Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.01K photos
1.61K videos
1 file
273 links
Download Telegram
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға, көтөлмәгән бүләктәргә, бәхетле мәлдәргә һәм яңы үрҙәргә бай булһын яңы аҙна! 🥰
8🥰3🙏3
📌Салауат Юлаев һәйкәле аҫтына шешә эсенә исемдәрен яҙып ҡалдырыусыларҙың береһе рәссам булған, береһе - иҫән!
Был хаҡта "Башҡортостан" гәзите һәм "Бәхетнамә" тапшырыуы төркөмөндә Гөлназ Мортазина хәбәр итә.

Баймаҡ ҡалаһынан Ирмәк Исмәғилев рәссам булған һәм хатта заманында Салауат Юлаевҡа арнап картина ла яҙған.

“Әс-сәләмәғәләйкүм! Үҙ күҙҙәремә ышанмайым! Ысынлап та, беҙ бала саҡта атайым Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйған мәлдә улар уның нигеҙендә хат ҡалдырыуы тураһында һөйләй торғайны. Уның табылыуы – беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәл. Атайымдың Салауат Юлаевҡа арналған 150 х 200 сантиметр ҙурлыҡтағы картинаһын да табырға ине... Ул Таулыҡай ауылындағы мәҙәниәт йортонда торҙо һәм юғалды”,

- ти ҡыҙы Сәлимә.

📍 Фотола һеҙ Ирмәк Исмәғилев эшләгән картинаның тәүге вариантын, йәғни эскизын күрәһегеҙ. Уны авторҙың улы Буранбай табып ебәргән.

Егеттәрҙең икенсеһе – Азамат Вәлиев Баймаҡ районының Семеновск ауылында йәшәгән. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған. Уның да туғандары бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәй.

Әхәт (Әхмәт) Йәнбәков иһә, бөгөн Ырымбур ҡалаһында йәшәй. Уға 85 йәш. Ул 1940 йылдың 8 сентябрендә Баймаҡ районында Мөбинә һәм Мырҙағәли Йәнбәковтар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында вафат була, әсәһе биш бала менән тол ҡала.

Әхәт Мырҙағәли улы Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай, тәүҙә мәғариф системаһында, һуңынан "Оренбурггазпром"да эшләй, йәмәғәт эшендә әүҙем була. 1972 йылда ғаиләһе менән Ырымбур ҡалаһына күсеп китә. Ҡатыны Зөбәржәт Бикбова менән Әлфиә һәм Рөстәм исемле ике балаға ғүмер биргәндәр.

📍 Фотола Зөбәржәт һәм Әхәт Йәнбәковтар.
7🔥3🥰3
Иртәгә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш.

Етенсе тапҡыр ойошторола ул. Уҙған бәйләнештәргә байҡау яһағанда - Радий Хәбиров бөтә һорауҙарға, хатта ҡатмарлы, уңайһыҙҙарына ла асыҡ яуап бирергә тырыша. Шуның менән үҙен ышаныслы етәксе итеп күрһәтә.

Әйткәндәй, С. Юлаев һәйкәлен реконструкциялау мөһимлеге тураһында, ҡайһы берәүҙәр халыҡ араһында аңлашмаусанлыҡ таратып маташҡанда, ул тап тура бәйләнештә аныҡтаң аныҡ һәйкәлде ремонтлау тураһында әйтте һәм эште башланы. Иҡтисади йәһәттән заман ауырлығына һылтанып ниәтте кисектереүгә юл ҡуйманы.

Иртәгә Республика Башлығы ниндәй һорауҙарға яуап бирер, ниндәй бәхәсле мәлдәргә аныҡлыҡ индерер - тура бәйләнештән һуң анализ яһарбыҙ.
7👍1
📌Ҡыш бабай ҡасан килере билдәле булды!

Бөтә балалар яратҡан әкиәт геройы тиҙҙән поезға ултырып, ил буйлап сәйәхәткә сыға.
Быйыл ул Өфөгә 14 декабрҙә, Стәрлетамаҡҡа 15 декабрҙә килеп етергә тейеш.

