Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.07K photos
1.62K videos
1 file
277 links
Download Telegram
Матур ялдар теләйбеҙ! 🧡

📍 Дыуан районы, Өлкөндө ауылы эргәһе, карст соҡорҙары.

Фото: Слава с Урала.
11👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисә Өфөләге "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында әбйәлилдәр йыйылды.

Яҡташтарҙы осраштырыр, таныштырыр, берләштерер сара сәғәт көндөҙгө 3-тән төнгө 1-се яртыға тиклем барҙы 🤭

Беренсе өлөштә Әбйәлил районының бөгөнгөһө һәм киләсәгенә арналған кәңәшмә уҙғарылды. Унда район хакимиәте башлығы Айрат Әминев һәм уның урынбаҫарҙары, район үҙәк дауаханаһының баш табибы ауыл хужалығы, туризм, мәғариф, медицина, производство өлкәһендәге хәлдәр менән таныштырып үтте. Йәштәр өсөн булдырылған шарттар тураһында һөйләне.

Артабан яҡташтар осрашыуы ҙур концерт менән дауам итте.
Әбйәлил ере таланттарға бик бай шул - концерт 4 сәғәт барҙы!

Видео: Шәһит Хамматов.
9🔥6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йырлай-йырлай алға барығыҙ 💟

Видео: Ян Лира һәм Илгиз Муллағәләмов.
12🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 "Юлай" позывнойлы яугир-йырсынан моңло сәләм.

Махсус хәрби операция яугиры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Юлдыбаев Ейәнсура районының Ағурҙа ауылында тыуып үҫкән. Данлыҡлы шәхес Сөләймән Абдуллиндың нәҫеленән. Сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Әлеге ваҡытта үҙ теләге менән Ватан һағында.

Видео: "Юлдаш" радиоһынан.
9🔥5👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌸Урын тартҡы - башҡорт тирмәһендә, йортонда ғаилә ҡотон, ир менән ҡатындың өлфәт мөхәббәтен күҙ тейеүҙән һаҡлаусы әйберҙәрҙең береһе булған.

🔸Нағышлап сигелгән урын тартҡыны һандыҡ өҫтөнә тәҫләп һалынған ҡаралдыны тарттырып йыйнап ҡуйыр өсөн эшләгәндәр.

🔹Ғәҙәттә, урын тартҡыларына үҫемлек биҙәк, ҡусҡарҙар сигелгән.

🔸Биҙәктең ситен билдәләп тәүҙә элмә сигеү менән сигеп сыҡҡандар, шунан эсен ҡуш элмә алымы менән "тултырғандар".

🔹Ерлеге ҡарараҡ төҫтә булған, ә биҙәктәренә сағыу төҫтәр ҡулланылған.

🔸Урын тартҡы ҡыҙҙың бирнәһенә ингән. Уны хатта кәләште оҙатып алып ҡайтҡанда атҡа ла япҡандар. Был турала этнограф Светлана Шитова яҙа.

📍 Видеола һеҙҙең иғтибарға Әбйәлил районы оҫтабикәләре сиккән урын тартҡылар тәҡдим ителә.
10🔥3
"Апайлы-һеңлеле. Сая ҡыҙҙар",

- тип яҙып ебәргән беҙгә был фотоларҙы Лена ханым.

Башҡорт һылыуҙары 🔥 тип өҫтәйбеҙ.
12👍4
Яңы ҡушымтаға күсә башланығыҙмы әле?
Унда ла "Башҡорт донъяһы"н булдырырға кәрәкме, нисек уйлайһығыҙ?


Әйткәндәй, республиканың төп мәғлүмәт сығанаҡтары яйлап "МАХ" ҡушымтаһында үҙ каналдарын аса башлаған.

"Йәшлек" гәзите:
max.ru/yeshlek_ga...

"Башҡортостан" гәзите: max.ru/gazetabash...

"Юлдаш" радиоһы:
max.ru/uldash_fm
7👍4🤡4🥰3👎2
📌Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусы йырсы һәм композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үткәреләсәк.

Ғәзиз Сәлих улы 1895 йылдың 29 октябрендә тыуған. Ул йырсыларҙан беренсе булып Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған шәхес. Ижадтан тыш талантлы йәштәрҙе профессиональ музыка менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырған, йүнәлеш биргән ул.

Ғәзиз Әлмөхәмәтов Мәжит Ғафури менән тығыҙ аралаша, йыш ҡунаҡта була. Был йортта улар Мәжит Нурғәни улының "Эшсе" поэмаһы буйынса билдәле опера өҫтөндә эшләйҙәр.

💟Әҙәби-музыкаль кисәлә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың шәхесе, ижады тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белә, архив материалдары менән таныша аласаҡһығыҙ. Йыр-моңға тулы сара буласаҡ был. Мотлаҡ барығыҙ!
8👍4👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән",

- башҡорт халыҡ мәҡәле.

Бәхетле бала саҡ 🥰

Видео: Миләүшә Хәйбуллина.
8🔥3
📌Мәләүездә Батырғәли Вәхитов исемендәге асыҡ төбәк ҡурайсылар конкурсы үткән. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына арналған.

Унда Башҡортостандың төрлө райондарынан үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар ҡатнашҡан.


🏆Гран-прины Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенән Мөхәммәтрофе Рәхмәтуллин яулаған.


Еңеүселәр йәш буйынса өс төркөмгә бүлеп баһаланған.


🎉Яңғыҙ башҡарыусылар:
🔹Бәләкәй йәштәгеләр араһында (11 йәшкә тиклем) 1-се урынды Сибай ҡалаһынан Эмиль Савикин алған, етәксеһе Илмир Нәҙерғолов.

🔹Урта категория (12-17 йәш): Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Сыңғыҙ Вәлиев, етәксеһе Фәрит Вәлиев.

🔹Өлкәндәр (18 йәштән алып) араһында 1-се урынды Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Илһам Әхмәтйәнов яулаған.

🎉Яңғыҙ башҡарыусы, музыкаль белемле ҡурайсылар араһында 1-се урынды Ейәнсура районынан Рушан Ҡәҙербаев һәм Әлшәй районынан Нияз Ғиззәтуллин бүлешкән.

🎉"Ансамблдәр" номинацияһында төрлө йәш категорияһында 1-се урын:

🔹Күгәрсен районы З. Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең "Ҡыпсаҡ" балаларар өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Юлай Ҡыҙрасов);

🔹 Күмертау ҡалаһының Балалар музыка мәктәбенең "Алтын ыласын" ансамбле (етәкселәре Фәрит Вәлиев, Фаил Кәримов).

🔥"Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы" тип, Мәләүез ҡалаһының 1-се Балалар сәнғәт мәктәбенән Ильяс Дәүләтбаев табылған.

🔥Ә бына иң оло ҡатнашыусы Көйөргәҙе районынан килгән - Азамат Туйгилдин.

Конкурс БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәләүез районы хакимәте һәм Ҡала мәҙәниәт һарайы, райондың башҡорт ҡоролтайы ярҙамында ойошторолған.
8👍2