Башҡорт донъяһы
667 subscribers
2.99K photos
1.6K videos
1 file
272 links
Download Telegram
Хәйерле көн! Ялдарығыҙ файҙалы һәм күңелле үтһен! 🥰
7
Бер аҙым алға баҫам да, әйләнәм мин артыма. Ҡайҙа баҫҡандар икән тип, күҙ һаламын халҡыма...
Республика халҡының бөгөнгөһөн һәм киләсәген хәстәрләгән етәксе.
7👎5😁1
Рәхимов ваҡытында һәләтле, булдыҡлы йәштәргә ҡарата «көтөп торһон, йәшерәк әле» тигән ҡараш йәшәне. Ә олпатланыу менән "йәше үткән" тип һығымта яһала ине. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, уңыш һирәк йәштәргә йылмайған заман булды ул – күп тигәндә әртис халҡына.

Хәмитов дәүерендә, ғөмүмән, йәштәр хаҡында берәй һүҙ ҡуҙғатылдымы икән? Иҫләй алмайбыҙ.

Ниһайәт, ҡәҙерһеҙ йәштәр заманы артта ҡалды. Уларҙың һәр бер ҡатламы - йәш уҡытыусылар, табиптар, эҙәрмәндәр, ирекмәндәр, эшҡыуарҙар, ижадсылар, хатта гот, косплеер, квадробер, анимешниктар менән дә Республика етәксеһе үҙе осраша. Ни өсөн? Сөнки улар барыһы ла беҙҙең балалар. Киләсәктә ниндәй генә һөнәр һайламаһын – иртәгәбеҙ улар ҡулында. Шуға ышаныс, тыуған ерҙәренә кәрәклелек тойғоһон бөгөн күрһәтеү һәм аңлатыу зарур. Мәктәп уҡыусыһы, йә студент көйө республика Башлығынан рәхмәт хаты, хатта дәүләт наградаһы алыу элек төшкә инмәҫлек хәл булһа, бөгөн ғәҙәти күренеш.

Был хаҡта иҫкә төшөрөүҙең сәбәбе – кисәге сара. Радий Хәбиров Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған Башҡортостан йәштәре менән осрашты. Был шундай сараларҙың нисәнсеһелер – теүәл әйтеүе ауыр. Илебеҙ башҡалаһында, студенттар каникулға ҡайтҡанда Өфөлә ошондай осрашыуҙар даими үткәрелә. Иң аҡыллы һәм маҡсатлы йәштәрҙең федераль юғары уҡыу йорттарын һайлауҙары ҡыуандыра. Улар араһында ҡала йәштәре генә түгел, ауылдыҡылар ҙа байтаҡ. Илдең алдынғы вуздарында белем алған белгестәр республика өсөн бик кәрәк. Шуға улар менән студент саҡтарынан бәйләнеш булдырыу – аҡыллы сәйәсәт. Мәскәү, Питерҙа ҡалыусылар ҙа, илдең төп ҡалаларында ҙур карьера эшләүселәр ҙә күп, ундайҙар киләсәктә лә буласаҡ. Улар менән дә аралашыу мөһим. Сөнки был егет-ҡыҙҙар беҙҙең республика вәкиле булараҡ, Башҡортостандың амбассадорына әйләнә.

Бындай осрашыуҙар Радий Хәбировтың бөгөнгө бурыстар менән генә сикләнмәй, республиканың киләсәге тураһында хәстәрлеге хаҡында һөйләй.

Республика етәксеһенән район-ҡала башлыҡтарына үрнәк алмаҡ кәрәк. Өфө вуздарында уҡыусы яҡташ йәштәр менән осрашыу – ул тап һеҙҙең бурыс, район-ҡалаларҙың киләсәген хәстәрләү ул тап һеҙҙең вәкәләт.
8👎2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кем йырлай, кем моңланып, ауыҙ ҡыбырлатып ҡына ултыра?

М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары йыйылышып, шундай ҡыҙыҡ видео төшөргән. Араларында береһе генә йырлай, ҡалғандары - юҡ.

Кем йырлай тип уйлайһығыҙ?
8🔥5👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһының рәсми төркөмдәрендә "Батырлыҡ тауышы: йәштәр Ватанға хеҙмәт хаҡында" подкасы булдырылған.

Һәм уның сираттағы сығарылышына ҡунаҡҡа Нияз Мәхмүтов саҡырылған.

"Бөрйән егетенең хеҙмәте, тормош ҡағиҙәләре, маҡсаттары хаҡында видео тиҙҙән беҙҙең каналда",

- тип хәбәр итә алып барыусы Ильяс Батыргәрәев.
9👎5👍3👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
2026 йылға зауыҡлы календарь! 🔥

Йылдағыса, Гөлназ Ғәлимуллина үҙенең шәхси проекты сиктәрендә башҡорт милли кейемдәрендә үҙенсәлекле фотоһүрәттәр төшөрөп, зауыҡлы календарь төҙөй.

Быйылғы календарь өсөн фотолар донъя кимәлендә билдәле картиналарҙан илһам алып төшөрөлгән.


Календарь тураһында @ethno_frames төркөмөндә белергә мөмкин.
11🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌟"Музей Йорта" күргәҙмәһендә бына ошондай "Тыуыу" тигән панно ла урын алған. Уның авторы - Александра Елхина.

Барып күрҙегеҙме әле?
8🥰2🔥1
📌Хәйерле көн!

Кисә кис Өфөлә Ағиҙелдең текә ярында милли батырыбыҙ һәйкәленең проекцияһы күрһәтелде.

