Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.01K photos
1.61K videos
1 file
273 links
Download Telegram
📌 Салауат Юлаев һәйкәле аҫтында үткән быуаттан сәләм-хат табылған.

Һәйкәл аҫтына һалып ҡалдырылған шешә эсендәге яҙыулы ҡағыҙҙа исемдәр теҙеп яҙылған һәм
"Бөтәһе лә Баймаҡтан"

тиелгән.

Аҫтында датаһы ла ҡуйылған - 13 май 1967 йыл.

Исемлектәге кешеләрҙе танып-белеүсе барҙыр, бәлки 😉
13🔥10🥰3
...Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!


Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Фото:
Сулпан Ағзамова.
12🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌AY YOLA төркөмө "Беренсе" каналдағы "Антропология" подкасында ҡунаҡта булған.

Билдәле яҡташтарыбыҙ Дмитрий Дибров алып барған тапшырыуҙа ҡатнашҡан. Уны 7 ноябрҙә күрһәткәндәр.

Ә инде кем өлгөрмәгән, һылтанма буйынса үтеп ҡарай алаһығыҙ: https://www.1tv.ru/-/jskmfj
11👍4
БАЛ

Былай ғына баҡһаң,
Тормош – теүәл.
Зәңгәр генә йәки ал ғына.
Тәмен генә тойһаң,
Балдар ҙа бит
Бары шәрбәт кенә, бал ғына.

Һәр бер ал да,
Хатта татлы бал да
Килеп кенә төшмәй күктәрҙән.
Уйлап ҡара: күптәр
Улар өсөн
Ауырлыҡтар күргән, күтәргән.

Татлы балды йыйған бал ҡорттары
Әле ҡайҙа ғүмер итәлер?
Һин бал ҡапҡан мәлдә
Әллә нисә
Саҡрымдарға осоп китәлер.

Ҡанаттары, бәлки, талғандыр ҙа
Гөлгә ҡунып ялдар итәлер.
Бәлки, биреп бөтә йыйған балын,
Үҙе балһыҙ ғүмер итәлер.

Ҙур күлдәрҙе осоп сыҡҡан саҡта
Хәлдән тайып һәләк булғандыр.
Иҫәндер ҙә, бәлки,
Оса-ҡуна
Һиңә тағы балдар йыялыр...

Һәр бер зәңгәр булмай зәңгәр генә,
Алдар булмай бары ал ғына.
Уйлап баҡһаң,
Ай-һай, хикмәтле бит
Был донъяның хатта балы ла.

Рауил ШАММАС.

📌 Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммасовтың тыуыуына - 95 йыл.
8👍5🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисә Өфөлә "Урал батыр" халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры үтте. Уны Башҡортостан Республикаһының көс экстримы төбәк федерацияһы ярҙамы менән үҙебеҙҙең башҡорт бәһлеүәне Эльбрус Ниғмәтуллин ойошторҙо.

Сарала Рәсәй, Беларусь һәм Ҡаҙағстандан 12 иң көслө атлет сығыш яһаны.

"Бер нисә йыл элек мин башҡорт халҡының күренекле улы Эльбрус Ниғмәтуллинды тәжрибәһе, белеме менән уртаҡлашһын, спорт һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаһын өсөн Силәбенән Башҡортостанға саҡырғайным.
Хәҙер Эльбрус Өфөлә йәшәй. Ул бик әүҙем, республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты итеп һайланды. Балаларыбыҙ өсөн бик күп нәмә эшләй, уларҙы спортҡа ылыҡтыра.

Яҡташтарыбыҙ, төрлө өлкәлә ҙур тәжрибә туплаған, сағыу, аяҡҡа баҫҡан кешеләр өйгә ҡайтыуҙары бик яҡшы",

- тип яҙҙы сәхифәһендә был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
6👍4🔥2😁1
📌Зарина йәнә еңеүсе!

