Башҡорт донъяһы
667 subscribers
2.96K photos
1.59K videos
1 file
270 links
Download Telegram
Ҡыш һулышын тояһығыҙмы? 🌬️

Тышта һыуыҡ, буран булһа ла, өйөгөҙҙә тыныс, йылы булһын! ❤️

Фото: Елена Перминова.
102🥰2🙏1
Һуңғы бер аҙнала республикала 4 социаль объект асылды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү буйынса Совет ултырышы сиктәрендә Ишембай, Хәйбулла һәм Мәсетле райондарында яңы мәҙәниәт йорттары асылғайны.

Кисә Асҡын районында өр-яңы поликлиника сафҡа инде. Уны асыу тантанаһында (ВКС форматында) Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова һәм илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко ҡатнашҡан.
Шулай итеп, Асҡын районында беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы тулыһынса яңыртылып бөткән. Бығаса райондың ауылдарында иҫке ФАПтар урынына заманса фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылғайны - һуңғы бер нисә йылда өр-яңы медпункттар Иҫке Ҡаҙансы, Ключи, Ҡубыяҙы, Мутайылға , Ҡарткиҫәк, Упҡанкүл, Яны Ҡара, Билгеш ауылдарында барлыҡҡа килде. Заманса йыһазландырылған ҙур поликлиника Асҡында һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау буйынса ҙур эштең йомғаҡ өлөшө. Заманса бина менән бер рәттән төпкөл райондарға көн талабына тура килгән йыһаздар ҙа ҡайтарыла, сифатлы медицина хеҙмәтен күрһәтеү мөмкинлектәре тыуҙырыла. Әйткәндәй, әлеге мәлдә республикала бер юлы тағы ла бер нисә район поликлиникаһын төҙөү эше алып барыла.

Халыҡ-ара кимәлдәге спорт объекты йә Кампус ише республика өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булған учреждениелар менән бер рәттән ябай халыҡ өсөн мөһим объекттар асылыуы күп нәмә хаҡында һөйләй. Был тыуған еренә ерегеп йәшәгәндәр хаҡындағы хәстәрлек тә, төбәктең киләсәген үҙ ҡулына алыр йәш быуын өсөн шарттар тыуҙырыу сәйәсәте лә. Бөгөн шул уҡ ауыл клубтары йә ФАПтарҙы күҙ уңында тотҡанда, республикала уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән социаль инфраструктура яңыртылыуын һыҙыҡ аҫтына алырға кәрәк. Йәғни бөгөн ауыл-райондарҙың иң кәмендә алдағы илле йыллығы хәстәрләнә.
👏8👍21
📌 Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһының сираттағы лауреаттары билдәле булды.

Кисә БР Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев рәйеслегендә конкурс комиссияһы барлыҡ тәҡдим ителгән эштәрҙе тикшергән.


📍 Йәшерен тауыш биреп, юғары наградаға лайыҡ кешеләр исеме билдәләнгән, бына улар:

🔹 Дамир Тайыпов - "Вокаль сәнғәте өлкәһендә юғары профессиональ ҡаҙаныштары һәм башҡорт музыкаһын пропагандалаған өсөн";
🔹Заһиҙә Мусина һәм Рәзинә Урманшина - "Кемел Тоҡаевтың "Серле эҙ" китабына әҙәби тәржемә яһаған һәм заман милли прозаһына үҫтереүгә өлөш индергән өсөн";
🔹Хәбир Аралбаев - "Өс таған" хореографик картинаһы солисы булараҡ башҡорт милли сәхнә бейеүе өлкәһендә эше һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫы булараҡ башҡорт хореография сәнғәтен күтәргән өсөн".

Йәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! ❤️
7👏3🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Башҡорт теле", Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева шиғыры.

Уҡый: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәзилә Билалова.

Видео: Нурзилә Усманова.
11🔥5💘2
Һорауың бармы? Мөрәжәғәт ит!
Башҡортостан халҡы ил президентына һорау бирә ала.

Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары 19 декабрҙә сәғәт төшкө 12-лә үтә (Мәскәү ваҡыты менән, беҙҙеңсә сәғәт төшкө 2 була).


