Башҡорт донъяһы
668 subscribers
2.95K photos
1.58K videos
1 file
269 links
Download Telegram
📌 Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән!

1993 йылда нәҡ 24 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы республиканың төп законын ҡабул иткән.

Әйткәндәй, беренсе тапҡыр Башҡортостан Конституцияһы тулыһынса республика тарафынан төҙөлә. Уға тиклемгеләре союз һәм Рәсәй документтарын һүҙмә-һүҙ ҡабатлаған була.

Был көн - Башҡортостанды Рәсәй Федерацияһының тиң хоҡуҡлы субъекты булыуын нығытҡан көн.
7🔥2🥰1🥱1
📌 Геопарктарҙың милли системаһы Башҡортостанда нигеҙләнәсәк.

Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ул ошо көндәрҙә ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияның дөйөм йыйылышында ҡатнашты.

Эшлекле сараны Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров етәкләне. Ул сығышында Шүлгәнташ мәмерйәһенең ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелеүе Рәсәй башланғысы менән атҡарылыуын һәм илебеҙ ошондай 34 объект менән хаҡлы ғорурланыуын белдерҙе.

"Был йыл беҙҙең өсөн айырыуса уңышлы булды: Бөтә донъя мираҫы исемлегенә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ташҡа төшөрөлгән һүрәттәр, ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә "Торатау"ыбыҙ индерелде. Өфө университетында ЮНЕСКО кафедраһы булдырылды, ә Ғафури районында Рәсәйҙәге беренсе "алтын ҡаҙаҡтар" асылды.

Беҙ туҡтап ҡалмаясаҡбыҙ. Бөгөн тағы бер мөһим аҙым яһаныҡ - Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй геология ғилми-тикшеренеү институтының генераль директоры Павел Химченко менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөнөк. Геопарктарҙың милли системаһын булдырыу йәһәтенән бергә эшләй башлайбыҙ, ул Башҡортостанда нигеҙләнәсәк",

- тине был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
👍4🔥32
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Башҡортостан райондары кеше булһа, тип фаразлап ҡарағанығыҙ бармы?

Видео: Нурзилә Усманова.
8👍3💯1
Дәүләт премияларына лайыҡ булыусыларҙы ҡотлайбыҙ! 🌹

Бөгөн Республика йортонда Ш. Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы менән Һ. Дәүләтшина исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаттары тәбрикләнде.

Тантана Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнөнә арнап ойошторолдо. Наградаларҙы БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе Искәндәр Әхмәтвәлиев тапшырҙы.

📍Шәйехзада Бабич исемендәге премия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә тапшырыла.

💯Быйылғы лауреаттар:
🔹 Дамир Тайыпов;
🔹 Заһиҙә Мусина һәм Рәзинә Урманшина;
🔹 Хәбир Аралбаев.

📍 Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өләһендә тапшырылған Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия "Бәхетстан" китабы өсөн Ниязбай Сәлимовҡа тапшырылды.

Әйткәндәй, Ш. Бабич исемендәге премия булдырылыуға 30 йыл тулды һәм Йәштәр сәйәсәте министрлығы башланғысы менән уның күләме 500 мең һумға ҡәҙәр арттырылды.

Ә бына балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижад итеүселәрҙе күтәрмәләүгә йүнәлтелгән Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия 2005 йылдан алып ике йылға бер тапҡыр тапшырыла. Ул рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиә биреү йүнәлтелгән ижадсыларға бирелә.
🔥7👏3💯31
“Башҡортостан” милли паркын ҡаргиҙәрҙә ҡыҙырығыҙ!

📍Милли парк хеҙмәткәрҙәре ҡаргиҙәрҙә йөрөргә теләүселәргә туристик маршруттар асҡан:
Нөгөш һыуһаҡлағысы буйлап;
Ҡыҙылташ – Соҡорой;
Ҡуҡрауыҡ – Ырғыҙлы – Шүлгәнташ.

Бының өсөн алдан уҡ милли парк буйлап ҡаргиҙәргә йөрөүгә рөхсәт алырға кәрәк. Быны Нөгөш һәм Ырғыҙлы ауылдарының визит-үҙәктәрендә эш ваҡытында йәки милли парктың сайты аша эшләргә була. Маршруттар 31 мартҡа тиклем асыҡ булыр, тип ниәтләйҙәр.

