Башҡорт донъяһы
670 subscribers
2.95K photos
1.58K videos
1 file
268 links
Download Telegram
🔥Башҡортса камил яҙған муниципалитет билдәле булған!

Кисә "Торатау" конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте эргәһендәге "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" законды тормошҡа ашырыу буйынса Комиссияның кәңәшмәһе үтте.

Сарала "БР-ҙың иң грамоталы муниципаль берәмеге - 2025" конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләгәндәр.


Башҡорт һәм рус телен камил белеүселәр бына улар:

🥇Стәрлетамаҡ ҡалаһы
🥈Күмертау ҡалаһы
🥉Салауат районы һәм Өфө ҡалаһының Совет районы

Уларҙы БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова тәбрикләне.

Конкурс Башҡортостандың дәүләт телдәрен популярлаштырыу, алтаҡталарҙағы хаталарҙы төҙәтеү маҡсатында ойошторолған.
6💯4👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әҙерһегеҙме

📍 Был матур календарҙар Өфөләге "Китап" магазинында һатыла. Яңы йылға шәп бүләк 👍
9👍5🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🎄"Яңы йыл - Еңеү йылы булһын!", - тине "Журналист" позывнойлы яугир.

Видео: "Юлдаш" радиоһынан.
25🔥10💩8👍7🤬1
Хәйерле иртә! 🌲
Шыршыҡайҙы биҙәнегеҙме әле? Фотоға төшөрөп ебәрегеҙ! 😉
8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
☁️"Аҡ болоттар" йәки "Оҙонсәс" - бер йыр тарихын тыңлағыҙ.

Видео: Гөлсөм Бикбулатова.
14
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Аһ, була шундай көн...


Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғырын һөйләй йәштәр.

Видео: Байегет Мөхәрләмов һәм Тимур Ямалов.
15🔥8
Хәйерле иртә! 💞

🔹Был "Ғаилә. Тыныс төш" (Семья. Мирный сон) тип аталған картинаны Башҡорт АССР-ның халыҡ рәссамы Павел Салмасов (1930-2017) 1969-1987 йылдарҙа ижад итә.

Рәссам ғаиләһе менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград өлкәһенән Башҡортостанға эвакуацияланған һәм ошонда төпләнеп ҡалған. Сибай ҡалаһында йәшәп китә, бик күп кенә картиналары шул яҡтарҙың тәбиғәтенә, көнкүрешенә арналған.


🌠"Ғаилә. Тыныс төш" картинаһында әсә кеше икмәк һәм йомортҡалар бешереп, иртәнге тамаҡ хәстәрләп йөрөгәне, ә йәштәр был мәлдә һаман тәмле төш күреп ятыуы һүрәтләнгән.

Элек бына шулай йорттарҙа айырым бүлмәләр булмаған шул.
Хәҙерге заманда бындай күренеш төрлө хис-тойғолар уята, шулай бит?
9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мөхәббәтле булығыҙ ❤️

Видео: Эльвира Сирусина.
14🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мөғжизәләр мәле етә...


Видео: Наил Юлгилдин.
12👍6😁5
📌Белоретта Көрәш йорто төҙөләсәк.

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән. Кисә спорт комплексы урынлашасаҡ урынды барып күргәндәр.

Был мәсьәлә Хөкүмәттең күсмә ултырышы сиктәрендә ҡаралған.


Шулай уҡ Белорет ҡалаһында коммуналь инфраструктура иҫкергән - ул нигеҙ тораҡ пункттарҙы үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендә хәл ителәсәк. Белорет ҡалаһы һәм Инйәрҙә бөтәһе 36 сара ҡаралған, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса - 15.

"Райондың тағы бер ауыртҡан урыны - юлдар. Халыҡты, атап әйткәндә, Аҙнағол ауылы эргәһендә Ағиҙел аша күпер яҙмышы борсой, бында беҙ аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Ауыл юл-транспорт ваҡиғалары булып торған Өфө - Инйәр - Белорет трассаһы айырым контролдә. Беҙҙең бурыс - уңайлы һәм хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итеү. Башҡа һорауҙар ҙа күп, яйлап уларҙы ла хәл итербеҙ",

- тип яҙған был турала республика етәксеһе.

Белорет районының яңыртылған юл картаһы 15,7 миллиард һумлыҡ 102 сараны үҙ эсенә алған.
10👍3💯1
Бер көндән!

Был аҙна мөғжизәләргә, яҡшылыҡҡа ышанысҡа, ҡыуаныс-шатлыҡтарға тулы булһын!

Фото: Елена Перминова.
8🥰2👌2
Нимә эшләргә?
Театрға барырға, әлбиттә!

Ата-әсәгә 12 көн ял, балаларҙың ҡышҡы каникулы булғанда ғаилә менән театрға барыу өсөн иң уңай осор. Республиканың төп театрҙарының афишаһын ҡарағыҙ😉
7🔥3💯2🙏1