Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.06K photos
1.61K videos
1 file
276 links
Download Telegram
📌“Башҡортостан” милли паркында аттарға һунар иткән боронғо кешеләр тораһы табылған.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары Нөгөш һыуһаҡлағысы ярҙарында яңынан эҙләнеү эштәрен башлаған.

💯2008 йылда бында Сергеевка-1 тораһы табылған һәм 5 меңдән ашыу ҡомартҡы йыйып алынған: улар араһында боронғо аттар, бизон, мөгөҙморон (носорог), төньяҡ боланы, мәмерйә арыҫланы һәм мамонт һөйәктәре була. Ҡайһы бер һөйәктәр кеше тарафынан ярылған һәм яндырылған. Радиоуглерод анализы ярҙамында был табыштарҙың йәше 18-20 мең йыл тирәһе булып сыға.

Быйыл октябрь айында тикшеренеүселәр ат һөйәктәре һәм саҡматаш, йәшмә, кварцит-ҡомташтарҙан эшләнгән бихисап әйберҙәр тапҡан.
“Быға биклем яһалған һығымталар дәлилләнде, нәҡ ошонда үрге палеолит осоро кешеһенең нигеҙ тораһы урынлашҡан, уның төп шөғөлө аттарға һунар итеү, тире һәм һөйәк эшкәртеү булған. Бынан тыш, тораның бер өлөшө ике метрлыҡ ултырмалар аҫтында һаҡланыуы иҫбатланды. Осорон билдәләү өсөн үрнәктәр алдыҡ”,

- ти Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Вячеслав Котов.

Был асыштар “Шүлгәнташ” мәмерйәһендә һүрәттәр ҡалдырған боронғо кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыраҡ аңларға, өйрәнергә ярҙам итә, тип хәбәр иткәндәр “Башҡортостан” милли паркы сайтында.
5👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кисә Рәсәй опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Әхмәтшина Осло ҡалаһында үткән концертында "Һандуғас" башҡорт халыҡ йырын башҡарған.


Айгөл Ғайса ҡыҙы 1996 йылдың 1 майында Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. 12 йәшенән концерттар менән Италияға сыға, башҡорт халыҡ йырҙарын һәм классик ариялар башҡара.

Әлеге көндә ул Decca Classics лейблының эксклюзив башҡарыусыһы.
12👍3🔥3
Күптән ат егеп, арбала йөрөмәгәс, уның төрҙәре барлығын һәм һәр төбәктә үҙенсәлекле атамалары ла булғанлығын онотоп барабыҙ, буғай.

💯Хәтерҙе яңыртып, арба һәм уның төрҙәре, башҡорт теленең төрлө диалекттарында атап йөрөтөлмөшө тураһында ҡыҙыҡлы ғына туплама әҙерләнек әле. Бында телгә алынмағандары тураһында тағы яҙырбыҙ.

Уҡығыҙ, белегеҙ, үҙегеҙ белгәнде лә комментарийға яҙығыҙ!
🔥63👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔥ZAINETDIN "Уралым" йырын заманса көйгә һалған.

Тиҙҙән тулы версияһын да ишетергә була, тигән.
🔥84
Өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө менән! 🥰

Ошо матур байрам менән тәбрикләп, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, балалар бәхете теләйбеҙ, игелек күреп йәшәргә яҙһын, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һөйөүен татып оҙон ғүмер итегеҙ!💟

📍 Өләсәй һәм олатайҙарығыҙҙың матур фотоһын ебәрегеҙ🫶
8🔥7🥰2
📌 Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны ингән 57-се мотоуҡсылар полкына Рәсәй Президенты Владимир Путин "гвардия" маҡтаулы исемен бирҙе.

Полк был юғары баһаға һуғыш яланында күмәк ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, бирешмәүсәнлек һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән өсөн лайыҡ булды.

"Беҙҙең яугирҙарға был тулыһынса ҡағыла. Александр Доставалов исемендәге батальон - беҙҙең тәүге хәрби подразделениеларҙың береһе. Уның хәрби хеҙмәткәрҙәре - республика һәм ил ғорурлығы.