💯Яңы йыл каникулдарында экоһуҡмаҡтар буйлап ҡаргиҙәрҙә экскурсиялар, милли парктың визит-үҙәктәрендә оҫталыҡ дрестәре үтәсәк.
“Күп төрлө Күперле” тигән бер көнлөк тур ҙа ойошторола.

💥Ялдарҙы файҙалы һәм күңелле үткәрегеҙ!💥


Экскурсияларға яҙылыу өсөн: +7 (961) 046-76-06.

Тулыраҡ мәғлүмәт “Башҡортостан” милл паркы сайтында.
5🔥2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Илдар Абдраза­ҡов атаһы әйткән һүҙҙәрҙе Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға еткерҙе.

Тулыраҡ - видеола ҡарағыҙ 🔥

Президент уны бөгөн "Рәсәйҙең халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем менән наградланы.
8🔥5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йыл кәйефен "Бишбармаҡ" оркестры бүләк итә! 🎄

Уларҙың "Ҡыш бабай" тип аталған яңы йырын төрлө музыкаль майҙансыҡтарҙа тыңларға була: https://band.link/kyshbabay

Күтәренке кәйеф теләйбеҙ! ❤️
🔥72
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡорт самбосыһы 6 йыл эсендә Рәсәйҙең Халыҡ-ара класлы спорт мастеры исемен яулаған.

2019 йылда Әлиә Мөхәмәтйәнова Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәген асыуҙа ҡатнашҡан. Ул саҡта ҡыҙ спорт мастерына кандидат булған. Ә бөгөн ул "Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы" билдәһе менән наградланды.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов Әлиәне ҡотлап, иҫтәлекле фото бүләк иткән.

Афарин!
7👍3🔥1
📌 Бөгөн күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтың тыуыуына - 90 йыл.

Рәшит Ғимран улы хәҙерге Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылында тыуған. "Совет Башҡортостаны" гәзитендә, "Ағиҙел" журналында төрлө вазифаларҙа эшләй.
Әҙип айырыуса хикәйәләрҙе бик оҫта яҙа, бөгөн дә ул күптәргә өлгө булырлыҡ.


Рәшит Солтангәрәевтың ниндәй әҫәрен беләһегеҙ? Яҙығыҙ.
7👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Аҫҡын мәмерйәһендә йырлап ҡарағандар 🔥

Аҫҡын мәмерйәһе - Көньяҡ Уралдағы иң ҙур боҙло мәмерйә.


🧊Ундағы боҙ - боронғо реликт боҙо, боронғо боҙлоҡ дәүеренән ҡалған.

🧊Ул Архангел районының Аҫҡын ауылынан 3 км алыҫлыҡта Бәләкәй Аҫҡын йылғаһының үрендә, йылға тамағынан 70 м бейеклектә Олотауҙың көнсығыш битләүендә урынлашҡан.

🧊Мәмерйәнең оҙонлоғо 104 метр, киңлеге 40-60 метр, бейеклеге 12-26 метр.

🧊Бында ҡайтауаз яңғырап тора, йырлаһаң - моң әллә ҡайҙарға таралғандай.

📍 Мәмерйә "Торатау" геопаркына индерелгән һәм унда тик тәбиғәт паркының экскурсоводы оҙатыуында ғына инергә мөмкин.

Видео: alison_garnet
8🔥2
Тауыш бирегеҙ!
"Муниципаль берәмектәргә ингән ерҙәге стелалар һәм йәмәғәт киңлектәренең ишек алдары" II Бөтә Рәсәй конкурсының финалы башланды.

📍 Унда 1-се һан аҫтында Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы стелаһы ҡатнаша.

Стеланы быйыл Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигендә ҡуйҙылар.

Дуҫтар, дәррәү генә тауыш бирәйек!

vk.com/wall-224717408_130998
7👍2🔥2
📌Үҙен башҡорт тип танытҡан шағирға арналған күргәҙмә асылды.

БР Милли музейында шағир-мәғрифәтсе, ғалим һәм дин әһеле Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды.

🔹Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков (ысын исеме тап шулай) үҙе тере саҡта 5 йыйынтығы донъя күргән. Күп әҫәрҙәре бөгөнгәсә баҫылып сыҡмаған.

