📌Бөгөн Ҡырмыҫҡалы ауылының үҙәк майҙанында Октябрь революцияһына арналған митинг үткән, тип хәбәр итә "Кармаскалинская новь" төркөмө.
Йола буйынса, хеҙмәт коллективтары, предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Владимир Ильич Ленин һәйкәленә сәскәләр һалған.
Илебеҙ тарихында 108 йыл элек булған мөһим үҙгәрештәр тураһында райондың Мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һәм Мәктәп-ара уҡыу комбинаты директоры, муниципаль район Советы президиумы ағзаһы Хәсән Ибраҡов сығыш яһаған.
⚡Әйткәндәй, бөгөн илебеҙ өсөн иң ауыр осорҙа - 1941 йылда Мәскәү ҡалаһындағы Ҡыҙыл майҙанда хәрби парад үткәрелгән көн. Был - совет халҡының һынмаҫ рухлы булыуын тағы бер ҡат иҫбатлаған һәм Еңеүгә ышанысын арттырған ваҡиғаларҙың береһе.

❤9👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡорттарҙа туҡыма туҡыу һәм ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге тегеү буйынса оҫталыҡ дәресе кеүек итеп төшөрөлгән был видео.
Ниндәй егәрле һәм оҫта булған беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр! Бөтә ғаиләне кейендереү генә түгел, һатыуға ла етештереп өлгөргәндәре һис шикһеҙ.
Авторы - Гөлсәсәк Өмөтбаева.
Ниндәй егәрле һәм оҫта булған беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр! Бөтә ғаиләне кейендереү генә түгел, һатыуға ла етештереп өлгөргәндәре һис шикһеҙ.
🔥10❤4
🔹Аҡҡан һыу, үткән ғүмер кире ҡайтмай.
🔹 Аҡмаған һыуҙы үлән баҫа.
🔹 Ат аунаған ерҙә төк ҡала.
🔹 Ваҡыт - алтын, форсат - алмас.
🔹 Ваҡытын юғалтҡан - малын юғалтҡан.
🔹 Ваҡыт менән аҡса табыла, аҡса менән ваҡыт табылмай.
🔹 Донъя - даръя, ғүмер - ҡалъя.
🔹Иҫкеһе юҡтың яңыһы юҡ.
🔹 Ояңа ҡарап ҡанат ҡаҡ, дуғаңа ҡарап ҡыңғырау таҡ.
🔹 Таштың да тарихы була.
🔹 Әтәс ҡысҡырмаһа ла, таң ата.

❤9👍5
📌"Башҡорт йыры"нда кем еңер?
Еңеүселәрҙең исемен оҙаҡламай беләсәкбеҙ: ошо көндәрҙә баһалама ағзалары кәңәшмә үткәргән.
Ошо йылдар эсендә әллә күпме таланттарҙы асырға ярҙам иткән сарала тиҙҙән сираттағы йомғаҡтар яһаласак.
📍 Гала-концерт 5-6 декабрҙә Өфөләге "Башҡортостан "Дәүләт концерт залында үтә.
🎫Билеттар: бында.
Еңеүселәрҙең исемен оҙаҡламай беләсәкбеҙ: ошо көндәрҙә баһалама ағзалары кәңәшмә үткәргән.
"Башҡорт йыры" телевизион фестиваль-конкурсы быйыл 15-се тапҡыр еңеүсеһен билдәләй.
Ошо йылдар эсендә әллә күпме таланттарҙы асырға ярҙам иткән сарала тиҙҙән сираттағы йомғаҡтар яһаласак.
📍 Гала-концерт 5-6 декабрҙә Өфөләге "Башҡортостан "Дәүләт концерт залында үтә.
🎫Билеттар: бында.
❤9👍2🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа эш аҙнаһы нисек үттеееү? 🤩
"Бишбармаҡ" оркестры һәм талантлы Урал Тимеров менән бергә, бик булмаһа, дәртле көйгә баҫып алығыҙ!🔥
Егеттәр төрлө тынлы музыка ҡоралдарында шәп уйнай 👏
🔥14❤6🥰3😁1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортса яңы фильм ҡарағыҙ!
"Батырҙар ташы" тип аталған яңы мажаралы фильм донъя күрҙе.
Уны 6 ноябрҙән Өфөләге "Родина" кинотеатрында һәм республиканың башҡа муниципаль кинотеатрҙарында ҡарарға мөмкин.
Төп ролдәрҙе Наил Сафин, Гөлсәсәк Зарипова, Динислам Сафин һәм Ренат Фәтхиев башҡара.
Йәш сикләүе: 12+
"Батырҙар ташы" тип аталған яңы мажаралы фильм донъя күрҙе.
Уны 6 ноябрҙән Өфөләге "Родина" кинотеатрында һәм республиканың башҡа муниципаль кинотеатрҙарында ҡарарға мөмкин.
"Батырҙар ташы"/"Камень батыров" Өфөлә йәшәгән Руслан исемле бер маңҡорт һәм ул тарыған мажаралар тураһында. Һәм тағы ла бик мөһим төшөнсәләр хаҡында булыр.
Төп ролдәрҙе Наил Сафин, Гөлсәсәк Зарипова, Динислам Сафин һәм Ренат Фәтхиев башҡара.
Йәш сикләүе: 12+
❤12👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Хәҙер М-12 трассаһы буйлап Татарстандан Башҡортостанға ингән яҡ ошолай, тип хәбәр итәләр 💙🤍💚
🔥16❤10
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ай, Дунайҙа айлы кистә
Һыу эсерҙем аттарға.
Ай ҡояшҡа әйләнде бит,
Һин килгәс был яҡтарға...
📍 "Дунай" башҡорт халыҡ йыры 1812 йылғы Ватан һуғышында хәрби походта ҡатнашҡан саҡта сығарылған йырҙарҙың береһе.
Һыу эсерҙем аттарға.
Ай ҡояшҡа әйләнде бит,
Һин килгәс был яҡтарға...
📍 "Дунай" башҡорт халыҡ йыры 1812 йылғы Ватан һуғышында хәрби походта ҡатнашҡан саҡта сығарылған йырҙарҙың береһе.
❤15👏3🔥2
📌 БР Милли музейында боронғо Бөрө ҡәберлегендә табылған үҙенсәлекле әйберҙәр күргәҙмәһе асылған.
Унда 2025 йылда үткәрелгән ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә табылған ҡомартҡылар күрһәтелгән.
✅ Археологтар тапҡан ике үҙәк комплексты: һыбайлы яугир менән бай биҙәүестәр коллекцияһын ҡарарға һәм тарихы менән танышырға мөмкин.
📍 Күргәҙмә 8 декабргә тиклем эшләй.

