Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн, 30 октябрҙә, БР Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса идаралыҡ эргәһендәге Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләләре буйынса Күҙәтеү советы ағзалары күсмә кәңәшмә уҙғарҙы.
Улар Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеп алыу эштәрен тамамлап килгән белгестәр менән осрашты.
🔸Әлеге ваҡытта һәйкәлдең аҫҡы өлөшө генә ҡалған - ат һыны, ҡалған өлөштәре һүтеп алынған. Артабан эштәр Өфөләге цехта дауам итәсәк.
🔸Ошо уңайҙан Күҙәтеү советы ағзалары эш барышын тикшерҙе һәм реставрациялаусыларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе. Һәр кем үҙенсә һәйкәлде төҙөкләндереү менән шөғөлләнеүселәрҙең белемен һынап ҡараны һәм алған яуаптарҙан ҡәнәғәт ҡалды - юғары квалификациялы белгестәр эшләй.
📍 Ә инде батырыбыҙ яңырып, үҙ урынына 2027 йылдың көҙөндә ҡайтасаҡ.

🔸Эштәр пландарға ярашлы бара, тип билдәләнде. Яҡын көндәрҙә һәйкәл тулыһынса цехҡа оҙатыла.
📍 Ә инде батырыбыҙ яңырып, үҙ урынына 2027 йылдың көҙөндә ҡайтасаҡ.
❤6👍3🔥3
📌 Мәскәүҙә "Ауаз" башҡорт фольклор ансамблен бүләкләнеләр!
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә тәүге тапҡыр "Ҡатын-ҡыҙҙар традицияларҙы һаҡлау яҡлы" халыҡ-ара форумы үтте. Сара Федерация Советы һәм Рәсәй Президенты эргәһендәге Тарих хәтер милли үҙәге тарафынан уҙғарылды.
📍 Форум сиктәрендә "Ҡатын-ҡыҙҙар традицияларҙы һаҡлау яҡлы" тигән тәүге халыҡ-ара Конкурс еңеүселәре билдәләнгән. Унда 35 илдән 2 меңгә яҡын гүзәл ҙа ҡатнашҡан.
"Ауаз" башҡорт фольклор ансамбле 2018 йылда булдырылған.

🎉Шундай абруйлы конкурс еңеүселәре араһында "Ауаз" башҡорт фольклор ансамбле лә бар - тамашасы һөйөүен яулап, бүләк алдылар.Награданы ансамблдең художество етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы Советы рәйесе Галина Карелова ҡулынан ҡабул итеп алды.
"Ауаз" башҡорт фольклор ансамбле 2018 йылда булдырылған.
❤7🔥5👏2
Бөтә донъя ҡалалар көнө менән! 🏙️
Башҡортостандың 21 ҡалаһы араһынан ҡайһы берҙәрен фотоһүрәттәрҙән ҡарап танып ҡарағыҙ әле 😉
1 - Өфө
2 - Салауат
3 - Ишембай
4 - Стәрлетамаҡ
5 - Октябрьский
6 - Ағиҙел
7 - Нефтекама
8 - Сибай
9 - Бөрө
10 - Белорет

