📌 Өфөләге "Торатау" конгресс-холлында үҙенсәлекле туристик урын асылды: "Йолалар резиденцияһы", "Мираҫ" һәм "Музей Йорта".
Бында теләгән һәр кем инеп башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре, мәҙәниәте, йолалары менән танышып, милли уйын ҡоралдарында уйнау оҫталығына бер аҙ өйрәнеп, тәмле башҡорт сәйе менән һыйланып сығырға мөмкин.
📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, З. Вәлиди урамы, 2.
"Торатау" конгресс-холы, 6-сы ишек.

❤8👍4🔥4
📌Кисә Мәскәүҙә "Яҡташ" форумы үтте.
Уның сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү һәм уның эргәһендә урынлашҡан юғары уҡыу йорттарында белем алған яҡташ студенттар менән осрашты.
✅ БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы, Башҡортостандың РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ойошторған сараға 700-ҙән ашыу йәш кеше килде. Уларға республика етәксеһе төбәктең үҫеше, киләһе йылдарҙа ниндәй тармаҡтарға яңы көстәр талап ителәсәге, перспективалар тураһында һөйләне һәм йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
- тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Осрашыуҙа Башҡортостанда туризмды үҫтереү, башҡорт телен популярлаштырыу, баш ҡала вуздарынан сыҡҡан белгестәрҙе йәлеп итеү, ИТ-кластер булдырыу мөмкинлектәре тураһында фекер алыштылар.
Алдынғы ҡарашлы шәп йәштәребеҙ бар һәм уларҙың ҡулдарында республикабыҙ киләсәге икәнен аңлауҙары һөйөндөрҙө.

"Мәскәү вуздарында уҡыған йәштәребеҙ менән күрештем. Уларҙы ныҡ хөрмәт итәм һәм ғорурланам.
Һәр береһе үҙ тормошон ҡорор. Кемдер баш ҡалала ҡалыр, кемдер өйгә ҡайтыр.
Бөгөн мин уларға Башҡортостан нисек үҫешеүе тураһында һөйләнем. Һәм улар һәр береһе республикабыҙҙың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә алыуы тураһында хәтерләттем. Беҙ уларҙы гел киң ҡолас йәйеп, көтөп торабыҙ",
- тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Осрашыуҙа Башҡортостанда туризмды үҫтереү, башҡорт телен популярлаштырыу, баш ҡала вуздарынан сыҡҡан белгестәрҙе йәлеп итеү, ИТ-кластер булдырыу мөмкинлектәре тураһында фекер алыштылар.
Алдынғы ҡарашлы шәп йәштәребеҙ бар һәм уларҙың ҡулдарында республикабыҙ киләсәге икәнен аңлауҙары һөйөндөрҙө.
🔥9👍2😁1🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Юл ыңғайында ла инеп сығырға, дуҫ-иштәр, туғандар, балалар менән йыйылып та ошо матурлыҡты ҡарап ҡайтырға була.
Экскурсия түләүле, әммә хаҡтар бик тешләшмәй.
Шулай уҡ бында милли кейемдә фото төшөргә, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға мөмкин. Был осраҡта айырым һөйләшергә кәрәк.
📍 Өфө ҡалаһы, "Торатау" конгресс-холы, 6-сы ишек.

