Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.01K photos
1.61K videos
1 file
273 links
Download Telegram
📌 Ҡаҙ өмәһенә - ваҡыт!
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында ҡаҙ өмәһен бына шулай гөрләтеп үткәреп ебәргәндәр, тип хәбәр итә райондың "Телеграм"дағы төркөмө.

💯Ҡаҙ өмәһе - борондан килгән матур башҡорт йолаларының береһе. Һыуыҡтар төшкән мәлдә ҡаҙ тотҡан хужалар ярҙамға күрше-күләнен, туған-тыумасаһын саҡырып, ҡош-ҡортон эшкәртеп ала.

🔹"Еңел ҡуллы" ир-егет ҡошто бисмиллалап салып бирһә, ҡатын-ҡыҙҙар йөнөн йолҡорға тотона.

🔹Ҡаҙҙың йомшаҡ ҡына мамығы ҡабарынҡы яҫтыҡтар эшләргә шәп була. Ә ҡанаттарын һепертке итеп тотоналар. Ҡаурыйҙарын да ҡалдырмайҙар - ике яҡлап һыҙырып алалар.

🔹Ныҡлап таҙартып алыу өсөн ҡаҙҙы өтөргә кәрәк. Бында хәҙер тағы ир-егеттәр ярҙамға килә: элегерәк паяльник, һуңғы йылдарҙа газ баллондары менән "һә" тигәнсе өтөп тә ҡуялар.

🔥Ә кемдәрҙер, бәлки, хәтерләйҙер, элегерәк ҡаҙҙы өтөү өсөн ут яғырға тура килә ине. Бер мәл газ плитәһе өҫтөндә тотоп эшләнеләр быны. Хатта бер ҡат марля ҡаплап, совет заманының ауыр үтеге ярҙамында өткәндәре хәтерҙә 🤭
Йылдан-йыл йәшәйешебеҙ еңеләйә бара шул, шөкөр.


🔹Артабан инде ҡаҙҙың эсен таҙартып, бөрләтәү, йөрәк-маҙарын айырып алып ҡуялар.

🔹Иң аҙаҡта ҡаҙҙы йылғаға алып барып сайҡап алып ҡайталар - ул йоҡа ғына боҙ менән ҡаплана һәм был уны оҙағыраҡ һаҡларға ярҙам иткән.

🔹Хужабикә был арала әле генә эшкәртелгән ҡаҙҙы ҡаҙанға һалып, гөрләтеп эшләгән өмәселәргә табын әҙерләй, аш һала.

Бына шундай матур йолабыҙ әле лә йәшәй. Көтөп, әҙерләп алған һуғымдарығыҙ мәнфәғәтегеҙгә яҙһын, имен-һау ашарға һәм ҡыуаныстар менән йәшәргә насип булһын! 🥰
🔥65🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🥊"Ата-бабаларыбыҙ көсөнән ҡеүәт алам, ғорурланам һәм йолаларыбыҙҙы хөрмәт итәм",

- ти милләттәшебеҙ Зарина Исламова.

Сибай ҡыҙы ошо көндәрҙә Японияла муайтай буйынса еңеү яуланы. Ул рингҡа өләсәһе эшләгән селтәрҙә һәм бүрек кейеп сыға.

Зарина үҙен күтәрмәләп торған һәр кемгә рәхмәттәрен белдерҙе.

Афарин! Алға, яңы еңеүҙәргә! 💙🤍💚
🔥11❤‍🔥9👏42
МИН БИТ САЯ БАШҠОРТ ҠЫҘЫ!

Ил күргәне -
Ул яҙмышым.
Телгә тоғро
Йән-булмышым.
Тыуған ерҙә
Бар юл башым,
Халҡым йыры,
Моң - юлдашым.

Милләтемдең
Тере ҡуҙы -
Мин бит сая
Башҡорт ҡыҙы!

Ир-егеттә
Көс-батырлыҡ,
Ил тойғоһон
Уятырлыҡ,
Һөйөү тәмен
Татытырлыҡ,
Ярһыу атты
Туҡтатырлыҡ

Тылсымым бар,
Беләм быны -
Мин бит сая
Башҡорт ҡыҙы!

Айгөл ИШЕМҒУЖИНА-ИҘЕЛБАЕВА.

Фото:
Людмила Камнева.
10🔥4🥰4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Балаларҙы нимә борсой?

Өфөнән кескәй Солтанморат Ғиззәтуллин "Ҡасан башҡортса йәнһүрәттәр төшөрөрөләсәк һәм билдәле йәнһүрәттәрҙе тәржемә итәсәктәр?" - тип ҡыҙыҡһынды. Малайҙың саф башҡортса һөйләшеүе, үҙенең шундай етдилеге Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән Тура бәйләнештә ҡатнашҡан һәр кемде һөйөндөрҙө.

Республика етәксеһе нимә тип яуап ҡайтарҙы - видеола ҡарағыҙ.


