Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.01K photos
1.6K videos
1 file
273 links
Download Telegram
📌 Тағараҡ конкурсында ҡатнаш!

"Өфө муйынсағының ҡоштар ихатаһы" проекты сиктәрендә тағараҡтар эшләү буйынса ҡала конкурсы иғлан ителгән.

Конкурста балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү үҙәктәре уҡыусылары ҡатнаша ала.

🏆Еңеүселәрҙе 3 номинацияла билдәләйәсәктәр:

🔹 "экологик тағараҡ" - тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәгән тәбиғи материалдарҙан эшләнгән тағараҡ;

🔹 "креатив тағараҡ" - иң үҙенсәлекле, таң ҡалдырырлыҡ формалағы тағараҡтар;

🔹 "файҙалы тағараҡ" - икенсел материалдар ҡулланып эшләнгән һәм иҫке әйберҙәргә яңы һулыш биргән тағараҡтар.

Тағараҡтар тимерсыбыҡ йәки бау менән нығытылырға, башы ҡаплы һәм ҡоштар иркен инеп-сығып йөрөрлөк булырға тейеш.

Ғаризалар һәм эштәрҙең фотоһүрәттәре 15 декабргә тиклем ҡабул ителә: clck.ru/3QHn42.
📍 Тулыраҡ мәғлүмәт: clck.ru/3QHmLo

Әйткәндәй, төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥰
7👏3👍2
📌Бөгөн Өфөлә "Кеше приюты" социаль үҙәге ишектәрен асҡан. Уның эшмәкәрлеге ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелә.

Бында мөрәжәғәт иткән һәр кем бушлай ҡайнар аш, шәхси гигиена кәрәк-ярағы, медицина ярҙамы һәм эш табыуҙа ярҙам аласаҡ.

"Синоптиктар ҡыш һыуыҡ киләсәк, ти. Шуға был Үҙәктең асылыуын бик ваҡытлы тип иҫәпләйем. Ул Өфө ҡалаһының Совет районында урынлашҡан, Рамаҙан мәсетенә яҡын (Бабушкин урамы, 7-се йорт).
Был үҙәк кешеләргә өмөт һәм иртәнге көнгә ышаныс ҡайтара торған урын булһын",

- тип хәбәр иткән был турала Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
6🙏3🥰2🕊2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белоретты ла "бәйләгәндәр" 😍

Видео: интернеттан.
8👍7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ялдарығыҙ матур үтһен!🥰

📍 Әбйәлил районы, Асҡар ауылы

Видео: Ләйсән Йәнекәева.
13
📌 Өфөлә Сергей Руденконың тыуыуына 140 йыл тулыуға һәм уның "Башҡорттар. Этнологик монография тәжрибәһе" тигән нигеҙ хеҙмәте яҙылыуға 100 йыл булыуға арналған халыҡ-ара конференция үтә.

Конференцияла, шул иҫәптән онлайн да, 150-гә яҡын ғалим ҡатнаша: Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Ҡаҙан, Екатеринбург, Силәбе, Новосибирск, Барнаул, Кемер, Владивосток һәм башҡа ҡалаларҙан.

Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Беларусь, Германия, Ҡытай һәм Иран илдәренән тиҫтәләгән ғалим килгән.

"Руденко уҡыуҙары"нда ҡатнашыусылар бөгөн Шишмә районындағы "Турахан" визит-үҙәгендә эшләй.

Сергей Иванович Руденко 1906-1930 йылдарҙа 14 экспедиция яһай һәм 10 меңдән ашыу ҡомартҡы (52 коллекция) туплай. Был ҡомартҡылар араһында башҡорт, сыуаш, мордва, мари, хант, манси, ненец, коми, бүрәт, алтай халыҡтарының көнкүреш кәрәк-яраҡтары бар.
🔥93
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Өфөлә Тамъян ырыуы йыйыны үтә.
Йыйынға Әбйәлил, Мәләүез, Белорет райондарынан һәм башҡа төбәктәрҙән ырыуҙаштар йыйылған.

Сара сағыу күргәҙмәләрҙән башланып китеп, тамъян ырыуы тураһында фильм ҡарау, түңәрәк ҡор һәм күркәм концерт менән дауам итте.

📍 Видеола йыйындан күренештәр. Тағы ла матур кадрҙар менән бүлешербеҙ әле.
10❤‍🔥3🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бер мәл рәссамдарҙың ижад емештәренә "йән өргән" ошондайыраҡ видео булғайны, ахыры. Шулай ҙа ҡыҙыҡ күреп тағы берҙе ҡуяйыҡ әле😉

Видео: интернеттан.
12
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә, республика! 🌥️
9
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Әбйәлил районында үҙенсәлекле ҡомартҡы балаҫ һаҡлана: уны комбриг Муса Мортазиндың ҡатыны һуҡҡан.

Фатиха ханым кәзә мамығын иләп, буяп һуҡҡан буй балаҫты Әбйәлил районы Рауил ауылында йәшәгән Шәмсикамал Ғәлимоваға бүләк иткән. Бөгөн был ҡомартҡыны ҡәҙерләп һаҡлайҙар.

Муса Мортазин хәҙерге Учалы районы Көсөк ауылынан, башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы, репрессия ҡорбаны.

📍 Балаҫ тураһында Әбйәлил районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Юлдаш ауылынан Гөлзифа Ғафарова һөйләне.
11👍3
📌 Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыров күркәм юбилейын билдәләй.

Вәхит Ғәлибай улы Әбйәлил районы Таштимер ауылында 1965 йылда тыуған. Ул музыка һөйгән ғаиләлә тыуған: 6 баланың 3-һе профессиональ музыкант булып китә.


Йырсы башҡорт халыҡ оҙон көйҙәрен, сит ил һәм рус классиктарының, башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен оҫта башҡара. Нур Дауытовтың бик күп вокаль әҫәрҙәрен беренсе булып башҡарыусы ла ул.

Вәхит Хызыров моңло йырҙары менән бер рәттән нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ та билдәле беҙгә. Уның "Ауылда шулай..." тип аталған китабы донъя күрҙе. Үҙе менән булған төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында ла әле бер, әле икенсе гәзит-журналда, телевидениела уҡып, белеп торабыҙ. Мәрәкәсел йырсының ҡәйнәһе "Х.В" тигән яҙыулы бәлеш бешереүсе һәм быны ул "Хызыров Вәхит" тип аңлап, хөрмәт билдәһе тип ҡабул итеүе, әммә ысынында "Христос воскрес" булып сығыуы хаҡындағы хәтирәһе үҙе ни тора.

📍 18 ноябрҙә Өфөлә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Вәхит Ғәлибай улының юбилейына арналған концерт үтә. Бармай ҡалмағыҙ.
10🙏2👌1