Башҡорт донъяһы
668 subscribers
2.95K photos
1.59K videos
1 file
270 links
Download Telegram
📌 Путин и киләсәк быуындар өсөн капсулаға һалып ҡалдырыр һүҙҙәрен еткерҙе:
«Беҙ, Рәсәйҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ваҡыт ағымында, ХХ һәм ХХI быуаттарҙа йәшәүселәр, ата-бабаларыбыҙ башҡарған барлыҡ эштәрҙе рәхмәт менән ҡабул иттек.

Беҙ барыһы кеүек - бөтә ерҙә һәм һәр ваҡыт ағымдағы мәшәҡәттәр менән йәшәнек, әммә бер урында торманыҡ. Беҙ алға барҙыҡ, эшләнек, көрәштек, һәм беҙҙең заман ҡуйған проблемаларҙы хәл итергә тырыштыҡ. Беҙ киләсәк хаҡында уйланыҡ, һеҙҙең хаҡта уйланыҡ.

Мөрәжәғәтнамәбеҙ хәҙер һеҙҙең ҡулда икән, тимәк, һеҙ ҙә үҙегеҙҙе дөйөм сикһеҙ ваҡыт ағымының бер өлөшө итеп хис итәһегеҙ.
Тимәк, һеҙ ҙә замандар бәйләнешен тояһығыҙ һәм аңлайһығыҙ.
Был бик мөһим, ошоноң менән һеҙҙе ҡотлайбыҙ. Тимәк, беҙ ҙә эшләгәндә, көрәшкәндә, һеҙҙең хаҡта уйлағанда бушҡа йәшәмәгәнбеҙ, күп нәмәгә өлгәшкәнбеҙ.

Һәр ваҡыт уңышлы, бәхетле булыуығыҙҙы, беҙ үҙ заманыбыҙҙа ата-олатайҙарыбыҙ менән ғорурланған кеүек, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең һеҙҙең менән ғорурланыуын теләйбеҙ».


Ә һеҙ ниндәй һүҙҙәр ҡалдырыр инегеҙ балаларығыҙға? Башҡортса яҙһағыҙ, берәй йөҙ йылдан бүлә-бүләсәрҙәрегеҙ һеҙҙең хатты уҡый һәм аңлай алырмы? Нисек уйҙайһығыҙ?
7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥БАШҠОРТТАР: ЙӨЙҺӨҘ СЫНЙЫР

Боронғо башҡорт ағас оҫталары һырлап эшләгән сынйырҙарҙың йөйө (йәбештерелгән, тоташтырылған урыны) юҡ. Уларҙы бөтөн ағастан эшләгәндәр.🔥


🔹Ағас сынйыр, дүңгәләктәр менән биҙәлгән ижауҙар һәм һауыттар эшләгән бер оҫта - Камал Ҡунаҡҡужин Ғафури районы Түбәнге Ташбүкән ауылында XIX быуат аҙағы - ХХ быуат башында йәшәгән.

🔹Был ауыл ҡарттарының береһе, үҙе лә ағас оҫтаһы Ғәни Ғәзизов йәш сағында Камал оҫта менән аралашыуы тураһында һөйләй һәм уның даны алыҫтарға таралыуын әйтә.
Ҡунаҡтар дүңгәләк уртаһында һыуһар - Өфө губернаһы символы һырланған сынйырҙарҙы айырыуса оҡшатҡан.

🔹Белорет районындағы оҫталар ҙа айыу, бүре, төлкө һынландырылған сынйырҙар яһаған.

Билдәле рәссам Василий Сыромятников 1937 йылда сыҡҡан "Сәнғәт" журналында шундай ағас сынйырҙы Художестволы музей өсөн һатып алыуы тураһында хәбәр итә.
Был сынйыр 72 оҙонса звенонан һәм эсендә бүре эшләнгән дүңгәләктән тора

"Күпме хеҙмәт, энергия, маҡсатҡа ирешеү өсөн ныҡышмалылыҡ!"

- тип һоҡланып яҙа рәссам сынйырҙы эшләгән оҫта тураһында.

