📌21 ноябрҙә Өфөлә РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Нурмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы күргәҙмә асыла.
Был көндә башҡорт рәссамының хәтер кисәһе лә үтә.
✅ Рәшит Нурмөхәмәтов 1925 йылдың 4 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Ул Өфө сәнғәт училищеһын һәм Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлаған. Рәссам бик күп билдәле шәхестәрҙең, замандаштарының, ябай хеҙмәт кешеләренең портреттарын төшөргән. 1986 йылда Өфөлә вафат булған.
"Рәшит Нурмөхәмәтов. Дәүер, кешеләр, тарих" тип аталған күргәҙмә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художестволы музейҙа ойошторола.
Был көндә башҡорт рәссамының хәтер кисәһе лә үтә.
✅ Рәшит Нурмөхәмәтов 1925 йылдың 4 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Ул Өфө сәнғәт училищеһын һәм Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлаған. Рәссам бик күп билдәле шәхестәрҙең, замандаштарының, ябай хеҙмәт кешеләренең портреттарын төшөргән. 1986 йылда Өфөлә вафат булған.
❤7🔥3👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Аҡ мөғжизәгә лә күп ҡалманы инде 🌨️❄️
Видео: "По горам" төркөмө.
Видео: "По горам" төркөмө.
❤8☃3🥰1
📌 Башҡорт ырыуҙары араһында ТАҘЛАР тип йөрөтөлгәне лә бар. Ни өсөн шулай аталғандар һуң?
💯 "Таҙлар" этнонимы баштарында сәсе булмаған кешеләргә ҡарата ҡулланылған. Элек башҡорт ир-егеттәре оҙон сәс үҫтермәгән һәм таҡыр итеп ҡырҙырып йөрөгән. Яугир халыҡҡа оҙайлы походтарҙа йөрөгәндә, меңәр саҡрым юлдарҙы һыбай үткәндә оҙон сәс ҡамасау иткән, таҙалап тороуы ауыр булған.
🔹Таҙлар, тас тип йөрөтөлгән ҡәүемдәр төркиҙәр, фарсы, алтай, ҡырғыҙҙарҙа ла бар.
🔹Алтын Урҙа осоронда таҙлар Эмба һәм Яйыҡ йылғалары арауығында, урман-дала зонаһында йәшәй, монгол хандарына буйһона.
🔹Таҙларҙың Сыңғыҙхандың полководецы Майҡы бей ҡулы аҫтында табындар менән яуҙаш булыуы хаҡында хикәйәттәре бар.
🔹Юрматыларға ҡараған Айыусы һәм Аҙнай, бөрйәндәрҙең Үтәкәй, ҡыпсаҡтарҙың Йомағужа, Ҡыпсаҡ-Асҡар, әйлеләрҙең Һултай, әйле ҡаратаулыларының Ҡәҙербәк, Иҫке Ҡаратаулы ауылдарында таҙлар нәҫелдәре бар.
🔹Көҙәйҙәр, дыуандар араһында "таҙ" этнонимы XIV быуаттан башлап тарала.
🔹Ҡырмыҫҡалы районының Таҙлар (Мырҙа), Төбәк Таҙлары (дыуан-табындар), Ейәнсуралағы Таҙлар (үҫәргәндәр) ауылдары исемдәре таҙлар башҡорттарына бәйле булыуы тураһында фаразларға мөмкин.
💯Таҙлар ырыуының күренекле шәхестәре араһында БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Закир Шакиров һәм уның улы Миҙхәт Шакиров - Башҡортостандың арҙаҡлы дәүләт һәм партия эшмәкәре бар.
📍Таҙлар ырыуы вәкилдәре Башҡортостандың Борай районы Варҙытамаҡ, Йомаҡай, Яңы Ҡарғалы, Иҫке Таҙлар, Яңы Таҙлар, Таҙтүбә, Арҙаш, Әркәш ауылдарында, Балтас районының Түсебай, Шауъяҙы, Иҫке Ҡарғалы, Һәйтәк ауылдарында йәшәй.