Сибай ҡыҙы Зарина Исламова Японияла муайтай буйынса еңеү яулаған. Ул икенсе раундта Камбоджа спортсыһын нокаутҡа ебәргән.
11🔥8❤‍🔥3
Аҡлы-ҡаралы фотолар нисектер тылсымлы. Быны аңлатып та булмай ул, шулай бит?

💯Был фотола Баймаҡ районы Ишәй ауылынан Кәримовтар ғаиләһе һалдатты ҡаршы алғанда төшкән, тип яҙа яҡташтары. Ниндәй ишле, матур ғаилә. Барыһының да йөҙөндә шатлыҡ, шундай уландар үҫтергән әсәйҙәр ғорурланып баҫып тора, шуҡ малайҙар теҙелешкән.

Һуңғы ваҡытта күбеһен замана технологиялары ярҙамында төҫлөгә әйләндереп тә ҡуялар. Әммә ниндәйҙер бер сихри үҙенсәлеге юҡҡа сыҡҡан кеүек шул саҡта.
9🥰2
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға, көтөлмәгән бүләктәргә, бәхетле мәлдәргә һәм яңы үрҙәргә бай булһын яңы аҙна! 🥰
8🥰3🙏3
📌Салауат Юлаев һәйкәле аҫтына шешә эсенә исемдәрен яҙып ҡалдырыусыларҙың береһе рәссам булған, береһе - иҫән!
Был хаҡта "Башҡортостан" гәзите һәм "Бәхетнамә" тапшырыуы төркөмөндә Гөлназ Мортазина хәбәр итә.

Баймаҡ ҡалаһынан Ирмәк Исмәғилев рәссам булған һәм хатта заманында Салауат Юлаевҡа арнап картина ла яҙған.

“Әс-сәләмәғәләйкүм! Үҙ күҙҙәремә ышанмайым! Ысынлап та, беҙ бала саҡта атайым Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйған мәлдә улар уның нигеҙендә хат ҡалдырыуы тураһында һөйләй торғайны. Уның табылыуы – беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәл. Атайымдың Салауат Юлаевҡа арналған 150 х 200 сантиметр ҙурлыҡтағы картинаһын да табырға ине... Ул Таулыҡай ауылындағы мәҙәниәт йортонда торҙо һәм юғалды”,

- ти ҡыҙы Сәлимә.

📍 Фотола һеҙ Ирмәк Исмәғилев эшләгән картинаның тәүге вариантын, йәғни эскизын күрәһегеҙ. Уны авторҙың улы Буранбай табып ебәргән.

Егеттәрҙең икенсеһе – Азамат Вәлиев Баймаҡ районының Семеновск ауылында йәшәгән. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған. Уның да туғандары бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәй.

Әхәт (Әхмәт) Йәнбәков иһә, бөгөн Ырымбур ҡалаһында йәшәй. Уға 85 йәш. Ул 1940 йылдың 8 сентябрендә Баймаҡ районында Мөбинә һәм Мырҙағәли Йәнбәковтар ғаиләһендә тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында вафат була, әсәһе биш бала менән тол ҡала.

Әхәт Мырҙағәли улы Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай, тәүҙә мәғариф системаһында, һуңынан "Оренбурггазпром"да эшләй, йәмәғәт эшендә әүҙем була. 1972 йылда ғаиләһе менән Ырымбур ҡалаһына күсеп китә. Ҡатыны Зөбәржәт Бикбова менән Әлфиә һәм Рөстәм исемле ике балаға ғүмер биргәндәр.

📍 Фотола Зөбәржәт һәм Әхәт Йәнбәковтар.
7🔥3🥰3
Иртәгә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш.

Етенсе тапҡыр ойошторола ул. Уҙған бәйләнештәргә байҡау яһағанда - Радий Хәбиров бөтә һорауҙарға, хатта ҡатмарлы, уңайһыҙҙарына ла асыҡ яуап бирергә тырыша. Шуның менән үҙен ышаныслы етәксе итеп күрһәтә.

