Башҡорт донъяһы
669 subscribers
3.04K photos
1.61K videos
1 file
274 links
Download Telegram
ИҢДӘРЕМДӘ – ҒӘЗИЗ КӨЙӘНТӘ

Йәш саҡтарҙа һыуға бара инек
Ҡыҙҙар менән аҫып көйәнтә.
Күңелле лә ине - саф шишмәнең
Моңло йыры йәнде имләтә.

Әсәйҙәр ҙә килен булып төшөп,
Көйәнтәләп һыуға барғандар.
Бәхеттәре тулы булһын тиеп,
Биҙрәләрен тулы алғандар,
Шишмәләргә тәңкә һалғандар.

Килен булып төштөм... Көйәнтәмә
Ал таҫмалар таҡтым матурлап.
Ҡыҙыл суҡтар элдем биҙрәләргә,
Алъяпҡысым сиктем нағышлап.

Ауылыма ҡайттым... Таңғы елдәр
Маңлайымдан үпте иркәләп.
Саңға батып, соланымда көтә
Моңһоу ғына зәңгәр көйәнтәм.

Яңғыҙ ғына барам һыуға табан
Иңдәремдә – ғәзиз көйәнтә.
Йәш ҡыҙҙарҙың наҙлы ҡулдарында
Телефондар көйҙәр көйләтә.

Үҙгәрҙеләр әллә заманалар –
Үҙгәргәндәр ҡыҙҙар, ауылдар.
Һыуҙар үткән өйгә, беләм, рәхәт.
Үҙгәрмәһен ине асылдар!..
Айҙа ла бит көйәнтәле ҡыҙ бар...

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА.

📍 Фотола Земфира һәм Мөжәүир Ғарифуллиндар эшләгән ҡурсаҡ.
7🔥6👏1
🌧ҠЫРПАҒАЙҒА ХАЛЫҠ ҺЫНАМЫШТАРЫ

🍁1 ноябрь - көн йылы булһа, ҡыш йылы килер

🍁2 ноябрь - ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә

🍁3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана

🍁4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор.

🍁5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята

🍁6 ноябрҙә ай нур сәсеп ялтыраһа—йылыта, һыҙыҡланып торһа—һыуыта

🍁7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ янһа, һауа торошо боҙола

🍁8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара

🍁9 ноябрь ниндәй—май айы шундай

🍁10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә

🍁11 ноябрь—болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә

🍁12 ноябрь ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ

🍁13 ноябрь көн аяҙ икән, иртәгәһе көндәр елле булыр

🍁14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ

🍁15 ноябрь һыуыҡ булып, әтәстәр йырлаһа, көндәр йылыта

🍁16 ноябрь мөрйәнән сыҡҡан төтөн ергә ауһа, алда йылы һауа торошо булыр

🍁17 ноябрь еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ

🍁18 ноябрь ҡау яуһа, көҙгө культуралар уңышына ишара

🍁19 ноябрь көнө ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел булмаһа, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башлана

🍁20 ноябрь боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай

🍁21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр

🍁22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр

🍁23 ноябрь томан ергә төшөп, сыпсыҡтар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр

🍁24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор

🍁25 ноябрҙә ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр

🍁26 ноябрҙә сәүкәләр сырылдашһа, епшек көнгә

🍁27 ноябрь көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ

🍁28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй

🍁29 ноябрь көндө еүеш ҡар—буранға

🍁30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ.

Сығанаҡ: интеренеттан.
8👍3🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Берҙәмлектә – көс!

Кисә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы уҙғарылған тантаналы сара быны тағы бер ҡат иҫбатланы: Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәре йыйылып, мәҙәниәте һәм сәнғәте аша дуҫлыҡ ептәрен нығытты.

Сараның иң мөһим өлөшөндә республикабыҙҙың лайыҡлы граждандарына наградалар - Халыҡтар дуҫлығы ордены, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы һәм маҡтаулы исемдәр бирелде.

“Бер Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙы бер ҡасан да килмешәктәр һәм бында даими йәшәүселәргә бүлеп ҡараманыҡ. Әлбиттә, башҡорт халҡына 500 йыл элек ошо халыҡтарҙы бында ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт һәм беҙ бер ғаилә булғанбыҙ. Барыһын да байрам менән!” -

тине сығышында Башҡортостандың элекке спорт министры Владимир Самородов.

