📌Үҙен башҡорт тип танытҡан шағирға арналған күргәҙмә асылды.
🔹9 дәфтәрҙә торған ҡулъяҙмалар йыйынтығы БР Милли музейында һаҡлана. Тап шулар күргәҙмәгә ҡуйылған да инде.
🔹Күргәҙмәне асыу тантанаһына шағирҙың яҡташтары Тәтешле районынан килгән.
- ти музей директоры Айгөл Әминева.
БР Милли музейында шағир-мәғрифәтсе, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды.🔹Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков (ысын исеме тап шулай) үҙе тере саҡта 5 йыйынтығы донъя күргән. Күп әҫәрҙәре бөгөнгәсә баҫылып сыҡмаған.
🔹9 дәфтәрҙә торған ҡулъяҙмалар йыйынтығы БР Милли музейында һаҡлана. Тап шулар күргәҙмәгә ҡуйылған да инде.
🔹Күргәҙмәне асыу тантанаһына шағирҙың яҡташтары Тәтешле районынан килгән.
"Ғәли Соҡорой хеҙмәттәрен Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә өйрәнәләр. Ул Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының үҙ йөҙө, көсө барлығына инанған кеше. Ғәли Соҡорой - ҡыйыу рәүештә үҙен башҡорт тип танытҡан тәүге шағирҙарҙың береһе",
- ти музей директоры Айгөл Әминева.
❤8👍2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Урмандарға керһәң, ағас киҫһәң,
Кәкереһен киҫмә, төҙөн киҫ.
Кәкереһен киҫмә, төҙөн киҫ.
Гелән генә бергә булып булмаҫ,
Ултырайыҡ әле бөгөн кис.
Ултырайыҡ әле бөгөн кис.
©Башҡорт халыҡ йыры
Видео: Хәйҙәр Нәҙершин.
Кәкереһен киҫмә, төҙөн киҫ.
Кәкереһен киҫмә, төҙөн киҫ.
Гелән генә бергә булып булмаҫ,
Ултырайыҡ әле бөгөн кис.
Ултырайыҡ әле бөгөн кис.
©Башҡорт халыҡ йыры
Видео: Хәйҙәр Нәҙершин.
❤12😍1💘1
📌 Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалыусы тыуған көн бөгөн.
26 декабрҙә уҡытыусы-тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалыусы, Салауат Юлаев шәхесен һәм уның тарихын өйрәнеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тархан ЗАҺИҘУЛЛИН донъяға килгән.
🔹Ул Салауат районының Юныс ауылынан. Тархан Сәғит улы Әлкә ауылы мәктәбенә ҡырҡ йыл ғүмерен бағышлай - ике юғары уҡыу йортон тамамлаған уҡытыусы ул.
📍 Тархан Заһиҙуллин Салауат Юлаевҡа арналған музей булдырыу теләге менән яна башлай. Тәүҙә мәктәптең пионер бүлмәһендә крайҙы өйрәнеү мөйөшө барлыҡҡа килә.
Әбүзәр Сәйфуллин һәм башҡа хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, тотош ауыл халҡы менән берләшеп, ауыл мәктәбендә бер бүлмәлә музей барлыҡҡа килә.
Әммә Тархан Заһиҙуллин бының менән туҡтап ҡалмай. Әлкәнән төп Музей күсерелгәс, уның филиалын 1993 йылда клуб бинаһында астыра - "Салауаттың бала сағы" тип атала ул.

💯1965 йылдың 15 сентябре Салауат Юлаев музейының «тыуған көнө» һанала.1975 йылда Салауат Юлаев музейы район үҙәгендәге мәктәп-интернат бинаһының бер бүлмәһенә күсерелә. Аҙаҡ уның өсөн Малаяҙ ауылында ҙур иркен махсус бина төҙәлә. 1991 йылдың 15 июнендә яңы музей ишектәрен аса.
Әммә Тархан Заһиҙуллин бының менән туҡтап ҡалмай. Әлкәнән төп Музей күсерелгәс, уның филиалын 1993 йылда клуб бинаһында астыра - "Салауаттың бала сағы" тип атала ул.
❤8👍4👌1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Эх! 🔥🔥🔥
Был видеоға артыҡ һүҙ ҙә кәрәк түгел, йәштәр - афарин!
Видео: Инсаф Әғзәмов.

❤10🔥9👌3
🔥Башҡортса камил яҙған муниципалитет билдәле булған!
Кисә "Торатау" конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте эргәһендәге "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" законды тормошҡа ашырыу буйынса Комиссияның кәңәшмәһе үтте.
✅ Башҡорт һәм рус телен камил белеүселәр бына улар:
🥇Стәрлетамаҡ ҡалаһы
🥈Күмертау ҡалаһы
🥉Салауат районы һәм Өфө ҡалаһының Совет районы
Уларҙы БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова тәбрикләне.
Конкурс Башҡортостандың дәүләт телдәрен популярлаштырыу, алтаҡталарҙағы хаталарҙы төҙәтеү маҡсатында ойошторолған.

