БИҘӘКСЕ КЕМ УЛ?
Д.П. Никольский семәрле ҡымыҙ һауыттарын эшләүҙе күҙ уңында тотоп былай тип яҙа:
- тип яҙа үҙенең “Башҡорттарҙа ағас семәрләү һәм биҙәк төшөрөү” китабында этнограф Светлана Шитова.
📸Фото: Рәсәй этнография музейы фондында һаҡланған ҡымыҙ менән һыйлау өсөн тәғәйенләнгән һауыт-һабалар. ХХ быуат башында төшөрөлгән.
Д.П. Никольский семәрле ҡымыҙ һауыттарын эшләүҙе күҙ уңында тотоп былай тип яҙа:
“Башҡорттар арһында был өлкәлә ҡайһы берҙә бигерәк оҫта кешеләрҙе тап итергә мөмкин, уларға алыҫтарҙан заказ бирәләр”.💯Ағаста нескә биҙәктәр төшөрөп семәрләгән оҫталарҙы “биҙәксе” тип йөрөткәндәр.
"Ҡыҙғанысҡа күрә этнографтар XIX быуатта йәки XX быуат баштарында эшләгән талантлы кешеләрҙең исеме онотола башлаған осорҙа ғына халыҡ ижадын өйрәнеүгә тотонған. Ә үҙ заманында тирә-йүнгә билдәле оҫталар булған",
- тип яҙа үҙенең “Башҡорттарҙа ағас семәрләү һәм биҙәк төшөрөү” китабында этнограф Светлана Шитова.
📸Фото: Рәсәй этнография музейы фондында һаҡланған ҡымыҙ менән һыйлау өсөн тәғәйенләнгән һауыт-һабалар. ХХ быуат башында төшөрөлгән.
❤7🔥4👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Ә һеҙ был башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен беләһегеҙме?
Видео: талантлы фотограф Гөлназ Ғәлимуллина ижады.
Видео: талантлы фотограф Гөлназ Ғәлимуллина ижады.
👍10❤5🔥4
⭐Юнармиясылар йыйылды
Бөгөн М. Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте ағзалары йыйылды. Улар “Саҡырыу” республика ҡышҡы уйындарында ҡатнашты.
Уйындарҙа 36 команда көс һынашты – һәр береһендә алтышар кеше. Өс көн дауамында үҫмерҙәр хәрби медицина белемдәрен, физик, строевой әҙерлеген, мәргәнлеген күрһәтте.
💯“Юнармия” хәрәкәте Башҡортостанда әүҙем үҫешә, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров. Әлеге көндә беҙҙә 30 мең баланы берләштергән 602 юнармиясы отряды бар.
- тине БР Башлығы Радий Хәбиров, юнармиясылар менән осрашыуҙа.
📍Шулай уҡ республика етәксеһе киләһе йылда Стәрлебаш районында Шишмәләге кеүек парк асырға ниәтләнеүҙәре тураһында белдерҙе.

“Барығыҙ ҙа беҙгә бик ҡәҙерле. Сөнки һеҙ, етеп килгән быуын, күпмелер ваҡыттан республиканың үҫеше, алға барышы өсөн яуаплы буласаҡһығыҙ. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – бында үткәргән өс көнөгөҙ эсендә һеҙгә билдәле оҫталыҡ һәм белем биреү, тәү сиратта һеҙ – ҙур дәүләт, Рәсәй Федерацияһы граждандары икәнлекте төшөндөрөргә һәм илһөйәр булырға, илде һаҡларға һәм уның мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәргә тейешлекте аңлатырға бурыслыбыҙ”,
- тине БР Башлығы Радий Хәбиров, юнармиясылар менән осрашыуҙа.
📍Шулай уҡ республика етәксеһе киләһе йылда Стәрлебаш районында Шишмәләге кеүек парк асырға ниәтләнеүҙәре тураһында белдерҙе.
❤5👍3💯2🤔1
📌 Өфөлә һырғалаҡтар асылды - конькиҙарығыҙҙы сығарығыҙ!
Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн конькиҙа йөрөү өсөн махсус майҙансыҡтар эшләй башланы. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев уларҙың исемлеген килтерә: һәр районда һырғалаҡ бар. Иң күбе Октябрь районында - 9, унан Киров районы берәүгә генә ҡалыша.
❗Иҫкәртәбеҙ: әле йылға-күлдәрҙә боҙ ҡатмаған, шуға махсус ойошторолған майҙансыҡтарҙа ғына конькиҙа йөрөгөҙ.
Күптәр ошо көндәрҙә Бөрө районында бер көтөү һарыҡ боҙ аҫтына китеп, әрәм булыуы тураһында ишеткәндер.
Күңелле ҡышҡы уйындар мәле етте - бәхетһеҙлеккә урын булмаһын! 😇

Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы хәүефтән аралағыҙ.
Күңелле ҡышҡы уйындар мәле етте - бәхетһеҙлеккә урын булмаһын! 😇
❤5🔥4🤝1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҙур ырыуҙан икәнһең, өлгөрлөк кәрәк 👍
Ә һеҙҙең ырыуығыҙға бәйле берәй әйберегеҙ бармы?
❤13🔥4👍3
ҠЫШ❄️
Ерҙең өҫтө ап-аҡ, ап-аҡ,
Эй, ҡар яуған да яуған.
Яландар, ҡырҙар, урмандар
Шул ҡар аҫтында ҡалған.
Эштән арып ятҡан кеүек,
Тынғандар инде ҡырҙар.
Мамыҡ юрғанға төрөнөп.
Хәл йыя төҫлө улар.
Ҡояш та ялда шикелле,
Йылытмай ерҙең өҫтөн.
Сығып ҡырҙарҙы ҡарай ҙа
Тиҙ генә ята төҫлө.
Ә елдәр йөрөй маһайып,
Ыжғыра ла һыҙғыра.
Ер өшөһөн тигән кеүек,
Ҡырҙарҙы пыр туҙҙыра.
Яланғас ҡала ер йөҙө,
Һалҡындан китә туңып.
Ә ҡояш хәлһеҙ шикелле,
Йылыта алмай уны...
Назар НӘЖМИ.
📍Фото: Күгәрсен районы, Мораҙым тарлауығы.