❤9👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Киске Өфө ✨
Видео: "Ҡәһүә" ҡәһүәханаһы битенән.
Видео: "Ҡәһүә" ҡәһүәханаһы битенән.
❤11🔥4👍2😁1
📌 Салауат Юлаев һәйкәле аҫтында үткән быуаттан сәләм-хат табылған.
Һәйкәл аҫтына һалып ҡалдырылған шешә эсендәге яҙыулы ҡағыҙҙа исемдәр теҙеп яҙылған һәм
тиелгән.
Аҫтында датаһы ла ҡуйылған - 13 май 1967 йыл.
Исемлектәге кешеләрҙе танып-белеүсе барҙыр, бәлки 😉
Һәйкәл аҫтына һалып ҡалдырылған шешә эсендәге яҙыулы ҡағыҙҙа исемдәр теҙеп яҙылған һәм
"Бөтәһе лә Баймаҡтан"
тиелгән.
Аҫтында датаһы ла ҡуйылған - 13 май 1967 йыл.
Исемлектәге кешеләрҙе танып-белеүсе барҙыр, бәлки 😉
❤13🔥10🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌AY YOLA төркөмө "Беренсе" каналдағы "Антропология" подкасында ҡунаҡта булған.
Билдәле яҡташтарыбыҙ Дмитрий Дибров алып барған тапшырыуҙа ҡатнашҡан. Уны 7 ноябрҙә күрһәткәндәр.
Ә инде кем өлгөрмәгән, һылтанма буйынса үтеп ҡарай алаһығыҙ: https://www.1tv.ru/-/jskmfj
Билдәле яҡташтарыбыҙ Дмитрий Дибров алып барған тапшырыуҙа ҡатнашҡан. Уны 7 ноябрҙә күрһәткәндәр.
Ә инде кем өлгөрмәгән, һылтанма буйынса үтеп ҡарай алаһығыҙ: https://www.1tv.ru/-/jskmfj
❤11👍4
✨БАЛ
Былай ғына баҡһаң,
Тормош – теүәл.
Зәңгәр генә йәки ал ғына.
Тәмен генә тойһаң,
Балдар ҙа бит
Бары шәрбәт кенә, бал ғына.
Һәр бер ал да,
Хатта татлы бал да
Килеп кенә төшмәй күктәрҙән.
Уйлап ҡара: күптәр
Улар өсөн
Ауырлыҡтар күргән, күтәргән.
Татлы балды йыйған бал ҡорттары
Әле ҡайҙа ғүмер итәлер?
Һин бал ҡапҡан мәлдә
Әллә нисә
Саҡрымдарға осоп китәлер.
Ҡанаттары, бәлки, талғандыр ҙа
Гөлгә ҡунып ялдар итәлер.
Бәлки, биреп бөтә йыйған балын,
Үҙе балһыҙ ғүмер итәлер.
Ҙур күлдәрҙе осоп сыҡҡан саҡта
Хәлдән тайып һәләк булғандыр.
Иҫәндер ҙә, бәлки,
Оса-ҡуна
Һиңә тағы балдар йыялыр...
Һәр бер зәңгәр булмай зәңгәр генә,
Алдар булмай бары ал ғына.
Уйлап баҡһаң,
Ай-һай, хикмәтле бит
Был донъяның хатта балы ла.
Рауил ШАММАС.
📌 Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммасовтың тыуыуына - 95 йыл.

❤8👍5🔥2