Башҡорт донъяһы
669 subscribers
2.94K photos
1.58K videos
1 file
267 links
Download Telegram
📌 "Толоп байрамы"на барығыҙ!

Иртәгә, 3 ғинуарҙа, Шишмә районындағы "Турахан" визит үҙәгендә башҡорт халҡының традицион ҡышҡы кейеменә арналған фестиваль ойошторола.

Унда һеҙҙе толоптарҙа саңғы уҙышы, иң яҡшы толоптар конкурсы һәм бүләктәр, милли уйындар, сәй һәм концерт көтә. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ.

Башлана: 12:00.

Толобоңдо кей ҙә, байрамға бар! 🔥
9👍2
Башҡортостанда 2026 йыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителә.

Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров Яңы йыл ҡотлауы сиктәрендә белдерҙе. Ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылы концепцияһын үҙ эсенә ала. Сөнки, Башҡортостан беренсе сиратта күп милләтле ҙур һәм берҙәм ғаилә булараҡ данлы.

Икенсенән, бөгөн ил кимәлендә күп балалы ғаиләләргә иғтибар беренсе урында. Тимәк, быйыл Башҡортостанда ла ошондай ғаиләләргә айырым илтифат буласаҡ.

Ошо ике йүнәлеште бергә ҡушып төрлө милләт вәкилдәренең ишле ғаиләләр парадын (конкурсын) ойошторорға мөмкин. Ғаилә йолаларын пропагандалау, махсус йылды тамамлаусы сағыу тамаша булыр ине.
8👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бәләкәй Ләйлә Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" шиғырын яттан һөйләй 😍

Күҙ теймәһен был балаға 😇


Видео: Азамат Мөхәмәтйәнов.
🔥106❤‍🔥2
ИДИЛЛИЯ ❤️
❤‍🔥101🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Күңелебеҙгә яҡын күренештәр 🥰

Видео: Алһыу Зөфәровна.
9🔥2
📌 Толоп кейеп ярыштылар

Бөгөн Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейының "Турахан" визит үҙәгендә "Толоп байрамы" үтте.

Беренсе тапҡыр ойошторолған сараға һандыҡ төбөнән толоптарын сығарып кейеп килеүселәр аруҡ күп булған. Улар толоп кейеп, саңғыла ярышты, милли уйындарҙа ҡатнашты һәм тәмле былау, эҫе сәй менән һыйланған. Бер һүҙ менән әйткәндә, ғаилә менән күңелле һәм файҙалы ял итеп ҡайтҡан.

💯Был фестивалдең төп маҡсаты - атай-әсәйҙәрҙең, олатайҙарҙың йылы ҡышҡы кейемен һандыҡтарҙан сығарыу һәм киләсәктә музейға ҡомартҡылар туплау, тип билдәләй Башҡортостан күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.

Толоп байрамы оҙон ғүмерле булыр, тип ышанабыҙ🙏

Фото: Олег Яровиков.
12🔥2
📌 Бушты бушҡа ауҙармайбыҙ, ғаилә һәм дуҫтар менән ваҡытты күңелле, файҙалы үткәрәбеҙ. Бының өсөн һылтанмаға баҫ.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
7👍3
Әкиәт донъяһымы ни, Белорет ҡалаһы ❄️

Көндәр нисек үтә, төркөмдәштәр? Эштәһегеҙме, әллә оҙайлы ялдар тәтенеме?

Фото: Эдуард Дәүләтбаев.
10❤‍🔥4🔥4🥰1
Белорет төлкөһө йомроикмәктәргә сәләм юллаған 🤭

Һоҡланғыс кадрҙар авторы - Елена Перминова
🥰93👍3
📌 Арҙаҡлы башҡорт уҙамандарының береһе - Нур Дауытов бөгөн үҙенең күркәм юбилейын билдәләй - уға 70 йәш.

Композитор, профессор, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғ. Сәләм исемендәге премиялар лауреаты Нур Әсғәт улы 1956 йылдың 4 ғинуарында Бәләбәй районы Пахарь ауылында тыуған.
Ул - дим башҡорттарынан.


Композиторҙың ҡайһы ижад емешен яратып тыңлайһығыҙ? Комментарийҙарҙа яҙығыҙ😉
👍73