөн - унан күп нәмәгә өйрәнгән уҡытыусы, өлкән иптәшебеҙ. Шул уҡ ваҡытта - бик яҡын, туған кешебеҙ", - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
📍 Бөгөн Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаҙа Рәхимовтың баҡыйлыҡҡа күскән көнө. Рухына доға ҡылайыҡ.
Бәйләнештә социаль селтәрендә" Ил ағаһы Мортаза Рәхимов" төркөмөнән.

❤11
❓Яңы үрҙәр яуларға әҙерһегеҙме, дуҫтар?
✅ Яңы йылдың тәүге эш һәм уҡыу көнө уңышлы үтһен!
💯Әйткәндәй, Алиса кәңәш итә:
🔹Беренсе аҙнаға план төҙөргә - бер юлы барыһын да эшләргә тырышмаҫҡа, төп 3-5 мәсьәләгә туҡталырға.
🔹Эш урынын тәртипкә килтерергә - был стресты кәметә.
🔹Ябайҙан башларға - ҙур яуаплылыҡ талап итмәгән эштәрҙән башлау яҡшы.
🔹Тәнәфескә туҡталырға - һәр 1-1,5 сәғәт һайын 5-10 минутҡа эштән ял итеп алыу арымаҫҡа ярҙам итер.
🔹Һыу эсергә һәм дөрөҫ туҡланырға - оҙайлы ялдарҙа һуң организмға был мөһим.
🔹Үҙеңде башҡалар менән сағыштырмаҫҡа - башҡалар ат кеүек эшләй тип, һеҙ ҙә егелмәгеҙ. Яйлап һәүетемсә эшләгеҙ, бер нисә көндән күнегеп китерһегеҙ.

❤12👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Яңы йылдың рәсми эш аҙнаһын яҡшы хәбәрҙән башлайыҡ - Өфө районының Шмидт ауылында яңы мәктәп асылды.
Ул Рәсәй Геройы Илдар Суфияров исемен йөрөтәсәк.
📍 Бына тиклем янын-тирәләге ауылдарҙағы балалар Шамониноға йөрөп уҡыны. Унда иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем эшләгән педагогтар зарланмаһа ла, ике сменала уҡыуы балаларға ла еңел булманы. Шмидт ауылындағы яңы заманса мәктәп асылыуы - көтөлгән ваҡиға.
Бындай яҡшы ваҡиғанан башланған яңы йыл ҡыуаныстарға бай булһын!

"Яҡын арала республикала бер нисә ҙур объектты ҡулланыуға индерәсәкбеҙ. Оҙайлы каникулдар тамам, алда эштәр күп. Яңы көс менән 2026 йылға ҡуйған мәсьәләләрҙе хәл итергә тотонабыҙ",- тип яҙҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә.
📍 Бына тиклем янын-тирәләге ауылдарҙағы балалар Шамониноға йөрөп уҡыны. Унда иртәнге 7-нән киске 9-ға тиклем эшләгән педагогтар зарланмаһа ла, ике сменала уҡыуы балаларға ла еңел булманы. Шмидт ауылындағы яңы заманса мәктәп асылыуы - көтөлгән ваҡиға.
Бындай яҡшы ваҡиғанан башланған яңы йыл ҡыуаныстарға бай булһын!
👍6🔥4👎1👌1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Тауға бармайбыҙ!"
Был видеоның авторы кемдер, әммә күптәр өсөн таныш күренештер ул бөгөн😁Күтәренке кәйефтәр, йәмәғәт!
❤9😁3🔥2
📌 Иғтибар! Ҡатайҙарға барабыҙ!
17 ғинуарҙа Белорет районы Манышты ауылында "Башҡорт биатлоны" күпбәйге буйынса республика турниры үтә.🔥
Сара дүртенсе тапҡыр ойошторола. Унда уҡ сойорғотоп, пневматик мылтыҡтан атып, һөңгө ташлап һәм 1800 метрҙы ҡалтағайҙа (башҡорттоң һунар саңғыһы) үтеп, көсөңдө һәм таһыллығыңды һынарға була.
✅ Ваҡыты: сәғәт 10-дан 11-гә тиклем ҡатнашыусыларҙы теркәү, сәғәт 11-ҙә ярыштар башлана.
Сөнки ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында еңеүселәр айырым билдәләнә.
Йәш буйынса сикләү: 6+
☎️Ҡатнашырға йәки бағымсы булырға теләүселәргә шылтыратып, йә яҙып теркәлергә кәрәк: 89273526747.
Үҙенсәлекле саранан ятып ҡалмағыҙ! 🔥🔥🔥

💯Бөтә ғаилә менән ҡатнашырға була!
Сөнки ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында еңеүселәр айырым билдәләнә.
Йәш буйынса сикләү: 6+
☎️Ҡатнашырға йәки бағымсы булырға теләүселәргә шылтыратып, йә яҙып теркәлергә кәрәк: 89273526747.
Үҙенсәлекле саранан ятып ҡалмағыҙ! 🔥🔥🔥
❤8🔥2👍1
Башҡорт хоккейсыһы бер уйында 4 шайба индергән🔥
Донъя яңылыҡтарынан: Милли хоккей лигаһының даими чемпионатында "Бостон" командаһы составында уйнаған Марат Хөснөтдинов бер матч барышында "Нью-Йорк Рейнджерс" ҡапҡаһына 4 шайба индергән.
Уның командаһы 10:2 иҫәбе менән еңгән.
Бер уйында 4 тапҡыр ҡапҡаға шайба ташлауы еңел түгел, тип билдәләй белгестәр.
Донъя кимәлендә танылыу яулаған башҡорт уҙаманына - афарин! 👏

📍 Марат Хөснөтдинов - Рәсәйҙән сыҡҡан хоккейсылар араһында шундай уңышҡа өлгәшкән 14-се спортсы.
Бер уйында 4 тапҡыр ҡапҡаға шайба ташлауы еңел түгел, тип билдәләй белгестәр.
Донъя кимәлендә танылыу яулаған башҡорт уҙаманына - афарин! 👏
👍15🔥2
❗Торатау - тюбингта шыуыу өсөн түгел!
Тип халыҡҡа мөрәжәғәт итә "Торатау" геопаркы хеҙмәткәрҙәре.
🔹Беренсенән, махсус әҙерләнмәгән урында тюбингта шыуыу йәрәхәттәргә килтереүе ихтимал.
🔹Икенсенән, был тауҙы донъя кимәлендә һаҡларға кәрәк, тигән маҡсатыбыҙ бар бит! Башҡа миҙгелдәрҙә баҫҡыс буйлап ҡына йөрөгәс, ҡыш нишләп тапарға тейешбеҙ?
Ә бит эргәлә генә рәсми эшләгән тюбинг юлы бар - "Ҡуштау" тау-саңғы үҙәге.

👍8❤1💯1