Президентҡа килгән һорауҙарҙы эшкәртеүсе ирекмәндәр әйтеүенсә, әле үк 1,3 миллион һорау килгән. Улар араһында төбәк кимәлендә хәл ителерҙәй булғандары шунда уҡ тейешле дәүләт структураларына йүнәлтелә.

📍Мөрәжәғәттәр moskva-putinu.ru (москва-путину.рф)
сайтында ҡабул ителә.

8-800-200-40-40 һандарына шылтыратырға мөмкин.
0-40-40 номерына СМС һәм ММС хәбәрҙәр яҙырға була.

Шулай уҡ "Бәйләнештә" һәм "Класташтар" социаль селтәрҙәрендә, Макс мессенджеры аша ла һорау бирә алаһығыҙ.

Мөрәжәғәттәр 19 декабрҙә тура бәйләнеш тамамланғансы ҡабул ителәсәк.
👍5🤮5👌5💯5💩3👎2
🔥"Ай, былбылым"ды ишеттегеҙме?

AY YOLA төркөмө һәм Алһыу башҡарыуында "Ай, былбылым" башҡорт халыҡ йыры заманса яңғырай.

Йырҙы бөтә музыкаль майҙансыҡтарҙа тыңларға мөмкин. Ошонда баҫ.
11🔥2
📌 Голландиянан сәләм юллағандар!

🏹1813 йылдың ноябрендә башҡорт полктары казактар менән бергә Эйссель йылғаһын һуғышып аша сыға. Улар менән генерал фон Бенкендорф командалыҡ итә.
Был ваҡиға Нидерландтар Короллеген Наполеон баҫҡынсылығынан азат итеүгә башланғыс һала.

🏹Ошо тарихҡа арнап, 2018 йылда Нидерландтарҙа һыбайлы башҡорт яугирына һәм генерал А.Х. Бенкендорфҡа бронзанан һәйкәл ҡуйылды.

Был Хеерде һәм Олст-Вейе муниципалитеттары башланғысында бойомға ашырыла.

🏹Башкорттарҙың яугирлығын бар донъяға хәтерләтеп торған һәйкәлде сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә һис онотмай. Ике йылға бер мәртәбә бында саралар ойоштороп киләләр.
🔥Быйыл сираттағы сағыу мәҙәни сара үткән һәм был хаҡта Германияла йәшәүсе яҡташыбыҙ Ирек Байышев хәбәр итеп, сәләмен еткергән.


📍 Әйткәндәй, һыбайлы башҡорт яугирына һәйкәлдең бейеклеге 3,5 метр, постаменты - 4 метр бейеклектә.
Унда башҡорт һәм рус телдәрендә шундай яҙыу бар: "1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан легендар башҡорт полктарына".
14🔥5👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көндө HAZINA төркөмөнөң өр-яңы йырына арналған видеояҙмаһын ҡарауҙан башлап ебәрәйек әле.🌸

Бынан бер нисә йыл элек кенә лә өлкәндәр йәштәребеҙҙе йырлаған йырҙарының мәғәнәһе булмаған өсөн тәнҡитләй торғайны. Ә бына хәҙер ниндәй матур йырҙар ижад итәләр!


Йырҙы тулыһынса бөтә музыкаль майҙансыҡтарҙа ла тыңларға мөмкин, тип хәбәр итә һылыуҙар.
11🔥7
БИҘӘКСЕ КЕМ УЛ?
Д.П. Никольский семәрле ҡымыҙ һауыттарын эшләүҙе күҙ уңында тотоп былай тип яҙа:
“Башҡорттар арһында был өлкәлә ҡайһы берҙә бигерәк оҫта кешеләрҙе тап итергә мөмкин, уларға алыҫтарҙан заказ бирәләр”.
💯Ағаста нескә биҙәктәр төшөрөп семәрләгән оҫталарҙы “биҙәксе” тип йөрөткәндәр.

"Ҡыҙғанысҡа күрә этнографтар XIX быуатта йәки XX быуат баштарында эшләгән талантлы кешеләрҙең исеме онотола башлаған осорҙа ғына халыҡ ижадын өйрәнеүгә тотонған. Ә үҙ заманында тирә-йүнгә билдәле оҫталар булған",

- тип яҙа үҙенең “Башҡорттарҙа ағас семәрләү һәм биҙәк төшөрөү” китабында этнограф Светлана Шитова.