Һүрәт: нейросеть ғали йәнәптәренән.

🔸"Таҙ" һүҙе этимологияһы "таҙа" һүҙенә тоташыуы шуға бик ихтимал.
🔹Таҙлар, тас тип йөрөтөлгән ҡәүемдәр төркиҙәр, фарсы, алтай, ҡырғыҙҙарҙа ла бар.
🔹Алтын Урҙа осоронда таҙлар Эмба һәм Яйыҡ йылғалары арауығында, урман-дала зонаһында йәшәй, монгол хандарына буйһона.
🔹Таҙларҙың Сыңғыҙхандың полководецы Майҡы бей ҡулы аҫтында табындар менән яуҙаш булыуы хаҡында хикәйәттәре бар.
🔹Хәҙерге осорҙа Танып таҙларынан тыш, башҡа башҡорт ырыуҙары составында ла таҙ аймаҡтары барлығы билдәле.
🔹Юрматыларға ҡараған Айыусы һәм Аҙнай, бөрйәндәрҙең Үтәкәй, ҡыпсаҡтарҙың Йомағужа, Ҡыпсаҡ-Асҡар, әйлеләрҙең Һултай, әйле ҡаратаулыларының Ҡәҙербәк, Иҫке Ҡаратаулы ауылдарында таҙлар нәҫелдәре бар.
🔹Көҙәйҙәр, дыуандар араһында "таҙ" этнонимы XIV быуаттан башлап тарала.
🔹Ҡырмыҫҡалы районының Таҙлар (Мырҙа), Төбәк Таҙлары (дыуан-табындар), Ейәнсуралағы Таҙлар (үҫәргәндәр) ауылдары исемдәре таҙлар башҡорттарына бәйле булыуы тураһында фаразларға мөмкин.
💯Таҙлар ырыуының күренекле шәхестәре араһында БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Закир Шакиров һәм уның улы Миҙхәт Шакиров - Башҡортостандың арҙаҡлы дәүләт һәм партия эшмәкәре бар.
📍Таҙлар ырыуы вәкилдәре Башҡортостандың Борай районы Варҙытамаҡ, Йомаҡай, Яңы Ҡарғалы, Иҫке Таҙлар, Яңы Таҙлар, Таҙтүбә, Арҙаш, Әркәш ауылдарында, Балтас районының Түсебай, Шауъяҙы, Иҫке Ҡарғалы, Һәйтәк ауылдарында йәшәй.
Һүрәт: нейросеть ғали йәнәптәренән.
👍8❤6🔥3
ТАУ ҠЫҘЫ
Мин - тау ҡыҙы.
Таштар - бишек кенәм.
Тауһыҙ ҡалһам - үкһеҙ бер йәтим,
Ҡаяларҙа ҡанат нығытҡанмын -
Тау артырға тауҙар өйрәтте.
Яраланһам, аумай ҡалыр уйҙан
Тауҙарыма арҡа терәттем,
Дауыл сыҡһа, ташҡа әүерелеп,
Йығылмаҫҡа тауҙар өйрәтте.
Яҙа баҫһаң, улар ярлыҡамай,
Ғүмерең менән хатта түләтер,
Ҡарурмандар, ҡая таштар аша
Юл табырға тауҙар өйрәтте.
Ғәрәсәттә унда ышыҡ таптым,
Ел ҡаҡтырмай ғәййәр-ғәйрәте,
Кәрһеҙерәк менән мохтаждарҙы
Ҡурсаларға тауҙар өйрәтте.
Тауҙан-тауға йөрөр шаңдаҡ кеүек
Күңелемде ғәйбәт көйрәтте,
Гәлсәр шишмә менән йәшем йыуып,
Бирешмәҫкә тауҙар өйрәтте.
