Башҡорт донъяһы
669 subscribers
2.93K photos
1.58K videos
1 file
267 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер матур халыҡтың балаһы һин,
Бер аҫыл халыҡтың балаһы.
Урал урмандары йөрәгеңдә,
Күңелеңдә башҡорт далаһы.


Гөлнара Хәлфетдинова һүҙҙәре.
Гөлсөм Бикбулатова башҡара.
🥰8🔥53🤡1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөнгө көндә иң мөләйем күренеш 🥰
Башҡорт тотоп ҡарамайынса ышанмай, ти.


Видео: Илгиз Абдрахманов.
14🥰3😍2
Ҡышҡы Мәсетле 🩵
9🎄1
Хәйерле дүшәмбе ❤️

Фото:
Лена Толпар.
8🔥3
📌 Башҡортса яңы йәнһүрәт көтөлә

"ИшембайФильм" йәнһүрәт студияһы "Йомро-йомро йомғағым" башҡорт халыҡ әкиәте буйынса йәнһүрәтте монтажлау эштәрен тамамлап килә. Был турала ижади коллектив хәбәр итә.

Яңы йәнһүрәт эшһөйәрлек һәм ярҙамсыллыҡ, ғәмәлдәргә ҡарап әжере лә биреләсәге тураһында.

Йәнһүрәттең ҡуйыусы рәссамы - Рафаэль Ҡадиров, ҡуйыусы режиссеры, сценарий авторы - Вера Шарыгина.

📍 Әлеге ваҡытта аниматорҙар тырышып эшләй, тиҙҙән йәнһүрәт менән Ишембай картиналар галереяһында танышып буласаҡ.
12👍2🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡҡа алып ҡайтыр видео💔

Видео: Лилиә Ханова.
15
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әлә-ләәә, үҙебеҙҙең башҡорт Ҡыш бабайы һәм Ҡарһылыуы ҡайһылай ҙа йәмле 😍

Видео: Айгөл Вәлиева.
8🔥7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мөғжизәле Салауат 🎄 🎇

Видео: Айгөл_видео.
8🔥4
💯Әкрен арба ҡуян тота, тигән.

Юлға сыҡһағыҙ, иғтибарлы булығыҙ, ашыҡмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

Һуңғы көндәрҙә ҡар-буран арҡаһында оло юлдар ябылып та тора, бер нәмә күренмәй киткән осраҡтар ҙа була. Үҙегеҙҙе һәм башҡаларҙы уйлағыҙ, ғүмерҙәрегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ.

Ял көндәре бәхет-ҡыуаныстарҙан ғына торһон, фажиғәләргә урын булмаһын😇

Фото: Илнур Байегетов.
9👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда хужаһы саҡырғанды ишетеп, аттар һоло ашарға ҡайта 🔥

Видео:
Көнһылыу Ғәлина.
9🔥5
📌 Урал аръяғының археология музейы каникулдарҙы файҙалы үткәрергә - Көньяҡ Урал хазиналарын килеп күрергә саҡыра.

Был музей Баймаҡ ҡалаһында урынлашҡан. Ул ябай ғына түгел, ә "Ирәндек" музей-ҡурсаулығының офисы һәм күргәҙмәләр залы ла булып тора.

🔥"Ирәндек" - ул бер территорияла йыйылған 400-ҙән ашыу тарихи ҡомартҡы.
Һәр таш бында тарих һөйләй.


💯Ғаилә менән мауыҡтырғыс экскурсияға барып ҡайтығыҙ! Инеү бушлай.

Эш ваҡыты:

🔹 6–10 ғинуар — 12:00 - 17:00

🔹14–16 ғинуар (Иҫкесә Яңы йыл) — 12:00 - 17:00

🔹24–25 ғинуар (студенттар көнө) — 12:00 - 17:00

📍 Адрес: Баймаҡ ҡалаһы, Азанов урамы, 20 («Гөлназ магазины» туҡталышы).
🎫 Инеү бушлай.
7👍1
📌Бөрйәндә уҡсылар ярышҡан

Бында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үткән.

Мәргәндәр Бөрйән, Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Учалы, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Бишбүләк, Ғафури, Өфө райондары һәм Өфө, Сибай, Белорет, Баймаҡ, Күмертау ҡалаларынан йыйылған.

🔥Барлығы 78 уҡсы ҡатнашҡан - 48 ир-егет һәм 30 ҡатын-ҡыҙ!


Бөрйән уҡсылары ойошмаһының үҙ гербы һәм байрағы эшләнгән.

🎉Еңеүселәр:

Ир-егеттәр араһында:

🥇Тимур Өмөтбаев - Баймаҡ районы
🥈Сынбулат Юлбирҙин - Бөрйән районы
🥉Ғәфүр Рахманғолов - Баймаҡ районы

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
🥇 Динә Вәлиева - Учалы ҡалаһы
🥈 Наилә Ишкилдина - Бөрйән районы
🥉Айгөл Ғәлиуллина - Белорет ҡалаһы.
🔥95