Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.06K photos
1.61K videos
1 file
275 links
Download Telegram
🦢Ҡандракүлдә аҡҡоштар йыйылған. 🦢

Йыл да аҡҡоштар йылы яҡҡа осорҙан алда бында туҡталып китә, тип хәбәр итә "Ҡандракүл" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре. Былтыр ҡоштар хатта декабргә тиклем ҡалған.

Фото: Ирина Сабирова
👏84🔥3
📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үткәрәсәк Тура бәйләнешкә һорау биреү ысулдары асыҡланды.

11 ноябрь сәғәт киске 7-лә республиканың төп киң мәғлүмәт сараларының тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш үтә.

📍 Республика етәксеһенә һорауҙы яҙма рәүештә йәки видеоға төшөрөп, түбәндәге ысулдар менән юлларға мөмкин:

Башҡортостан Башлығы сайтында махсус бүлектә

МАХ милли мессенджерындағы чат-бот аша

«Телеграм»дағы чат-бот аша

«Бәйләнештә» чат-боты ярҙамында

«Одноклассниктар»ҙағы чат-бот аша

«Госуслуги. Решаем вместе» сервисы ярҙамында.

Видеоһорауҙар 2025 йылдың 10 ноябре 19:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
4👍4🖕3🔥2
📌"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы буйынса ижад ителгән картиналар күргәҙмәһе асылды.

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында "Башҡорт еренең легендалары" тип аталған күргәҙмә эшләй. Унда күрһәтелгән 50-нән ашыу картинаның авторы - Ирина Окружнова.

Ирина Анатольевна Ишембай ҡалаһында тыуған, әлеге көндә ул бында "Ишимбайфильм" мультстудияһында һәм Ишимбай районының мәҙәни-ял итеү үҙәгендә эшләй.


💯Әйткәндәй, Ирина Окружнова Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына "Урал батыр" эпосы буйынса төшөрөлгән йәнһүрәт авторҙарының береһе лә - ижадташы Вера Шарыгина менән бергә төшөргәндәр.

"Башҡорт еренең легендалары" күргәҙмәһе 30 ноябргә тиклем эшләй.

📍Адрес: Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27.
Мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 227-47-57
5👍4🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер-берегеҙгә кәрәк булығыҙ 🩷

Видео: Скани.
15🔥6👍1
📌 Бөгөн йырсы, йырсы, композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре, тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғәзиз Сәлих улы ӘЛМӨХӘМӘТОВТЫҢ тыуыуына 130 йыл.

Әлмөхәмәтов 1895 йылдың 29 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған.

🔸Ул беренсе булып совет композиторҙарының йырҙарын, классик арияларҙы һәм романстарҙы башҡорт теленә тәржемә итеп башҡара.

, 🔸Фольклор әҫәрҙәрен һәм башҡорт халыҡ йырҙарын яҙып ала: «Ашҡаҙар», «Буранбай», «Тәфтиләү», «Урал» башҡорт халыҡ йырҙарын, «Ҡуңыр буға» ҡобайырынан өҙөк.

🔸1920-30 йылдарҙа Башҡорт милли опера театрын булдырыу буйынса янып эшләй.

🔸П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының Башҡорт милли студияһын ойоштороусыларының береһе булараҡ талантлы йәштәрҙе туплай һәм 1932-1936 йылдарҙа уның мөдире була.

🔸Уның уҡыусылары - Баныу Вәлиева, Хәбир Ғәлимов, Ғабдрахман Хәбибуллин, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Зәйтүнә Илбаева, Ульяна Калинина-Сыртланова, Әсмә Шайморатова, Мәрйәм Ғабдрахманова, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мөслимә Мусина һ.б.

🔸Башҡорт дәүләт филармонияһын асыу башланғысында ла Ғәзиз Әлмөхәмәтов тора.

🔸Репрессия ҡорбаны. 1937 йылдың 11 декабрендә ҡулға алына. Төрмәлә ситлек артында барлыҡ тотҡондар өсөн «Урал» һәм «Буранбай» халыҡ йырҙарын башҡара. 1938 йылдың 10 июлендә атыла.
1957 йылдың 11 июнендә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан аҡлана.

📍 Фотола: Артҡы планда — (һулдан уңға) Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғәлирахман Әлмөхәмәтов һәм уның ҡатыны Бәҙриә. Ултыралар Мәстүрә Фәйзуллина (ҡатыны), Ғәлимә Әлмөхәмәтова (әсәһе).
15🔥2💘1
212 йыл элек ата-бабаларыбыҙ ҡатнашҡан ҡанлы Халыҡтар һуғышы нисек булған?

1813 йылда Лейпциг эргәһендәге асыҡ яланда ярты миллионға яҡын кеше, ике меңгә яҡын туп, һуғыш аттары йыйылған...

Наполеон армияһына ҡаршы һуғышҡан союздаштарҙың 54 мең һалдаты яралана һәм һәләк була, шуларҙың 23 меңгә яҡыны - Рәсәйҙеке. Әммә алыш еңеү менән тамамлана.

Бөгөн был тарихты йыл да хәтергә алып, ошо дәһшәтле ваҡиғаларҙы "тергеҙеп", замандаштар тарихи реконструкция ойоштороп тора. Шуныһы ҡыуаныслы, "Төньяҡ амурҙары" тигән ҡушамат алған башҡорт яугирҙары ла "ҡатнаша" - Германияла йәшәүсе яҡташтарыбыҙ тарихыбыҙҙы онотмай һәм оноттормай.

🔥Быйыл да 18 октябрь үткән тарихи реконструкцияла милләттәштәребеҙ ихлас ҡатнашҡан.


📍 Был хаҡта Ирек Байышев хәбәр итте һәм саранан күренештәр менән уртаҡлашты.

🔸1-се фотола - яҡташтарыбыҙ 1813 йылғы Халыҡтар һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына Германияла ҡуйылған һәйкәл янында тора.

🔸2-3-сө фотола - 2025 йылғы Халыҡтар һуғышы реконструкцияһында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары.

🔸4-се фотола - Саксония короле Фридрих Август I башҡорт уҡсыһының ҡулын ҡыҫып тора.

🔸5-6-сыһы видеолар - 2025 йылғы Халыҡтар һуғышы реконструкцияһынан күренештәр.
8👍3🔥2
📌 Һеҙ фотоларын яратып ҡараған фоторәссам Елена Перминованың шәхси күргәҙмәһе асылған!

Белорет ҡалаһына юл төшһә, мотлаҡ Үҙәк баҙарға инеп, Башҡортостандың хозур тәбиғәтен сағылдырған фотоларҙы ҡарап сығығыҙ. Бында авторҙың бик матур эштәре ҡуйылған.

📍 Ҡайҙа?
Белорет ҡалаһы, П. Точисский урамы, 27. Үҙәк баҙар, 1-се ҡат, 105-се павильон (эскалатор эргәһендә).

Инеү: БУШЛАЙ.

🔥Фото: Елена Перминова. Белорет районы, Ҡолсоғаҙыташтан (Синие скалы) Абҙаҡ ауылына күренеш.
7👍5🔥2