Башҡорт донъяһы
668 subscribers
3.07K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
Серле Шүрәле теше (Айғыр) ҡаялары.

Шаршамбы уңышлы үтһен! 💟


📍 Белорет районы, Айғыр станцияһы.
Фото: Вячеслав Бобин.
11🥰4🔥2
Әннәгиҙергеннәйем!

Бөгөн Башҡортостанда беренсе тапҡыр Милли бейеү көнө билдәләнә. Ул Республика Башлығы күрһәтмәһе менән былтыр барлыҡҡа килде. Махсус көндө тап 21 октябргә билдәләүҙең төп сәбәбе - башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индергән Фәйзи Ғәскәров тап ошо көндә тыуған. Уның исеме башҡорт бейеүе тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.

Радий Хәбиров бынан бер нисә йыл элек беҙҙең йәштәр ҙә шул уҡ Кавказ халыҡтары ише үҙебеҙсә бейей белергә тейеш, тигән фекерен яңғыратҡайны. Уның һүҙҙәре раҫ һәм урынлы икәнен һуңғы йылдарҙа тап башҡорт йәштәре араһында популярлыҡ яулаған, уларҙың үҙҙәре тарафынан ойошторола килгән ритайым проекты дәлилләне. Хәҙер иһә башҡорт һәм республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәренең халыҡ бейеүҙәрен пропагандалау маҡсатында халыҡсан байрам бар!
8👍2
📌 Башҡортостанда композитор Нур Дауытовтың әҫәре Брайль форматында нәшер ителгән.

Президент гранттары Фонды ярҙамында "Код доступа" автономиялы коммерция булмаған ойошма менән М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республикаһы махсус китапхананың уңышлы хеҙмәттәшлеге арҡаһында нота-музыкаль баҫмаларҙы Брайль форматында эшләү һәм таратыу буйынса проект бойомға ашырылған.

Был проектҡа башҡорт композиторҙары Салауат Низаметдинов, Данир Мәхмүтов һәм Нур Дауытов әҫәрҙәре ингән.


📍 Әлегә Нур Дауытовтың "Миләш" әҫәре 110 данала баҫып сығарылған, ул күҙе насар күргән һәм һуҡырҙар өсөн тәғәйенләнгән.
9👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Милли бейеү көнө үтте, әммә бейеүгә һөйөү һәм матур роликтар ҡалды 🔥

Видео: бейеүсе - Миләүшә Хәйбуллина, шиғыр һөйләүсе - актер Руслан Хайсаров.
12🥰4
📌Башҡортостанда Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина исемендәге Уҡытыусылар гимназияһы төҙөләсәк.

Яңы белем усағы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты эргәһендә ойоштороласаҡ. Унда студенттар практика үтә алыр, яңы уҡытыу методикалары индерелер, тип ниәтләйҙәр.

"Сергей Сергеевич беҙҙең тағы бер проект менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе - БДПУ эргәһендәге Уҡытыусылар гимназияһы төҙөлөшө менән. Был заманса, киләсәккә йүнәлеш алған белем усағы тәжрибәле остаздары етәкселегендә студенттарҙың педагогик практикаһы, тикшеренеүҙәре һәм эксперименталь эше өсөн майҙансыҡ буласаҡ",

- ти был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.

📍 Шулай уҡ әлеге көндә республикала физика-математика лицейын төҙөү дауам итә. Ул да тиҙҙән асыласаҡ.
🔥73👍2
Шау тәңкәле өҫ кейеме нисек атала?

📍Фотоһүрәттә - Әбйәлил районы Биҡҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, 1951 йыл.

Уларҙың шау тәңкәле өс кейеме - камзул тип атала.

🔹Башҡорттарҙа камзулды еңһеҙ, ҡыҫҡа һәм билле итеп, эстек ҡуйып теккәндәр.

🔹Ирҙәр камзулы ла булған.
Уларға ҡара төҫтәрҙәге кизе-мамыҡ, бәрхәт, хәтфә, сәтин туҡыманан теккәндәр. Ҡайсаҡ еңе терһәккә тиклем булған, яғаһын ябыҡ, төймәле иткәндәр.

🔹Ирҙәр камзулды күлдәк өҫтөнән кейгән, иҙеүенә асып йәки ҡәмәр менән быуып йөрөгәндәр.

🔹Ҡатын-ҡыҙҙарҙың камзулдарын төҫлө кизе-мамыҡ туҡыманан, Урта Азия етене, бәрхәт, хәтфә, барса һәм сәтиндән теккәндәр. Иҙеүен асыҡ, үҙен кеҫәле һәм еңһеҙ иткәндәр.

🔹"Айсыҡ кеҫә" тигән һүҙбәйләнеш бар ҡайһы яҡтарҙа - камзулдың кеҫәһе ярым түңәрәк формаһында булып, ситенән нағышлап биҙәлгән.

🔹Камзулдың итәген һәм билен төрлө төҫтәге туҡыма (ҡыҙыл, йәшел, күк) ярҙамында биҙәгәндәр, уҡа ҡушҡандар, тәңкә һәм мәрйен менән матурлағандар.

🔹Ҡатын-ҡыҙҙар иҙеүен элмәйенсә, йә ҡаптырма менән беркетеп кейгән.

🔹Балалар камзулдарын түше тапҡырында һәм арҡаһын тәңкәләр, төймәләр, ҡортбаш менән биҙәгәндәр.

Йәнлек тиреһе өҫтәп тегелгән камзулдар ҙа осраған.

"Был кейемде көндәлектә лә, төрлө байрамдарға ла кейгәндәр. Ҡалымға әҙерләгәндәр",

- тип яҙған этнограф Светлана Шитова.
7👍3🔥3
ТОМАН
(башҡорт халыҡ йыры)

Иртә лә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам.

Бишмәтеңдә һинең биш төймә,
Шул бишмәткәйеңде күп кеймә.
Кисен генә ятһаң, иртән торһаң,
Һағынырһың мине, мин булмам.

Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,
Талдар араһында ҡағынып.
Ауырып та ятып һарғайманым,
Мин һарғайҙым һине һағынып.


📍 Учалы районы, Нәрәле һырты.

Фото: Слава с Урала.
10😍3
🌸АЛЪЯПҠЫС 🌸

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары алъяпҡысты көндәлек эштәрҙе башҡарғанда ғына таҡмаған. Байрам кейеменең бер өлөшө лә булған ул.


🔸Зауыҡлы һәм ҡәҙерле алъяпҡыстар ҡуш элмә (тамбур) менән сигелгән.

🔹Ғәҙәттә, бындай ҡайыулы алъяпҡыстың ерлеге ҡара, ҡара күк төҫтә булған, сағыу төҫтәрҙән сәскәле орнамент сигелгән.

🔸Фотола күрһәтелгән алъяпҡыстың түшендә тәңкәгә оҡшатып ҡайылған биҙәк бар.

📍 Был алъяпкыс ХХ быуат уртаһында Силәбе өлкәһе, Арғаяш районы, Аҡбаш ауылынан алынған һәм Көньяҡ Урал Дәүләт тарихи музейында һаҡлана.
7🔥5👍2🥰1