Балаларығыҙ Ҡыш бабайға ышанамы? Был матур байрам тамашаһын ҡарарға бараһығыҙмы?
6👍1
📌М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Йәш һунарсы" башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштерәләр.

Был хаҡта театрҙың рәсми төркөмөндә хәбәр ителә. Балалар өсөн тәғәйенләнгән спектакль "Батыр йөрәк" тип аталасаҡ. Уны Яңы йыл марафоны сиктәрендә күрһәтергә ниәтләйҙәр.

Әле театр актерҙары спектаклдең режиссеры һәм инсценировка авторы Рөстәм Хәкимов етәкселегендә пьесаны уҡып, әҙерләнә башлаған.

"Батыр йөрәк" спектакленең премьераһы 17 декабрҙә көтөлә.
8🔥2
ТҮҢӘРӘК ДОНЪЯ

Килдем әле тағы яндарыңа,
Шифа эҙләп көйгән йәндәремә.
Һылтанмасы ваҡыт юҡлығына,
Әйт йылы һүҙ, ҡарап наҙлы ғына.

Шул һүҙеңдән донъям нурға сума,
Иңдәремә бәхет ҡошо ҡуна.
Ҡараштарың имләй көйгән йәнде –
Түп-түңәрәк донъям ошо мәлдә.

Тәслимә РӘХИМОВА.

Фото: Гөлназ Ғәлимуллина.
9👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөнгә иң йәтеш видео🥰
Һеҙҙе нисек яраталар?

Видео: Фидәлиә Йылҡыбаева.
17🥰4
📌 11 ноябрҙә билдәле яҙыусы һәм журналист Рәүеф Насиров тыуған.

Ул республикабыҙҙың Учалы районы Ҡужай ауылынан. Оҙаҡ йылдар райондың "Серп и молот" гәзите (хәҙерге "Урал" гәзите) редакцияһында эшләй, "Совет Башҡортостаны" гәзитенең мөхәррир урынбаҫары була.

Рәүеф Хәй улын беҙ Александр Матросовтың Шәкирйән Мөхәмәтйәнов булыуына дәлилдәр тапҡан һәм был хаҡта "Ҡайҙан һин, Матросов?" китабын яҙған кеше булараҡ беләбеҙ. Тап ул оҙаҡ йылдар эҙләнеүҙәр үткәреп, күкрәге менән дошман амбразураһын ҡаплаған геройҙың Учалы районы Ҡунаҡбай ауылынан икәнен асыҡлай.

Рәүеф Насиров шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла, Муса Мортазин, Шәриф Манатов, Хафиз Ҡушаев, Миңлеғәли Шайморатов, Зәйнулла Рәсүлев һәм башҡорт халҡының башҡа күренекле шәхестәре тураһында китаптар авторы.

Бөгөн Рәүеф Насировҡа 90 йәш тулған булыр ине. Ул 2014 йылда арабыҙҙан китте.
10👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө аштарығыҙ тәмле, яҡындарығыҙ менән бергә булһын! ❤️

Видео:
Сөмбөл Маҙһарова.
12🔥2
📌"Бөртөкләп йыйыла алтын", "Төньяҡ амурҙары", "Тыуған көн", "Һырдаръя", "Салауат", "Комбриг Мортазин"... һәм тағы ла тиҫтәнән ашыу романдар авторы Яныбай Хамматовтың тыуыуына быйыл 100 тулды.


Ошо айҡанлы 21 ноябрҙә БР Милли музейында "Тарихҡа алтын күпер" тип аталған күргәҙмә асыла. Тантаналы сара сәғәт көндөҙгө 3-тә башлана.

Күргәҙмә халыҡ һөйөүен яулаған бөйөк башҡорт романсыһының ижадын һәм тормош юлын сағылдыра. Уның тураһында бик күп һорауҙарға яуап бирә.
12🔥3
📌 "Кино төнө, Музейҙар төнө, хәҙер диспансеризация төнө лә үтәсәк!"