🔹Ә бына билдәле фотограф Вячеслав Стрижевский бала сағын иҫкә төшөрҙө: уның әсәһе өс улы менән Мәскәүҙән Башҡортостандың Өфө эргәһендәге Ключарево ауылына эвакуацияланыуына ошо көндәрҙә 85 йыл тула. Бөгөн Вячеслав Александровичтың улы - Азат Ҡорбанов илде алғы һыҙыҡта һаҡлай.

🔹Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы менән билдәләнеүселәрҙең береһе Мишкә районы Сурай ауылынан мари теле уҡытыусыһы Анжелика Йөҙөкбаева, ул “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын мари теленә тәржемә итеп, уҡыусылары менән эпосҡа арналған конкурста әүҙем ҡатнаша.

🔹“Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған “Ауаз” башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Нәсимә Тимерова коллективы менән халыҡ-ара кимәлдә республикабыҙ данын күтәрә. Ошо көндәрҙә генә Мәскәүҙә үткән "Ҡатын-ҡыҙҙар традицияларҙы һаҡлау яҡлы" халыҡ-ара форумында еңеү яулап ҡайттылар.

🔹Шулай уҡ М. Ғафури исемендәге БАДТ оркестры артисы Рәмис Хәкимовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеме бирелде.

«Бөгөн Башҡортостан халыҡтары, йөҙҙәрсә йыл элек ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, йәнә Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Хәҙер Махсус хәрби операция барышында. Алыҫ 1812 йылда, башҡорт полктары Наполеон һөжүменә ҡаршы батырҙарса һуғышҡан кеүек. Беренсе донъя һуғышы осорондағы кеүек, ул саҡта беҙҙең төбәк фронтҡа ярты миллионға яҡын ул һәм ҡыҙ биргән. Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына 700 меңдән ашыу кеше киткән. Бөтә совет халҡы менән бергә Бөйөк Еңеү яулаған яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары мәңгелеккә Тыуған илдең героик йылъяҙмаһына индерелгән. Тарих күп тапҡырҙар илебеҙ халыҡтарының һынау сәғәттәрендә тағы ла нығыраҡ берләшеүен раҫлай. Дошман нисек кенә аяуһыҙ булып күренмәһен, барыбер ҙә еңеп сығалар»,

– тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, етеп килгән байрам менән тәбрикләп.

🔥“Берҙәмлектә – көс!” тигән хәҡиҡәтте иң яҡшы аңлаған халыҡ Рәсәйҙә йәшәйҙер – илебеҙгә ниндәй ауырлыҡтар килгәндә лә ошо берҙәмлегебеҙ менән еңеп сыға алғанбыҙ һәм киләсәктә лә шулай булыр.
Етеп килгән байрам менән!
13🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған ауылға кемдәр бөгөн юл тотто? Ҡайһы яҡтарға юлланаһығыҙ?

Ҡайтһағыҙ за, ҡайтмаһағыҙ ҙа яҙығыҙ - ауылдарҙы барлайыҡ 😉

Видео: интернеттан, Алина Йыһан.
12🔥9👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡорт милли кейемдәрен тегеүсе оҫтабикәләрҙең береһе - Әбйәлил районынан Файза Мирхәйҙәрова.

Уның күҙ нуры түгеп теккән, сиккән, ҡораған әйберҙәре бихисап.

Файза Ҡотдос ҡыҙы барыһын да музейҙарҙа һаҡланған өҙгөләргә ҡарап эшләй, әммә ижадҡа ла урын ҡалдыра - модалы сепрәк сумкаларын, нағышлы күлдәктәрен үҙе лә, ейәнсәрҙәре лә ярата.
👍106🔥1👏1
Матур ялдар! 🥰

🔥Ҡурған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарап, милли кейемебеҙҙең байлығын, гүзәл заттарыбыҙҙың оҫталығын баһалағыҙ.

Фото: Людмила Камнева.
9🥰5🔥3👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Беҙҙең ауылдарҙа шундай ҡатын-ҡыҙҙар бар! 🔥

Йәштәрҙең танауына сиртерлек, күҙ теймәһен апайға.


Видеоны интернеттан алдыҡ.
👍7🔥63
ТУТЫЯ

🔥Тамъян ырыуы оранын яңғыратабыҙ - 15 ноябрҙә улар Өфөләге "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә оло ҡорға йыйыла.

