📌 Бөгөн башҡорт тел ғилеменең ике арҙаҡлы ғалимы - Зиннур Ураҡсин һәм Марат Зәйнуллин тыуған көн. Икеһенә лә 90 йәш тулған булыр ине.
💯Зиннур Ғәзиз улы Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында (хәҙер Дәүләтҡол ауылы составында) тыуған.
🔹1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын (ӨФТУ) тамамлап, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшкә ҡала. Оҙаҡ йылдар ошонда хеҙмәт итеп, директор вазифаһына тиклем үрләй.
🔹Зиннур Ураҡсин башҡорт теленең һүҙҙәр составын өйрәнә, бик күп төрлө һүҙлектәр төҙөй. Беҙ әле лә ул төҙөгән "Ҡыҫҡа русса-башҡортса һүҙлек"те йыш ҡулланабыҙ.
💯Марат Вәли улы иһә, Башҡортостандың Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылынан. 1954 йылда уны бер төркөм уҡыу алдынғылары менән Тимирязев исемендәге педагогия институтына, йәғни Башҡорт дәүләт университетына (ӨФТУ) уҡырға ебәрәләр.
🔸Марат Зәйнуллин ошо юғары уҡыу йортонда эшкә ҡала, Жәлил Кейекбаев етәкселегендә аспирантураны тамамлай.
🔸Ғалимды күптәр Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы (аҙаҡ "һәм журналистикаһы" тип тә өҫтәлгән) факультетының алыштырғыһыҙ деканы тип хәтерләйҙер.
🔸Марат Вәли улы башҡорт теленең грамматикаһын башҡа төрки телдәр һәм рус теле менән сағыштырып өйрәнеү йүнәлешендә эшләне.

Ул - Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
🔹1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын (ӨФТУ) тамамлап, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшкә ҡала. Оҙаҡ йылдар ошонда хеҙмәт итеп, директор вазифаһына тиклем үрләй.
🔹Зиннур Ураҡсин башҡорт теленең һүҙҙәр составын өйрәнә, бик күп төрлө һүҙлектәр төҙөй. Беҙ әле лә ул төҙөгән "Ҡыҫҡа русса-башҡортса һүҙлек"те йыш ҡулланабыҙ.
💯Марат Вәли улы иһә, Башҡортостандың Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылынан. 1954 йылда уны бер төркөм уҡыу алдынғылары менән Тимирязев исемендәге педагогия институтына, йәғни Башҡорт дәүләт университетына (ӨФТУ) уҡырға ебәрәләр.
Ул - Башҡортостандың Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре.
🔸Марат Зәйнуллин ошо юғары уҡыу йортонда эшкә ҡала, Жәлил Кейекбаев етәкселегендә аспирантураны тамамлай.
🔸Ғалимды күптәр Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы (аҙаҡ "һәм журналистикаһы" тип тә өҫтәлгән) факультетының алыштырғыһыҙ деканы тип хәтерләйҙер.
🔸Марат Вәли улы башҡорт теленең грамматикаһын башҡа төрки телдәр һәм рус теле менән сағыштырып өйрәнеү йүнәлешендә эшләне.
❤9👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Баймаҡ ҡалаһы Халыҡтар берҙәмлеге көнөн төҙөкләндерелгән Салауат Юлаев исемендәге паркта билдәләгән.
Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов хәбәр итә.
📍 Салауат Юлаев исемендәге парк 2023 йылда уңайлы ҡала шарттары булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңеп, федераль һәм республика кимәлендә аҡсалата ярҙам алып, яңыртыла башлағайны. Ниһайәт, быйыл эштәр тамамланып килә.

"Ҡәҙерле баймаҡтар! Был байрам беҙ тик бергә генә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алыуыбыҙҙы хәтерләтеп торһон. Яҡты киләсәгебеҙгә ышанысыбыҙҙы арттырһын һәм яңы үрҙәргә илһамландырһын. Хеҙмәтегеҙ, эшкә тоғролоғоғоҙ, тыуған ергә һөйөүебеҙ өсөн рәхмәт!"- тип яҙған шәхси сәхифәһендә Азамат Иҙрисов.
❤6🔥4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мортаҙа Ханнанов һөйләүендә Яҡуп Ҡолмойҙоң "Әсәм теле" шиғыры. 🫶
❤6👍3
✅Зәйнетдин үҙенең концерт-тамашаһына саҡыра!
⌚Ҡасан: 18 ноябрь, 12:00 һәм 15:00 сәғәттә
📍Ҡайҙа: «Атайсал» мәҙәниәт үҙәге, Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17
🎫Билеттар: Яндекс Афишала: vk.cc/cQJmjN, Пушкин картаһы ғәмәлдә
Тамашасыларҙы милли музыканың күп төрлөлөгө, ҡеүәтле бейеүҙәр, үҙенсәлекле һәм заманса тамаша көтә. Сара барышында башҡорт мәҙәниәтенең көслө һәм йәнле, ғорурлыҡҡа һәм тыуған ергә һөйөүгә тулы композициялар башҡарылыуы көтөлә.
🗣Төркөмдөң солисы һәм ойоштороусыһы Заһир Зәйнетдинов төрлө халыҡтар инструменттарында уйнау оҫталығын күрһәтәсәк. Улар араһында: ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, жалейка, флейта, тин вистл, дудук, фуджара, варган, мелодика, гитара, тромбон һәм башҡалар.
Төркөмгә һылтанма: vk.com/wall-160777365_4700

❤6👍2😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле көн! Ҡыш һулышын тойоғоҙ ❄️
📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты.
Видео: Елена Перминова.
📍 Белорет районы, Ҡыраҡа һырты.
Видео: Елена Перминова.
❤11🔥4☃2
📌"Сәфәр" бейеү ансамбле халыҡ-ара конкурста Гран-при яулаған.
Сочи ҡалаһында үткән "Етенсе күк" III Халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурсында Туймазы ҡалаһынан "Сәфәр" өлгөлө хореография ансамбле иң юғары баһаға лайыҡ булған.
Ярышта Төмән, Ростов, Владимир, Түбәнге Новгород өлкәләренән алдынғы коллективтар ҡатнашҡан.

