Башҡорт донъяһы
671 subscribers
3.04K photos
1.61K videos
1 file
274 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыш һулышын тояһығыҙмы? 🌬️❄️

Видеоны актер Шәһит Хамматовтан алдыҡ. Ул:
"Тыуған яҡтарға юл",

- тигән. Әбйәлил районына ҡайтып барышлай Белореттың ҡарлы урман-тауҙарын шулай матур итеп төшөрөп алған.
12🔥5🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көлөп алайыҡ 🤭

Видео: "Күршеләр" - Фәнил Ҡарасурин.
🤣14
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемендә, ғәҙәттә, елән итәктәрендә мөһөр биҙәк - "солярный знак" - Ҡояшты аңлатҡан биҙәк эшләгәндәр.

Уны төрлө төҫлө ептәрҙән, уртаһына туҡыма, төймә, ситтәренә мәрйен тегеп тә сиккәндәр.
Мөһөр тартылған, мөһөр баҫылған тип әйтәләр бындай "ҡояшлы" әйберҙе.

Башҡорт донъяһына яҙылығыҙ!
8🔥5🥰3
Байрам менән!

Күп милләтле илебеҙҙә дуҫлыҡ һәм татыулыҡ хөкөм һөрһөн, бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы булайыҡ, уртаҡ киләсәгебеҙ өсөн бер маҡсат ҡуйып, алға барайыҡ.
10🔥1🥰1💩1🤡1
Audio
Берҙәм булайыҡ!
10
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙары Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлаған.

Яугирҙарыбыҙ халыҡтар араһында татыулыҡ һәм берҙәмлекте, илебеҙҙең тыныслығын һаҡлайыҡ, тигән теләктәрен еткерә.
🔥64🥰1😁1🤮1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Кисә БР Милли музейында "Сәнғәттәр төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы үтте.

"Мәҙәниәттәр берлегендә - халыҡ көсө!" тигән темаға арналған сарала йөҙәрләгән ҡатнашыусыға оҫталыҡ дәрестәренән алып, тарихи реконструкцияларға тиклем бай программа тәҡдим ителде.

Музейға килгән ҡунаҡтар башҡорт төйрәмесе һәм татар асылмаһын, мехенди һәм славян бетеүҙәрен эшләү серҙәренә төшөндө. Ҡыйыуҙар ҡараңғыла археология залдарына экскурсия яһаны, ә балалар өсөн "Бал ҡортонда ҡунаҡта" тигән матур программа ойошторолдо.

Сәнғәттең берләштерер көсөн таңы бер ҡат иҫбатлаған сара булды был. 👍
👍73👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева ҡотлай.
8👍4🔥1🕊1🤡1
📌 Арҙаҡлы башҡорт ғалимы, мәғрифәтсе, дин әһеле Ризаитдин Фәхретдинов (һулда) ғаиләһе менән Һаҡмар йылғаһы буйында сәхрәлә сәй эсә.
Ризаитдин Фәхретдинов тыумышы менән Кисеүсәт ауылынан, Юрмый ырыуы башҡорто.

Сығанаҡ: БАШҠОРТОСТАН ТАРИХЫ - ИСТОРИЯ БАШКОРТОСТАНА
🔥9👍42
📌Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин бөгөн ике указға ҡул ҡуйған.

🔹Береһе - йыл һайын 8 сентябрҙә Рәсәй халыҡтары телдәре көнөн билдәләү тураһында.

"Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм күтәрмәләү маҡсатында ҡарар итәм: Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре көнөн булдырырға һәм уны 8 сентябрҙә билдәләргә",

- тиелә рәсми ҡағыҙҙа.

🔹Икенсе мөһим ҡарар Рәсәйҙең ерле аҙ һанлы халыҡтары көнөн булдырыуға бәйле - 30 апрелдә билдәләнәсәк.

Указдар ҡул ҡуйғандан алып үҙ көсөнә инә.
7🔥4👍3😁1🤮1💩1
📌Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров төрлө дәүләт, хөкүмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән бергә Өфөләге Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды.

Шулай уҡ республика етәксеһе сәхифәһендә ҡотлау һүҙҙәрен еткергән.

"Күп милләтле Башҡортостан халҡын илебеҙҙең иң төп дәүләт байрамдарының береһе - Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым!

