This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Кем йырлай, кем моңланып, ауыҙ ҡыбырлатып ҡына ултыра?
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары йыйылышып, шундай ҡыҙыҡ видео төшөргән. Араларында береһе генә йырлай, ҡалғандары - юҡ.

Кем йырлай тип уйлайһығыҙ?
❤8🔥5👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһының рәсми төркөмдәрендә "Батырлыҡ тауышы: йәштәр Ватанға хеҙмәт хаҡында" подкасы булдырылған.
Һәм уның сираттағы сығарылышына ҡунаҡҡа Нияз Мәхмүтов саҡырылған.
- тип хәбәр итә алып барыусы Ильяс Батыргәрәев.

"Бөрйән егетенең хеҙмәте, тормош ҡағиҙәләре, маҡсаттары хаҡында видео тиҙҙән беҙҙең каналда",
- тип хәбәр итә алып барыусы Ильяс Батыргәрәев.
❤9👎5👍3👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
2026 йылға зауыҡлы календарь! 🔥
Йылдағыса, Гөлназ Ғәлимуллина үҙенең шәхси проекты сиктәрендә башҡорт милли кейемдәрендә үҙенсәлекле фотоһүрәттәр төшөрөп, зауыҡлы календарь төҙөй.
Календарь тураһында @ethno_frames төркөмөндә белергә мөмкин.

Быйылғы календарь өсөн фотолар донъя кимәлендә билдәле картиналарҙан илһам алып төшөрөлгән.
Календарь тураһында @ethno_frames төркөмөндә белергә мөмкин.
❤11🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌟"Музей Йорта" күргәҙмәһендә бына ошондай "Тыуыу" тигән панно ла урын алған. Уның авторы - Александра Елхина.
❓Барып күрҙегеҙме әле?
❓Барып күрҙегеҙме әле?
❤8🥰2🔥1
📌Хәйерле көн!
Кисә кис Өфөлә Ағиҙелдең текә ярында милли батырыбыҙ һәйкәленең проекцияһы күрһәтелде.
📍 Салауат Юлаев һәйкәле әлеге ваҡытта Өфөләге цехта реконструкция үтә, ул 2027 йылдың көҙөндә урынына ҡайта.

"Салауат Юлаев һәйкәле белгестәрҙең ышаныслы ҡулында булған арала, уның рухы йәшәгән урын буш булырға тейеш түгел, тигән фекергә килдек. Тау битләүендә уның проекцияһы булдырылды. Ул Ағиҙел буйынан яҡшы күренә",- тип яҙҙы шәхси сәхифәһендә Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев.
📍 Салауат Юлаев һәйкәле әлеге ваҡытта Өфөләге цехта реконструкция үтә, ул 2027 йылдың көҙөндә урынына ҡайта.
❤7👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Кисә Өфөләге "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә Рөстәм Шәрипов исемендәге ҡурайсыларҙың асыҡ конкурсы үтте.
🥇1-се урын - Баҡалы районынан Азамат Ханнанов һәм Силәбе өлкәһенән Алмаз Бикмәтов;
🥈2-се урын - Өфө егеттәре Сыңғыҙ Вәлиев һәм Айҙар Байтимеров;
🥉3-сө урын - Өфө районынан Морат Исмәтов һәм Өфө ҡалаһынан Айрат Тимеров.
Был конкурс башҡорт халҡының милли уйын ҡоралында оҫта уйнаған 35 йәшкә тиклемгеләр араһында ойошторола. Тәүге тапҡыр уны 2016 йылда үткәрәләр.
🎬Видеола: конкурста 1-се урынға лайыҡ булған Баҡалы районы ҡурайсыһы Азамат Ханнанов "Ҡолой кантон" башҡорт халыҡ көйөн башҡара.
Ярышта Башҡортостандың 10 районы һәм 5 ҡалаһынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 41 ҡурайсы ҡатнашты.🏆Гран-приға Өфөнән Айгиз Хашимов лайыҡ булды.
🥇1-се урын - Баҡалы районынан Азамат Ханнанов һәм Силәбе өлкәһенән Алмаз Бикмәтов;
🥈2-се урын - Өфө егеттәре Сыңғыҙ Вәлиев һәм Айҙар Байтимеров;
🥉3-сө урын - Өфө районынан Морат Исмәтов һәм Өфө ҡалаһынан Айрат Тимеров.
Был конкурс башҡорт халҡының милли уйын ҡоралында оҫта уйнаған 35 йәшкә тиклемгеләр араһында ойошторола. Тәүге тапҡыр уны 2016 йылда үткәрәләр.
🎬Видеола: конкурста 1-се урынға лайыҡ булған Баҡалы районы ҡурайсыһы Азамат Ханнанов "Ҡолой кантон" башҡорт халыҡ көйөн башҡара.
❤12👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Күренекле башҡорт яҙыусыһы, ике тиҫтәгә яҡын роман авторы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы күргәҙмә асылды.
"Тарихҡа табан алтын күпер" тип аталған был экспозиция БР Милли музейында эшләй.Унда ниндәй үҙенсәлекле ҡомартҡылар күрһәтелгәнлеге хаҡында БСТ каналының "Яңылыҡтар" тапшырыуы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин һөйләй.
🔥8❤4👍4🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌AY YOLA һәм Алһыу "Ай былбылым" йырын башҡарҙы.
«Ай, былбылым» — башҡорт фольклоры классикаһы. Уны барыһы ла яратып йырлай һәм тыңлай.
Тиҙҙән башҡорт төркөмө башҡарыуында был йырҙы бөтә музыкаль майҙансыҡтарҙа тыңлап буласаҡ🔥
«Ай, былбылым» — башҡорт фольклоры классикаһы. Уны барыһы ла яратып йырлай һәм тыңлай.
🔥13❤9👏4
https://t.me/SVO_Republic_of_Bashkortostan/2042
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Telegram
Ассоциация ветеранов СВО Республики Башкортостан
Егет һүҙе уҡ була! Нияз Мәхмүтов тап ошо мәҡәлгә таянып әйткән һүҙенә ныҡ, биргән анттарына тоғро булырға өйрәнгән егет.
Бәләкәй саҡтан хәрби булырға хыялланған егет хаҡында беҙҙең "Батырлыҡ тауыштары" подкасында ҡарағыҙ.
#фондгрантов
Ассоциация ветеранов…