📸Фото: Рәсәй этнография музейы фондында һаҡланған ҡымыҙ менән һыйлау өсөн тәғәйенләнгән һауыт-һабалар. ХХ быуат башында төшөрөлгән.
7🔥4👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙ был башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен беләһегеҙме?

Видео: талантлы фотограф Гөлназ Ғәлимуллина ижады.
👍105🔥4
Юнармиясылар йыйылды

Бөгөн М. Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Юнармия” Бөтә Рәсәй балалар-үҫмерҙәр хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте ағзалары йыйылды. Улар “Саҡырыу” республика ҡышҡы уйындарында ҡатнашты.

Уйындарҙа 36 команда көс һынашты – һәр береһендә алтышар кеше. Өс көн дауамында үҫмерҙәр хәрби медицина белемдәрен, физик, строевой әҙерлеген, мәргәнлеген күрһәтте.

💯“Юнармия” хәрәкәте Башҡортостанда әүҙем үҫешә, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров. Әлеге көндә беҙҙә 30 мең баланы берләштергән 602 юнармиясы отряды бар.

“Барығыҙ ҙа беҙгә бик ҡәҙерле. Сөнки һеҙ, етеп килгән быуын, күпмелер ваҡыттан республиканың үҫеше, алға барышы өсөн яуаплы буласаҡһығыҙ. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – бында үткәргән өс көнөгөҙ эсендә һеҙгә билдәле оҫталыҡ һәм белем биреү, тәү сиратта һеҙ – ҙур дәүләт, Рәсәй Федерацияһы граждандары икәнлекте төшөндөрөргә һәм илһөйәр булырға, илде һаҡларға һәм уның мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәргә тейешлекте аңлатырға бурыслыбыҙ”,

- тине БР Башлығы Радий Хәбиров, юнармиясылар менән осрашыуҙа.

📍Шулай уҡ республика етәксеһе киләһе йылда Стәрлебаш районында Шишмәләге кеүек парк асырға ниәтләнеүҙәре тураһында белдерҙе.
5👍3💯2🤔1
📌 Өфөлә һырғалаҡтар асылды - конькиҙарығыҙҙы сығарығыҙ!

Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн конькиҙа йөрөү өсөн махсус майҙансыҡтар эшләй башланы. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев уларҙың исемлеген килтерә: һәр районда һырғалаҡ бар. Иң күбе Октябрь районында - 9, унан Киров районы берәүгә генә ҡалыша.

Иҫкәртәбеҙ: әле йылға-күлдәрҙә боҙ ҡатмаған, шуға махсус ойошторолған майҙансыҡтарҙа ғына конькиҙа йөрөгөҙ.

Күптәр ошо көндәрҙә Бөрө районында бер көтөү һарыҡ боҙ аҫтына китеп, әрәм булыуы тураһында ишеткәндер.
Үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы хәүефтән аралағыҙ.


Күңелле ҡышҡы уйындар мәле етте - бәхетһеҙлеккә урын булмаһын! 😇
5🔥4🤝1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҙур ырыуҙан икәнһең, өлгөрлөк кәрәк 👍
Ә һеҙҙең ырыуығыҙға бәйле берәй әйберегеҙ бармы?
13🔥4👍3
ҠЫШ❄️
Ерҙең өҫтө ап-аҡ, ап-аҡ,
Эй, ҡар яуған да яуған.
Яландар, ҡырҙар, урмандар
Шул ҡар аҫтында ҡалған.
Эштән арып ятҡан кеүек,
Тынғандар инде ҡырҙар.
Мамыҡ юрғанға төрөнөп.
Хәл йыя төҫлө улар.
Ҡояш та ялда шикелле,
Йылытмай ерҙең өҫтөн.
Сығып ҡырҙарҙы ҡарай ҙа
Тиҙ генә ята төҫлө.
Ә елдәр йөрөй маһайып,
Ыжғыра ла һыҙғыра.
Ер өшөһөн тигән кеүек,
Ҡырҙарҙы пыр туҙҙыра.
Яланғас ҡала ер йөҙө,
Һалҡындан китә туңып.
Ә ҡояш хәлһеҙ шикелле,
Йылыта алмай уны...

Назар НӘЖМИ.

📍Фото: Күгәрсен районы, Мораҙым тарлауығы.
9