Башҡорт донъяһы
669 subscribers
2.95K photos
1.58K videos
1 file
268 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🎄"Яңы йыл - Еңеү йылы булһын!", - тине "Журналист" позывнойлы яугир.

Видео: "Юлдаш" радиоһынан.
25🔥10💩8👍7🤬1
Хәйерле иртә! 🌲
Шыршыҡайҙы биҙәнегеҙме әле? Фотоға төшөрөп ебәрегеҙ! 😉
8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
☁️"Аҡ болоттар" йәки "Оҙонсәс" - бер йыр тарихын тыңлағыҙ.

Видео: Гөлсөм Бикбулатова.
14
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Аһ, була шундай көн...


Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғырын һөйләй йәштәр.

Видео: Байегет Мөхәрләмов һәм Тимур Ямалов.
15🔥8
Хәйерле иртә! 💞

🔹Был "Ғаилә. Тыныс төш" (Семья. Мирный сон) тип аталған картинаны Башҡорт АССР-ның халыҡ рәссамы Павел Салмасов (1930-2017) 1969-1987 йылдарҙа ижад итә.

Рәссам ғаиләһе менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград өлкәһенән Башҡортостанға эвакуацияланған һәм ошонда төпләнеп ҡалған. Сибай ҡалаһында йәшәп китә, бик күп кенә картиналары шул яҡтарҙың тәбиғәтенә, көнкүрешенә арналған.


🌠"Ғаилә. Тыныс төш" картинаһында әсә кеше икмәк һәм йомортҡалар бешереп, иртәнге тамаҡ хәстәрләп йөрөгәне, ә йәштәр был мәлдә һаман тәмле төш күреп ятыуы һүрәтләнгән.

Элек бына шулай йорттарҙа айырым бүлмәләр булмаған шул.
Хәҙерге заманда бындай күренеш төрлө хис-тойғолар уята, шулай бит?
9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мөхәббәтле булығыҙ ❤️

Видео: Эльвира Сирусина.
14🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мөғжизәләр мәле етә...


Видео: Наил Юлгилдин.
12👍6😁5
📌Белоретта Көрәш йорто төҙөләсәк.

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән. Кисә спорт комплексы урынлашасаҡ урынды барып күргәндәр.

Был мәсьәлә Хөкүмәттең күсмә ултырышы сиктәрендә ҡаралған.


Шулай уҡ Белорет ҡалаһында коммуналь инфраструктура иҫкергән - ул нигеҙ тораҡ пункттарҙы үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендә хәл ителәсәк. Белорет ҡалаһы һәм Инйәрҙә бөтәһе 36 сара ҡаралған, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса - 15.

"Райондың тағы бер ауыртҡан урыны - юлдар. Халыҡты, атап әйткәндә, Аҙнағол ауылы эргәһендә Ағиҙел аша күпер яҙмышы борсой, бында беҙ аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Ауыл юл-транспорт ваҡиғалары булып торған Өфө - Инйәр - Белорет трассаһы айырым контролдә. Беҙҙең бурыс - уңайлы һәм хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итеү. Башҡа һорауҙар ҙа күп, яйлап уларҙы ла хәл итербеҙ",

- тип яҙған был турала республика етәксеһе.

Белорет районының яңыртылған юл картаһы 15,7 миллиард һумлыҡ 102 сараны үҙ эсенә алған.
10👍3💯1
Бер көндән!

Был аҙна мөғжизәләргә, яҡшылыҡҡа ышанысҡа, ҡыуаныс-шатлыҡтарға тулы булһын!

Фото: Елена Перминова.
8🥰2👌2
Нимә эшләргә?
Театрға барырға, әлбиттә!

Ата-әсәгә 12 көн ял, балаларҙың ҡышҡы каникулы булғанда ғаилә менән театрға барыу өсөн иң уңай осор. Республиканың төп театрҙарының афишаһын ҡарағыҙ😉
7🔥3💯2🙏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ат егеп, Ҡыш бабай килгән! 🎅

Мәләүез районда Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ат егеп, ауылдар буйлап балаларҙы етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, тәмлекәстәр таратып йөрөгән.

Исламғол, Яҡтыкүл, Яңауыл ауылдары урамдары буйлап үткән ти улар. Ҡайһы бер балалар алдан уҡ ҡапҡа төбөнә сығып көтөп торған, нимәгә маһир булыуҙарын күрһәткәндәр, Ҡыш бабайҙың санаһына менеп ултырыусылар ҙа булған.

Балаларҙы шатландырғандарҙың үҙҙәрен дә һөйөндөрһөн, Яңы йыл бәхет-шатлыҡ менән килһен!
9🔥2
👋 Бесәй табаны - башҡорт биҙәге

Башҡорт милли кейемдәрендә хисаплап сигелгән биҙәктәр ҙә бар.

Айырыуса был Ҡурған башҡорттарында киң таралған.

ХХ быуатта әҙер туҡымалар күбәйеп, кейемде нағышлау осраҡтары һирәгәйгән саҡта ла Ҡурған өлкәһендә хисаплап сигеү үҫешкән.

💯Сигеү ысулдарының да, орнаменттарҙың да үҙ атамалары булған.

👋"Бесәй табаны" - фотола күрһәтелгән орнамент тап шулай атала. Яҡтары сығыңҡырап торған ҡыя шаҡмаҡ был.

👋"Бесәй табаны"н ашъяулыҡ, күлдәк, ҡушаҡтарға сиккәндәр.

👋2-3-сө фотоларҙа алъяпкыс һәм ҡушъяулыҡ сите күрһәтелгән. Унда ла был нағышты күҙәтәбеҙ. Әйберҙәр Ҡурған өлкәһе, Сафакүл районы ауылдарында йәшәгән башҡорттарҙыҡы.

Ҡыҙыҡ булһа, ❤️ ҡуй.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
15👍3🥰1