This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белоретты ла "бәйләгәндәр" 😍
Видео: интернеттан.
Видео: интернеттан.
❤8👍7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ялдарығыҙ матур үтһен!🥰
📍 Әбйәлил районы, Асҡар ауылы
Видео: Ләйсән Йәнекәева.
📍 Әбйәлил районы, Асҡар ауылы
Видео: Ләйсән Йәнекәева.
❤13
📌 Өфөлә Сергей Руденконың тыуыуына 140 йыл тулыуға һәм уның "Башҡорттар. Этнологик монография тәжрибәһе" тигән нигеҙ хеҙмәте яҙылыуға 100 йыл булыуға арналған халыҡ-ара конференция үтә.
Конференцияла, шул иҫәптән онлайн да, 150-гә яҡын ғалим ҡатнаша: Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Ҡаҙан, Екатеринбург, Силәбе, Новосибирск, Барнаул, Кемер, Владивосток һәм башҡа ҡалаларҙан.
Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Беларусь, Германия, Ҡытай һәм Иран илдәренән тиҫтәләгән ғалим килгән.
Сергей Иванович Руденко 1906-1930 йылдарҙа 14 экспедиция яһай һәм 10 меңдән ашыу ҡомартҡы (52 коллекция) туплай. Был ҡомартҡылар араһында башҡорт, сыуаш, мордва, мари, хант, манси, ненец, коми, бүрәт, алтай халыҡтарының көнкүреш кәрәк-яраҡтары бар.

"Руденко уҡыуҙары"нда ҡатнашыусылар бөгөн Шишмә районындағы "Турахан" визит-үҙәгендә эшләй.
Сергей Иванович Руденко 1906-1930 йылдарҙа 14 экспедиция яһай һәм 10 меңдән ашыу ҡомартҡы (52 коллекция) туплай. Был ҡомартҡылар араһында башҡорт, сыуаш, мордва, мари, хант, манси, ненец, коми, бүрәт, алтай халыҡтарының көнкүреш кәрәк-яраҡтары бар.
🔥9❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Өфөлә Тамъян ырыуы йыйыны үтә.
Йыйынға Әбйәлил, Мәләүез, Белорет райондарынан һәм башҡа төбәктәрҙән ырыуҙаштар йыйылған.
Сара сағыу күргәҙмәләрҙән башланып китеп, тамъян ырыуы тураһында фильм ҡарау, түңәрәк ҡор һәм күркәм концерт менән дауам итте.
📍 Видеола йыйындан күренештәр. Тағы ла матур кадрҙар менән бүлешербеҙ әле.

❤10❤🔥3🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бер мәл рәссамдарҙың ижад емештәренә "йән өргән" ошондайыраҡ видео булғайны, ахыры. Шулай ҙа ҡыҙыҡ күреп тағы берҙе ҡуяйыҡ әле😉
Видео: интернеттан.
Видео: интернеттан.
❤12
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Әбйәлил районында үҙенсәлекле ҡомартҡы балаҫ һаҡлана: уны комбриг Муса Мортазиндың ҡатыны һуҡҡан.
Муса Мортазин хәҙерге Учалы районы Көсөк ауылынан, башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы, репрессия ҡорбаны.
📍 Балаҫ тураһында Әбйәлил районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Юлдаш ауылынан Гөлзифа Ғафарова һөйләне.
Фатиха ханым кәзә мамығын иләп, буяп һуҡҡан буй балаҫты Әбйәлил районы Рауил ауылында йәшәгән Шәмсикамал Ғәлимоваға бүләк иткән. Бөгөн был ҡомартҡыны ҡәҙерләп һаҡлайҙар.
Муса Мортазин хәҙерге Учалы районы Көсөк ауылынан, башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы, репрессия ҡорбаны.
📍 Балаҫ тураһында Әбйәлил районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Юлдаш ауылынан Гөлзифа Ғафарова һөйләне.
❤11👍3
📌 Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров күркәм юбилейын билдәләй.
Йырсы башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен, сит ил һәм рус классиктарының, башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен оҫта башҡара. Нур Дауытовтың бик күп вокаль әҫәрҙәрен беренсе булып башҡарыусы ла ул.
Вәхит Хызыров моңло йырҙары менән бер рәттән нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ та билдәле беҙгә. Уның "Ауылда шулай..." тип аталған китабы донъя күрҙе. Үҙе менән булған төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында ла әле бер, әле икенсе гәзит-журналда, телевидениела уҡып, белеп торабыҙ. Мәрәкәсел йырсының ҡәйнәһе "Х.В" тигән яҙыулы бәлеш бешереүсе һәм быны ул "Хызыров Вәхит" тип аңлап, хөрмәт билдәһе тип ҡабул итеүе, әммә ысынында "Христос воскрес" булып сығыуы хаҡындағы хәтирәһе үҙе ни тора.
📍 18 ноябрҙә Өфөлә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Вәхит Ғәлибай улының юбилейына арналған концерт үтә. Бармай ҡалмағыҙ.
Вәхит Ғәлибай улы Әбйәлил районы Таштимер ауылында 1965 йылда тыуған. Ул музыка һөйгән ғаиләлә тыуған: 6 баланың 3-һе профессиональ музыкант булып китә.
Йырсы башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен, сит ил һәм рус классиктарының, башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен оҫта башҡара. Нур Дауытовтың бик күп вокаль әҫәрҙәрен беренсе булып башҡарыусы ла ул.
Вәхит Хызыров моңло йырҙары менән бер рәттән нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ та билдәле беҙгә. Уның "Ауылда шулай..." тип аталған китабы донъя күрҙе. Үҙе менән булған төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында ла әле бер, әле икенсе гәзит-журналда, телевидениела уҡып, белеп торабыҙ. Мәрәкәсел йырсының ҡәйнәһе "Х.В" тигән яҙыулы бәлеш бешереүсе һәм быны ул "Хызыров Вәхит" тип аңлап, хөрмәт билдәһе тип ҡабул итеүе, әммә ысынында "Христос воскрес" булып сығыуы хаҡындағы хәтирәһе үҙе ни тора.
📍 18 ноябрҙә Өфөлә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Вәхит Ғәлибай улының юбилейына арналған концерт үтә. Бармай ҡалмағыҙ.
❤10🙏2👌1
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤9🙏2👌1
- Әхирәт!
- Әү, әхирәт!
Бер йырлашып, бер илашып
Янып йәшәне йөрәк.
- Әхирәәәт!
- Әү, әхирәт!
Бер табаҡтан , бер ҡалаҡтан
Беҙҙәй йәшәгән-һирәк!
- Әхирәт!
- Әү, әхирәт!
Бер ултырып алайыҡсы,
Кәңәшләшергә кәрәк.
- Әхирәт!
- Әү, әхирәт!
Баштар әйләнгән сағында
Һин генә миңә терәк.
Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла
Бергә булырға кәрәк.
📍 (Йыр һүҙҙәренән өҙөк. Флёра Шәрипова һүҙҙәре һәм көйө).
Терәк булыр кешеләрегеҙ гел янығыҙҙа булһын. Яңы аҙна ҡыуаныстар менән килһен! 🫶

