Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.05K photos
1.61K videos
1 file
275 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер-берегеҙгә кәрәк булығыҙ 🩷

Видео: Скани.
15🔥6👍1
📌 Бөгөн йырсы, йырсы, композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре, тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғәзиз Сәлих улы ӘЛМӨХӘМӘТОВТЫҢ тыуыуына 130 йыл.

Әлмөхәмәтов 1895 йылдың 29 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған.

🔸Ул беренсе булып совет композиторҙарының йырҙарын, классик арияларҙы һәм романстарҙы башҡорт теленә тәржемә итеп башҡара.

, 🔸Фольклор әҫәрҙәрен һәм башҡорт халыҡ йырҙарын яҙып ала: «Ашҡаҙар», «Буранбай», «Тәфтиләү», «Урал» башҡорт халыҡ йырҙарын, «Ҡуңыр буға» ҡобайырынан өҙөк.

🔸1920-30 йылдарҙа Башҡорт милли опера театрын булдырыу буйынса янып эшләй.

🔸П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының Башҡорт милли студияһын ойоштороусыларының береһе булараҡ талантлы йәштәрҙе туплай һәм 1932-1936 йылдарҙа уның мөдире була.

🔸Уның уҡыусылары - Баныу Вәлиева, Хәбир Ғәлимов, Ғабдрахман Хәбибуллин, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Зәйтүнә Илбаева, Ульяна Калинина-Сыртланова, Әсмә Шайморатова, Мәрйәм Ғабдрахманова, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мөслимә Мусина һ.б.

🔸Башҡорт дәүләт филармонияһын асыу башланғысында ла Ғәзиз Әлмөхәмәтов тора.

🔸Репрессия ҡорбаны. 1937 йылдың 11 декабрендә ҡулға алына. Төрмәлә ситлек артында барлыҡ тотҡондар өсөн «Урал» һәм «Буранбай» халыҡ йырҙарын башҡара. 1938 йылдың 10 июлендә атыла.
1957 йылдың 11 июнендә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан аҡлана.

📍 Фотола: Артҡы планда — (һулдан уңға) Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғәлирахман Әлмөхәмәтов һәм уның ҡатыны Бәҙриә. Ултыралар Мәстүрә Фәйзуллина (ҡатыны), Ғәлимә Әлмөхәмәтова (әсәһе).
15🔥2💘1
212 йыл элек ата-бабаларыбыҙ ҡатнашҡан ҡанлы Халыҡтар һуғышы нисек булған?

1813 йылда Лейпциг эргәһендәге асыҡ яланда ярты миллионға яҡын кеше, ике меңгә яҡын туп, һуғыш аттары йыйылған...

Наполеон армияһына ҡаршы һуғышҡан союздаштарҙың 54 мең һалдаты яралана һәм һәләк була, шуларҙың 23 меңгә яҡыны - Рәсәйҙеке. Әммә алыш еңеү менән тамамлана.

Бөгөн был тарихты йыл да хәтергә алып, ошо дәһшәтле ваҡиғаларҙы "тергеҙеп", замандаштар тарихи реконструкция ойоштороп тора. Шуныһы ҡыуаныслы, "Төньяҡ амурҙары" тигән ҡушамат алған башҡорт яугирҙары ла "ҡатнаша" - Германияла йәшәүсе яҡташтарыбыҙ тарихыбыҙҙы онотмай һәм оноттормай.

🔥Быйыл да 18 октябрь үткән тарихи реконструкцияла милләттәштәребеҙ ихлас ҡатнашҡан.


📍 Был хаҡта Ирек Байышев хәбәр итте һәм саранан күренештәр менән уртаҡлашты.

🔸1-се фотола - яҡташтарыбыҙ 1813 йылғы Халыҡтар һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына Германияла ҡуйылған һәйкәл янында тора.

🔸2-3-сө фотола - 2025 йылғы Халыҡтар һуғышы реконструкцияһында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары.