Ансамблдең художество етәксеһе - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Ибраһимов.
Ярышта Төмән, Ростов, Владимир, Түбәнге Новгород өлкәләренән алдынғы коллективтар ҡатнашҡан.
❤8👏2👍1
📌 Белорет районында тағы 5 ауылға газ үткән!👍
«Газпром газораспределение Уфа» белгестәре 32 километрға һуҙылған газ торбаһын ҡулланылышҡа индергән.
💯Был Шығай, Рысыҡай, Үткәл, Үҙәнбаш һәм Хөсәйен ауылдарын яғыулыҡ менән тәьмин итә.
861 йорт газ менән йылытыу мөмкинлеге алған. Президенттың социаль газлаштырыу программаһы буйынса тәүге килешеүҙәр төҙөлгән дә инде.
📍 Дөйөм алғанда, был программа буйынса Башҡортостанда 2021 йылдан алып 66 меңдән ашыу йорт хужалығына газ үткән.

❤7👍3👏2😁1🤡1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө ял минуттарығыҙҙы ҡыл ҡумыҙҙа уйнаған Зәлиә Ғәниәтуллина моңға сорнаһын❤️
🔥8❤3👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌"Театраль Волга буйы" фестивалендә ҡатнашығыҙ!
Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов балалар һәм йәштәр театрҙарына шундай саҡырыу ташлаған.
🔹"Театраль Волга буйы" балалар йәм йәштәр театр коллективтары фестивале 2019 йылдан алып ойошторола. Уны Президенттың Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров башланғысы менән үткәрәләр.
🔹Ҡатнашыу өсөн коллективтарға спектаклдәрен видеоға төшөрөргә һәм фестивалдең рәсми сайты аша теркәлеү үтеп, ғариза юлларға кәрәк.
📍 Тулыраҡ ошонда.

❤6👍2
📌 Донъя кубогында Башҡортостан уҡсыһы еңеү яулаған!
Уҡ атыу буйынса Көньяҡ Кореяның Ульсан ҡалаһында үткән Донъя кубогында бөтәһе 32 илдән 535 кеше ҡатнашҡан. Рәсәй данын 5 уҡсынан торған команда яҡлаған һәм 3-сө урын алған.
🔥Башҡортостандың Баймаҡ районынан Ғәфүр Рахманғолов та бронза миҙал яулаған. Ул "жамбы" дисциплинаһында сығыш яһаған.
Афарин! 👏

🔥8❤2😁1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Салауат Юлаев һәйкәле тулыһынса һүтеп алынды.
Махсус техника ярҙамында һәйкәл атының аҫҡы өлөшөн ергә төшөргәндәр. Шуныһы мөһим: һәйкәлде нисек ҡороп ҡуйһалар, шул рәүештә һүтеп алдылар.
🔹Хәҙер һәйкәлдең бөтә өлөштәрен дә Өфөләге махсус цехҡа ташыйҙар һәм реставрациялауҙың киләһе этабы башланасаҡ. Төп маҡсат - һәйкәлдең баштағы ҡиәфәтен ҡайтарыу һәм һаҡлап алып ҡалыу. Эштәр мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауҙы тәьмин иткән федераль закон буйынса теүәл атҡарыла.
📍 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эштәр Рәсәй художество академияһы етәкселегендә алып барыла. Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ, Ростехнадзорҙың Көнбайыш-Урал идаралығы, Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау мәсьәләһе буйынса Күҙәтеү советы контролдә тота.

Реставрация 2027 йылда тамамланырға тейеш һәм Салауат Юлаев һәйкәле үҙ урынына ҡуйыласаҡ.Был ваҡиға һәйкәлдең 60 йыллыҡ юбилейына тура килә.
📍 Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эштәр Рәсәй художество академияһы етәкселегендә алып барыла. Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ, Ростехнадзорҙың Көнбайыш-Урал идаралығы, Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау мәсьәләһе буйынса Күҙәтеү советы контролдә тота.
❤8🙏5💯4👎3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көҙҙөң үҙ матурлығы 🥰
📍 Башҡортостан, Ҡырмыҫҡалы районы, Зәңгәр күл
Видео: aigyl_video

❤12🥰5
📌Бөгөн Ҡырмыҫҡалы ауылының үҙәк майҙанында Октябрь революцияһына арналған митинг үткән, тип хәбәр итә "Кармаскалинская новь" төркөмө.
Йола буйынса, хеҙмәт коллективтары, предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Владимир Ильич Ленин һәйкәленә сәскәләр һалған.
Илебеҙ тарихында 108 йыл элек булған мөһим үҙгәрештәр тураһында райондың Мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев һәм Мәктәп-ара уҡыу комбинаты директоры, муниципаль район Советы президиумы ағзаһы Хәсән Ибраҡов сығыш яһаған.
⚡Әйткәндәй, бөгөн илебеҙ өсөн иң ауыр осорҙа - 1941 йылда Мәскәү ҡалаһындағы Ҡыҙыл майҙанда хәрби парад үткәрелгән көн. Был - совет халҡының һынмаҫ рухлы булыуын тағы бер ҡат иҫбатлаған һәм Еңеүгә ышанысын арттырған ваҡиғаларҙың береһе.

❤9👍2