Бына шулай, ниһайәт, баш ҡала үҙәгендә башҡорт донъяһын сағылдырған ыҡсым һәм зауыҡлы ғына урын барлыҡҡа килде! 😍
📍 Өфө ҡалаһы, "Торатау" конгресс-холы, 6-сы ишек.
❤9🔥3👌2😍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры “Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы” буйлап гастролгә сыҡты.
Программаға башҡорт халыҡ һәм классик көйҙәр, оркестрға махсус яҙылған яңы композициялар индерелгән.
Гастролдәр 23 ноябргә тиклем дауам итә һәм “Беҙ — Рәсәй” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ижади сәфәр Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының 25 йыллығына арналған.
🎬Видео: "Башҡорт донъяһы" төркөмө өсөн - кисә Ярославль тамашасылары алдында сығыштан күренеш.
Бөгөн коллектив Кострома ҡалаһында сығыш яһай.
Программаға башҡорт халыҡ һәм классик көйҙәр, оркестрға махсус яҙылған яңы композициялар индерелгән.
Гастролдәр 23 ноябргә тиклем дауам итә һәм “Беҙ — Рәсәй” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ижади сәфәр Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының 25 йыллығына арналған.
🎬Видео: "Башҡорт донъяһы" төркөмө өсөн - кисә Ярославль тамашасылары алдында сығыштан күренеш.
❤6🔥2👌2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❓Учалы ҡалаһынан арабыҙҙа берәйһе бармы?
Тап ошо "бәйләмле" видеола кеүекме һеҙҙә?
Бигерәк күңелгә ятышлы ысул булып сыҡты әле ҡалаларҙы ошо рәүешле һүрәтләү🥰
Видео: интернеттан.
❤9🔥5👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Мираҫ - үткәндәр түгел, ул - беҙ",
- ти видео авторы Сулпан Ағзамова.
Өс быуын өләсәй, әсәй, ейәнсәр ❤️
❤14🔥4
📌 Мадъярҙарға туған ЮРМАТЫЛАР тураһында бер нисә ҡыҙыҡ факт:
🔹 XIIIбыуат урталарында монгол ханлығына сәйәхәт ҡылған Рим папаһының илсеһе Иоан де Плано Карпини һәм Франция короле Людовик IX илсеһе Вилгельм де Рубрук үҙҙәренең яҙмаларында башҡорт менән венгрҙарҙы бер үк халыҡ, улар бер телдә һөйләшә тигән мәғлүмәт ҡалдыра. Әммә улар башҡорт ерендә булмай һәм башҡа сығанаҡтарҙан "күсереп" шулай яҙа.
🔹XII быуатта ғәрәп сәйәхәтсеһе Әбү Хәмит әл Ғарнати Венгрияла була һәм ундағы халыҡты башҡорттар тип атай.
🔹Ә бына XIII быуатта йәшәгән ғәрәп Ибн Сәйет әл Мәғриби башҡорт һәм һунғар (венгр) халыҡтарын айырып ҡарай:
- тип яҙа.
🔹Боронғо башҡорттар венгрҙар төйәк иткән Дунай буйындағы Паннония еренә шулай барып сыға: IХ быуатта башҡорттарҙың бер өлөшө бәшәнәктәр менән союзға инеп, яджни, нәүкердтәр менән бергә Византия ҡалаларын баҫып ала. Шуға 1091 йылда ҡыпсаҡ хандары Бүнәк менән Туғарҡандың 40 меңлек ғәскәре менән Византия императоры уларға ҡаршы һуғыша. Шунан ҡалған бәшәнәктәр һәм башҡорттар Венгрия иленә килә һәм королдәре ғәскәренә хәрби хеҙмәткә алына.
✅ Ә Салауат Хәмиҙуллин уларҙы Х быуатта венгрҙар составына ингән Гермат атамалы ырыуҙың савромат-сарматтарға барып тоташыуын фаразлай. Сармат атамаһының сауромат, сирмат, сюрмат формаһында әйтелеүе һәм юрматының да бәйле булыуы ихтимал. Был осраҡта юрматыларҙың килеп сығышында сарматтар ҡатнашлығы булып, бер өлөшө башҡорттар, икенсе өлөшө мадъярҙар составына инеүе бар.
🔹Этногенетика тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә, юрматыларҙың айырым төркөмдәре хәҙерге венгрҙарҙың ҡайһы берҙәренә туған булыуы асыҡланған. Тимәк, ысынлап та, ниндәйҙер бәйләнеш булған.
🔹Юрматылар иртә тимер быуат осоронда сак һәм савромат ҡәбиләләренә ҡараған һәм унан да алдараҡ булған андронов мәҙәниәтенә ингәндәр.
📍 Хәҙерге осорҙа юрматы ырыуы башҡорттары республикабыҙҙың Ишембай, Ғафури, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондарында йәшәй.
Шулай уҡ Татарстанда, Ырымбур һәм Һарытау өлкәләрендә лә юрматылар бар.
Фото: интернеттан. Әйткәндәй, Ишембай районындағы "Юрматы" музейында ошо фотолағы кеүек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "кәләпүш" тигән баш кейеме һаҡлана.

"... Әл Һункар иле. Улар - төркиҙәр, башкурдтарҙың туғандары..."
- тип яҙа.
🔹Боронғо башҡорттар венгрҙар төйәк иткән Дунай буйындағы Паннония еренә шулай барып сыға: IХ быуатта башҡорттарҙың бер өлөшө бәшәнәктәр менән союзға инеп, яджни, нәүкердтәр менән бергә Византия ҡалаларын баҫып ала. Шуға 1091 йылда ҡыпсаҡ хандары Бүнәк менән Туғарҡандың 40 меңлек ғәскәре менән Византия императоры уларға ҡаршы һуғыша. Шунан ҡалған бәшәнәктәр һәм башҡорттар Венгрия иленә килә һәм королдәре ғәскәренә хәрби хеҙмәткә алына.
Башҡорттарҙың юрматы һәм йәнәй ырыуҙары атамаһы венгрҙарҙың дьярмат һәм енё этнонимына оҡшаш.✅ Тарихсы Рәил Кузеев юрматыларҙың сығышы боронғо булғарҙар менән бәйле булыуы ихтимал, тип фаразлай.
✅ Ә Салауат Хәмиҙуллин уларҙы Х быуатта венгрҙар составына ингән Гермат атамалы ырыуҙың савромат-сарматтарға барып тоташыуын фаразлай. Сармат атамаһының сауромат, сирмат, сюрмат формаһында әйтелеүе һәм юрматының да бәйле булыуы ихтимал. Был осраҡта юрматыларҙың килеп сығышында сарматтар ҡатнашлығы булып, бер өлөшө башҡорттар, икенсе өлөшө мадъярҙар составына инеүе бар.
🔹Этногенетика тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә, юрматыларҙың айырым төркөмдәре хәҙерге венгрҙарҙың ҡайһы берҙәренә туған булыуы асыҡланған. Тимәк, ысынлап та, ниндәйҙер бәйләнеш булған.
🔹Юрматылар иртә тимер быуат осоронда сак һәм савромат ҡәбиләләренә ҡараған һәм унан да алдараҡ булған андронов мәҙәниәтенә ингәндәр.
📍 Хәҙерге осорҙа юрматы ырыуы башҡорттары республикабыҙҙың Ишембай, Ғафури, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондарында йәшәй.
Шулай уҡ Татарстанда, Ырымбур һәм Һарытау өлкәләрендә лә юрматылар бар.
Фото: интернеттан. Әйткәндәй, Ишембай районындағы "Юрматы" музейында ошо фотолағы кеүек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "кәләпүш" тигән баш кейеме һаҡлана.
❤10👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Матур ялдар! 🥰
Видео: DarMan project һәм "Быуын" хоры - Башҡортостан улдары.

❤8🔥5👍4
Forwarded from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
Бер аҙым алға баҫам да, әйләнәм мин артыма. Ҡайҙа баҫҡандар икән тип, күҙ һаламын халҡыма...
Республика халҡының бөгөнгөһөн һәм киләсәген хәстәрләгән етәксе.

❤7👎5😁1