Сарала "БР-ҙың иң грамоталы муниципаль берәмеге - 2025" конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләгәндәр.
✅ Башҡорт һәм рус телен камил белеүселәр бына улар:
🥇Стәрлетамаҡ ҡалаһы
🥈Күмертау ҡалаһы
🥉Салауат районы һәм Өфө ҡалаһының Совет районы
Уларҙы БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова тәбрикләне.
Конкурс Башҡортостандың дәүләт телдәрен популярлаштырыу, алтаҡталарҙағы хаталарҙы төҙәтеү маҡсатында ойошторолған.
❤6💯4👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Әҙерһегеҙме❓
📍 Был матур календарҙар Өфөләге "Китап" магазинында һатыла. Яңы йылға шәп бүләк 👍

❤9👍5🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🎄"Яңы йыл - Еңеү йылы булһын!", - тине "Журналист" позывнойлы яугир.
Видео: "Юлдаш" радиоһынан.
Видео: "Юлдаш" радиоһынан.
❤25🔥10💩8👍7🤬1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
☁️"Аҡ болоттар" йәки "Оҙонсәс" - бер йыр тарихын тыңлағыҙ.
Видео: Гөлсөм Бикбулатова.
Видео: Гөлсөм Бикбулатова.
❤14
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Аһ, була шундай көн...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғырын һөйләй йәштәр.
Видео: Байегет Мөхәрләмов һәм Тимур Ямалов.
❤15🔥8
Хәйерле иртә! 💞
🔹Был "Ғаилә. Тыныс төш" (Семья. Мирный сон) тип аталған картинаны Башҡорт АССР-ның халыҡ рәссамы Павел Салмасов (1930-2017) 1969-1987 йылдарҙа ижад итә.
🌠"Ғаилә. Тыныс төш" картинаһында әсә кеше икмәк һәм йомортҡалар бешереп, иртәнге тамаҡ хәстәрләп йөрөгәне, ә йәштәр был мәлдә һаман тәмле төш күреп ятыуы һүрәтләнгән.
Элек бына шулай йорттарҙа айырым бүлмәләр булмаған шул.
Хәҙерге заманда бындай күренеш төрлө хис-тойғолар уята, шулай бит?

Рәссам ғаиләһе менән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград өлкәһенән Башҡортостанға эвакуацияланған һәм ошонда төпләнеп ҡалған. Сибай ҡалаһында йәшәп китә, бик күп кенә картиналары шул яҡтарҙың тәбиғәтенә, көнкүрешенә арналған.
🌠"Ғаилә. Тыныс төш" картинаһында әсә кеше икмәк һәм йомортҡалар бешереп, иртәнге тамаҡ хәстәрләп йөрөгәне, ә йәштәр был мәлдә һаман тәмле төш күреп ятыуы һүрәтләнгән.
Элек бына шулай йорттарҙа айырым бүлмәләр булмаған шул.
Хәҙерге заманда бындай күренеш төрлө хис-тойғолар уята, шулай бит?
❤9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мөхәббәтле булығыҙ ❤️
Видео: Эльвира Сирусина.
Видео: Эльвира Сирусина.
❤14🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мөғжизәләр мәле етә...
Видео: Наил Юлгилдин.
❤12👍6😁5
📌Белоретта Көрәш йорто төҙөләсәк.
Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән. Кисә спорт комплексы урынлашасаҡ урынды барып күргәндәр.
Шулай уҡ Белорет ҡалаһында коммуналь инфраструктура иҫкергән - ул нигеҙ тораҡ пункттарҙы үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендә хәл ителәсәк. Белорет ҡалаһы һәм Инйәрҙә бөтәһе 36 сара ҡаралған, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса - 15.
Белорет районының яңыртылған юл картаһы 15,7 миллиард һумлыҡ 102 сараны үҙ эсенә алған.

Был мәсьәлә Хөкүмәттең күсмә ултырышы сиктәрендә ҡаралған.
Шулай уҡ Белорет ҡалаһында коммуналь инфраструктура иҫкергән - ул нигеҙ тораҡ пункттарҙы үҫтереү буйынса федераль программа сиктәрендә хәл ителәсәк. Белорет ҡалаһы һәм Инйәрҙә бөтәһе 36 сара ҡаралған, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса - 15.
"Райондың тағы бер ауыртҡан урыны - юлдар. Халыҡты, атап әйткәндә, Аҙнағол ауылы эргәһендә Ағиҙел аша күпер яҙмышы борсой, бында беҙ аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Ауыл юл-транспорт ваҡиғалары булып торған Өфө - Инйәр - Белорет трассаһы айырым контролдә. Беҙҙең бурыс - уңайлы һәм хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итеү. Башҡа һорауҙар ҙа күп, яйлап уларҙы ла хәл итербеҙ",- тип яҙған был турала республика етәксеһе.

❤10👍3💯1