🎬Видеола: Башҡортостан Милли музейында һаҡланған ағас сынйырҙар, ижауҙар һәм сынйырлы шәмдәл (подсвечник).

📍Әйткәндәй, ижауҙарға ла шундай сынйырҙар эшләгәндәр - хужабикәгә элеп ҡуйыуы еңел булһын һәм матурлыҡ өсөн.
8🔥3
Хәйерле көн! ☀️ ☃️

Фото: Елена Перминова.
9
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәхмәтебеҙ сикһеҙ, яҡташтар!

"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкына республиканан оҙатылған гуманитар ярҙам килеп етте. Уны "Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы ҡыҙҙары ебәргән. Улар дрон алыуға аҡса йыйҙы. Тейешле сумманы туплауҙа бөтә Башҡортостан ҡатнашты. Ҡошсоҡтар хәрбиҙәр өсөн үтә лә мөһим. Белорет, Стәрлетамаҡ халҡы ла егеттәргә кәрәк-яраҡтар ебәргән. Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары яҙған хаттар беҙгә көс һәм дәрт өҫтәй.
"Ете ҡыҙ" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ләйсән Рабаданова һәм ойошма ағзаһы Дилбәр Әһлиуллинаға айырым рәхмәт белдерәбеҙ.
Тыуған яҡ күстәнәстәре беҙгә күңел ҡыуанысы, йөрәккә һәм беләккә ныҡлыҡ бирә. Беҙ бергә һәм Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
8🔥2🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Беҙҙе яңы клип көтә, тиҙәр 🔥

Видео: AY YOLA һәм Алһыу.
🔥157🥰1
🎄10 көн ҡалды. Кәйефтәр нисек?
11
📌Торатауҙа Ҡыш бабай тирмәһе асылған.

20 декабрҙә үткән был байрамға меңдән ашыу кеше килгән.


🔥Тирмә 11 ғинуарға тиклем иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 9-ға ҡәҙәр эшләй.

Этнокомплекста көн һайын саралар ойоштороласаҡ:
🔹урамда шыршы тирәләй яңы йыл сараһы;
🔹 ҡышҡы һабантуй;
🔹шыршы уйынсығын эшләү буйынса; оҫталыҡ дәресе - һәр кешенән 200 һум;
🔹 уҡ атыу - 3 тапҡыр атыу өсөн 250 һум;
🔹 санала йөрөү: айырым - 1000 һум, төркөм менән - 300 һум, 15 минут;
🔹 ҡаргиҙәрҙә йөрөү - 350 һум;
🔹 милли кейемдә фотоға төшөү - бер кешенән 500 һум.

Ҡыш бабай тирмәһенә инеү - һәр балаға 350 һум, уларҙы оҙатып йөрөүсе 1 өлкән кешегә инеү бушлай.
8
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында Яңы йыл шыршыһын асҡандар, тип хәбәр итәләр 🎄
Бик матур байрам ойошторолған, халыҡ ихлас ҡатнашҡанлығы күренеп тора, афариндар!👏
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
8🔥3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Бишбармаҡ-шоу" - башҡорт телендә подкастың яңы сығарылышында "Халыҡ риэлторы" - Йәзилә Фәизова.

Әбйәлил районы Дауыт ауылынан эшлекле ханым менән бик ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле әңгәмәне ошонда тыңлағыҙ.
🔥9👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурайҙа кемеһе уйнай?
Был видеоны күрҙегеҙме әле ул? Тағы ла М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының талантлы артистары 🔥
💯8🔥32
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында байрамса 🎄🔥
Ә һеҙ был мәҙәниәт усағына йөрөйһөгөҙмө?
👍93🎄2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашырға тейеш"

Быйыл да балалар Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың эш кабинетына ҡунаҡҡа килеп, аралашып, бүләккә һүрәттәрен тапшырып ҡайтҡан.

💯"Балаларҙың хыялдары тормошҡа ашырға тейеш. Һәм беҙ быны эшләй алабыҙ икән, шәп",

- тип яҙған республика етәксеһе.

