Башҡорт донъяһы
668 subscribers
2.99K photos
1.6K videos
1 file
272 links
Download Telegram
Быйыл Ш. Бабич исеменәдге республика йәштәр премияһы булдырылыуға теүәл 30 йыл.

Абруйлы премияға үҙ ваҡытында Булат Йосопов, Рәсүл Ҡарабулатов, Азат Йыһаншин, Гөлназ Ҡолһарина, Гүзәл Сөләймәнова, Урал Иҙелбаев, Алмас Әмиров, Роберт Юлдашев, Илһам Вәлиев, Айнур Асҡаров, Айгиз Баймөхәмәтов, Ринат Рамазанов һәм башҡалар лайыҡ булды. Был исемдәр үҙҙәре хаҡында күпте һөйләй. Ысынлап та, конкурс комиссияһы үҙ йүнәлешендә уңышҡа өлгәшкән, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә алырлыҡ абруйға эйә булған һәләтле һәм фекерле, шәхси ҡарашлы шәхестәргә өҫтөнлөк бирә килде. Сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн премия тип йөрөтөлһә лә – уны йәш лидерҙар наградаһы тип атарға мөмкин. Һәр лауреат ана шул яуаплылыҡты аңлай, һәр хәлдә исемдәре үрҙә телгә алынған ижадсыларҙың һәр береһе йәмәғәт фекере лидеры.

Быйылдан башлап Ш.Бабич исемендәге Республика йәштәр премияның күләме 500 мең һумға тиклем күтәрелде. Был шулай уҡ республика етәкселеге тарафынан награданың абруйына эшләнгән акцент. Премияның күләме лә арттырылғас ҡыҙыҡһыныу ҙа артты, күрәһең. Быйыл конкурс комиссияһына бер этап менән генә лауреаттарҙы билдәләү килеп сыҡмаған. Еңеүселәр ғәҙел билдәләнһен өсөн, йәмәғәт ҡарашын нығыраҡ белешеү нийәте менән киң мәғлүмәт сараларында, йәштәр һәм ижади коллективтарҙа фекер алышыуҙы киңерәк ойошторорға тигән маҡсат ҡуйыла. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, элек был премияның абруйын аңлап тап киң мәғлүмәт сараларында, айырыуса телевидение һәм радиола ҡыҙыу фекер алышыуҙар кемдеңдер ҡушыуын көтөп тормай әүҙемерәк ойошторола ине. Быйылғы миҫал ошо практиканы яңынан йәнләндереүгә этәргес булыр, башҡа форматтар ҙа барлыҡҡа килер тип ышанайыҡ.

Шулай итеп, быйыл йәштәр премияһына 14 ижади эш дәғүә итә.
«Әҙәбиәт” номинацияһында
Заһиҙә Мусина менән Рәзинә Урманшина. Шәхси фекер - лайыҡлы кандидаттар. Әҙәбиәтселәрҙең «бөртөклө тауар» икәнен иҫәпкә алғанда, 25 йәшлек Заһиҙә Мусинаның әҫәре буйынса Башҡорт академия драма театрында спектакль гөрләп барыуын күҙ уңында тотҡанда – хуп!

«Сәнғәт» номинацияһында дәғүәселәр күп.
Сибай ҡалаһынан «Ялҡын» вокаль студияһы.
Башҡорт дәүләт филарминияһы солисы Дамир Тайыпов. Шәхси фекер – шәп кандидат, вокал һәләттәренән тыш, туған телде пропагандалауға ҙур өлөш индергән йәш атай ҙа.
Рәссам Гөлназ Мирхәйҙәрова.
Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлиә Исҡужина.
Балет артисы Камила Солтангәрәева (Мәскәү). Шәхси фекер - йылғыр яҡташыбыҙ, шулай ҙа иртәрәк түгелме икән?
Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Хәбир Аралбаев. Шәхси фекер – шәп кандидат.
Режиссер Искәндәр Мөхәмәтйәнов.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан «Рахманинов. Симфония длиною в жизнь» балеты өсөн художестволы образ тыуҙырған ижади төркөм.
Хәйҙәр Вәлиев – йәш дирижер ( Мәскәү). Шәхси фекер - шулай уҡ шәп егеттәребеҙҙең береһе. Йәш булһа ла уны республика халҡы белә. «Тамыр”ҙа үҫкән егет, тик иртәрәк түгелме икән, атаһы был премияға күпкә күләмле ижады өсөн саҡ ҡына һуңыраҡ лайыҡ булғайны😉
Ҡурайсы Илшат Нәҙерғолов (Ырымбур өлкәһе)
Азат Ғәлиуллин (БСТ журналисы). Шәхси фекер – был журналистар премияһы түгел. Репортаж сәнғәт әҫәре була алмай.
Анастасия Илсебаева (БСТ журналисы). Шәхси фекер – был журналистар премияһы түгел. Тапшырыу сәнғәт әҫәре түгел.
«NAZA» музыкаль альбомы өсөн Земфира Рәшитова һәм Наилә Биктимерова . Шәхси фекер – һәр хәлдә Земфира Рәшитова ҡурайҙы пропагандалауға, ҡалыптарҙы емереүгә үҙ өлөшөн индергән ҡыйыу ижадсы.