Батальонда хеҙмәт иткән ир-егеттәрҙе һәм ветерандарҙы барыһын да ҡотлайым. Ватанды һаҡлап һәләк булғандарҙың хәтере мәңгелек.
Еңеү беҙҙә буласаҡ",

- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткергән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
👍83🔥2🙏1
📌Ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеүселәргә яуаплылыҡ өҫтәгән закон проекты хаҡында Башҡортостан депутаттары хәбәр итте. Ул ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеүгә лицензия алырға дәғүә итеүсе ойошмаларҙың махсус иҫәбендә рекультивация өсөн айырым сумма булыуын гарантиялауға йүнәлтелгән.

Был башланғыс республика Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе менән ойошторолған ведомство-ара комиссия сиктәрендә күтәрелә. Әгәр ҙә Эльвира Айытҡолова менән Зариф Байғусҡаров ошо проектты федераль закон кимәленә еткерә алһа, улар тураһында Дәүләт Думаһы депутаттары вәкәләтендә һөҙөмтәле эшләнеләр тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин буласаҡ.

Әйткәндәй, федераль депутаттар корпусы киләһе йылда яңыртыла. Был закон ҡабул ителә ҡалаһа, Айытҡолова менән Байғусҡаров өсөн ҙур бонус булыр ине.

"Халыҡ арбаһы" ТГ-каналынан.
5🔥4👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өләсәйҙәр менән бергә аш-һыу бешергән мәлдәрҙе һағынып иҫкә алырлыҡ була ул, ҡәҙерен белегеҙ💕

Эльвина исемле шәп ҡыҙ беҙгә өләсәһе менән сәк-сәк бешереү серҙәрен өйрәтә. Күңелгә йылы бөрккән был видео өсөн һылыуға рәхмәт🥰
9🥰5👏1
🦢Ҡандракүлдә аҡҡоштар йыйылған. 🦢

Йыл да аҡҡоштар йылы яҡҡа осорҙан алда бында туҡталып китә, тип хәбәр итә "Ҡандракүл" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре. Былтыр ҡоштар хатта декабргә тиклем ҡалған.

Фото: Ирина Сабирова
👏84🔥3
📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үткәрәсәк Тура бәйләнешкә һорау биреү ысулдары асыҡланды.

11 ноябрь сәғәт киске 7-лә республиканың төп киң мәғлүмәт сараларының тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров менән Тура бәйләнеш үтә.

📍 Республика етәксеһенә һорауҙы яҙма рәүештә йәки видеоға төшөрөп, түбәндәге ысулдар менән юлларға мөмкин:

Башҡортостан Башлығы сайтында махсус бүлектә

МАХ милли мессенджерындағы чат-бот аша

«Телеграм»дағы чат-бот аша

«Бәйләнештә» чат-боты ярҙамында

«Одноклассниктар»ҙағы чат-бот аша

«Госуслуги. Решаем вместе» сервисы ярҙамында.

Видеоһорауҙар 2025 йылдың 10 ноябре 19:00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
4👍4🖕3🔥2
📌"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы буйынса ижад ителгән картиналар күргәҙмәһе асылды.

Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында "Башҡорт еренең легендалары" тип аталған күргәҙмә эшләй. Унда күрһәтелгән 50-нән ашыу картинаның авторы - Ирина Окружнова.

Ирина Анатольевна Ишембай ҡалаһында тыуған, әлеге көндә ул бында "Ишимбайфильм" мультстудияһында һәм Ишимбай районының мәҙәни-ял итеү үҙәгендә эшләй.


💯Әйткәндәй, Ирина Окружнова Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһына "Урал батыр" эпосы буйынса төшөрөлгән йәнһүрәт авторҙарының береһе лә - ижадташы Вера Шарыгина менән бергә төшөргәндәр.

"Башҡорт еренең легендалары" күргәҙмәһе 30 ноябргә тиклем эшләй.

📍Адрес: Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27.
Мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (347) 227-47-57
5👍4🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бер-берегеҙгә кәрәк булығыҙ 🩷

Видео: Скани.
15🔥6👍1