Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.07K photos
1.62K videos
1 file
277 links
Download Telegram
ТОМАН
(башҡорт халыҡ йыры)

Иртә лә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам.

Бишмәтеңдә һинең биш төймә,
Шул бишмәткәйеңде күп кеймә.
Кисен генә ятһаң, иртән торһаң,
Һағынырһың мине, мин булмам.

Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,
Талдар араһында ҡағынып.
Ауырып та ятып һарғайманым,
Мин һарғайҙым һине һағынып.


📍 Учалы районы, Нәрәле һырты.

Фото: Слава с Урала.
10😍3
🌸АЛЪЯПҠЫС 🌸

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары алъяпҡысты көндәлек эштәрҙе башҡарғанда ғына таҡмаған. Байрам кейеменең бер өлөшө лә булған ул.


🔸Зауыҡлы һәм ҡәҙерле алъяпҡыстар ҡуш элмә (тамбур) менән сигелгән.

🔹Ғәҙәттә, бындай ҡайыулы алъяпҡыстың ерлеге ҡара, ҡара күк төҫтә булған, сағыу төҫтәрҙән сәскәле орнамент сигелгән.

🔸Фотола күрһәтелгән алъяпҡыстың түшендә тәңкәгә оҡшатып ҡайылған биҙәк бар.

📍 Был алъяпкыс ХХ быуат уртаһында Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Аҡбаш ауылынан алынған һәм Көньяҡ Урал Дәүләт тарихи музейында һаҡлана.
7🔥5👍2🥰1
📌 27 октябрь "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһының икенсе модуле башлана.

Ул иҡтисад һәм финанстар темаһын үҙ эсенә ала. Ҡатнашыусылар төбәк иҡтисады нимәгә ҡоролған, территорияның үҫешенә нимә йоғонто яһауын беләсәк һәм ресурстар менән дөрөҫ идара итеү серҙәренә төшөнәсәк.


📍 Әйткәндәй, программаның беренсе өлөшө йәйгеһен үтте. Унда төрлө эксперттар һәм министрҙар, муниципалитет башлыҡтары, ҙур компания етәкселәре менән файҙалы осрашыуҙар ойошторолдо. Ә августан октябрь айына тиклем ҡатнашыусылар төрлө хөкүмәт структураларында ғәмәли тәжрибә тупланы.

🔸 "Башҡортостан геройҙары" проекты Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан идарасылар әҙерләүгә йүнәлтелгән "Геройҙар ваҡыты" федераль программаһының дауамы булып тора. Уны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ойошторалар.
5🔥4👍2🥰2💩2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө ял минуттарында ҡарай торған видео🐻

Ҡорһаҡҡа ятып, иркенләп сәп-сәп итә башлағанда ғына әсәйҙәр гел шулай ашыҡтыра ла тора ул 😁

"Башҡортостан" милли паркында фототоҙаҡҡа эләккән был айыуҙар. Һыу эсергә килеп, рәхәтләнеп ял итеп алғандар.

"Күңел күтәреү өсөн был видеоны аҙағына тиклем ҡарағыҙ, көн буйы йылмайып йөрөрһөгөҙ",

- тип яҙған милли парк хеҙмәткәрҙәре.

Видео: "Башҡортостан" милли паркы"
6🔥3🥰2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай,
Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..
Ниҙәр уйлап, ниҙәр кисергәнде
Үҙең күр ҙә, үҙең бел инде...

Рәми ҒАРИПОВ.

Видео:
интернеттан.
🔥96👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостанда быйыл йәй "Хайканутые" проекты төшөрөлгән, тип хәбәр иткәйнек инде.

Билдәле блогерҙар Максим Гурьянов һәм Елена Самчук был юлы Белорет районындағы Ирәкташҡа - русса Инзерские зубчатки, юл тотҡан.


Сәйәхәтселәр менән бергә тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенә тағы бер тапҡыр һоҡланып ҡарағыҙ һәм... АЙЫУ менән осрашҡанда нимә эшләргә икәнен белегеҙ!

12+
6🔥4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостан менән Татарстанды тоташтырыусы күпер асылған

Ыҡ йылғаһы аша күпер төҙөкләндерелгәндән һуң асылған. Юлдың был участкаһынан тәүлегенә 4 мең автомобиль үтә. 238 метр оҙонлоҡтағы күпер "Йәшәү өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә капиталь ремонтланған.

"Юл төҙөлөшө өлкәһендәге ҙур проекттарҙы күтәрмәләгән өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путинға, ил Хөкүмәтенә оло рәхмәтемде белдерәм. Бөгөн вице-премьер Марат Шакирйән улы Хөснуллинға Ыҡ йылғаһы аша күперҙе графиктан алда - ниәтләнгән ваҡыттан бер йыл алдараҡ тапшырҙыҡ, тип хәбәр иттем.
Алда беҙҙең юл инфраструктураһын үҫтереү буйынса пландар күп. Федераль үҙәктән бындай ярҙам булғанда, барыһын да бойомға ашыра алырбыҙ, тип ышанам",

- тине был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.
👍103🥰2🙏1
Моңһоу мәлдәр! Күҙҙән күҙегерлек!
Балҡыш һүнер көндәр етеп бара -
Бөркәнсеккә - алтын, ҡомас ерлек,
Ғашиҡ булмай көҙгә юҡтыр сара.
Елдәр уйнап, һалҡын тынын бөрккәс ,
Монар ала күкте килке-килке,
Һүрәнәйә ҡояш, ағаста - бәҫ,
Уҫал янап ҡуя ҡышҡы ипкен.

🛑🛑🛑

Унылая пора! Очей очарованье!
Приятна мне твоя прощальная краса —
Люблю я пышное природы увяданье,
В багрец и в золото одетые леса,
В их сенях ветра шум и свежее дыханье,
И мглой волнистою покрыты небеса,
И редкий солнца луч, и первые морозы,
И отдаленные седой зимы угрозы.

Александр ПУШКИНДЫҢ билдәле шиғырын Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл СИТДИҠОВА тәржемә иткән.

Фото: Татьяна Бирюкова.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
12👍3🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡытай ҡалаларында ла башҡорт ҡурайы яңғырай 🔥

Видео: Нурсолтан Зарипов.
13👍2🔥2