Башҡорт донъяһы
667 subscribers
2.97K photos
1.6K videos
1 file
271 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
ЙӘШӘ ГЕНӘ, ӘСӘЙ!

- Бирешмәйһең, әсәй, афарин, - тип,
Хуплап-йөпләп торам. Шулай ҙа
Олоғаяһың шул, әсәкәйем...
Шуға, ахыры, йөрәк тулай ҙа,

Борсола ла тора. Бер туҡтауһыҙ
Ҡайтҡым килә һинең яныңа,
- Әсәй көтә мине, әсәй көтә! –
Ошо уйым һеңгән аңыма.

...Тик әсәйем мине һәр саҡ көтә,
Тик ул мине уйлай, һағына,
Һалдат кеүек, ғүмерлеккә баҫҡан
Минең бәхетемдең һағына.

Әсәй барҙа – һәр кемебеҙ бала,
Әсәйһеҙҙәр – етем һәр йәштә,
Бәлә-ҡазаларҙан ҡурсый беҙҙе
Әсәй тигән изге фәрештә.

Әсәй, һине гелән иҫтә тотам,
Янда булһаң – донъям түңәрәк!
Йәшә генә, әсәй, сәләмәт бул,
Бәхет өсөн миңә һин кәрәк!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Видео
: Гөлгөнә Теләүсина.
12❤‍🔥5🥰4
Ҡыштың беренсе көнө менән! ❄️

📍 Ҡолсоғаҙыташ (Синие скалы), Белорет районы.

Фото: Елена Перминова.
14👍1🔥1
Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Рәис ҡыҙы Насырова бөгөн Кремлдә "Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн" 2-се дәрәжә орденының миҙалы менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!

Гүзәл Насырова Радий Хәбиров осоронда район хакимиәте башлығы итеп ҡуйылған иң тәүге ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙең береһе. Уның өлөшөнә иң ҙур һәм ҡатмарлы район эләгә. Ярты Өфөнөң Иглин районы һәм ҡасабаһында йәшәүен иҫәпкә алғанда, хеҙмәт һалымдарын улар башҡалала түләй. Ә балалар баҡсаһы, мәктәп, спорт учреждениелары буйынса социаль талаптарҙы Иглин районы хакимиәтенән талап итә. Иглин ҡасабаһының йылдам үҫеше инженер инфраструктура буйынса ла ҙур талаптар ҡуя. Күҙаллауҙар һәм стратегик планлаштырыу тиҫтә йылдар алдан башланһа, бөгөнгө етәкселеккә күпкә еңелерәк булыр ине. Шулай ҙа тап социаль йөкләмәләр үтәлеше буйынса Иглин районы һуңғы бер нисә йылда ыңғай үҙгәрештәр күрһәтә.

Йәнә Гүзәл Насырова махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам күрһәтеү буйынса алдынғы һәм ҡыйыу башлыҡтарҙың береһе. Махсус операция биләмәһенә ул ай һайын тиерлек үҙе бара.

Күптән түгел Гүзәл Насыроваға ижтимағи йөкләмә лә өҫтәлде. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзын 28 йыл етәкләгәндән һуң, үҙ теләге менән ижтимағи ойошма эшен ҡалдырырға теләгән Рәшиҙә Солтановаға алмашҡа, Союз рәйесе итеп тап Иглин районы хакимиәте башлығы һайланды.
Съезд ултырышында Рәшиҙә Солтанова "Ниһайәт мин бынан 15-20 йыл элек күтәргән һорауҙар ғәмәлгә аша. Бынан алдағы республика етәкселәренә ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҫтереүҙән ҡурҡмағыҙ. Улар күпкә һөҙөмтәле эшләй тип саң ҡаҡтым, уны ишетеүсе һәм тормошҡа ашырыусы Радий Хәбиров ҡына булды. Район һәм ведомстволар етәкселәре вазифаһында хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар күп һәм улар барыһы ла һөҙөмтәле эшләй", тип белдергән.
🔥8💯32
Китап һөйөүселәр өсөн шәп сара!

"Китап" нәшриәте күңелле сара әҙерләй - һүҙ менән музыка осрашасаҡ! Махсус проект сиктәрендә көн дауамында тере тауышлы көй-моң, яратҡан әҫәрҙәр тураһында әңгәмәләр һәм яҡшы кәйеф көтә!

11 декабрҙә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26-сы һанлы йорт адресы буйынса "Китап" магазинына ашығығыҙ!

12.00 - Илшат Абдуллин ("Бүреләр" төркөмө)
14.00 - Рөстәм Ғиззәтуллин
16.00 - Лиана Хәбибуллина
18.00 - Baby Ti
20.00 - Ринат Зарипов ( "Дәрүиш - Хан" төркөмө) сығыш яһаясаҡ.
🔥96👍3🥰1
Иркәләтмә, тиһең, ейәнемде,
Иркәләтмәй нисек түҙәйем?
Кескәй генә остоҡ кешекәйҙең
Күңелкәйен нисек күрәйем?

Иркәләнһен әйҙә, бала сағы
Үтһен алһыу таңдар илендә.
Шатлыҡ менән тулһын һәр бер көнө,
Ур(ы)ны булһын өйҙөң түрендә.

Һый-ниғмәттең иң-иң тәмлеһен
Уның өсөн генә бешерәм.
Һорай икән, бергә шар осорам,
Сана шыуам, һүрәт төшөрәм.

Тәтәйҙәрҙең йәне теләгәнен
Һатып алам, хаҡын ҡарамай.
Йылы ойоҡбаштар бәйләйем,
Кәрәк булһа, төндә йоҡламай.