Осрашыу көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана һәм көн дауамында барасаҡ - бик йөкмәткеле программа әҙерләнгән.


Ырыуҙаштар менән осрашып, танышып, аралашып ҡайтығыҙ. Балаларығыҙҙы ла алып барығыҙ - бындай осрашыуҙар йәш быуын өсөн айырыуса мөһим. Сөнки туған тел, туған мәҙәниәт, ырыу тарихы һәм рухи ҡиммәттәр - үҙәктә буласаҡ.

Әйткәндәй, тамъяндар бармы арабыҙҙа?
9🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БЕҘ БИШ БАЛА

Беҙ биш бала – бер йондоҙсоҡ кеүек,
Беҙ бер епкә ныҡлы тоташҡанбыҙ.
Бер ҡан аға тамырыбыҙ буйлап,
Беҙ бер тамсы һыуҙай оҡшашҡанбыҙ.

Беҙ биш бала – ғәзиз бер туғандар,
Татып үҫтек бер үк күкрәк һөтөн.
Йәшәһәк тә төрлө тарафтарҙа,
Күңелебеҙ менән беҙ бер бөтөн.

Беҙ биш бала – ҡулдағы биш бармаҡ,
Бер йомарлам йоҙроҡ бер устағы.
Әммә бер иш түгел тормош юлы,
Бармаҡтар ҙа төрлө йоҙроҡтағы.

Беҙ биш бала – бер-беребеҙгә терәк,
Кемгә терәр инем иңдәремде?!
Ниндәй бәхет! "Ни хәл, туғаным?" - тип,
Туғандарым белһә хәлдәремде.

Рәмилә ҠУЖАҠОВА.

📍 Видео: Әлфинә Вәлиева.
10🔥4👍3
🗣Беренсе тамашаға өлгөрмәһәгеҙ – һеҙгә икенсе мөмкинлек! «ЭтноКод: Донъялар ҡушылыуы» этношоуын ҡабатлайбыҙ.

«ЭтноКод: Донъялар ҡушылыуы» - ул халыҡ йолаларының цифрлы киләсәк менән осрашыуы тураһында проект. Спектаклдең нигеҙендә заманса һанлы технологиялар менән этномәҙәниәт мираҫы синтезы - 3D-mapping технологияһы, хореография, автор композициялары һәм визуаль проекция.

Тамаша барышында һеҙҙе көтә:
🧷хореографик мини-спектакль;
🧷Кейеҙ кейемдәр коллекцияһы дефилеһы;
🧷3D-mapping проекция

📆11 ноябрь. Инеү ирекле.

Һылтанма буйынса теркәлеү мотлаҡ: rcntrb.timepad.ru/event/3652...
Башлана: 19:00 сәғәттә.
📍Өфө ҡалаһы, «Атайсал» мәҙәниәт үҙәге, Кустарная урамы, 17.

#этнокод#селтэр#РЦНТ#КЦАтайсал#грант#войлок#этношоу

💬Төркөмгә һылтанма: vk.com/wall-44728784_21046
7👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисәнән бер күренеш.

Сара башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусының тыуған көнөндә Өфөләге Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында үткәрелде.

Көр тауышлы йырсыбыҙ Дамир Тайыпов кисәлә "Сайҡалалар кәмәләр" йырын башҡарған - Ғәзиз Әлмөхәмәтов музыкаһы,
Марат Мөслим шиғыры.

Видео: Дамир Тайыпов.
11🥰3
📌Хәйерле көн - бөгөн Сәнғәттәр төнө! 😃

"Сәнғәттәр төнө" Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡортостандың мәҙәни учреждениелары ла ҡушыла һәм бик ҡыҙыҡлы саралар әҙерләгән.

Быйыл акция Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнала һәм "Мәҙәниәттәр берлегендә - халыҡ көсө" тигән теманы асыуға йүнәлтелә.


📍3 ноябрҙә БР Милли музейы киске сәғәт 6-нан 10-ға тиклем эшләйәсәк.
Бында этно-стилдә башҡорт төйрәмесен, татар асылмаларын, балсыҡтан һыҙғыртҡыс әүәләү, прәниктәрҙе биҙәү, славяндарҙың бетеү-ҡошон эшләү, кейеҙҙән тубырсыҡтар яһау, мехенди һәм матур яҙыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә. Шулай уҡ ҡараңғыла археология залдары буйлап йөрөргә һәм балаларға "Бал ҡортонда ҡунаҡта" интерактивында ҡатнашырға була. Һәм тағы ла бик күп мауыҡтырғыс саралар ҡаралған.

