Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.01K photos
1.6K videos
1 file
273 links
Download Telegram
РӘХМӘТ

Ғүмеремдең төрлө сағы булды,
Уҡмашҡаны булды яҙ, ҡышым,
Көн менән төн алмашҡаны булды –
Төрлө кәртә ҡорҙо яҙмышым.

Ул ҡолата һуҡты – тороп баҫтым!
Ул үлтерҙе – ҡабат терелдем!
Иң ауырын бирҙе юғалтыуҙың,
Йәшәү ҡәҙерҙәрен мин белдем.

…Рәхмәт менән таңда күҙем асам,
Шөкөр итәм тапҡан малыма,
Шуға күрә бәхет һандуғасым
Һайрай ҡунып күңел талыма.

Шуға күрәм донъя матурлығын!
Беләм туған-дуҫтың ҡәҙерен!
Шуға һәр саҡ аяҙ күңел күгем,
Ошо хаҡта булыр нәҙерем.

Шөкөр – донъяларҙа йәшәп ятам,
Камил аңым, теүәл ағзалар,
Һулар һауам таҙа, һыуым – татлы,
Урап үтә, шөкөр, ҡазалар.

Риза булып йәшәү – үҙе бәхет,
Рәхмәт ишетеүе – һай, рәхәт!
Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма,
Эй, Хоҙайым, һиңә мең рәхмәт!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.

"Рухиәт, доғалар" төркөмөнән.
10🥰5
📌 Кисә Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре Тамара Нечаеваның "Ҡояшҡа ҡаршы" тип аталған бюсын Башҡортостан Милли музейына тапшырҙы.

Скульпторҙың был ижад емешен ҡайсаҡ "Йәш Салауат" тип тә йөрөтәләр.

Тамара Нечаева күп тапҡырҙар батырыбыҙ образын һынландырып ҡарай, билдәле артист Арыҫлан Мөбәрәков һәм рәссам Әхмәт Лотфуллинға ҡарап бер нисә этюд яһай.

"Шуға "Ҡояшҡа ҡаршы" бюсында таныш һыҙаттар сағыла",

- тип хәбәр итәләр БР Милли музейынан.
9🔥4👍3
📌2026 йыл илебеҙҙә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, тип иғлан ителде.

Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин 5 ноябрҙә үткән халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса президент ҡарамағындағы Совет ултырышында белдерҙе.

Был идеяны эшлекле осрашыуҙа Бөтә Рәсәй казактар йәмғиәте атаманы Виталий Кузнецов тәҡдим иткәйне, ил етәксеһе уны хупланы һәм вице-премьер Татьяна Голиковаға тейешле ҡарарҙар проектын әҙерләргә ҡушты.

Күп милләтле илебеҙҙә халыҡтар дуҫлығына һәм берҙәмлегенә бындай иғтибар бирелеүе тәбиғи.

📍 Әйткәндәй, киләһе йылдан 30 апрелдә Рәсәй Федерацияһының аҙ һанлы ерле халыҡтары көнө, 8 сентябрҙә Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнө билдәләнә.
6👍4🥰1
📌 Тағараҡ конкурсында ҡатнаш!

"Өфө муйынсағының ҡоштар ихатаһы" проекты сиктәрендә тағараҡтар эшләү буйынса ҡала конкурсы иғлан ителгән.

Конкурста балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү үҙәктәре уҡыусылары ҡатнаша ала.

🏆Еңеүселәрҙе 3 номинацияла билдәләйәсәктәр:

🔹 "экологик тағараҡ" - тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәгән тәбиғи материалдарҙан эшләнгән тағараҡ;

🔹 "креатив тағараҡ" - иң үҙенсәлекле, таң ҡалдырырлыҡ формалағы тағараҡтар;

🔹 "файҙалы тағараҡ" - икенсел материалдар ҡулланып эшләнгән һәм иҫке әйберҙәргә яңы һулыш биргән тағараҡтар.

Тағараҡтар тимерсыбыҡ йәки бау менән нығытылырға, башы ҡаплы һәм ҡоштар иркен инеп-сығып йөрөрлөк булырға тейеш.

Ғаризалар һәм эштәрҙең фотоһүрәттәре 15 декабргә тиклем ҡабул ителә: clck.ru/3QHn42.
📍 Тулыраҡ мәғлүмәт: clck.ru/3QHmLo

Әйткәндәй, төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥰
7👏3👍2
📌Бөгөн Өфөлә "Кеше приюты" социаль үҙәге ишектәрен асҡан. Уның эшмәкәрлеге ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелә.

Бында мөрәжәғәт иткән һәр кем бушлай ҡайнар аш, шәхси гигиена кәрәк-ярағы, медицина ярҙамы һәм эш табыуҙа ярҙам аласаҡ.

"Синоптиктар ҡыш һыуыҡ киләсәк, ти. Шуға был Үҙәктең асылыуын бик ваҡытлы тип иҫәпләйем. Ул Өфө ҡалаһының Совет районында урынлашҡан, Рамаҙан мәсетенә яҡын (Бабушкин урамы, 7-се йорт).
Был үҙәк кешеләргә өмөт һәм иртәнге көнгә ышаныс ҡайтара торған урын булһын",

- тип хәбәр иткән был турала Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
6🙏3🥰2🕊2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Белоретты ла "бәйләгәндәр" 😍

Видео: интернеттан.
8👍7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ялдарығыҙ матур үтһен!🥰

📍 Әбйәлил районы, Асҡар ауылы

Видео: Ләйсән Йәнекәева.
13
📌 Өфөлә Сергей Руденконың тыуыуына 140 йыл тулыуға һәм уның "Башҡорттар. Этнологик монография тәжрибәһе" тигән нигеҙ хеҙмәте яҙылыуға 100 йыл булыуға арналған халыҡ-ара конференция үтә.

Конференцияла, шул иҫәптән онлайн да, 150-гә яҡын ғалим ҡатнаша: Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Ҡаҙан, Екатеринбург, Силәбе, Новосибирск, Барнаул, Кемер, Владивосток һәм башҡа ҡалаларҙан.

Шулай уҡ Ҡаҙағстан, Беларусь, Германия, Ҡытай һәм Иран илдәренән тиҫтәләгән ғалим килгән.

"Руденко уҡыуҙары"нда ҡатнашыусылар бөгөн Шишмә районындағы "Турахан" визит-үҙәгендә эшләй.

Сергей Иванович Руденко 1906-1930 йылдарҙа 14 экспедиция яһай һәм 10 меңдән ашыу ҡомартҡы (52 коллекция) туплай. Был ҡомартҡылар араһында башҡорт, сыуаш, мордва, мари, хант, манси, ненец, коми, бүрәт, алтай халыҡтарының көнкүреш кәрәк-яраҡтары бар.
🔥93
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Өфөлә Тамъян ырыуы йыйыны үтә.
Йыйынға Әбйәлил, Мәләүез, Белорет райондарынан һәм башҡа төбәктәрҙән ырыуҙаштар йыйылған.

Сара сағыу күргәҙмәләрҙән башланып китеп, тамъян ырыуы тураһында фильм ҡарау, түңәрәк ҡор һәм күркәм концерт менән дауам итте.

📍 Видеола йыйындан күренештәр. Тағы ла матур кадрҙар менән бүлешербеҙ әле.
10❤‍🔥3🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бер мәл рәссамдарҙың ижад емештәренә "йән өргән" ошондайыраҡ видео булғайны, ахыры. Шулай ҙа ҡыҙыҡ күреп тағы берҙе ҡуяйыҡ әле😉

Видео: интернеттан.
12