Тауҙа тыуғас, тауҙа - ҡорған оям,
Тауҙан - илһам, тауҙан - көй-дәртем.
Турғаймындыр, бәлки, тик - тауҙыҡы,
Күк иңләргә тауҙар өйрәтте.
Гүзәл СИТДИҠОВА.
📍 Белорет районы, Баҡты һырты
Фото: Елена Перминова.
Мин - тау ҡыҙы.
Таштар - бишек кенәм.
Тауһыҙ ҡалһам - үкһеҙ бер йәтим,
Ҡаяларҙа ҡанат нығытҡанмын -
Тау артырға тауҙар өйрәтте.
Яраланһам, аумай ҡалыр уйҙан
Тауҙарыма арҡа терәттем,
Дауыл сыҡһа, ташҡа әүерелеп,
Йығылмаҫҡа тауҙар өйрәтте.
Яҙа баҫһаң, улар ярлыҡамай,
Ғүмерең менән хатта түләтер,
Ҡарурмандар, ҡая таштар аша
Юл табырға тауҙар өйрәтте.
Ғәрәсәттә унда ышыҡ таптым,
Ел ҡаҡтырмай ғәййәр-ғәйрәте,
Кәрһеҙерәк менән мохтаждарҙы
Ҡурсаларға тауҙар өйрәтте.
Тауҙан-тауға йөрөр шаңдаҡ кеүек
Күңелемде ғәйбәт көйрәтте,
Гәлсәр шишмә менән йәшем йыуып,
Бирешмәҫкә тауҙар өйрәтте.
Тауҙа тыуғас, тауҙа - ҡорған оям,
Тауҙан - илһам, тауҙан - көй-дәртем.
Турғаймындыр, бәлки, тик - тауҙыҡы,
Күк иңләргә тауҙар өйрәтте.
Гүзәл СИТДИҠОВА.
📍 Белорет районы, Баҡты һырты
Фото: Елена Перминова.
❤13👍3👌2
Forwarded from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
Быйыл Ш. Бабич исеменәдге республика йәштәр премияһы булдырылыуға теүәл 30 йыл.
Абруйлы премияға үҙ ваҡытында Булат Йосопов, Рәсүл Ҡарабулатов, Азат Йыһаншин, Гөлназ Ҡолһарина, Гүзәл Сөләймәнова, Урал Иҙелбаев, Алмас Әмиров, Роберт Юлдашев, Илһам Вәлиев, Айнур Асҡаров, Айгиз Баймөхәмәтов, Ринат Рамазанов һәм башҡалар лайыҡ булды. Был исемдәр үҙҙәре хаҡында күпте һөйләй. Ысынлап та, конкурс комиссияһы үҙ йүнәлешендә уңышҡа өлгәшкән, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә алырлыҡ абруйға эйә булған һәләтле һәм фекерле, шәхси ҡарашлы шәхестәргә өҫтөнлөк бирә килде. Сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн премия тип йөрөтөлһә лә – уны йәш лидерҙар наградаһы тип атарға мөмкин. Һәр лауреат ана шул яуаплылыҡты аңлай, һәр хәлдә исемдәре үрҙә телгә алынған ижадсыларҙың һәр береһе йәмәғәт фекере лидеры.
Быйылдан башлап Ш.Бабич исемендәге Республика йәштәр премияның күләме 500 мең һумға тиклем күтәрелде. Был шулай уҡ республика етәкселеге тарафынан награданың абруйына эшләнгән акцент. Премияның күләме лә арттырылғас ҡыҙыҡһыныу ҙа артты, күрәһең. Быйыл конкурс комиссияһына бер этап менән генә лауреаттарҙы билдәләү килеп сыҡмаған. Еңеүселәр ғәҙел билдәләнһен өсөн, йәмәғәт ҡарашын нығыраҡ белешеү нийәте менән киң мәғлүмәт сараларында, йәштәр һәм ижади коллективтарҙа фекер алышыуҙы киңерәк ойошторорға тигән маҡсат ҡуйыла. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, элек был премияның абруйын аңлап тап киң мәғлүмәт сараларында, айырыуса телевидение һәм радиола ҡыҙыу фекер алышыуҙар кемдеңдер ҡушыуын көтөп тормай әүҙемерәк ойошторола ине. Быйылғы миҫал ошо практиканы яңынан йәнләндереүгә этәргес булыр, башҡа форматтар ҙа барлыҡҡа килер тип ышанайыҡ.