❤10👍5👏3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
❗Был сығышты ҡарағас, шундай уй килде әле:
Элек оҙон толомдо сыбыртҡы кеүек итеп үрҙерге килгән саҡтар ҙа бар ине әле, бигерәк матур итеп эшләүселәр бар ине шул😁
❓Был һөнәрҙе белеүселәр һеҙҙең яҡта бармы?
Видео: Айбулат Баһауетдинов башҡарыуында «Көтөүсе йыры» бейеүе.
Бейеүҙе ҡуйыусы - Риф Ғәбитов.
"Сыбыртҡы, ҡамсы үреүселәр бармы икән?"
Элек оҙон толомдо сыбыртҡы кеүек итеп үрҙерге килгән саҡтар ҙа бар ине әле, бигерәк матур итеп эшләүселәр бар ине шул😁
❓Был һөнәрҙе белеүселәр һеҙҙең яҡта бармы?
Видео: Айбулат Баһауетдинов башҡарыуында «Көтөүсе йыры» бейеүе.
Бейеүҙе ҡуйыусы - Риф Ғәбитов.
❤10🔥3
📌
- тип хәтирәләре менән уртаҡлашҡан Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
📍 Министр ошо көндәрҙә "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре менән осрашҡан. Осрашыу барышында ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу, уның һанын арттырыу, ошо юҫыҡта бергә эшләп, үҙ-ара ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышҡандар.
❓Ә һеҙ гәзит-журналдарға яҙылаһығыҙмы?
"Иҫләйем, бала саҡта подъезға ингәс тә гәзит һәм журналдарҙы алып өсөн почта йәшниген ҡарау ғәҙәти хәл була торғайны. Ошо ябай "йәшникте ҡарау" йолаһы, гүйә, йортто ҙур донъя менән бәйләүсе еп кеүек булған. Ул саҡта интернет һәм смартфондар булманы. Яңылыҡтар, мәҡәләләр, телепрограмма - былар барыһы ла ошо бәләкәй генә тимер йәшниктә көтөп ята торғайны",
- тип хәтирәләре менән уртаҡлашҡан Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
📍 Министр ошо көндәрҙә "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарының баш мөхәррирҙәре менән осрашҡан. Осрашыу барышында ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу, уның һанын арттырыу, ошо юҫыҡта бергә эшләп, үҙ-ара ярҙам күрһәтеү кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышҡандар.
"Республиканың алдынғы гәзит һәм журналдарының мәҙәниәт учреждениелары менән хеҙмәттәшлеге - етди дәүләт ярҙамы, шулай уҡ мәҡәләләр өсөн контент та",- тип яҙған осрашыу тураһында Әминә Ивнәй ҡыҙы.
❓Ә һеҙ гәзит-журналдарға яҙылаһығыҙмы?
❤6👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау барышын Башҡортостан Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ эргәһендәге Күҙәтеү советы ағзалары контролдә тота. Кисә улар һәйкәл атының һынын һүтеп алыу эшен ҡараны һәм белгестәр менән аралашты.
🔹Ошо көндәрҙә Салауат Юлаев һәйкәле тулыһынса һүтеп алына һәм Өфөләге цехҡа килтерелә.
🔹Цехта эш барышын да Күҙәтеү советы ағзалары тикшереп торасаҡ.
🔹Реставрацияланған һәйкәлде 2027 йылда кире урынына ҡуясаҡтар.

❤5🔥5👍4👎4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан тантаналы сара ойошторолдо.
Уның тарышында республикабыҙҙа татыу донъя көткән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен сағылдырған күргәҙмә һәм сағыу концерт булды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етеп килгән байрам менән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм республикабыҙҙың лайыҡлы граждандарына наградалар тапшырҙы.

Күркәм сара тураһында тулыраҡ видео көтөгөҙ! 🥰
❤8🔥7👍4🎃1
ИҢДӘРЕМДӘ – ҒӘЗИЗ КӨЙӘНТӘ
Йәш саҡтарҙа һыуға бара инек
Ҡыҙҙар менән аҫып көйәнтә.
Күңелле лә ине - саф шишмәнең
Моңло йыры йәнде имләтә.
Әсәйҙәр ҙә килен булып төшөп,
Көйәнтәләп һыуға барғандар.
Бәхеттәре тулы булһын тиеп,
Биҙрәләрен тулы алғандар,
Шишмәләргә тәңкә һалғандар.
Килен булып төштөм... Көйәнтәмә
Ал таҫмалар таҡтым матурлап.
Ҡыҙыл суҡтар элдем биҙрәләргә,
Алъяпҡысым сиктем нағышлап.
Ауылыма ҡайттым... Таңғы елдәр
Маңлайымдан үпте иркәләп.
Саңға батып, соланымда көтә
Моңһоу ғына зәңгәр көйәнтәм.
Яңғыҙ ғына барам һыуға табан
Иңдәремдә – ғәзиз көйәнтә.
Йәш ҡыҙҙарҙың наҙлы ҡулдарында
Телефондар көйҙәр көйләтә.
Үҙгәрҙеләр әллә заманалар –
Үҙгәргәндәр ҡыҙҙар, ауылдар.
Һыуҙар үткән өйгә, беләм, рәхәт.
Үҙгәрмәһен ине асылдар!..
Айҙа ла бит көйәнтәле ҡыҙ бар...
Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА.
📍 Фотола Земфира һәм Мөжәүир Ғарифуллиндар эшләгән ҡурсаҡ.

