Башҡорт донъяһы
669 subscribers
3.04K photos
1.61K videos
1 file
274 links
Download Telegram
Бөтә донъя ҡалалар көнө менән! 🏙️

Башҡортостандың 21 ҡалаһы араһынан ҡайһы берҙәрен фотоһүрәттәрҙән ҡарап танып ҡарағыҙ әле 😉

1 - Өфө
2 - Салауат
3 - Ишембай
4 - Стәрлетамаҡ
5 - Октябрьский
6 - Ағиҙел
7 - Нефтекама
8 - Сибай
9 - Бөрө
10 - Белорет
10👍5👏3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был сығышты ҡарағас, шундай уй килде әле:
"Сыбыртҡы, ҡамсы үреүселәр бармы икән?"


Элек оҙон толомдо сыбыртҡы кеүек итеп үрҙерге килгән саҡтар ҙа бар ине әле, бигерәк матур итеп эшләүселәр бар ине шул😁
Был һөнәрҙе белеүселәр һеҙҙең яҡта бармы?

Видео: Айбулат Баһауетдинов башҡарыуында «Көтөүсе йыры» бейеүе.
Бейеүҙе ҡуйыусы - Риф Ғәбитов.
10🔥3
📌
"Иҫләйем, бала саҡта подъезға ингәс тә гәзит һәм журналдарҙы алып өсөн почта йәшниген ҡарау ғәҙәти хәл була торғайны. Ошо ябай "йәшникте ҡарау" йолаһы, гүйә, йортто ҙур донъя менән бәйләүсе еп кеүек булған. Ул саҡта интернет һәм смартфондар булманы. Яңылыҡтар, мәҡәләләр, телепрограмма - былар барыһы ла ошо бәләкәй генә тимер йәшниктә көтөп ята торғайны",

- тип хәтирәләре менән уртаҡлашҡан Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.

📍 Министр ошо көндәрҙә "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре менән осрашҡан. Осрашыу барышында ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу, уның һанын арттырыу, ошо юҫыҡта бергә эшләп, үҙ-ара ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышҡандар.

"Республиканың алдынғы гәзит һәм журналдарының мәҙәниәт учреждениелары менән хеҙмәттәшлеге - етди дәүләт ярҙамы, шулай уҡ мәҡәләләр өсөн контент та",

- тип яҙған осрашыу тураһында Әминә Ивнәй ҡыҙы.

Ә һеҙ гәзит-журналдарға яҙылаһығыҙмы?
6👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышын Башҡортостан Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ эргәһендәге Күҙәтеү советы ағзалары контролдә тота. Кисә улар һәйкәл атының һынын һүтеп алыу эшен ҡараны һәм белгестәр менән аралашты.

🔹Ошо көндәрҙә Салауат Юлаев һәйкәле тулыһынса һүтеп алына һәм Өфөләге цехҡа килтерелә.

🔹Цехта эш барышын да Күҙәтеү советы ағзалары тикшереп торасаҡ.

🔹Реставрацияланған һәйкәлде 2027 йылда кире урынына ҡуясаҡтар.
5🔥5👍4👎4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан тантаналы сара ойошторолдо.

Уның тарышында республикабыҙҙа татыу донъя көткән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен сағылдырған күргәҙмә һәм сағыу концерт булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етеп килгән байрам менән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм республикабыҙҙың лайыҡлы граждандарына наградалар тапшырҙы.

Күркәм сара тураһында тулыраҡ видео көтөгөҙ! 🥰
8🔥7👍4🎃1
ИҢДӘРЕМДӘ – ҒӘЗИЗ КӨЙӘНТӘ

Йәш саҡтарҙа һыуға бара инек
Ҡыҙҙар менән аҫып көйәнтә.
Күңелле лә ине - саф шишмәнең
Моңло йыры йәнде имләтә.

Әсәйҙәр ҙә килен булып төшөп,
Көйәнтәләп һыуға барғандар.
Бәхеттәре тулы булһын тиеп,
Биҙрәләрен тулы алғандар,
Шишмәләргә тәңкә һалғандар.

Килен булып төштөм... Көйәнтәмә
Ал таҫмалар таҡтым матурлап.
Ҡыҙыл суҡтар элдем биҙрәләргә,
Алъяпҡысым сиктем нағышлап.