🔸4-се фотола - Саксония короле Фридрих Август I башҡорт уҡсыһының ҡулын ҡыҫып тора.

🔸5-6-сыһы видеолар - 2025 йылғы Халыҡтар һуғышы реконструкцияһынан күренештәр.
8👍3🔥2
📌 Һеҙ фотоларын яратып ҡараған фоторәссам Елена Перминованың шәхси күргәҙмәһе асылған!

Белорет ҡалаһына юл төшһә, мотлаҡ Үҙәк баҙарға инеп, Башҡортостандың хозур тәбиғәтен сағылдырған фотоларҙы ҡарап сығығыҙ. Бында авторҙың бик матур эштәре ҡуйылған.

📍 Ҡайҙа?
Белорет ҡалаһы, П. Точисский урамы, 27. Үҙәк баҙар, 1-се ҡат, 105-се павильон (эскалатор эргәһендә).

Инеү: БУШЛАЙ.

🔥Фото: Елена Перминова. Белорет районы, Ҡолсоғаҙыташтан (Синие скалы) Абҙаҡ ауылына күренеш.
7👍5🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Моңло тәнәфес 🎶

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын 🥰

Видео: Ян Лира.
31 октябрҙә ошо ЯҢЫ йыры сыға, тигән.
11🥰3🔥2😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌#МУЗЫКАВМЕСТЕ проектының "Бөйөк илдең йырҙары. Волга буйынан һөйөү менән" тигән сығарылышының тәүге проектында Башҡортостан музыканттары ла ҡатнашҡан.

Улар "Течёт река Волга" йырын күмәкләп башҡарған. Башҡортосан исеменән ҡурайсыбыҙ Арыҫлан Оморҙаҡов һәм гитарасы Тимур Аҡсурин сығыш яһаған.

Был клипты Волга буйы федераль округы төбәктәрендә төшөргәндәр, бөтәһе 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан.

"Беҙ ниндәй матур илдә йәшәйбеҙ һәм ниндәй талантлы кешеләребеҙ бар, ҡарағыҙ",

- тип яҙған был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

Проект сиктәрендә тағы ла яңы видеолар буласаҡ: vk.com/musicavmeste
👍64🔥1
16 ноябрҙә Өфөлә билдәле ғалим, сәсән, йәмәғәтсе Розалия Солтанғәрәеваның ижад эшмәкәрлегенә 50 йыл тулыуға һәм юбилейына арналған «Яҡшылыҡ нуры» концерт-театрлаштырылған тамаша үтәсәк.

🧷Программа нигеҙенә башҡорт халҡының бөйөк эпосы-ҡобайыры «Урал-батыр», башҡорт халыҡ йырҙары, йолалары һәм көйҙәре алынған. Юбилей кисәһендә Башҡортостан Республикаһының абруйлы сәнғәт оҫталары ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артистары Илшат Мөслимов һәм Венер Сөнәғәтов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Алмас Сирусин, билдәле журналист, шағир Айбулат Сәсәнбаев, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Венер Йылҡыбаев), Өфө сәнғәт училищеһы думбырасылар ансамбле (етәксеһе - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гүзәл Үмәрғәлина), сәсәндәр һәм бейеүселәр сығыш яһай.

Концерттың режиссеры – Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Илнур Лоҡманов.

📍Сара «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50.

Башлана: 19:00 сәғәттә.

🎫Билеттар vk.cc/cQJpt7 һылтанмаһы аша һатыла.
8👏2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Салауат ҡалаһында булғанығыҙ бармы?

Ул йылдан-йыл йәмләнә, төҙөкләндерелә.
Хәҙер ҡалала "Нуль саҡрымы" бар - бынан республиканың һәм донъяның төрлө нөктәләренә араны иҫәпләргә мөмкин.

Видео: Гөлнара исемле һылыуҙан.
7🔥5👍4
Хәйерле көн, барығыҙға ла 🥰

Фото:
Елена Перминова.
7🔥2👏2