Әйткәндәй, С. Юлаев һәйкәлен реконструкциялау мөһимлеге тураһында, ҡайһы берәүҙәр халыҡ араһында аңлашмаусанлыҡ таратып маташҡанда, ул тап тура бәйләнештә аныҡтаң аныҡ һәйкәлде ремонтлау тураһында әйтте һәм эште башланы. Иҡтисади йәһәттән заман ауырлығына һылтанып ниәтте кисектереүгә юл ҡуйманы.

Иртәгә Республика Башлығы ниндәй һорауҙарға яуап бирер, ниндәй бәхәсле мәлдәргә аныҡлыҡ индерер - тура бәйләнештән һуң анализ яһарбыҙ.
7👍1
📌Ҡыш бабай ҡасан килере билдәле булды!

Бөтә балалар яратҡан әкиәт геройы тиҙҙән поезға ултырып, ил буйлап сәйәхәткә сыға.
Быйыл ул Өфөгә 14 декабрҙә, Стәрлетамаҡҡа 15 декабрҙә килеп етергә тейеш.

Балаларығыҙ Ҡыш бабайға ышанамы? Был матур байрам тамашаһын ҡарарға бараһығыҙмы?
6👍1
📌М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Йәш һунарсы" башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштерәләр.

Был хаҡта театрҙың рәсми төркөмөндә хәбәр ителә. Балалар өсөн тәғәйенләнгән спектакль "Батыр йөрәк" тип аталасаҡ. Уны Яңы йыл марафоны сиктәрендә күрһәтергә ниәтләйҙәр.

Әле театр актерҙары спектаклдең режиссеры һәм инсценировка авторы Рөстәм Хәкимов етәкселегендә пьесаны уҡып, әҙерләнә башлаған.

"Батыр йөрәк" спектакленең премьераһы 17 декабрҙә көтөлә.
8🔥2
ТҮҢӘРӘК ДОНЪЯ

Килдем әле тағы яндарыңа,
Шифа эҙләп көйгән йәндәремә.
Һылтанмасы ваҡыт юҡлығына,
Әйт йылы һүҙ, ҡарап наҙлы ғына.

Шул һүҙеңдән донъям нурға сума,
Иңдәремә бәхет ҡошо ҡуна.
Ҡараштарың имләй көйгән йәнде –
Түп-түңәрәк донъям ошо мәлдә.

Тәслимә РӘХИМОВА.

Фото: Гөлназ Ғәлимуллина.
9👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөнгә иң йәтеш видео🥰
Һеҙҙе нисек яраталар?

Видео: Фидәлиә Йылҡыбаева.
17🥰4
📌 11 ноябрҙә билдәле яҙыусы һәм журналист Рәүеф Насиров тыуған.

Ул республикабыҙҙың Учалы районы Ҡужай ауылынан. Оҙаҡ йылдар райондың "Серп и молот" гәзите (хәҙерге "Урал" гәзите) редакцияһында эшләй, "Совет Башҡортостаны" гәзитенең мөхәррир урынбаҫары була.

Рәүеф Хәй улын беҙ Александр Матросовтың Шәкирйән Мөхәмәтйәнов булыуына дәлилдәр тапҡан һәм был хаҡта "Ҡайҙан һин, Матросов?" китабын яҙған кеше булараҡ беләбеҙ. Тап ул оҙаҡ йылдар эҙләнеүҙәр үткәреп, күкрәге менән дошман амбразураһын ҡаплаған геройҙың Учалы районы Ҡунаҡбай ауылынан икәнен асыҡлай.

Рәүеф Насиров шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла, Муса Мортазин, Шәриф Манатов, Хафиз Ҡушаев, Миңлеғәли Шайморатов, Зәйнулла Рәсүлев һәм башҡорт халҡының башҡа күренекле шәхестәре тураһында китаптар авторы.

Бөгөн Рәүеф Насировҡа 90 йәш тулған булыр ине. Ул 2014 йылда арабыҙҙан китте.
10👍2