"Салауат Юлаев һәйкәле белгестәрҙең ышаныслы ҡулында булған арала, уның рухы йәшәгән урын буш булырға тейеш түгел, тигән фекергә килдек. Тау битләүендә уның проекцияһы булдырылды. Ул Ағиҙел буйынан яҡшы күренә",
- тип яҙҙы шәхси сәхифәһендә Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев.

📍 Салауат Юлаев һәйкәле әлеге ваҡытта Өфөләге цехта реконструкция үтә, ул 2027 йылдың көҙөндә урынына ҡайта.
7👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Кисә Өфөләге "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә Рөстәм Шәрипов исемендәге ҡурайсыларҙың асыҡ конкурсы үтте.

Ярышта Башҡортостандың 10 районы һәм 5 ҡалаһынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән 41 ҡурайсы ҡатнашты.

🏆Гран-приға Өфөнән Айгиз Хашимов лайыҡ булды.

🥇1-се урын - Баҡалы районынан Азамат Ханнанов һәм Силәбе өлкәһенән Алмаз Бикмәтов;

🥈2-се урын - Өфө егеттәре Сыңғыҙ Вәлиев һәм Айҙар Байтимеров;

🥉3-сө урын - Өфө районынан Морат Исмәтов һәм Өфө ҡалаһынан Айрат Тимеров.

Был конкурс башҡорт халҡының милли уйын ҡоралында оҫта уйнаған 35 йәшкә тиклемгеләр араһында ойошторола. Тәүге тапҡыр уны 2016 йылда үткәрәләр.

🎬Видеола: конкурста 1-се урынға лайыҡ булған Баҡалы районы ҡурайсыһы Азамат Ханнанов "Ҡолой кантон" башҡорт халыҡ көйөн башҡара.
12👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Күренекле башҡорт яҙыусыһы, ике тиҫтәгә яҡын роман авторы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы күргәҙмә асылды.

"Тарихҡа табан алтын күпер" тип аталған был экспозиция БР Милли музейында эшләй.

Унда ниндәй үҙенсәлекле ҡомартҡылар күрһәтелгәнлеге хаҡында БСТ каналының "Яңылыҡтар" тапшырыуы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин һөйләй.
🔥84👍4🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌AY YOLA һәм Алһыу "Ай былбылым" йырын башҡарҙы.

Тиҙҙән башҡорт төркөмө башҡарыуында был йырҙы бөтә музыкаль майҙансыҡтарҙа тыңлап буласаҡ🔥

«Ай, былбылым» — башҡорт фольклоры классикаһы. Уны барыһы ла яратып йырлай һәм тыңлай.
🔥139👏4
Бына көҙҙөң һуңғы аҙнаһын да ҡаршылап торабыҙ.

Быйылғы ҡырпағай ямғырлы һәм йылы булды ла ҡуйҙы. Ул имен-аман, уңыштар һәм ҡыуаныстар менән тамамланып, аҡъюлайҙы ҡаршыларға насип булһын! 🥰
Исеменә есеме тура килеп, декабрь ҡар менән ҡыуандырыр, моғайын.

Фото: Гөлназ Ғәлимуллина.
13👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалабыҙҙың ошондай мәлдәре лә бар🩶

Илфиҙа Фәризова исемле төркөмдәшебеҙ ебәргән был видеоны.
9👌3💯3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бала саҡҡа алып ҡайтҡан видео💟

Лилиә Сафина исемле һылыу 89 йәшлек өләсәһенең урын йыйып, яҫтыҡты селтәр менән ҡаплап ябып ҡуйыуын төшөргән.

Элек бик күптәр түшәкте өйөп, матур итеп ҡаплап ҡуя торғайны шул.

🌟Бер осорҙа мода үҙгәреп, һәр йортта урын тартҡылары булмаһа ла, бына ошолай селтәр ҡаплап ҡуйғандар бит. Тимәк, борондан килгән ғәҙәт һаҡланған, өләсәйҙәребеҙ онотмаған. Матурлыҡ өсөн тиһәләр ҙә, быуын хәтере лә был - ир һәм ҡатын араһын, ғаиләнең тыныслығын ситтәр күҙенән һаҡлау.
103👌2😍2
📌 Киләһе аҙнала Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев менән тура бәйләнеш ойошторола, тип хәбәр итә мэрҙың матбуғат хеҙмәте.

Уға һорауҙарҙы киләһе ысул менән бирергә мөмкин:

🔹 Шылтыратып: +7-937-254-70-08
🔹«Вся Уфа» телеканалының социаль селтәрҙәре аша
🔹 Видео яҙҙырып, мөрәжәғәт итергә теләһәгеҙ, +7-927-346-11-11 телефон һандары буйынса ебәрегеҙ.

📍 Тура бәйләнеште 2 декабрҙә сәғәт киске 19:30-ҙа ҡарағыҙ:
🔹 "Бәйләнештә" - vk.com/allufa_ru
🔹 rutube-каналында - rutube.ru/u/allufa
🔹 сайтта - allufa.ru/live
🔹 «Вся Уфа» телеканалында
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләшмәһенең И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры актрисаһы Ләйсән КӘРИМОВАҒА "Башҡортостандың халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем бирелде. Ҡотлайбыҙ!

Әйткәндәй, һеҙҙе Ләйсән Кәримова ниндәй ролдәре менән таң ҡалдырҙы, яратҡан образдары бармы?
10👍6
Хәйерле көн! 🦊

Был Белорет урмандарындағы хәйләкәр төлкөбикәме, төлкөбаймы шул. Сысҡан аулап йөрөгәнендә төшөрөп алғандар үҙен. Ҡалайыраҡ йылмайып тора һуң әле, шилма.

Һеҙҙең дә йөҙөгөҙҙән йылмайыу китмәһен, һәр көндөң йәмен тойоп йәшәгеҙ! 💌


Фото: Елена Перминова.
11