Республикала йәшәүсе халыҡтар дуҫлығы - төп байлығыбыҙ. Шунда беҙҙең көс һәм бөйөклөк. Беҙ төрлө телдәрҙә һөйләшәбеҙ, төрлө дин тотабыҙ, әммә берҙәм булып ҡалабыҙ. Ватан мәнфәғәтендә бергә эшләйбеҙ, бергә уңыштарға өлгәшәбеҙ. Бергә, күп йылдар элек ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, уртаҡ йортобоҙҙо һаҡлайбыҙ.

Быуаттар дауамында Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар дошман килгәндә көслөрәк берләшкән. 1812 йылда ла, Беренсе донъя һуғышында ла, Бөйөк Ватан һуғышында ла шулай булған. Бөгөн дә, ир-егеттәребеҙ махсус хәрби операция барышында фашистарға ҡаршы алышҡанда, шулай уҡ килеп сыға. Һәм беҙҙең барыбыҙҙы ла уртаҡ еңеүебеҙгә ышаныс туплай.

Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек теләйем. Тыуған Башҡортостаным һәм бөйөк Рәсәйгә тыныслыҡ һәм сәскә атһындар! Байрам менән!"

- тигән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
👏63👍3🤡2🤮1💩1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Моңһоу көҙгө көн ҡыуаныс-шатлыҡтарға тулы булһын! 🥰

Хәйерле көн!
8🥰3
Халыҡтар берҙәмлеге көнө Рәсәйҙәге иң йәш дәүләт байрамдарының береһе.
Ул 1612 йылғы тарихи ваҡиғаларға нигеҙләнеп
2004 йылда тәҡдим ителә һәм беренсе тапҡыр бынан теүәл
20 йыл элек - 2005 йылдың
4 ноябрендә билдәләнә.

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, ул саҡта күптәрҙең телмәрендә толерантлыҡ һүҙе популяр булғанда, был байрамдың әһәмиәте бик аңлайышлы ла түгел кеүек ине. Нисәмә тиҫтә йылдар 7 ноябрҙе байрам итергә күнеккән беҙҙең ил халҡына яңы дата яһалма байрам кеүегерәк тойолдо.

Ә бына әлеге ысынбарлыҡ күҙлегенән баһалағанда - был дәүләт байрамы тураһындағы ҡарарҙың ни тиклем дөрөҫ булыуын ныҡлы аңлайһың.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө - ул күп милләтле Рәсәй халҡының ысын дуҫлығын беренсе урынға ҡуя. Халыҡтар берҙәмлектең көсөн бөгөн ниндәйҙер тарих һөйләп аңлатаһы түгел. Берҙәмлек алғы һыҙыҡта, берҙәмлек тылда, берҙәмлек хисе күңелдәрҙә. Ә инде толерантлыҡ, йәғни үҙ милләтеңдән булмағандарҙы түҙеп ҡабул итеү идеологияһы бер көн килеп селпәрәмә булыуына, ғөмүмән, ундай ҡараш күңелгә оялаған сөрөк ҡорто ише емергес көскә эйә булыуына - Украина миҫалы аныҡ дәлил. Ысын дуҫлыҡтың һәм халыҡтар берҙәмлегенең көсө баһалап бөткөһөҙ ҙур, ныҡ, ышаныслы. Ана шул берҙәмлек нисәмә тапҡыр илебеҙ бөтөнлөгөн һаҡлап, яҡлап ҡалған.

Был байрамға 20 йыл. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн протокол саралар сигенән сығарып, халыҡсан сараға әйләндерәһе бар әле. Мәҫәлән, йыл һайын Мәскәүҙә - ВДНХла Рәсәй халыҡтары күргәҙмәһен ойоштороу - уларҙың бөгөнгө ҡаҙаныштары менән танышыу. Йә иһә Кремль Һарайында Рәсәй халыҡтары йондоҙҙары концертын ойоштороу.

Яҙылғанға өҫтәп: Киләһе йылдан Рәсәйҙең иҫтәлекле даталар теҙмәһенә тағы ике көн өҫтәлә. 30 апрель Рәсәйҙә Аҙ һанлы аҫаба халыҡтар көнө,
ә 8 сентябрь Рәсәй халыҡтары телдәре көнө. Ошо туралағы указдарға бөгөн ил Президенты
В. В. Путин ҡул ҡуйҙы.
💯4👍32
📌 Бөгөн башҡорт тел ғилеменең ике арҙаҡлы ғалимы - Зиннур Ураҡсин һәм Марат Зәйнуллин тыуған көн. Икеһенә лә 90 йәш тулған булыр ине.