Ауылыма ҡайттым... Таңғы елдәр
Маңлайымдан үпте иркәләп.
Саңға батып, соланымда көтә
Моңһоу ғына зәңгәр көйәнтәм.

Яңғыҙ ғына барам һыуға табан
Иңдәремдә – ғәзиз көйәнтә.
Йәш ҡыҙҙарҙың наҙлы ҡулдарында
Телефондар көйҙәр көйләтә.

Үҙгәрҙеләр әллә заманалар –
Үҙгәргәндәр ҡыҙҙар, ауылдар.
Һыуҙар үткән өйгә, беләм, рәхәт.
Үҙгәрмәһен ине асылдар!..
Айҙа ла бит көйәнтәле ҡыҙ бар...

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА.

📍 Фотола Земфира һәм Мөжәүир Ғарифуллиндар эшләгән ҡурсаҡ.
7🔥6👏1
🌧ҠЫРПАҒАЙҒА ХАЛЫҠ ҺЫНАМЫШТАРЫ

🍁1 ноябрь - көн йылы булһа, ҡыш йылы килер

🍁2 ноябрь - ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә

🍁3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана

🍁4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор.

🍁5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята

🍁6 ноябрҙә ай нур сәсеп ялтыраһа—йылыта, һыҙыҡланып торһа—һыуыта

🍁7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ янһа, һауа торошо боҙола

🍁8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара

🍁9 ноябрь ниндәй—май айы шундай

🍁10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә

🍁11 ноябрь—болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә

🍁12 ноябрь ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ

🍁13 ноябрь көн аяҙ икән, иртәгәһе көндәр елле булыр

🍁14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ

🍁15 ноябрь һыуыҡ булып, әтәстәр йырлаһа, көндәр йылыта

🍁16 ноябрь мөрйәнән сыҡҡан төтөн ергә ауһа, алда йылы һауа торошо булыр

🍁17 ноябрь еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ

🍁18 ноябрь ҡау яуһа, көҙгө культуралар уңышына ишара

🍁19 ноябрь көнө ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел булмаһа, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башлана

🍁20 ноябрь боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай

🍁21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр

🍁22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр

🍁23 ноябрь томан ергә төшөп, сыпсыҡтар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр

🍁24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор

🍁25 ноябрҙә ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр

🍁26 ноябрҙә сәүкәләр сырылдашһа, епшек көнгә

🍁27 ноябрь көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ

🍁28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй

🍁29 ноябрь көндө еүеш ҡар—буранға

🍁30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ.

Сығанаҡ: интеренеттан.
8👍3🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Берҙәмлектә – көс!

Кисә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы уҙғарылған тантаналы сара быны тағы бер ҡат иҫбатланы: Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәре йыйылып, мәҙәниәте һәм сәнғәте аша дуҫлыҡ ептәрен нығытты.

Сараның иң мөһим өлөшөндә республикабыҙҙың лайыҡлы граждандарына наградалар - Халыҡтар дуҫлығы ордены, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы һәм маҡтаулы исемдәр бирелде.

“Бер Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙы бер ҡасан да килмешәктәр һәм бында даими йәшәүселәргә бүлеп ҡараманыҡ. Әлбиттә, башҡорт халҡына 500 йыл элек ошо халыҡтарҙы бында ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт һәм беҙ бер ғаилә булғанбыҙ. Барыһын да байрам менән!” -

тине сығышында Башҡортостандың элекке спорт министры Владимир Самородов.

🔹Ә бына билдәле фотограф Вячеслав Стрижевский бала сағын иҫкә төшөрҙө: уның әсәһе өс улы менән Мәскәүҙән Башҡортостандың Өфө эргәһендәге Ключарево ауылына эвакуацияланыуына ошо көндәрҙә 85 йыл тула. Бөгөн Вячеслав Александровичтың улы - Азат Ҡорбанов илде алғы һыҙыҡта һаҡлай.

🔹Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы менән билдәләнеүселәрҙең береһе Мишкә районы Сурай ауылынан мари теле уҡытыусыһы Анжелика Йөҙөкбаева, ул “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын мари теленә тәржемә итеп, уҡыусылары менән эпосҡа арналған конкурста әүҙем ҡатнаша.