Һеҙҙең ҡараш?
72👌2
📌 Өфөләге "Торатау" конгресс-холлында үҙенсәлекле туристик урын асылды: "Йолалар резиденцияһы", "Мираҫ" һәм "Музей Йорта".

Бында теләгән һәр кем инеп башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре, мәҙәниәте, йолалары менән танышып, милли уйын ҡоралдарында уйнау оҫталығына бер аҙ өйрәнеп, тәмле башҡорт сәйе менән һыйланып сығырға мөмкин.

📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, З. Вәлиди урамы, 2.
"Торатау" конгресс-холы, 6-сы ишек.
8👍4🔥4
📌Кисә Мәскәүҙә "Яҡташ" форумы үтте.
Уның сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү һәм уның эргәһендә урынлашҡан юғары уҡыу йорттарында белем алған яҡташ студенттар менән осрашты.

БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы, Башҡортостандың РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ойошторған сараға 700-ҙән ашыу йәш кеше килде. Уларға республика етәксеһе төбәктең үҫеше, киләһе йылдарҙа ниндәй тармаҡтарға яңы көстәр талап ителәсәге, перспективалар тураһында һөйләне һәм йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

"Мәскәү вуздарында уҡыған йәштәребеҙ менән күрештем. Уларҙы ныҡ хөрмәт итәм һәм ғорурланам.
Һәр береһе үҙ тормошон ҡорор. Кемдер баш ҡалала ҡалыр, кемдер өйгә ҡайтыр.
Бөгөн мин уларға Башҡортостан нисек үҫешеүе тураһында һөйләнем. Һәм улар һәр береһе республикабыҙҙың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә алыуы тураһында хәтерләттем. Беҙ уларҙы гел киң ҡолас йәйеп, көтөп торабыҙ",

- тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Осрашыуҙа Башҡортостанда туризмды үҫтереү, башҡорт телен популярлаштырыу, баш ҡала вуздарынан сыҡҡан белгестәрҙе йәлеп итеү, ИТ-кластер булдырыу мөмкинлектәре тураһында фекер алыштылар.

Алдынғы ҡарашлы шәп йәштәребеҙ бар һәм уларҙың ҡулдарында республикабыҙ киләсәге икәнен аңлауҙары һөйөндөрҙө.
🔥9👍2😁1🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Юл ыңғайында ла инеп сығырға, дуҫ-иштәр, туғандар, балалар менән йыйылып та ошо матурлыҡты ҡарап ҡайтырға була.

Экскурсия түләүле, әммә хаҡтар бик тешләшмәй.

Шулай уҡ бында милли кейемдә фото төшөргә, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға мөмкин. Был осраҡта айырым һөйләшергә кәрәк.

Бына шулай, ниһайәт, баш ҡала үҙәгендә башҡорт донъяһын сағылдырған ыҡсым һәм зауыҡлы ғына урын барлыҡҡа килде! 😍

📍 Өфө ҡалаһы, "Торатау" конгресс-холы, 6-сы ишек.
9🔥3👌2😍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры “Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы” буйлап гастролгә сыҡты.

Бөгөн коллектив Кострома ҡалаһында сығыш яһай.

Программаға башҡорт халыҡ һәм классик көйҙәр, оркестрға махсус яҙылған яңы композициялар индерелгән.

Гастролдәр 23 ноябргә тиклем дауам итә һәм “Беҙ — Рәсәй” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ижади сәфәр Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының 25 йыллығына арналған.

🎬Видео: "Башҡорт донъяһы" төркөмө өсөн - кисә Ярославль тамашасылары алдында сығыштан күренеш.
6🔥2👌2👍1
Хәйерле йома иртәһе менән! ☀️


📍 Ғафури районы

Фото: alison_garnet.
6