...Минең дә бар ине сабый сағым,
Минең дә бар ине өләсәй.
Ул да мине шулай иркәләтте
Күңел йылыларын йәлләмәй.

Өләсәйҙең наҙлы ҡараштары
Мәңгелеккә ҡалған иҫемдә.
Ул бешергән тәмле йыуасаның
Онотмайым тәмен, еҫен дә.

Эстән генә көйләп йөрөйөм
Йырҙарының иң-иң моңлоһон.
Өшөгәндә йомшаҡ ҡулдарының
Тоям кеүек һаман йылыһын.

Иркәләтмә, тиһең, ейәнемде,
Иркәләтәм, һөйәм, наҙлайым.
Аҡ ҡағыҙҙай таҙа күңелендә
Йылы хәтер булып ҡалайым.

Римма СОЛТАНОВА
16👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә! 🥰

Әсәйҙәрҙән сәс үрҙереү - бәхет инде ул ❤️

Видео: Ләйсән Мәзитова.
17🔥3👍1
📌 Салауат Юлаев исемендәге батальондың 30-ҙан ашыу яугирына юғары дәүләт наградалары тапшырылған.

Яугирҙар Батырлыҡ ордены, Жуков исемендәге миҙал, I һәм II дәрәжәләге "Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн" миҙалы, IV дәрәжә Георгий тәреһе менән наградланған.

"Ир-егеттәребеҙгә дәүләт наградалары бирелеүе - уларҙың юғары маҡсатлы һәм әҙерлекле булыуына тағы бер дәлил. Иң мөһиме, республика тарафынан ярҙам булмайынса алғы һыҙыҡта еңеүҙәргә өлгәшеп булмаҫ ине. Шуға яугирҙарыбыҙ киләһе хәрби бурыстарҙы үтәргә тыныс әҙерләнә",

- тип билдәләй РФ милли гвардия ғәскәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итеү буйынса Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе, Салауат Юлаев исемендәге батальон булдырыу башланғысы авторы Артур Йомағужин.
16👎4❤‍🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥Искәндәр Ғәзизов утынды ултырып ҡына яра😎 Ә һеҙ?
🔥165👍5🥰3
Үҙе кеүек тырыштарға Өфөләге студенттар кампусынан сәләм юллай был бал ҡорто 🫶

Томанға ҡарамай, төҙөлөш дауам итә. Тиҙҙән бында йәштәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған күп ҡатлы ятаҡ барлыҡҡа киләсәк.


📍 Әйткәндәй, әле Геном үҙәгендә теләгән һәр кем "Мәктәп 21" (Школа 21 от Сбера) программаһында ҡатнаша ала. Уға ярашлы, IT өлкәлә белемде бушлай алырға мөмкин - программалаштырыу нигеҙҙәренә өйрәтәләр.
Әле 8 декабрҙә уҡыуҙар башланырға тора, эләгер өсөн ошо арала ғариза бирергә кәрәк.
18👍5🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ, тиҙәрме әле? 😍
🔥288💯2
Йылдың иң шәп конкурсында быйыл кем еңгән, тип уйлайһығыҙ?

"Башҡорт йыры" - 2025 башланырға тора.


Барып күрәһегеҙме, телевизор аша ҡарарға йыйынаһығыҙмы?
22👍4💯3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Башҡорт йыры" телевизион конкурсы үҙенең юбилейын билдәләй. Быйыл уны төшөрә башлауға һәм моң эйәләрен барлауға - 15 йыл!

Бөгөн тамашаның икенсе көнө һәм "Башҡорт йыры - 2025" конкурсы еңеүсеһенең исеме билдәле буласаҡ.

📍 Ә беҙ һеҙҙең иғтибарға кисә үткән концерттан күңелгә ятышлы сығышты тәҡдим итәбеҙ: "Башҡорт йыры - 2025" конкурсанты Азамат Ғөбәйҙуллин башҡарыуында "Сибай" башҡорт халыҡ йыры. Бер өҙөк.
28🔥7👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Зөһрә Мөхәррәмова башҡарыуында "Ай менән Зөһрә" йыры
27🔥7👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 AY YOLA төркөмөнөң Рәсәй ҡалалары буйлап беренсе гастроле Өфөлә тамамланды.

Бөйөк «Урал батыр» эпосына арналған музыкаль альбом Рәсәйҙең 22 ҡалаһында яңғыраған.

Һәр осрашыу аншлаг менән үткән. Был хаҡта тулыраҡ - БСТ каналының "Яңылыҡтар" сюжетын ҡарағыҙ.
27👍5🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт ҡатындары нисек кейенгән? Бәләкәстәргә күрһәтегеҙ!
36👌7🙏5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡыллы һүҙҙәр ☝️
💯127🙏4👌4
Өфөлә үткән ХXIV Журналистар съезында яңы рәйес һайланған. Делегаттар бер һүҙҙән әлеге союз рәйесе Вәдүт Исхаҡов өсөн тауыш биргән. Коллегаларымды ихлас күңелдән хуплайым. Вәдүт Ғәйфулла улы үткер ҡәләмле журналист, оҫта ойоштороусы, йәштәр өсөн тәжрибәле остаз. Ул һөнәрҙәштәренең эшен күрә һәм баһалай белә, кешеләрҙе яңы проекттарға дәртләндерә, ҡанат ҡуя, матур башланғыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Вәдүт Исхаҡов махсус хәрби операцияла булған яугирҙарҙы ла даими хәстәрләп тора. Ҙур рәхмәт һеҙгә, Вәдүт Ғәйфулла улы! Һеҙҙе ысын йөрәктән тәбрик итәм! Уңыштар теләйем.
👍43🔥3👎1💩1