❤9👎7👍4🔥4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалабыҙҙың ошондай мәлдәре лә бар🩶
Илфиҙа Фәризова исемле төркөмдәшебеҙ ебәргән был видеоны.

❤9👌3💯3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡҡа алып ҡайтҡан видео💟
Элек бик күптәр түшәкте өйөп, матур итеп ҡаплап ҡуя торғайны шул.
🌟Бер осорҙа мода үҙгәреп, һәр йортта урын тартҡылары булмаһа ла, бына ошолай селтәр ҡаплап ҡуйғандар бит. Тимәк, борондан килгән ғәҙәт һаҡланған, өләсәйҙәребеҙ онотмаған. Матурлыҡ өсөн тиһәләр ҙә, быуын хәтере лә был - ир һәм ҡатын араһын, ғаиләнең тыныслығын ситтәр күҙенән һаҡлау.
Лилиә Сафина исемле һылыу 89 йәшлек өләсәһенең урын йыйып, яҫтыҡты селтәр менән ҡаплап ябып ҡуйыуын төшөргән.
Элек бик күптәр түшәкте өйөп, матур итеп ҡаплап ҡуя торғайны шул.
🌟Бер осорҙа мода үҙгәреп, һәр йортта урын тартҡылары булмаһа ла, бына ошолай селтәр ҡаплап ҡуйғандар бит. Тимәк, борондан килгән ғәҙәт һаҡланған, өләсәйҙәребеҙ онотмаған. Матурлыҡ өсөн тиһәләр ҙә, быуын хәтере лә был - ир һәм ҡатын араһын, ғаиләнең тыныслығын ситтәр күҙенән һаҡлау.
❤10⚡3👌2😍2
📌 Киләһе аҙнала Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев менән тура бәйләнеш ойошторола, тип хәбәр итә мэрҙың матбуғат хеҙмәте.
✅ Уға һорауҙарҙы киләһе ысул менән бирергә мөмкин:
🔹 Шылтыратып: +7-937-254-70-08
🔹«Вся Уфа» телеканалының социаль селтәрҙәре аша
🔹 Видео яҙҙырып, мөрәжәғәт итергә теләһәгеҙ, +7-927-346-11-11 телефон һандары буйынса ебәрегеҙ.
📍 Тура бәйләнеште 2 декабрҙә сәғәт киске 19:30-ҙа ҡарағыҙ:
🔹 "Бәйләнештә" - vk.com/allufa_ru
🔹 rutube-каналында - rutube.ru/u/allufa
🔹 сайтта - allufa.ru/live
🔹 «Вся Уфа» телеканалында

👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры актрисаһы Ләйсән КӘРИМОВАҒА "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем бирелде. Ҡотлайбыҙ!
❓Әйткәндәй, һеҙҙе Ләйсән Кәримова ниндәй ролдәре менән таң ҡалдырҙы, яратҡан образдары бармы?

❤10👍6
Хәйерле көн! 🦊
Был Белорет урмандарындағы хәйләкәр төлкөбикәме, төлкөбаймы шул. Сысҡан аулап йөрөгәнендә төшөрөп алғандар үҙен. Ҡалайыраҡ йылмайып тора һуң әле, шилма.
Фото: Елена Перминова.