- тип хәбәр иткән Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Бындай тәүге акция 13 ноябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторола. Ҡала халҡы сәғәт киске 8-ҙән төнгө 12-гә тиклем тикшеренеү үтә аласаҡ.

"Төп бурысыбыҙ - күберәк пациенттарҙы ҡарау, сөнки ауырыуҙы иртә билдәләү - әүҙем оҙон ғүмер нигеҙе. Акция шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, яман шеш һәм башҡа хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ойошторола",

- тип яҙған министр.
7👍2
📌 Ҡаҙ өмәһенә - ваҡыт!
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында ҡаҙ өмәһен бына шулай гөрләтеп үткәреп ебәргәндәр, тип хәбәр итә райондың "Телеграм"дағы төркөмө.

💯Ҡаҙ өмәһе - борондан килгән матур башҡорт йолаларының береһе. Һыуыҡтар төшкән мәлдә ҡаҙ тотҡан хужалар ярҙамға күрше-күләнен, туған-тыумасаһын саҡырып, ҡош-ҡортон эшкәртеп ала.

🔹"Еңел ҡуллы" ир-егет ҡошто бисмиллалап салып бирһә, ҡатын-ҡыҙҙар йөнөн йолҡорға тотона.

🔹Ҡаҙҙың йомшаҡ ҡына мамығы ҡабарынҡы яҫтыҡтар эшләргә шәп була. Ә ҡанаттарын һепертке итеп тотоналар. Ҡаурыйҙарын да ҡалдырмайҙар - ике яҡлап һыҙырып алалар.

🔹Ныҡлап таҙартып алыу өсөн ҡаҙҙы өтөргә кәрәк. Бында хәҙер тағы ир-егеттәр ярҙамға килә: элегерәк паяльник, һуңғы йылдарҙа газ баллондары менән "һә" тигәнсе өтөп тә ҡуялар.

🔥Ә кемдәрҙер, бәлки, хәтерләйҙер, элегерәк ҡаҙҙы өтөү өсөн ут яғырға тура килә ине. Бер мәл газ плитәһе өҫтөндә тотоп эшләнеләр быны. Хатта бер ҡат марля ҡаплап, совет заманының ауыр үтеге ярҙамында өткәндәре хәтерҙә 🤭
Йылдан-йыл йәшәйешебеҙ еңеләйә бара шул, шөкөр.


🔹Артабан инде ҡаҙҙың эсен таҙартып, бөрләтәү, йөрәк-маҙарын айырып алып ҡуялар.

🔹Иң аҙаҡта ҡаҙҙы йылғаға алып барып сайҡап алып ҡайталар - ул йоҡа ғына боҙ менән ҡаплана һәм был уны оҙағыраҡ һаҡларға ярҙам иткән.

🔹Хужабикә был арала әле генә эшкәртелгән ҡаҙҙы ҡаҙанға һалып, гөрләтеп эшләгән өмәселәргә табын әҙерләй, аш һала.

Бына шундай матур йолабыҙ әле лә йәшәй. Көтөп, әҙерләп алған һуғымдарығыҙ мәнфәғәтегеҙгә яҙһын, имен-һау ашарға һәм ҡыуаныстар менән йәшәргә насип булһын! 🥰
🔥65🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🥊"Ата-бабаларыбыҙ көсөнән ҡеүәт алам, ғорурланам һәм йолаларыбыҙҙы хөрмәт итәм",

- ти милләттәшебеҙ Зарина Исламова.

Сибай ҡыҙы ошо көндәрҙә Японияла муайтай буйынса еңеү яуланы. Ул рингҡа өләсәһе эшләгән селтәрҙә һәм бүрек кейеп сыға.

Зарина үҙен күтәрмәләп торған һәр кемгә рәхмәттәрен белдерҙе.

Афарин! Алға, яңы еңеүҙәргә! 💙🤍💚
🔥11❤‍🔥9👏42