Башҡорт донъяһы
667 subscribers
2.99K photos
1.6K videos
1 file
272 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Донъяғыҙ түңәрәк булһын!💞

Видео: Айгүзәл исемле һылыуҙан.
11👏1
📌Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзына яңы рәйес һайланды.

Кисә Б.Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Театр эшмәкәрҙәре союзының сираттағы ултырышы үтте. Унда Башҡортостан театрҙарынан 90 делегат ҡатнашты.

📍 Йыйындың төп һөҙөмтәһе ойошмаға яңы рәйес һайлау булды - күпселек тауыштар менән Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров раҫланды. Ул 1999 йылдан алып рәйеслек иткән Әхтәм Абушахмановты алмаштырҙы.

Шулай уҡ кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһының Театр эшмәкәрҙәре союзының X (XXIV) Бөтә Рәсәй съезына делегаттар һайланды: Башҡортостан исеменән Алмас Әмиров, Рушанна Бабич, Фирҙәт Ғәбиҙуллин һәм Денис Нурғәлин ҡатнашасаҡ.

"Союз актерҙарға ярҙам йәһәтенән бик күп эшләне, шул уҡ ваҡытта хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар. Иң мөһимдәре араһында - башҡа ижади берлектәр, министрлыҡ, хөкүмәт һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнештәрҙе нығытыу, республиканың театраль тормошо тураһында һөйләү, ҡыҙыҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм бер ғаилә кеүек эшләү",

- тине Алмас Әмиров.
9👌3👍2
📌Өфөлә яҙыусы Рәшит Солтангәрәевҡа арналған күргәҙмә асыла.

26 ноябрҙә БР Милли әҙәбиәт музейында "Осто бөркөт" тип исемләнгән күргәҙмә асыла.

Ул күренекле башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Солтангәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арнала.

Күргәҙмәне асыу тантанаһы БР Милли әҙәбиәт музейының филиалында - Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында үтә.

Бында яҙыусының шәхси әйберҙәре, һирәк архив фотолары, ҡулъяҙмалары һәм китаптары ҡуйыла. Барлыҡ әйберҙәр уның туғандары тарафынан ҡәҙерләп һаҡланған.

📍 Ҡайҙа: Гоголь урамы, 28. М. Ғафуриҙың йорт-музейы.

🗓️Ҡасан: 26 ноябрь, сәғәт 15:00.
9🔥2🥰2
#башҡорт_аҡылы
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәренең тапҡырлығына хайран ҡалырлыҡ.
Бик үҙенсәлекле һәм һирәгерәк әйтелгәндәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итергә булдыҡ.


Бөгөн һайлап алынған мәҡәлдең мәғәнәһе ап-асыҡ🤭

"Гурниса" тигәне урыҫтарҙың "горница" - түр бүлмәһен аңлатҡан һүҙ.
6👍3🥰2👌2
Уңышлы шаршамбы теләйбеҙ! 🥰

📍 Белорет ҡалаһы таң нурҙарында.

Фото: Елена Перминова.
❤‍🔥4🔥32
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөлә үткән Рөстәм Шәрипов исемендәге ҡурайсыларҙың асыҡ республика конкурсында Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Зөфәр Сәйетбатталов та ҡатнашты.

Егет ҡурайҙа 8 йыл уйнай, яңыраҡ өзләргә өйрәнгән.

Вәт шундай шәп башҡорт йәштәре бар ❤️‍🔥
12❤‍🔥5👍4
📌Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһындағы Халыҡтар дуҫлығы йортонда башҡорт мәҙәниәтенә һәм йолаларына арналған сағыу сара ойошторолған.

Унда төрлө мәктәптәрҙән килгән уҡыусылар алдында "Сал Урал" фольклор ансамбле сығыш яһаған. Улар "Ҡаҙ өмәһе" йолаһын күрһәткән.
Шулай уҡ башҡорт милли кейеме, уйын ҡоралдары тураһында бай мәғлүмәт еткерелгән. Башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы булған ҡурай буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелгән.

💯Был сара халыҡтар дуҫлығын нығытыуға йүнәлтелде, тип билдәләй ойоштороусылар.
👍65❤‍🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дуҫтар, кем йырлағаны асыҡланған! 🔥

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡойған йомаҡтың яуабы табылған, видеоны ҡарағыҙ.

Һәм үҙегеҙҙең фараздарығыҙҙы сағыштырып ҡарағыҙ 😉
🔥85💯3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һылыу ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар! 🔥

Видеола Һиндостанда үткән «Miss Asia/Miss Glam Universe» конкурсында ҡатнашып, «Miss Eurasia-2025» титулы алған һәм «Miss Glam Universe-2025» конкурсында иң һылыу 4 ҡыҙ араһына ингән, 3-сө Вице-Мисс булған Розалия Низамова.
🔥75👍4🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Замандаш" экспедицияһы һөҙөмтәләре буйынса фильм төшөрөлгән.

50-нән ашыу интервью, 20 сәғәтлек материал 20 минутлыҡ фильмға һыйҙырылған.
Иртә таңдан ҡояш байығанға тиклем фильм геройҙары менән бер көн "йәшәгеҙ".

🔹«Замандаш экспедицияһы» проекты авторҙары: Зиннур Сөләймәнов, Сәрүәр Сурина, Рима Харисова, Әлиә Яхина-Иванова

🔹Режиссер: Рөстәм Ғайсин
🔹Композитор: Марат Татурас
🔹Генераль продюсер: Әлиә Яхина-Иванова
🔹Креатив продюсер: Сәрүәр Сурина
🔹Тәржемә/субтитрҙар: Руслан Шәйбәков, Альбина Вәлиуллина, Сәрүәр Сурина.
6💯5👍3
Хәйерле көн!
Ҡышҡы ай етергә һанаулы ғына көндәр ҡалһа ла, ҡар юҡ бит әле. Быйылғы көҙ бигерәк ныҡыш булып сыҡты шул...

Һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, күңел күгебеҙ аяҙ булһын, илгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен😇

📍 Йөрәктау, шихан. Стәрлетамаҡ районы.
11💯5❤‍🔥2