Башҡорт донъяһы
667 subscribers
2.97K photos
1.59K videos
1 file
270 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Искәндәр Ғәзизов утынды ултырып ҡына яра😎 Ә һеҙ?
🔥165👍5🥰3
Үҙе кеүек тырыштарға Өфөләге студенттар кампусынан сәләм юллай был бал ҡорто 🫶

Томанға ҡарамай, төҙөлөш дауам итә. Тиҙҙән бында йәштәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған күп ҡатлы ятаҡ барлыҡҡа киләсәк.


📍 Әйткәндәй, әле Геном үҙәгендә теләгән һәр кем "Мәктәп 21" (Школа 21 от Сбера) программаһында ҡатнаша ала. Уға ярашлы, IT өлкәлә белемде бушлай алырға мөмкин - программалаштырыу нигеҙҙәренә өйрәтәләр.
Әле 8 декабрҙә уҡыуҙар башланырға тора, эләгер өсөн ошо арала ғариза бирергә кәрәк.
18👍5🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ, тиҙәрме әле? 😍
🔥288💯2
Йылдың иң шәп конкурсында быйыл кем еңгән, тип уйлайһығыҙ?

"Башҡорт йыры" - 2025 башланырға тора.


Барып күрәһегеҙме, телевизор аша ҡарарға йыйынаһығыҙмы?
22👍4💯3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Башҡорт йыры" телевизион конкурсы үҙенең юбилейын билдәләй. Быйыл уны төшөрә башлауға һәм моң эйәләрен барлауға - 15 йыл!

Бөгөн тамашаның икенсе көнө һәм "Башҡорт йыры - 2025" конкурсы еңеүсеһенең исеме билдәле буласаҡ.

📍 Ә беҙ һеҙҙең иғтибарға кисә үткән концерттан күңелгә ятышлы сығышты тәҡдим итәбеҙ: "Башҡорт йыры - 2025" конкурсанты Азамат Ғөбәйҙуллин башҡарыуында "Сибай" башҡорт халыҡ йыры. Бер өҙөк.
28🔥7👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Зөһрә Мөхәррәмова башҡарыуында "Ай менән Зөһрә" йыры
27🔥7👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 AY YOLA төркөмөнөң Рәсәй ҡалалары буйлап беренсе гастроле Өфөлә тамамланды.

Бөйөк «Урал батыр» эпосына арналған музыкаль альбом Рәсәйҙең 22 ҡалаһында яңғыраған.

Һәр осрашыу аншлаг менән үткән. Был хаҡта тулыраҡ - БСТ каналының "Яңылыҡтар" сюжетын ҡарағыҙ.
27👍5🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт ҡатындары нисек кейенгән? Бәләкәстәргә күрһәтегеҙ!
36👌7🙏5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡыллы һүҙҙәр ☝️
💯127🙏4👌4
Өфөлә үткән ХXIV Журналистар съезында яңы рәйес һайланған. Делегаттар бер һүҙҙән әлеге союз рәйесе Вәдүт Исхаҡов өсөн тауыш биргән. Коллегаларымды ихлас күңелдән хуплайым. Вәдүт Ғәйфулла улы үткер ҡәләмле журналист, оҫта ойоштороусы, йәштәр өсөн тәжрибәле остаз. Ул һөнәрҙәштәренең эшен күрә һәм баһалай белә, кешеләрҙе яңы проекттарға дәртләндерә, ҡанат ҡуя, матур башланғыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Вәдүт Исхаҡов махсус хәрби операцияла булған яугирҙарҙы ла даими хәстәрләп тора. Ҙур рәхмәт һеҙгә, Вәдүт Ғәйфулла улы! Һеҙҙе ысын йөрәктән тәбрик итәм! Уңыштар теләйем.
👍43🔥3👎1💩1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезы үтә. Съезды Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле "Урал" көйө менән асты.
14👍5💯4
МЕГАла Башҡорт теле көнө уңайынан байрам уҙасаҡ

14 декабрҙә Өфөләге МЕГА сауҙа үҙәгендә Башҡорт теле көнөнә арналған байрам уҙасаҡ.

Башҡортостан башлығы указы менән 2019 йылдан алып йыл һайын 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Быйылғы йылда ла был уңайҙан республикала бихисап саралар уҙасаҡ. Уларҙың береһе МЕГА сауҙа үҙәгендә үткәреләсәк. Ойоштороусыһы - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.

Сара 12.00 сәғәттә башлана. Унда ҡатнашыусылар өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк: Башҡортостан Республикаһы халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәге оҫталарынан оҫталыҡ дәрестәре, аниматорҙар сығышы, интерактивтар, викториналар һәм уйындар. Теләүселәр Башҡорт дәүләт филармонияһы оҫталары менән милли музыка инструменты - ҡурайҙы үҙ ҡулдары менән эшләй ала. Сараның алып барыусыһы - Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов.

Бәләкәстәр өсөн дә ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән. Улар өсөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары “Ямаҡай бәпкә” спектаклен ҡуясаҡ, “Тамыр” вокал ансамбле һәм “Ғаилә” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре концерт номерҙары менән сығыш яһаясаҡ.

Сарала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ “Хазина” этно-төркөмөнән концерт көтә.

Байрам барышында махсус фотозона эшләйәсәк, һәр теләгән кеше унда иҫтәлеккә фотоға төшә ала.