Һеҙҙең дә йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен, һәр көндөң йәмен тойоп йәшәгеҙ! 💌
Фото: Елена Перминова.
❤11
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылғалар төнөн һөйләшә
Болот тауҙарға ҡунғас.
Йөрәктәр төнөн серләшә
Аяҡ тауышы тынғас...
Мостай Кәрим һүҙҙәре.
Юлай Үҙәнбаев көйө.
Видео: Розалия Ҡыҙрасова.
Болот тауҙарға ҡунғас.
Йөрәктәр төнөн серләшә
Аяҡ тауышы тынғас...
Мостай Кәрим һүҙҙәре.
Юлай Үҙәнбаев көйө.
Видео: Розалия Ҡыҙрасова.
❤11🔥4
Forwarded from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
Башҡортостан вуздарына
1 миллиард һумлыҡ федераль грант
Рәсәйҙә федераль әһәмиәттәге тәүге вуз 2006 йылда барлыҡҡа килә. Федераль вуздар концепцияһына ярашлы ул саҡта төбәктәрҙәге вуздарҙы эреләтеү һәм иң мөһиме фән менән төбәк иҡтисадын бер бөтөн итеп ҡарау берене урында тора. Үкенескә ҡаршы, был яңылыҡҡа ул саҡта Башҡортостан әҙер булмай. Беҙҙең юғары уҡыу йорттары нисек бар шул килеш эшләүен дауам итә – вуздар менән предприятиелар, теория менән практика араһында бәйләнеш булдырылмай. Унан да бигерәк тап шул осорҙа профессиональ һөнәри белемгә иғтибар бүленмәй. Колледж, техникумдарға иғтибар булмау сәбәпле урта эшсе класс бөтөнләй юҡҡа сыға, ә вуздар башлыса гуманитар белгестәр әҙерләй, практик белеме булмаған инженерҙар сығара.
Федераль әһәмиәттәге һуңғы вуз илдә 2014 йылда ойошторола. Тимәк, фәндән бик үк йыраҡ булмаған Башлыҡ Рөстәм Хәмитовҡа поездың һуңғы вагонына эләгеү мөмкинлеге була әле – тик ул саҡта ла бер нәмә лә эшләнмәй. Һөҙөмтәлә күп кенә Башҡортостан йәштәре Ҡазан, Екатеринбург яғына ҡарай башлай. Был аңлашыла ла - йәштәрҙе заманса белем алыу һәм йәшәү шарттары ҡыҙыҡһындырыуы тәбиғи. Һөҙөмтәлә, ҡасандыр юғары баһаланған республика юғары уҡыу йорттарының абруйы төшә. Абитуриенттар һаны кәмеү сәбәпле, өҫтәүенә берҙәм дәүләт имтиханы биргән киң мөмкинлектәр шарттарында, беҙҙең университеттар ҡаты конкуренция хәлендә ҡала.
Радий Хәбиров тарафынан юғары уҡыу йорттарына бүленгән иғтибары бына шуға ла урынлы. Яңы федераль программаға эләгеү, йәғни республика вуздарында заманса шарттар тыуҙырыу өсөн федераль аҡсалар йәлеп итеү бурыстарына тотона. Һайлауҙы үтеп, шарттарҙы үтәп Өфөлә донъя кимәлендәге фәнни белем биреү үҙәге (Евразийский НОЦ мирового уровня) төҙөлә башлай. Уның сиктәрендә республикабыҙҙың университеттары, фәнни институттары һәм бизнес бер урында берләштерелә. Улар алдында иҡтисадтың реаль секторы өсөн аныҡ технологик асыштар, етештереү технологиялары, яңы материалдар уйлап табыу бурысы ҡуйыла. Тағы ла бер төп талап – НОЦта эш бары тик урындағы ихтыяждар буйынса алып барылырға тейеш. Йәғни асыштар аныҡ предприятиелар һорауы буйынса эшләнә, шунда уҡ ғәмәлгә ашырыла. Әйтәйек, УУНиТ УМПО өсөн маҡсатлы белгестәр әҙерләй. УГНТУ республиканың газ һәм нефть сәнәғәт ойошмалары менән бәйләнештәрҙе нығыта.
Вуздарға булған иғтибар аныҡ һөҙөмтә бирә – Башҡортостан юғары уҡыу йорттары быйыл да "Приоритет 2030" программаһы сиктәрендә федераль ярҙамға лайыҡ булды. Ошо программа сиктәрендә 2026 йылда республиканың 4 вузына 1 млрд һум күләмендә грант бүленәсәк.
Был ҡаҙаныштар ҙа республика етәксеһе Радий Хәбировтың бөгөнгө менән генә йәшәмәүе, ә Башҡортостандың киләсәге тураһында хәстәрлек күреүе,аныҡ стратегик эштәр алып барыуы тураһында һөйләй. Приоритет – 2030 программаһының төп маҡсаты 30-cы йылға илдең иң алдынғы 100 университетын булдырыу. Башҡортостан вуздарының ошо программа сиктәрендә матди-техник базаһы яңыртыла, уҡытыу программалары камиллаша икән - тимәк федераль кимәлдәге терәк вуздар исемлегенә инеү өсөн нигеҙ һалына.

👍7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Донъяғыҙ түңәрәк булһын!💞
Видео: Айгүзәл исемле һылыуҙан.
Видео: Айгүзәл исемле һылыуҙан.
❤11👏1