❤7🔥6👏1
🌧ҠЫРПАҒАЙҒА ХАЛЫҠ ҺЫНАМЫШТАРЫ
🍁1 ноябрь - көн йылы булһа, ҡыш йылы килер
🍁2 ноябрь - ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә
🍁3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана
🍁4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор.
🍁5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята
🍁6 ноябрҙә ай нур сәсеп ялтыраһа—йылыта, һыҙыҡланып торһа—һыуыта
🍁7 ноябрҙә йондоҙҙар тоноҡ янһа, һауа торошо боҙола
🍁8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара
🍁9 ноябрь ниндәй—май айы шундай
🍁10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә
🍁11 ноябрь—болоттар түбән йөҙһә, сатнама һыуыҡтар көтөлә
🍁12 ноябрь ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ
🍁13 ноябрь көн аяҙ икән, иртәгәһе көндәр елле булыр
🍁14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ
🍁15 ноябрь һыуыҡ булып, әтәстәр йырлаһа, көндәр йылыта
🍁16 ноябрь мөрйәнән сыҡҡан төтөн ергә ауһа, алда йылы һауа торошо булыр
🍁17 ноябрь еңелсә һыуыҡ икән, ҡыш һыуыҡ булмаҫ
🍁18 ноябрь ҡау яуһа, көҙгө культуралар уңышына ишара
🍁19 ноябрь көнө ҡар осһа, ҡыш ҡарлы килер. Әгәр был көндө ел булмаһа, тиҙҙән ысын һыуыҡтар башлана
🍁20 ноябрь боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай
🍁21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр
🍁22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр
🍁23 ноябрь томан ергә төшөп, сыпсыҡтар сырҡылдашһа, епшек ҡар яуыр
🍁24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор
🍁25 ноябрҙә ваҡ ямғыр һибәләһә, кискә һыуытыр
🍁26 ноябрҙә сәүкәләр сырылдашһа, епшек көнгә
🍁27 ноябрь көн болотло йәки яуым-төшөм булһа, йәйҙең беренсе көндәре матур килмәҫ
🍁28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй
🍁29 ноябрь көндө еүеш ҡар—буранға
🍁30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ.
Сығанаҡ: интеренеттан.

❤8👍3🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Берҙәмлектә – көс!✊
✨Кисә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы уҙғарылған тантаналы сара быны тағы бер ҡат иҫбатланы: Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәре йыйылып, мәҙәниәте һәм сәнғәте аша дуҫлыҡ ептәрен нығытты.
⚡Сараның иң мөһим өлөшөндә республикабыҙҙың лайыҡлы граждандарына наградалар - Халыҡтар дуҫлығы ордены, “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалы һәм маҡтаулы исемдәр бирелде.
тине сығышында Башҡортостандың элекке спорт министры Владимир Самородов.
🔹Ә бына билдәле фотограф Вячеслав Стрижевский бала сағын иҫкә төшөрҙө: уның әсәһе өс улы менән Мәскәүҙән Башҡортостандың Өфө эргәһендәге Ключарево ауылына эвакуацияланыуына ошо көндәрҙә 85 йыл тула. Бөгөн Вячеслав Александровичтың улы - Азат Ҡорбанов илде алғы һыҙыҡта һаҡлай.
🔹Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы менән билдәләнеүселәрҙең береһе Мишкә районы Сурай ауылынан мари теле уҡытыусыһы Анжелика Йөҙөкбаева, ул “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын мари теленә тәржемә итеп, уҡыусылары менән эпосҡа арналған конкурста әүҙем ҡатнаша.
🔹“Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған “Ауаз” башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Нәсимә Тимерова коллективы менән халыҡ-ара кимәлдә республикабыҙ данын күтәрә. Ошо көндәрҙә генә Мәскәүҙә үткән "Ҡатын-ҡыҙҙар традицияларҙы һаҡлау яҡлы" халыҡ-ара форумында еңеү яулап ҡайттылар.
🔹Шулай уҡ М. Ғафури исемендәге БАДТ оркестры артисы Рәмис Хәкимовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеме бирелде.
🔥“Берҙәмлектә – көс!” тигән хәҡиҡәтте иң яҡшы аңлаған халыҡ Рәсәйҙә йәшәйҙер – илебеҙгә ниндәй ауырлыҡтар килгәндә лә ошо берҙәмлегебеҙ менән еңеп сыға алғанбыҙ һәм киләсәктә лә шулай булыр.
Етеп килгән байрам менән!❤