Шулай итеп, быйыл йәштәр премияһына 14 ижади эш дәғүә итә.
«Әҙәбиәт” номинацияһында
✅Заһиҙә Мусина менән Рәзинә Урманшина. Шәхси фекер - лайыҡлы кандидаттар. Әҙәбиәтселәрҙең «бөртөклө тауар» икәнен иҫәпкә алғанда, 25 йәшлек Заһиҙә Мусинаның әҫәре буйынса Башҡорт академия драма театрында спектакль гөрләп барыуын күҙ уңында тотҡанда – хуп!
«Сәнғәт» номинацияһында дәғүәселәр күп.
✅Сибай ҡалаһынан «Ялҡын» вокаль студияһы.
✅Башҡорт дәүләт филарминияһы солисы Дамир Тайыпов. Шәхси фекер – шәп кандидат, вокал һәләттәренән тыш, туған телде пропагандалауға ҙур өлөш индергән йәш атай ҙа.
✅Рәссам Гөлназ Мирхәйҙәрова.
✅Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлиә Исҡужина.
✅Балет артисы Камила Солтангәрәева (Мәскәү). Шәхси фекер - йылғыр яҡташыбыҙ, шулай ҙа иртәрәк түгелме икән?
✅Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Хәбир Аралбаев. Шәхси фекер – шәп кандидат.
✅Режиссер Искәндәр Мөхәмәтйәнов.
✅Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан «Рахманинов. Симфония длиною в жизнь» балеты өсөн художестволы образ тыуҙырған ижади төркөм.
✅Хәйҙәр Вәлиев – йәш дирижер ( Мәскәү). Шәхси фекер - шулай уҡ шәп егеттәребеҙҙең береһе. Йәш булһа ла уны республика халҡы белә. «Тамыр”ҙа үҫкән егет, тик иртәрәк түгелме икән, атаһы был премияға күпкә күләмле ижады өсөн саҡ ҡына һуңыраҡ лайыҡ булғайны😉
✅Ҡурайсы Илшат Нәҙерғолов (Ырымбур өлкәһе)
✅Азат Ғәлиуллин (БСТ журналисы). Шәхси фекер – был журналистар премияһы түгел. Репортаж сәнғәт әҫәре була алмай.
✅Анастасия Илсебаева (БСТ журналисы). Шәхси фекер – был журналистар премияһы түгел. Тапшырыу сәнғәт әҫәре түгел.
✅«NAZA» музыкаль альбомы өсөн Земфира Рәшитова һәм Наилә Биктимерова . Шәхси фекер – һәр хәлдә Земфира Рәшитова ҡурайҙы пропагандалауға, ҡалыптарҙы емереүгә үҙ өлөшөн индергән ҡыйыу ижадсы.
Һеҙҙең ҡараш?

❤7⚡2👌2
📌 Өфөләге "Торатау" конгресс-холлында үҙенсәлекле туристик урын асылды: "Йолалар резиденцияһы", "Мираҫ" һәм "Музей Йорта".
Бында теләгән һәр кем инеп башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре, мәҙәниәте, йолалары менән танышып, милли уйын ҡоралдарында уйнау оҫталығына бер аҙ өйрәнеп, тәмле башҡорт сәйе менән һыйланып сығырға мөмкин.
📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, З. Вәлиди урамы, 2.
"Торатау" конгресс-холы, 6-сы ишек.

❤8👍4🔥4