📍3 ноябрҙә М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында XVIII быуат – XX быуат башындағы рус сәнғәтенә, Михаил Нестеров, Александр Тюлькин, XV–XIX быуаттарҙағы боронғо рус сәнғәтенә һәм Башҡортостандың заман аквареленә арналған күргәҙмәләрҙе ҡарарға саҡыралар.
Шулай уҡ сәғәт киске 6-ла "Башкирская с каблучком" халыҡ уйынсыҡ ҡурсағын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтә.

📍3 ноябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры онлайн-спектаклдәр ҡуя - "Алиса Мөғжизәләр илендә", "Әминбәк", "Әлдермештән Әлмәндәр", "Мең дә бер кисә", "Һинд легендаһы". Спектаклдәрҙе театрҙың "Бәйләнеш"тәге төркөмөндә киске сәғәт 9-ҙан ҡарап була.

📍 4 ноябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында сәғәт көндөҙгө 12-лә "Ете батыр тураһында хикәйәт" спектакле уйнала, сәғәт төшкө 2-лә театр алдындағы майҙанда "Мин йәшәгән донъя" тигән асыҡ һауала концерт, киске сәғәт 6-ла "Аҡһаҡ" спектакле көтөлә.

📍 4 ноябрҙә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең музыкаль-әҙәби лекторийы Фёдор Шаляпин тормошона һәм ижадына арналған "Я пою, и звуки тают..." программаһын онлайн күрһәтә. Уны ошонда сәғәт иртәнге 10-дан ҡарап буласаҡ.
8👍3🔥2
"Ҡул салғыһы менән бер көндә гектар ярым бесән сапҡан"

- бына шулай тип хәтерләйҙәр Ғиззениса Ямалетдинованы яҡташтары.

Ғиззениса Ғатаулла ҡыҙы 1914 йылдың 17 ғинуарында тыуған, Салауат районы Йонос ауылынан. "Социализмға" колхозында эшләгән, бригадир булған.

"1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән тыл геройы.

Ғиззениса Ямалетдинованың һәм тағы бер нисә кешенең фотоһын Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалыусы Тархан Заһиҙуллиндың шәхси архивынан музей хеҙмәткәрҙәре табып алған. Артында яҙыуы булмағанға күрә, таныусы булмаҫмы тип, халыҡҡа мөрәжәғәт иткәндәр. Һәм, әлбиттә, таныусылар табылған!

"Биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Эшкә шәп булған. Ҡул салғыһы менән бер көндә гектар ярым бесән сапҡан. Кир 1,5 тигән тағылмалы трактор салғыһын" Ғиззениса салғыһы" тип йөрөттөләр",

- тип хәтирәләре менән уртаҡлашҡан Лена Хәлиловна.

📍 Бына шундай ғәжәйеп яҙмыш һәм тарих һаҡлай бер фото.
10👍4🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыш һулышын тояһығыҙмы? 🌬️❄️

Видеоны актер Шәһит Хамматовтан алдыҡ. Ул:
"Тыуған яҡтарға юл",

- тигән. Әбйәлил районына ҡайтып барышлай Белореттың ҡарлы урман-тауҙарын шулай матур итеп төшөрөп алған.
12🔥5🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көлөп алайыҡ 🤭

Видео: "Күршеләр" - Фәнил Ҡарасурин.
🤣14
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемендә, ғәҙәттә, елән итәктәрендә мөһөр биҙәк - "солярный знак" - Ҡояшты аңлатҡан биҙәк эшләгәндәр.

Уны төрлө төҫлө ептәрҙән, уртаһына туҡыма, төймә, ситтәренә мәрйен тегеп тә сиккәндәр.
Мөһөр тартылған, мөһөр баҫылған тип әйтәләр бындай "ҡояшлы" әйберҙе.

Башҡорт донъяһына яҙылығыҙ!
8🔥5🥰3
Байрам менән!

Күп милләтле илебеҙҙә дуҫлыҡ һәм татыулыҡ хөкөм һөрһөн, бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы булайыҡ, уртаҡ киләсәгебеҙ өсөн бер маҡсат ҡуйып, алға барайыҡ.
10🔥1🥰1💩1🤡1
Audio
Берҙәм булайыҡ!
10