“Бер Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе халыҡтарҙы бер ҡасан да килмешәктәр һәм бында даими йәшәүселәргә бүлеп ҡараманыҡ. Әлбиттә, башҡорт халҡына 500 йыл элек ошо халыҡтарҙы бында ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт һәм беҙ бер ғаилә булғанбыҙ. Барыһын да байрам менән!” -
тине сығышында Башҡортостандың элекке спорт министры Владимир Самородов.
🔹Ә бына билдәле фотограф Вячеслав Стрижевский бала сағын иҫкә төшөрҙө: уның әсәһе өс улы менән Мәскәүҙән Башҡортостандың Өфө эргәһендәге Ключарево ауылына эвакуацияланыуына ошо көндәрҙә 85 йыл тула. Бөгөн Вячеслав Александровичтың улы - Азат Ҡорбанов илде алғы һыҙыҡта һаҡлай.
🔹Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы менән билдәләнеүселәрҙең береһе Мишкә районы Сурай ауылынан мари теле уҡытыусыһы Анжелика Йөҙөкбаева, ул “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын мари теленә тәржемә итеп, уҡыусылары менән эпосҡа арналған конкурста әүҙем ҡатнаша.
🔹“Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған “Ауаз” башҡорт фольклор ансамбле етәксеһе Нәсимә Тимерова коллективы менән халыҡ-ара кимәлдә республикабыҙ данын күтәрә. Ошо көндәрҙә генә Мәскәүҙә үткән "Ҡатын-ҡыҙҙар традицияларҙы һаҡлау яҡлы" халыҡ-ара форумында еңеү яулап ҡайттылар.
🔹Шулай уҡ М. Ғафури исемендәге БАДТ оркестры артисы Рәмис Хәкимовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеме бирелде.
«Бөгөн Башҡортостан халыҡтары, йөҙҙәрсә йыл элек ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, йәнә Ватаныбыҙҙы һаҡлай. Хәҙер Махсус хәрби операция барышында. Алыҫ 1812 йылда, башҡорт полктары Наполеон һөжүменә ҡаршы батырҙарса һуғышҡан кеүек. Беренсе донъя һуғышы осорондағы кеүек, ул саҡта беҙҙең төбәк фронтҡа ярты миллионға яҡын ул һәм ҡыҙ биргән. Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына 700 меңдән ашыу кеше киткән. Бөтә совет халҡы менән бергә Бөйөк Еңеү яулаған яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары мәңгелеккә Тыуған илдең героик йылъяҙмаһына индерелгән. Тарих күп тапҡырҙар илебеҙ халыҡтарының һынау сәғәттәрендә тағы ла нығыраҡ берләшеүен раҫлай. Дошман нисек кенә аяуһыҙ булып күренмәһен, барыбер ҙә еңеп сығалар»,– тине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, етеп килгән байрам менән тәбрикләп.

❤13🔥3👍2