🔹9 дәфтәрҙә торған ҡулъяҙмалар йыйынтығы БР Милли музейында һаҡлана. Тап шулар күргәҙмәгә ҡуйылған да инде.

🔹Күргәҙмәне асыу тантанаһына шағирҙың яҡташтары Тәтешле районынан килгән.

"Ғәли Соҡорой хеҙмәттәрен Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә өйрәнәләр. Ул Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының үҙ йөҙө, көсө барлығына инанған кеше. Ғәли Соҡорой - ҡыйыу рәүештә үҙен башҡорт тип танытҡан тәүге шағирҙарҙың береһе",

- ти музей директоры Айгөл Әминева.
8👍2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Урмандарға керһәң, ағас киҫһәң,
Кәкереһен киҫмә, төҙөн киҫ.
Кәкереһен киҫмә, төҙөн киҫ.
Гелән генә бергә булып булмаҫ,
Ултырайыҡ әле бөгөн кис.
Ултырайыҡ әле бөгөн кис.


©Башҡорт халыҡ йыры

Видео:
Хәйҙәр Нәҙершин.
12😍1💘1
Көн оҙайыуға тартты, шулай ҙа ҡышҡы ҡояш бына шулай һүрән генә.🌝

Иҫке йылдың һуңғы йомаһы мөбәрәк булһын, һаулығығыҙ - ныҡ, кәйефегеҙ шәп булһын! 🥰
10
📌 Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалыусы тыуған көн бөгөн.

26 декабрҙә уҡытыусы-тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалыусы, Салауат Юлаев шәхесен һәм уның тарихын өйрәнеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тархан ЗАҺИҘУЛЛИН донъяға килгән.

🔹Ул Салауат районының Юныс ауылынан. Тархан Сәғит улы Әлкә ауылы мәктәбенә ҡырҡ йыл ғүмерен бағышлай - ике юғары уҡыу йортон тамамлаған уҡытыусы ул.

📍 Тархан Заһиҙуллин Салауат Юлаевҡа арналған музей булдырыу теләге менән яна башлай. Тәүҙә мәктәптең пионер бүлмәһендә крайҙы өйрәнеү мөйөшө барлыҡҡа килә.

Әбүзәр Сәйфуллин һәм башҡа хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, тотош ауыл халҡы менән берләшеп, ауыл мәктәбендә бер бүлмәлә музей барлыҡҡа килә.

💯1965 йылдың 15 сентябре Салауат Юлаев музейының «тыуған көнө» һанала.

1975 йылда Салауат Юлаев музейы район үҙәгендәге мәктәп-интернат бинаһының бер бүлмәһенә күсерелә. Аҙаҡ уның өсөн Малаяҙ ауылында ҙур иркен махсус бина төҙәлә. 1991 йылдың 15 июнендә яңы музей ишектәрен аса.

Әммә Тархан Заһиҙуллин бының менән туҡтап ҡалмай. Әлкәнән төп Музей күсерелгәс, уның филиалын 1993 йылда клуб бинаһында астыра - "Салауаттың бала сағы" тип атала ул.
8👍4👌1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Эх! 🔥🔥🔥

Был видеоға артыҡ һүҙ ҙә кәрәк түгел, йәштәр - афарин!

Видео: Инсаф Әғзәмов.
10🔥9👌3
🔥Башҡортса камил яҙған муниципалитет билдәле булған!

Кисә "Торатау" конгресс-холында Башҡортостан Хөкүмәте эргәһендәге "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" законды тормошҡа ашырыу буйынса Комиссияның кәңәшмәһе үтте.

Сарала "БР-ҙың иң грамоталы муниципаль берәмеге - 2025" конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләгәндәр.


Башҡорт һәм рус телен камил белеүселәр бына улар:

🥇Стәрлетамаҡ ҡалаһы
🥈Күмертау ҡалаһы
🥉Салауат районы һәм Өфө ҡалаһының Совет районы

Уларҙы БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова тәбрикләне.

Конкурс Башҡортостандың дәүләт телдәрен популярлаштырыу, алтаҡталарҙағы хаталарҙы төҙәтеү маҡсатында ойошторолған.
6💯4👍3