Ваҡыты: 14 декабрь, 2025 йыл, 12:00-15:00 сәғ.
Урыны: МЕГА сауҙа үҙәге (Өфө ҡалаһы, Рубежная урамы, 174)
👍84
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡоролтайҙың 30 йыллығында ҡатнашыусылар "Ҡоролтай нимә ул?" тигән һорауға яуап биргәндәр
💯3111👎6👍3🥰2🤮2💩2
Йөҙәтмәһен әжәл юраусылар,
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.
Әммә һис ҡасан да бирелмәбеҙ
Күкрәк һуға торған мин-минлеккә,
Табынырбыҙ башҡорт илендәге
Татыулыҡтар менән именлеккә.

Мостай Кәрим шиғыры – Беренсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡотлау сәләме ул. Шунан бирле 30  йыл ғүмер үткән. Был шиғыр әлегебеҙгә– башҡорт халҡы, башҡорт йәмәғәтселеге һуңғы бер нисә йылда кисергән һынылышлы мәлдәргә лә ауаздаш. Күкрәк һуға торған мин-минлектән халҡыбыҙҙы яр ситендә бейетеп, хатта бәләгә тарытҡандарын да үткәрҙек. Ситтән өрөп ятҡан эттәр ише, диңгеҙаръяғына ҡасып, "былай барһа – халҡыбыҙ бөтә" тип әжәл юраусыларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Милли темала бысраҡ сәйәсәт ҡороусылар өлөшө ул. Әммә уртаҡ кәмәбеҙҙе сайҡалдырыусыларға ҡараш аныҡ һәм ҡәтғи булды.  Бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә күкрәк һуға торған мин-минлектә түгел, татыулыҡтар менән именлектә – иң ауыр мәлдәрҙә тап ошо юл һайланды, ошо юлдың хаҡлығы тураһында һүҙ барҙы. Аңлатҡанды  ла аңламаған провокаторҙарға халыҡ башын туҡтауһыҙ бутарға юл ҡуйылманы.

Ҡоролтайҙың 30 йыллығына арналған сара ана шул осорҙоң хәҙер ысын мәғәнәһендә артта ҡалыуын күрһәтте. Ул төрлө өлкәлә эшләгән, уңыш ҡаҙанған башҡорт зыялыларын тупланы. Халҡым тип тамаҡ ярып яр һалғандарға алмашҡа шым ғына үҙ эштәрен алып барған, мөмкинлектәренә файҙаланып, халҡы, йәштәргә реаль ярҙам күрһәткән яңы башҡорттарҙы йыйҙы. Сараға ижтимағи эштәрҙән, милли һорауҙарҙан бөтөнләй ситтә торған, әммә эш-ҡаҙаныштары менән милләтебеҙ бәҫен күтәргән шәхестәр ҙә саҡырылды.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙ халҡы менән бергәлеген күрһәтеп, төрлө район-ҡалаларҙан, илбеҙҙең төрлө төбәктәренән йыйылған милләттәштәре менән йәнә осрашты. Әгәр ҙә былтыр үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы сығышында ул шул уҡ Баймаҡ ваҡиғаларына, һатлыҡйән ҡасаҡтар темаһына туҡталып үтһә, быйыл –юҡ. Былтыр тел, мәҙәниәтебеҙ үҫеше өсөн алып барылған күп эштәрҙе барлаһа –быйыл юҡ.

Сөнки, халыҡ эмоциянан арынды - аҡты- ҡаранан үҙе айырҙы хәҙер. Һуңғы йылдарҙа телебеҙ, рухиәтебеҙ өсөн алып барылған эштәрҙе лә белеп, хуплап тора. Иң мөһиме, тап әлеге шарттарҙа берҙәмлектең көсөн, татыулыҡ менән именлектең мәғәнәһен аңлайбыҙ.
10🔥3💊2
Яҡташыбыҙ, донъя сәнғәтендә танылыу яулаған опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов "Рәсәйҙең халыҡ артисы" исеменә лайыҡ булды. Рәсәй Президенты Владимир Путин бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
🔥155
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт теле көнө менән!
20🔥6👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тел байрамы, рух байрамы менән, дуҫтар!

Видео: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы
16💯7🕊3
Яңы йылға һәм оҙайлы ялдарға тиклем тағы ике генә дүшәмбе ҡалды, дуҫтар!
Күтәренке кәйеф теләйбеҙ! 🥰


📍 Әйткәндәй, был фотолағы шәп егеттәр кисә "Мега" сауҙа үҙәгендә Башҡорт теле көнө уңайынан үткән матур сарала ҡатнашҡан. Байрамды ойоштороусы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы төшөрөп алған.

Балалар һәм уларҙың атай-әсәйҙәре Республика халыҡ ижады үҙәге, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы хеҙмәткәрҙәре үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнашҡан. Берәүҙәр Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артистары алып килгән "Ямаҡай бәпкә" спектаклен ҡараған, икенселәр музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнгән, ҡул эштәре серҙәренә төшөнгән.

HAZINA төркөмө, "Тамыр" балалар вокаль ансамбле, М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияның "Дуҫлыҡ" өлгөлө ансамбле, "Ғаилә" башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, йырсылар Әлфиә Ғәлләмова һәм Әлиә Исҡужина сығыш яһаған.
Балалар уйнап та алған, шунһыҙ булмай.

🔥Үәт, шулай бик күңелле генә үткән был көн баш ҡалала. Ә һеҙ нисек билдәләнегеҙ был көндө?
11🔥5👍4