Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.07K photos
1.62K videos
1 file
277 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...

Рәми ҒАРИПОВ.

Видео:
интернеттан.
🔥96👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостанда быйыл йәй "Хайканутые" проекты төшөрөлгән, тип хәбәр иткәйнек инде.

Билдәле блогерҙар Максим Гурьянов һәм Елена Самчук был юлы Белорет районындағы Ирәкташҡа - русса Инзерские зубчатки, юл тотҡан.


Сәйәхәтселәр менән бергә тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенә тағы бер тапҡыр һоҡланып ҡарағыҙ һәм... АЙЫУ менән осрашҡанда нимә эшләргә икәнен белегеҙ!

12+
6🔥4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостан менән Татарстанды тоташтырыусы күпер асылған

Ыҡ йылғаһы аша күпер төҙөкләндерелгәндән һуң асылған. Юлдың был участкаһынан тәүлегенә 4 мең автомобиль үтә. 238 метр оҙонлоҡтағы күпер "Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә капиталь ремонтланған.

"Юл төҙөлөшө өлкәһендәге ҙур проекттарҙы күтәрмәләгән өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путинға, ил Хөкүмәтенә оло рәхмәтемде белдерәм. Бөгөн вице-премьер Марат Шакирйән улы Хөснуллинға Ыҡ йылғаһы аша күперҙе графиктан алда - ниәтләнгән ваҡыттан бер йыл алдараҡ тапшырҙыҡ, тип хәбәр иттем.
Алда беҙҙең юл инфраструктураһын үҫтереү буйынса пландар күп. Федераль үҙәктән бындай ярҙам булғанда, барыһын да бойомға ашыра алырбыҙ, тип ышанам",

- тине был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
👍103🥰2🙏1
Моңһоу мәлдәр! Күҙҙән күҙегерлек!
Балҡыш һүнер көндәр етеп бара -
Бөркәнсеккә - алтын, ҡомас ерлек,
Ғашиҡ булмай көҙгә юҡтыр сара.
Елдәр уйнап, һалҡын тынын бөрккәс ,
Монар ала күкте килке-килке,
Һүрәнәйә ҡояш, ағаста - бәҫ,
Уҫал янап ҡуя ҡышҡы ипкен.

🛑🛑🛑

Унылая пора! Очей очарованье!
Приятна мне твоя прощальная краса —
Люблю я пышное природы увяданье,
В багрец и в золото одетые леса,
В их сенях ветра шум и свежее дыханье,
И мглой волнистою покрыты небеса,
И редкий солнца луч, и первые морозы,
И отдаленные седой зимы угрозы.

Александр ПУШКИНДЫҢ билдәле шиғырын Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл СИТДИҠОВА тәржемә иткән.

Фото: Татьяна Бирюкова.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
12👍3🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡытай ҡалаларында ла башҡорт ҡурайы яңғырай 🔥

Видео: Нурсолтан Зарипов.
13👍2🔥2
💚Һөйөү менән Башҡортостандан💚

Мәскәүҙә уҡыған студенттар һәм аспиранттар өсөн шундай акция ойошторола.

🔹 Ноябрҙең икенсе уң көнлөгөндә аҙыҡ-түлек ылауының беренсе этабына старт бирелә.

Был - баш ҡалала белем алған йәштәргә тыуған йорт йылыһын тойорға ярҙам иткән, үҙҙәренә кәрәк әйберҙе алып ҡыуанырға форсат биргән акция.

📍 Ылау юлы:
Сибай - Баймаҡ - Темәс - Асҡар - Сәрмән - Инйәр - Өфө - Кушнаренко - Дүртөйлө - Нефтекама - Балашиха - Мытищи - Мәскәү.

Әйбер ебәреү өсөн төп шарттар:
🔹 Посылканың ауырлығы - 32 килограмға тиклем;
🔹Яҡтарын ҡушҡанда - 160 сантиметрҙан да артыҡ түгел;
🔹Тиҙ боҙола торған аҙыҡ һалмаҫҡа.

📍 Ҡатнашыу өсөн студенттарға һәм аспиранттарға теркәлеү үтергә һәм һораулама тултырырға кәрәк: assotsiatsiya-stude-event.timepad.ru/event/3615330.
10👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфөлә бөгөн Әбйәлил районынан сыҡҡан яҡташтар йыйыла.

Сара "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында үтә.

📍 Сәғәт көндөҙгө 3-тә башлана. Тәүҙә йыйындың пленар өлөшө, һуңынан төрлө мәҙәни саралар, танышып-аралашыу, байрам концерты көтөлә.

Осрашыуға Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев килә.
🔥10👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән бергә ҡарағыҙ 😍

Видео: "Балалар" проекты йән һүрәттәренең "Башҡорт ашамлыҡтары" тигән серияһы.
11🔥3
Матур ялдар теләйбеҙ! 🧡

📍 Дыуан районы, Өлкөндө ауылы эргәһе, карст соҡорҙары.

Фото: Слава с Урала.
11👍1🔥1