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш. 2025 йылдың 11 ноябре.
11👍5🔥5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сибайҙан "Тарпан" этно-фольк төркөмөнә ҡарап, төшкө ял минуттарығыҙҙа көс һәм дәрт туплап алығыҙ! ❤️‍🔥
15🔥6🙏4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡорт балаҫын донъя кимәлендә танытыу һәм уны һуғыу оҫталығын йәш быуынға өйрәтеү өсөн ниндәй юлдар бар?

Миәкә районының балаҫ һуғыу оҫталары Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә сығып, ошо хаҡта ҡыҙыҡһынды һәм тәҡдимдәрен дә еткерҙе.

Улар башҡорт балаҫын һаҡлау һәм быуындан-быуынға күсереү өсөн ниндәйҙер мәғариф проекты эшләргә кәрәк, ти.


📍 Республика етәксеһе оҫтабикәләрҙең башланғысын хупланымы - был турала видеола.
8💯5🔥2🤗2
📌 Бөгөн иртән Башҡортостандың ҡайһы бер урындарында Төньяҡ (поляр) балҡышын күҙәткәндәр.

Өфөгә яҡын урынлашҡан Иглин ауылында күк йөҙө бына шулай алһыуланып торған, ти.


Был күренеш Ҡояшта булған процестарға, магнит дауылына бәйле, тип аңлата белгестәр.

Был фотолар менән Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова уртаҡлашҡан.
8🔥5💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Стрелка" - иртәгә ти!

Стәрлетамаҡ халҡын һәм ҡунаҡтарын И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында осрашырға саҡырғандар.

13 ноябрҙә "Өлкән улым" спектакленең премьераһы була!


Александр Вампилов пьесаһын режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштергән.

Еңелмәҫ өсөн сәскәләр тотоп барығыҙ! 😉
😎8👍75
Кесе йома мөбәрәк булһын!

Көндәр болотло тора, тип күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп китмәгәнһегеҙҙер ул? ☁️

Көн яманы үтер, тигән борон ата-бабаларыбыҙ.


📍 Белорет районы, Ирәмәл тауы.

Фото: Илнур Байегетов.
16🔥5
📌 Башҡортостанда креатив индустрияларҙы үҫтерергә ярҙам итеү маҡсатында республика премияһы тапшырасаҡтар.

Премия йыл һайын биреләсәк. Ул архитектура, дизайн, мода, журналистика, әҙәбиәт һәм нәшриәт, реклама, гастрономия, халыҡ художестволы кәсептәре һәм башҡа креатив иҡтисад өлкәләрендәге проекттар, идеялар өсөн тәғәйенләнгән.

📍 Быйыл премияға дәғүә итеүселәрҙең ғаризалары 13-23 ноябрҙә ҡабул ителә. Ғаризаны түбәндәге һылтанма буйынса үтеп тултырырға мөмкин: forms.yandex.ru/u/6905cf05...

Премия "Креатив проект/продукт", "Мәҙәни код", "Йылдың креатив ваҡиғаһы", "Креатив остаз", "Креатив PR-кампания", "Креатив территория", "Креатив цифрлы продукт", "Креатив медиа", "Креатив команда", "Креатив эшҡыуар" номинациялары буйынса еңеүселәрҙе билдәләйәсәк.
Тулыраҡ ошонда: creastan.ru/creapremia
7👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🍂Һоро һәм күңелһеҙ ноябрҙең дә үҙ матурлығы бар, белгегеҙ килһә. Ул берләштерә, бер-береңә ярҙамлашырға этәрә, ҡышҡылыҡҡа әҙерлек мәшәҡәттәренән шатлыҡ кисерергә өйрәтә, үәт.

Ҡаҙ өмәһенән күренештәрҙе Розалина Ибраһимова төшөрөп алған.

Өҫтәлдәрегеҙ гел шулай муллыҡтан һығылып торһон, үҙегеҙ имен, йортоғоҙ ҡотло булһын, төркөмдәштәр!
10👍5
📌Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө.

Был иҫтәлекле дата 2020 йылда Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы тарафынан булдырылды.


Дивизия СССР-ҙың Оборона Дәүләт Комитетының 1941 йылдың 13 ноябрендәге ҡарарына ярашлы Башҡорт АССР-ы иҫәбенә формалаша. Республика хужалығынан 13,3 мең ат, эйәр-өпсөн, һалдаттарға кейем-һалым, фураж тапшырыла.

Башта дивизия составында 3823 кеше була.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1943 йылдың февраленән – 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тип йөрөтөлә башлай, ә сентябрҙән – Чернигов маҡтаулы атамаһы өҫтәлә.

Ҡыҙыл Армияның кавалерия соединениялары араһында тик 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ғына 78 яугир Советтар Союзы Геройы исеме алған һәм 5-һе Дан орденының тулы кавалеры булған. Башҡа дивизияларҙа был тиклем күп кеше юғары наградаларға күрһәтелмәгән.

💯Өҫтәүенә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде.

📍Фотоларҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары.
👍115👎43