🔹Бөгөн уға ҡунаҡҡа Салауат районынан Максим Шаһиморатов һәм Октябрьский ҡалаһынан Әминә Шәңгәрәева килгән. Билдәле булыуынса, Максим былтыр республика Башлығына Тура бәйләнеш барышында уның эш кабинетын күрергә теләп, мөрәжәғәт иткәйне.

"Ул саҡта беҙ уның менән беренсе тапҡыр күрештек һәм бер йылдан тағы килер, тип һүҙ ҡуйыштыҡ.
Максимдың яҙмышы еңел түгел. Әммә һаулыҡ яғынан ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул изге, асыҡ күңелле малай булып ҡала алған. Быйыл ике тапҡыр беҙҙең "Салют" реабилитация үҙәгендә булды. Һәм артабан да уға ярҙам итәсәкбеҙ",

- тип яҙған Радий Фәрит улы.

🔹Максим һәм Әминә һүрәт төшөрөп, республика етәксеһенә бүләк иткән.

Әминә Шәңгәрәева ла быйыл Тура бәйләнешкә яҙып ебәргән булған: художество мәктәбе уҡыусыһы Республика көнөнә төшөргән һүрәтен Радий Хәбировҡа бүләк итергә теләгән. Ул дүртенсе синыфта белем ала.

"Балаларға уңыштар, һаулыҡ теләйем! Ә барлыҡ өлкәндәргә шундай үтенесем бар - балаларға яҡшылыҡ бүләк итегеҙ. Уларҙың шат йылмайыуҙары өсөн йәшәйбеҙ",

- ти Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
11👍4👏2
Хәйерле иртә! ☀️
Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын 🎄


📍Фотола: Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылында ҡуйылған төп шыршы.
62
📌 Башҡорт халҡының өзләү оҫталығы Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған этномәҙәни байлығы объекттарының берҙәм исемлегенә индерелеүе ихтимал.

Был маҡсатта күптән түгел Эксперт советы кәңәшмәһендә донъяға билдәле AY YOLA төркөмө солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов һәм халыҡ сәсәне Илһам Байбулдин сығыш яһаған.

Өзләү - төрки халыҡтары араһында тик башҡорт, тыва һәм яҡуттарҙа ғына һаҡланып ҡалған боронғо вокал төрө. Тәүге тапҡыр уның турала XIX быуатта яҙалар, шул иҫәптән Владимир Даль.

Илһам Байбулдин өс төрлө өзләп, башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләп күрһәтә.

Совет кәңәшмәһе барышында шулай уҡ башҡорт халыҡ уйындары, Башҡортостан немецтарының аш-һыу әҙерләү ысулдары, сыуаштарҙың күрәҙәселек үҙенсәлектәре лә тикшерелгән.
📍Һөҙөмтәлә Берҙәм реестрға 32 яңы объект өҫтәргә ҡарар ителгән.
7🔥2👍1
🔥"Башҡорт еренең серҙәре" - Яңы йыл алдынан "Турахан" визит-үҙәгенә лекция тыңларға барығыҙ!

Башҡорт ерҙәре борон ниндәй урынды биләгән? Беҙҙең тупраҡта ниндәй ҡомартҡылар һәм тарих һаҡлана? Бынан 7-8 быуат элек ата-бабаларыбыҙ нисек йәшәгән?


Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейында археологтар һәм тарихсылар яуап бирә.

27 декабрҙә музейҙың "Турахан" визит-үҙәгендә тарих фәндәре докторы, профессор Булат Аҙнабаев һәм тарих фәндәре кандидаты, археолог Айнур Түзбәков лекция һөйләй.

Башлана: сәғәт 14:00, инеү бушлай.

📍 Өфөнән бушлай автобусҡа ултырып барып ҡайтырға мөмкин:
🔹 Нисек: +7 (917) 487-53-76 телефонын шылтыратып мотлаҡ яҙылырға;
🔹 Ҡасан: сәғәт 12:00-гә килергә;
🔹 Ҡайҙа: БР Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-ғәмәли үҙәк офисында - Чернышев урамы, 47 адресы буйынса йыйылырға.
6🔥3👍2