❤10👍4🙏3🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау: цехтан күренештәр һәм эш барышы тураһында.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнештә милли батырыбыҙ һәйкәлен реставрациялау мәсьәләһе лә үҙәктә булды. Әле һәйкәл Өфөләге цехта урынлаштырылған, белгестәр көн дә үҙ тапҡырындағы эштәрҙе атҡара.
Һәйкәлде 2027 йылдың көҙөнә кире үҙ урынына ҡуясаҡтар. Әле барлыҡ эштәр ваҡытында башҡарыла, пландан тайпылыштар юҡ, ти реконструкция яһаусылар.

👍6❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Йөн мөғжизә" - 2025 республика конкурсы еңеүселәренең ҡул эштәрен Зилә Лира китапҡа туплаған.
Был кейеҙ китаптың, уны эшләү өсөн ойошторолған конкурстың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ!Ул балалар һәм үҫмерҙәр тәү сиратта башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады менән яҡшылап танышҡан, шунан бар ижади ҡомарын һалып эскиз яһаған, йөндө буярға һәм ҡатмарлы кейеҙ һуғыу эшен өйрәнгән, тигәнде аңлата. Рух, илһөйәрлек һәм эшһөйәрлек тәрбиәләү был.
Конкурс артабан да дауам итһен, кейеҙ китаптар һаны арта барһын - мөғжизәле китапхана асырлыҡ булһын. 🥰
❤10⚡2🙏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Аманат" халыҡ бейеүҙәре ансамбле ағзалары юлдың үткәнен, барыр ергә еткәнен һиҙмәй ҙә ҡала ти.
Сере - видеола🔥
Сере - видеола
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤12🔥6💘3
📌"Самауырлы ритайым" гастролдәргә сыға, тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Декабрь айында ижади команда билдәле йырсы Тимур Ямалов менән бергә Себер тарафына юллана.
1 декабрь - Төмән,
2 декабрь - Нижневартовск,
3 декабрь - Мегион,
4 декабрь - Сургут ҡалалары.
Тулыраҡ мәғлүмәт: samawirliritayim.tilda.ws/
Декабрь айында ижади команда билдәле йырсы Тимур Ямалов менән бергә Себер тарафына юллана.
1 декабрь - Төмән,
2 декабрь - Нижневартовск,
3 декабрь - Мегион,
4 декабрь - Сургут ҡалалары.
"Йырлы-моңло, хуш еҫле башҡорт сәйле шәп саранан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!- тип яҙған ойоштороусылар.
Себер яҡтарында оҙаҡ йылдар йәшәп, туған моңдарға күңелдәре сарсаған туған-тыумасаларығыҙға, дуҫтарығыҙға, вахтаға йөрөгән таныштарығыҙға социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар аша ошо мәғлүмәтте еткерһәгеҙ, репосттар эшләһәгеҙ, беҙ бик шат булырбыҙ!"
Тулыраҡ мәғлүмәт: samawirliritayim.tilda.ws/
❤13🔥1