❤9
"Егеттәребеҙ өр-яңы тарих яҙа, журналист бурысы шуны дөрөҫ яҙып алыу һәм киләсәк быуындарға еткереү",
- ти Махсус хәрби операция биләмәһендә бурысын үтәгән журналисыбыҙ Рафиҡ Әхмәтшин.
💯Ошо көндәрҙә Рафиҡ Әхмәтшин яу ҡырында төшөрөлгән репортаждары өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының журналистика өлкәһендәге "Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ" премияһына лайыҡ булды.
"Фронттан әҙерләнгән яҙмалар яугирҙарыбыҙҙың ҡыйыулығы һәм батырлығы тураһында. Конкурстың баһалама комиссияһына, коллегаларыма ҙур рәхмәт!- тип яҙған Рафиҡ Үзбәк улы үҙенең ТГ-каналында һәм Башҡортостан Башлығы йөҙөндә барлыҡ республика халҡына яугирҙарға ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәтен белдергән.
"Башҡортостан" полкы яугирҙары ҡурҡыу белмәҫ, эшһөйәр һәм тыйнаҡ. Бөгөн күптәре герой булыуы хаҡында уйламай. Шуның менән хеҙмәтебеҙ ҡиммәтле лә. Улар тураһында яҙыу, һөйләү бик мөһим. Сөнки уларҙың һәр береһе - тарихтың бер өлөшө",
👍12❤6👎3🥰1
📌Башҡорт телен һаҡлауҙа һәм киләһе быуындарға тапшырыуҙа төп бурыс кем иңдәрендә?
Был хаҡта һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы ойошторолған мәҙәни саралар тураһында Вәлитов-TV сығарылышында.
Был хаҡта һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы ойошторолған мәҙәни саралар тураһында Вәлитов-TV сығарылышында.
Telegram
Валитов TV
Телеңдең яҙмышын ҡайғыртһаң - өйөңдә һөйләш!
👍10💩10👌8💯4🤮2👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәңге йәшә, башҡорт теле! ❤️
Видео: талантлы йәш йырсы Гәлсәр Байғусҡарова 🔥
Видео: талантлы йәш йырсы Гәлсәр Байғусҡарова 🔥
🔥12👍9❤7
❓БЕРЕНСЕ БАШҠОРТ СЕРИАЛЫ ҡасан төшөрөлгәне тураһында беләһегеҙме, дуҫтар?
🔥"Бөртөкләп йыйыла алтын" күп сериялы художестволы фильмы билдәле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың романы буйынса төшөрөлә.
🔸Был телеспектакль (ул саҡта тап шулай тип йөрөтөлә) 6 сериянан тора.
🔹Сценарий авторы - Фуат Бейешев;
🔹 Режиссеры - Әмир Абдразаҡов;
🔹 Ҡуйыусы операторы - Рафаэль Биккинин.
📍 Сериал һәм Яныбай Хамматовтың ижады, тормош юлынан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән БР Милли музейында ойошторолған бай йөкмәткеле күргәҙмәлә таныша алаһығыҙ.
🎁Ә беҙҙән һеҙгә "бүләк" - фотолағы QR-код буйынса үтеп, ҡарарға мөмкин.🔥
❗Был һылтанма күргәҙмә тамамланғанға тиклем эшләй.
Белмәһәгеҙ, 1979 йылда төшөргәндәр уны.

❤8👍4🔥3
📌Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына йомғаҡ яһалды.
📍 Республикала 54 төр ярҙам сараһы күрһәтелә, шуларҙың 11-е быйыл булдырылған һәм яугирҙар тураһында һәр яҡлап хәстәрлек күрергә ярҙам итә. Төп йүнәлештәр - медицина реабилитацияһы, социалләштереү һәм эшкә урынлаштырыу.
Был маҡсаттарға бүленгән аҡса былтырғы йылдан ике тапҡырға арттырылған һәм 30,8 миллиард һум тәшкил иткән.
- тине тантаналы сарала сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
Йыл тамамланһа ла, был йүнәлештәге эш һис туҡтатылмай, тип белдерҙе республика етәксеһе. Был системаны бер тәртипкә һалып алырға кәрәк, ул һөҙөмтәле булырға тейеш.
📍 Әйткәндәй, Өфөлә лә "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының филиалы асылды! Ул Совет майҙаны эргәһендә урынлашҡан.

"Комплекслы консультация һәм ғәмәлдә ярҙам күрһәтеү өсөн беҙ бөтә район-ҡалаларҙа ла МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәктәрен асабыҙ. Уларҙа бер урында власть, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының социаль координаторҙары, МХО ветерандары ассоциацияһы вәкилдәре һәм башҡа йәмәғәт ойошмаларының тырышлығы берләшә. Бөгөн урындарҙа шундай барлыҡ талаптарға яуап биргән 20 үҙәк уңышлы эшләп килә һәм беҙ был йүнәлештә дауам итәсәкбеҙ",

👍6❤5💯5🤡3