Башҡорт донъяһы
667 subscribers
2.99K photos
1.6K videos
1 file
272 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөлә үткән Рөстәм Шәрипов исемендәге ҡурайсыларҙың асыҡ республика конкурсында Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Зөфәр Сәйетбатталов та ҡатнашты.

Егет ҡурайҙа 8 йыл уйнай, яңыраҡ өзләргә өйрәнгән.

Вәт шундай шәп башҡорт йәштәре бар ❤️‍🔥
12❤‍🔥5👍4
📌Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһындағы Халыҡтар дуҫлығы йортонда башҡорт мәҙәниәтенә һәм йолаларына арналған сағыу сара ойошторолған.

Унда төрлө мәктәптәрҙән килгән уҡыусылар алдында "Сал Урал" фольклор ансамбле сығыш яһаған. Улар "Ҡаҙ өмәһе" йолаһын күрһәткән.
Шулай уҡ башҡорт милли кейеме, уйын ҡоралдары тураһында бай мәғлүмәт еткерелгән. Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы булған ҡурай буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелгән.

💯Был сара халыҡтар дуҫлығын нығытыуға йүнәлтелде, тип билдәләй ойоштороусылар.
👍65❤‍🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дуҫтар, кем йырлағаны асыҡланған! 🔥

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡойған йомаҡтың яуабы табылған, видеоны ҡарағыҙ.

Һәм үҙегеҙҙең фараздарығыҙҙы сағыштырып ҡарағыҙ 😉
🔥85💯3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һылыу ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар! 🔥

Видеола Һиндостанда үткән «Miss Asia/Miss Glam Universe» конкурсында ҡатнашып, «Miss Eurasia-2025» титулы алған һәм «Miss Glam Universe-2025» конкурсында иң һылыу 4 ҡыҙ араһына ингән, 3-сө Вице-Мисс булған Розалия Низамова.
🔥75👍4🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Замандаш" экспедицияһы һөҙөмтәләре буйынса фильм төшөрөлгән.

50-нән ашыу интервью, 20 сәғәтлек материал 20 минутлыҡ фильмға һыйҙырылған.
Иртә таңдан ҡояш байығанға тиклем фильм геройҙары менән бер көн "йәшәгеҙ".

🔹«Замандаш экспедицияһы» проекты авторҙары: Зиннур Сөләймәнов, Сәрүәр Сурина, Рима Харисова, Әлиә Яхина-Иванова

🔹Режиссер: Рөстәм Ғайсин
🔹Композитор: Марат Татурас
🔹Генераль продюсер: Әлиә Яхина-Иванова
🔹Креатив продюсер: Сәрүәр Сурина
🔹Тәржемә/субтитрҙар: Руслан Шәйбәков, Альбина Вәлиуллина, Сәрүәр Сурина.
6💯5👍3
Хәйерле көн!
Ҡышҡы ай етергә һанаулы ғына көндәр ҡалһа ла, ҡар юҡ бит әле. Быйылғы көҙ бигерәк ныҡыш булып сыҡты шул...

Һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, күңел күгебеҙ аяҙ булһын, илгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен😇

📍 Йөрәктау, шихан. Стәрлетамаҡ районы.
11💯5❤‍🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт бейеүен музыка һәм таҡмаҡһыҙ ҙа бейергә мөмкин: тәңкәләр сыңы, сирткән һәм тыпырлаған тауыштар үҙе үк ритм бирә.

Видео: Миләүшә Хәйбуллина.
12🥰4🤗3👏2😍1
📌Географик диктант яҙығыҙ!
30 ноябрҙә бөтә ил буйынса Географик диктант яҙыу акцияһы үтә.

Ул 2025 йылдың төп ваҡиғаларына арналған: Рус география йәмғиәтенең 180 йыллығы, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы, Төньяҡ диңгеҙ юлын үҙләштереүгә 500 йыл тулыуға һәм Рәсәйҙең БРИКС илдәре менән тарихи-мәҙәни һәм географик бәйләнештәрен сағылдыра.

📍Башҡортостанда төп майҙансыҡ итеп Өфө ҡалаһындағы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ билдәләнгән.
Унда саҡырылған ҡунаҡтар - Рәис Ғәбитов, Олег Чагодаев һәм Рина Гринберг киләсәк.

📍Шулай уҡ Географик диктантты республикабыҙҙа 800-ҙән ашыу майҙансыҡта - мәктәптәрҙә, вуздарҙа, музейҙарҙа, китапханаларҙа яҙыу ойошторола.
Һәм, әлбиттә, өйҙән һәр кем дистанцион рәүештә ҡатнаша ала.

Үҙегеҙгә яҡын майҙансыҡты ошонан ҡарап белегеҙ: dictant.rgo.ru.

📝Диктант яҙыу 30 ноябрҙә сәғәт 12.00-дә башлана.
Өйҙән генә яҙырға теләүселәр 14 декабргә тиклем ошо сайтҡа инеп, быны эшләй аласаҡ: dictant.rgo.ru

💯Географик диктант ике өлөштән тора: беренсеһендә 10 һорау һәм Рәсәй географияһы тураһында нигеҙ белемде тикшереүгә ҡоролған. Икенсе өлөшөндә 30 һорау - бында тәрәнерәк белем талап ителәсәк.

Ойоштороусылар Географик диктант - ул имтихан түгел, ә ғаилә менән бергә ваҡытты файҙалы итеп үткәреү, үҙеңде һынап ҡарау һәм яңы белемгә ынтылыш уятыу сараһы, ти.

Ҡатнашығыҙ!👍
7👍4
📌Бөгөн "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының "Сулпылар - 2025" бәйгеһенең еңеүсеһе билдәләнә.

Телевизион бәйгенең Гала-концертында финалға үткән 14 йырсы көс һынаша.



Ҡасан: 27 ноябрь, сәғәт 19:00
📍 Ҡайҙа: М.Кәрим ис. Милли йәштәр театры (Өфө, Ленин урамы, 62)
☎️Билеттар: ufakoncert.ru/event/gala...
Шулай уҡ ошонда: 8 (917) 341 30 07
8
#башҡорт_аҡылы
Ҡайһы бер кешеләр араһында шундай холоҡлолар була шул: үҙ туғанын эшкә һанамай, ситтәрҙе яҡыныраҡ күргәндәр. Бындайҙар тураһында ата-бабаларыбыҙ бына шулай тапҡыр итеп әйткән.

Үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ мәҡәлдәренә "лайыҡ"тарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, дуҫтар.
Өлкәндәр күреп, "йөрәк" ҡуйһа, йәштәрҙең һәм балаларҙың да күҙҙәренә ошо пост сағылыр.


💯Туғанлыҡ ептәренең мөһимлеген дә ҡолаҡтарына киртеп ҡуйырҙар.
18👍7
Хәйерле көн!🌲
Йома мөбәрәк булһын!

Быйыл "ҡара көҙ" тигәндәрен күрҙек, шулай була икән ул. Ике көндән ҡыштың беренсе айы - декабрь, йәки аҡъюлай.

Тирә-яҡта юлдар батҡаҡ буламы, аҡ ҡарлы буламы - барыбер.
Иң мөһиме һәр кемебеҙҙең тормош юлдары, яҙмышы гел аҡтан, пактан торһон! 🥰
🥰96👍3