💯Зиннур Ғәзиз улы Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Мәҡсүт ауылында (хәҙер Дәүләтҡол ауылы составында) тыуған.
Ул - Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

🔹1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын (ӨФТУ) тамамлап, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшкә ҡала. Оҙаҡ йылдар ошонда хеҙмәт итеп, директор вазифаһына тиклем үрләй.

🔹Зиннур Ураҡсин башҡорт теленең һүҙҙәр составын өйрәнә, бик күп төрлө һүҙлектәр төҙөй. Беҙ әле лә ул төҙөгән "Ҡыҫҡа русса-башҡортса һүҙлек"те йыш ҡулланабыҙ.

💯Марат Вәли улы иһә, Башҡортостандың Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылынан. 1954 йылда уны бер төркөм уҡыу алдынғылары менән Тимирязев исемендәге педагогия институтына, йәғни Башҡорт дәүләт университетына (ӨФТУ) уҡырға ебәрәләр.
Ул - Башҡортостандың Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәйҙең почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре.

🔸Марат Зәйнуллин ошо юғары уҡыу йортонда эшкә ҡала, Жәлил Кейекбаев етәкселегендә аспирантураны тамамлай.

🔸Ғалимды күптәр Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы (аҙаҡ "һәм журналистикаһы" тип тә өҫтәлгән) факультетының алыштырғыһыҙ деканы тип хәтерләйҙер.

🔸Марат Вәли улы башҡорт теленең грамматикаһын башҡа төрки телдәр һәм рус теле менән сағыштырып өйрәнеү йүнәлешендә эшләне.
9👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Баймаҡ ҡалаһы Халыҡтар берҙәмлеге көнөн төҙөкләндерелгән Салауат Юлаев исемендәге паркта билдәләгән.

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов хәбәр итә.

📍 Салауат Юлаев исемендәге парк 2023 йылда уңайлы ҡала шарттары булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсында еңеп, федераль һәм республика кимәлендә аҡсалата ярҙам алып, яңыртыла башлағайны. Ниһайәт, быйыл эштәр тамамланып килә.

"Ҡәҙерле баймаҡтар! Был байрам беҙ тик бергә генә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә алыуыбыҙҙы хәтерләтеп торһон. Яҡты киләсәгебеҙгә ышанысыбыҙҙы арттырһын һәм яңы үрҙәргә илһамландырһын. Хеҙмәтегеҙ, эшкә тоғролоғоғоҙ, тыуған ергә һөйөүебеҙ өсөн рәхмәт!"

- тип яҙған шәхси сәхифәһендә Азамат Иҙрисов.
6🔥4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мортаҙа Ханнанов һөйләүендә Яҡуп Ҡолмойҙоң "Әсәм теле" шиғыры. 🫶
6👍3
Зәйнетдин үҙенең концерт-тамашаһына саҡыра!

Ҡасан: 18 ноябрь, 12:00 һәм 15:00 сәғәттә
📍Ҡайҙа: «Атайсал» мәҙәниәт үҙәге, Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17
🎫Билеттар: Яндекс Афишала: vk.cc/cQJmjN, Пушкин картаһы ғәмәлдә

Тамашасыларҙы милли музыканың күп төрлөлөгө, ҡеүәтле бейеүҙәр, үҙенсәлекле һәм заманса тамаша көтә. Сара барышында башҡорт мәҙәниәтенең көслө һәм йәнле, ғорурлыҡҡа һәм тыуған ергә һөйөүгә тулы композициялар башҡарылыуы көтөлә.

🗣Төркөмдөң солисы һәм ойоштороусыһы Заһир Зәйнетдинов төрлө халыҡтар инструменттарында уйнау оҫталығын күрһәтәсәк. Улар араһында: ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, жалейка, флейта, тин вистл, дудук, фуджара, варган, мелодика, гитара, тромбон һәм башҡалар.

Төркөмгә һылтанма: vk.com/wall-160777365_4700
6👍2😁1