🔹“Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған “Ауаз” башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Нәсимә Тимерова коллективы менән халыҡ-ара кимәлдә республикабыҙ данын күтәрә. Ошо көндәрҙә генә Мәскәүҙә үткән "Ҡатын-ҡыҙҙар традицияларҙы һаҡлау яҡлы" халыҡ-ара форумында еңеү яулап ҡайттылар.

🔹Шулай уҡ М. Ғафури исемендәге БАДТ оркестры артисы Рәмис Хәкимовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеме бирелде.

«Бөгөн Башҡортостан халыҡтары, йөҙҙәрсә йыл элек ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, йәнә Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Хәҙер Махсус хәрби операция барышында. Алыҫ 1812 йылда, башҡорт полктары Наполеон һөжүменә ҡаршы батырҙарса һуғышҡан кеүек. Беренсе донъя һуғышы осорондағы кеүек, ул саҡта беҙҙең төбәк фронтҡа ярты миллионға яҡын ул һәм ҡыҙ биргән. Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына 700 меңдән ашыу кеше киткән. Бөтә совет халҡы менән бергә Бөйөк Еңеү яулаған яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары мәңгелеккә Тыуған илдең героик йылъяҙмаһына индерелгән. Тарих күп тапҡырҙар илебеҙ халыҡтарының һынау сәғәттәрендә тағы ла нығыраҡ берләшеүен раҫлай. Дошман нисек кенә аяуһыҙ булып күренмәһен, барыбер ҙә еңеп сығалар»,

– тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, етеп килгән байрам менән тәбрикләп.

🔥“Берҙәмлектә – көс!” тигән хәҡиҡәтте иң яҡшы аңлаған халыҡ Рәсәйҙә йәшәйҙер – илебеҙгә ниндәй ауырлыҡтар килгәндә лә ошо берҙәмлегебеҙ менән еңеп сыға алғанбыҙ һәм киләсәктә лә шулай булыр.
Етеп килгән байрам менән!
13🔥3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған ауылға кемдәр бөгөн юл тотто? Ҡайһы яҡтарға юлланаһығыҙ?

Ҡайтһағыҙ за, ҡайтмаһағыҙ ҙа яҙығыҙ - ауылдарҙы барлайыҡ 😉

Видео: интернеттан, Алина Йыһан.
12🔥9👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡорт милли кейемдәрен тегеүсе оҫтабикәләрҙең береһе - Әбйәлил районынан Файза Мирхәйҙәрова.

Уның күҙ нуры түгеп теккән, сиккән, ҡораған әйберҙәре бихисап.

Файза Ҡотдос ҡыҙы барыһын да музейҙарҙа һаҡланған өҙгөләргә ҡарап эшләй, әммә ижадҡа ла урын ҡалдыра - модалы сепрәк сумкаларын, нағышлы күлдәктәрен үҙе лә, ейәнсәрҙәре лә ярата.
👍106🔥1👏1
Матур ялдар! 🥰

🔥Ҡурған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарап, милли кейемебеҙҙең байлығын, гүзәл заттарыбыҙҙың оҫталығын баһалағыҙ.

Фото: Людмила Камнева.
9🥰5🔥3👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Беҙҙең ауылдарҙа шундай ҡатын-ҡыҙҙар бар! 🔥

Йәштәрҙең танауына сиртерлек, күҙ теймәһен апайға.


Видеоны интернеттан алдыҡ.
👍7🔥63
ТУТЫЯ

🔥Тамъян ырыуы оранын яңғыратабыҙ - 15 ноябрҙә улар Өфөләге "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә оло ҡорға йыйыла.

Осрашыу көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана һәм көн дауамында барасаҡ - бик йөкмәткеле программа әҙерләнгән.


Ырыуҙаштар менән осрашып, танышып, аралашып ҡайтығыҙ. Балаларығыҙҙы ла алып барығыҙ - бындай осрашыуҙар йәш быуын өсөн айырыуса мөһим. Сөнки туған тел, туған мәҙәниәт, ырыу тарихы һәм рухи ҡиммәттәр - үҙәктә буласаҡ.

Әйткәндәй, тамъяндар бармы арабыҙҙа?
9🔥1